Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
11 Ғинуар 2018, 18:39

Бала ҡәҙере ни ҡәҙәр?

Элегерәк атай-әсәйҙәрҙең ҡиммәтле уйынсыҡ алырға аҡсаһы етмәһә лә, “Пионерҙар йорто” түңәрәктәренән башҡа “үҫтереүсе” саралар күрелмәһә лә, баланың үлем менән йәшәү араһында ҡалған осраҡтары үтә йыш булманы, шикелле.

Бөгөн баланың ҡәҙере артып китте. Уға нисектер икенсе ҡараш барлыҡҡа килде. Тыуыр - тыумаҫтан тәрбиәләй башлайҙар, теле йүнләп асылып етмәһә лә төрлө студияларға йөрөтәләр, файҙалы уйынсыҡтар, китаптар һатып алалар. Сабый тәрбиәләүгә үтә ҙур әһәмиәт биргән ғаиләләр һаны артты. Унда бәләкәскә һуғыу түгел, әрләмәйҙәр ҙә, шәхес итеп ҡарайҙар. Төрлө методикаларҙы ҡулланалар.
Ошондай тәү ҡарамаҡҡа ыңғай күренеш менән бергә ҡот осҡос ваҡиғалар ҙа булғылап тора. Балаларҙың юғалыуы, яуыз ҡулдарға эләгеүе, үҙе теләп ғүмерен ҡыйыуы… Шуға күрә, ошо йәһәттән ҡараһаҡ, бөгөн уның ҡәҙере бөттө тип әйтергә лә мөмкин.
Элегерәк атай-әсәйҙәрҙең ҡиммәтле уйынсыҡ алырға аҡсаһы етмәһә лә, “Пионерҙар йорто” түңәрәктәренән башҡа “үҫтереүсе” саралар күрелмәһә лә, баланың үлем менән йәшәү араһында ҡалған осраҡтары үтә йыш булманы, шикелле.

Бишенсе класҡа Сибай интернат-мәктәбенә ҡалдырып киткәндәрендә “таныш булмаған кеше саҡырһа сыҡма”, “атаң килгән, шунда көтөп тора тип әйтһәләр ҙә эйәрмә, мин үҙем инеп алам”, тип ҡат-ҡат киҫәткәндәре иҫемдә. Тәрбиәселәр урамға ла сығармай торғайны. Өлкән кластарға еткәс кенә, рөхсәт һорап, махсус дәфтәргә ҡултамға ҡуйып ҡына йөрөп килә инек. Бәлки, ул саҡта хәүеф-хафалар һағалай башлаған заман булғандыр ҙа. Ни тиһәң дә туҡһанынсы йылдар аҙағы ине бит.

Ә унан алдараҡ? Әллә бөгөнгө һымаҡ кем сөскөрһә лә яңылыҡ итеп яҙыусы, тирә-яҡҡа таратыусы һәм шуны табыш сығанағы итеүсе сайттар булмағанғамы – бер кем дә бер нәмә лә белмәгән һәм күңеле лә тыныс йөрөгән.

Ә бөгөн? Бөгөн Рәсәйҙә көн һайын дүрт бала мәңгелеккә юғала. Башҡортостанда былтыр яҙ ғына Белорет ҡалаһынан туғыҙ йәшлек ҡыҙ Яна Перчаткинаның күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булыуы тетрәндерҙе. Бындай хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик йыш күренешкә әйләнде.

Яуыз уйлы, таныш түгел әҙәмдәр сабыйҙарҙы төрлөсә алдаштырып үҙ ҡармағына ҡаптыра. Уларҙың хәйлә юлдары төрлө. Ҡыуаҡ араһында терпе йә бесәй йәшенгән тиһендәрме, анау машинала әсәйең көтөп ултыра тип әйтһендәрме… Тормошҡа сафлыҡ тулы ышаныс күҙҙәре менән баҡҡан бала хәүеф көтмәй.

Күп осраҡта иҫкәртелмәгән, ғаиләлә, мәктәптә тейешенсә аңлатыу үткәрелмәгән балалар яттарға ышанып бара. Сабый дүрт йәшенән алып урамда таныш түгел кешеләр менән һөйләшергә ярамағанлығын белһә, бәлки, күңелһеҙ хәлдәр һирәгерәк булыр ине. Әсәһе йә атаһының бер ҡасан да ҡайҙалыр көтөп тормауына ышана аламы икән бала? Ят апай-ағайҙарҙың өндәшеүенә яуап бирмәһен, янынан тиҙерәк ҡасып китергә тырышһын, туҡтап торған машиналар янына бармаһын ине лә бит.

Иң ауыры – өлкәндәрҙе гел тыңлап, буйһоноп ҡына өйрәнгән сабыйға. Шуға күрә лә, әйткәнде кисекмәҫтән үтәүҙе талап итеү ике осло. Сабыйға үҙ фекеренә лә урын ҡалдырыу кәрәк, ти психологтар. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә, атаһы бер екереү менән балалары йүгергеләй башлай. Улар уйлап та өлгөрмәй. Әрмеләге һалдаттар кеүек тиҙ арала ҡушҡанды үтәй һала. Дөрөҫ, бындай тәрбиәгә өйрәнгәндәр урамдағы өлкән кешенең дә һүҙен йыға алмай.

Магазин янында ун йәшлек бала бер инәй эргәһенән шәп итеп, төкөй яҙып үтеп китте. Әхирәтенә ҡарап хәбәрен һөйләгәс, гел генә юлында түгел ине иғтибары. Оло йәштәге ҡатын уны асыуланып туҡтатты ла, тәмләп, кинәнеп әрләй башланы. Ҡыҙыҡай ҡойолоп төштө. Мәктәбен, ата-әсәһен һораша башлағас, бөтөнләй юғалып ҡалды. Ә бит енәйәтселәр ҙә бала психологияһын яҡшы белә. Берәй кескәй генә эш боҙоуы өсөн полиция менән ҡурҡытыуы, янауы ла ихтимал. Ҡурҡаҡ, үҙен гел ғәйепле тойған бала менән идара итеүе шул тиклем еңел. Ул, албырғап ҡалған ваҡытында, сит кеше менән бер ҡайҙа ла барырға ярамағанлығын онота ла ҡуя.

Ҡайһы бер яуыздар провокация менән алдыра. “Ә мин һине ҙурҙыр тип уйлағайным, егетһеңдер тигәйнем, ә һин… Ә һин һаман әсәйеңдән рөхсәт һорайһың икән…” Шулай уҡ баланың ҡысҡырыу йәһәтенән психологик барьеры булыуы ихтимал. Өйҙә гел шаулама, ҡысҡырма, шым йөрө тип тылҡыйҙар икән, был уның мейеһенә һеңә. Хәүефле мәлдә тап ҡысҡырыу арҡаһында ҡотолоп ҡалырға ихтимал бит. Тик “Ярҙам итегеҙ!” тип түгел, ә “Был минең атайым (әсәйем) түгел!” тип һөрән һалырға өйрәтергә кәрәк икән.

Шулай уҡ бала бәләкәй генә сағынан ризалығынан тыш бер кемдең дә уға ҡағылырға хаҡы юҡ икәнлеген аңлаймы икән? Хатта үҙе теләмәһә, ата-әсәһе, туғандары ла ҡосаҡларға, иркәләргә атлыҡмаһын ул. Баланың аңына ошоно һеңдереү зарур: әсәһенең ризалығынан тыш уны бер кем дә күтәрергә, етәкләргә, тәмлекәстәр менән һыйларға һәм бүләк бирергә тейеш түгел. Был, әлбиттә, туғандарға, яҡшы белгән ғаилә дуҫтарына ҡағылмай.

Хәҙер бөтә балалар ҙа тиерлек Ютубта үҙ каналын булдырған, Инстаграм алып бара. Миллион яҙылыусыһы булған Саша Спилберг, Катя Адушкиналар кимәленә етә алмаһалар ҙа, һәр береһе шул хаҡта хыяллана һәм сифатһыҙ ғына булһа ла бер нисә видеояҙма һала. Унда балалар билдәле блогерҙарға эйәреп бүлмәһен дә күрһәтә, көн тәртибе хаҡында ла һөйләй, йәғни үҙҙәре менән яҡындан таныштыра. Бөтәһе лә влогтар менән мауыға, челендждар һ.б яһай. Мәҫәлән, бала бассейнға китеп барғанын да, әсәһе менән магазиндарҙа йөрөгәнен, нимә һатып алғандарын да йәһәт кенә видеоға төшөрә лә үҙ каналына һала. Әлбиттә, яҙылыусылары ла бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына, ҡараусылар һаны ла икәү-өсәү генә булыуы ихтимал. Әммә кемдәр ҡарауы билдәле түгел. Яуыз уйлылар махсус эҙләп ултырыуы ла ихтимал. Видеоларҙы бала менән бергәләп төшөрөү, уның йөкмәткеһе буйынса кәңәштәр биреү, һис юғы, интернетҡа ниндәй яҙмалар һалғанын ҡарап барыуға бөтә ата-әсәләрҙең дә ваҡыты етәме икән? Исмаһам, йәшәгән адресын атамаҫҡа кәрәклеген әйтәләрҙер, тип ышанғы килә.

Баланы һәр нәмәнән тыйып ултырып та булмай хәҙерге заманда. Бөтә тормош, эш, бизнес виртуаль донъяға күсте. Тап шул йәһәттән төрлө курстар, уҡыуҙар үткәрәләр. Инстаграмда үҙ битең юҡ икән – һин артта ҡалған йәки был донъяла юҡ кимәлендә. Балалар араһында был бигерәк тә “ғәфү ителмәҫлек мәсьәлә”. Шуға күрә, балаға ҡиммәтле смартфон, айфон алып ҡәҙерен арттырабыҙ, тиңдәштәре араһында баһаһын күтәрәбеҙме, әллә күберәк үҙе янында булып, тейешенсә иғтибар, ваҡыт бүлеп, нимә ярай-ярамайҙарҙы аңлатабыҙмы – үҙебеҙ хәл итәбеҙ инде. Кемдеңдер икеһенә лә хәле етә.

Ә юғалған балалар күп осраҡта ҡарауһыҙ балалар. Атай-әсәй эштә, балаһының нимә менән мәшғүл булғанлығын аныҡ ҡына белмәй. Ҡәҙерле баланы мәктәпкә илтеп ҡуялар, барып алалар, түңәрәктәргә йөрөтәләр, ҡайтыуына йылы аш әҙерләйҙәр.

Ә һинең балаңдың ҡәҙере ни ҡәҙәр?



Читайте нас: