Минең төндәр буйына уйланып ята торған ғәҙәтем бар. Бер уйға сумдыммы, бөттө баш... Бөгөнгө төн дә башҡаларҙан бер ҙә айырылманы, һәм уйҙарым “Илһам” темаһы тирәләй уралды. Ошо уйланыуҙарым менән һеҙҙең менән дә бер аҙ бүлешеп китәйем әле.
Нимә һуң ул илһам? Ни өсөн илһамлана кеше, нимәләр илһам шишмәһе була ала уның өсөн? Был теманың мөһимлеге тураһында әйтеп тә тораһы түгел, сөнки хәҙерге замандың ағышына эйәрә алмай, илһамыбыҙ йыш ҡына беҙҙе ташлап китә торған. Ул бит шау-шыуҙы, кәйеф-сафаны бик үк яратып бармай.
Мин үҙем тормошомдо илһамһыҙ бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмайым, һәм күбеһенсә төндә, Мостай Кәрим әйтмешләй: “... Аяҡ тауышы тынғас...” ижад утымды дөрләтәм. Өйҙәгеләрем хатта: “Айһылыуға Илһам ҡунаҡҡа килгән, ҡамасауламағыҙ”, – тип төрттөрөп тә ала. Юҡ, мин уларға үсекмәйем, илһам бит, ысынлап та, “ҡунаҡҡа” ғына килеүсән.
Ә нимәләр илһам ҡанаттарын үҫтерә, уны “ҡунаҡҡа саҡыра” ала һуң? Бер ҡараһаң, ундай әйбер, күренештәр был донъяла бихисап: кемделер йондоҙҙар, кемделер һөйгәненең мөлдөрәмә тулы күҙҙәре, кемделер кеше күңеленең матурлығы илһамландыра. Барыһы ла әҙәмдең үҙенән һәм уның кәйефенән торалыр.
Үҙемә килгәндә, минең өсөн илһам шишмәһе – ул тәбиғәт. Төбө сыҡмаҫ икһеҙ-сикһеҙ уйҙарға батыр, бер ултырып шиғыр ижад итеү өсөн миңә тәбиғәт ҡосағына сығып йөрөү, ҡар бөртөктәре тирбәлеүен күҙәтеү, һыу ағышына ҡарап ултырыу ҙа етә. Тиле күңелгә ни кәрәк инде тағы?..
Бер мәл дуҫым менән көҙгө урман буйлап йөрөп килгән инек. Көн аяҙ уҡ булмаһа ла, йылы тора. Яйлап ҡына һөйләшеп барабыҙ… Был иптәшем миңә зарлана башланы: көндәр һыуыҡлығына, йәй буйы яуған ямғырға, көндәрҙең тиҙ ағышына… йәнәһе, ул йәй үткәнен һиҙмәй ҡалған һ.б. Мин тағы уйға сумдым... Ни өсөн кешелеккә ғүмер буйы нимәлер етмәй, ғүмер буйы нимә менәндер риза түгел?.. Һәр йылдың, һәр миҙгелдең, һәр айҙың, аҙна, көндөң ҡабатланмаҫ үҙ матурлығы бар бит, уны ваҡытында күрә генә белеү кәрәк, сөнки бер нәәмә лә мәңгелек түгел. Йөрөй торғас, был уйҙарым ошондай шиғыр юлдарына әүерелде:
Тәбиғәттең насар ваҡыты юҡ
Тәбиғәттең насар ваҡыты юҡ,
Һәм юҡ уның артыҡ һағышы.
Бер-береһен алмаштырып килә
Миҙгелдәрҙең талғын ағышы.
Көҙ айының була моңһоу сағы,
Ергә ятыр япраҡ саҡлы ғына
Көҙҙәрҙең дә йәшәү усағы.
Аҡ юрғанын йәйеп һала шунан
Ҡыш айының йылғыр бураны.
Уйлап бөтә алмаҫлыҡ уйға һала
Ҡыш биләгән аҡ биләүҙе бер саҡ
Яҙҙың сылтыр моңо иретер.
Дәртле йыры менән уятыр ҙа
Бесән еҫе аңҡып торған йәйҙәр
Йәйҙең эҫе, тынсыу ваҡыты ла
Һәр нәмәнең үҙ урыны бар,
Һәр нәмәгә бүленгән ваҡыт.
Шул ваҡыттар етмәһә лә әҙерәк,
Бер ҡасан да ҡалмаҫтар артып.
Кешегә туранан-тура әйтеп булмаҫ нәмәләрҙе шиғыр аша еткереү еңелерәк, хатта һәйбәтерәк тә.
Илһамдың ижадта ғына хәжәте бар икән тип уйламағыҙ. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, илһамланып эшләү хәйерле. Сөнки илһам, минеңсә, күңелде эшкә бәйләүсе, эшләгән эшеңде мөмкин тиклем күңелеңә яҡын итеүсе иң мөһим сығанаҡтарҙың береһе ул. Әгәр бар күңелегеҙҙе һалып эшләмәйһегеҙ икән, тимәк, ғүмер юлығыҙҙың ҡайһылыр өлөшөндә һеҙ яңылышҡанһығыҙ һәм ул һеҙҙеке түгел.
Таң һарыла... Минең һеҙгә бер генә теләгем: илһам ҡанаттарығыҙ ныҡ, донъя мәшәҡәттәре һындыра алмаҫлыҡ булһын. Нескә күңелле кешегә хәҙер йәшәүе ҡыйын тиҙәр, ә ҡаты бәғерлеләргә тағы ла ауырыраҡ бит.