Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
26 Ғинуар 2018, 16:47

Юғалған быуын

Беҙ – егерме беренсе быуат балалары. Йыш ҡына өлкәндәр беҙҙе “юғалған быуын” тип атай. Нимә була һуң ул? Ни өсөн беҙ юғалған?


Беҙ – егерме беренсе быуат балалары. Йыш ҡына өлкәндәр беҙҙе “юғалған быуын” тип атай. Нимә була һуң ул? Ни өсөн беҙ юғалған? Был һорауҙар мине күптән борсой, шуға күрә ҡулыма ҡәләм алырға булдым.

Беренсенән, технологиялар һәм яңылыҡтар быуатында йәшәгәнгә күрә, ҡулыбыҙҙан телефондарҙы төшөрмәйбеҙ. Эйе, был күҙҙәргә, мейегә, хатта арҡаға зыян килтерә, йоҡоно һәм хәтерҙе боҙа, баш ауырыуҙарын тыуҙыра. Әммә, икенсе яҡтан, әлеге гаджеттар ярҙамында беҙ һәр ваҡыт ваҡиғалар эсендә ҡалабыҙ. Шул бәләкәй әйбер эсенә һауа торошо, интернет-магазиндар, дуҫтар менән аралашыу, яратҡан фильмдар, йырҙар һыйған. Иң мөһиме, телефон аша беҙ кәрәкле мәғлүмәтте һә тигәнсе табабыҙ, яңы белемдәр алабыҙ. Мәҫәлән, минең бер дуҫым Skype аша Америкалағы кеше ярҙамында инглиз телен ятланы һәм штаттарға күсте, хәҙер шунда мультипликатор булып эшләй. Бәйләнештә сайтындағы төркөмдә бер егеттең тарихын уҡыным. Ул юғары уҡыу йортонда белем алған ваҡытта компьютер аша программалау ысулдарын өйрәнгән. Ваҡыт үтеү менән егет был өлкәлә эшләй башлаған. Хәҙер уның үҙенең өйө, машинаһы, абруйлы вазифаһы бар.

Ваҡытты файҙалы үткәреү һәм бушҡа әрәм итмәү кешенең үҙенән тора. Ә интернетты һәм телефонды бөтөнләй кәрәкмәгән әйбер тип атарға ярамай, минең уйлауымса.

Икенсенән, беҙ рухи яҡтан үҫешмәйбеҙ, имеш. Атай-әсәйҙәр әйткәнсә, беҙ уҡымайбыҙ, матур йырҙар тыңламайбыҙ, легендар фильмдар ҡарамайбыҙ. Эйе, ундайҙары ла бар. Әммә беҙҙең быуындың күбеһе ҡулынан китап (йә булмаһа электрон китап) төшөрмәй. Бында тағы ла телефон менән айырылмау мәсьәләһе килеп баҫа. Әлбиттә, ҡағыҙҙан уҡыу еңелерәк һәм аңлайышлыраҡ, тик уны һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөү мөмкинселеге булмай. Бынан тыш, китаптан беҙ бер генә әҫәр уҡый алһаҡ, интернет киңлегендә күңелең теләгәнсә китаптар һайлап, рәхәтләнеп уҡырға мөмкин. Шуға электрон китаптар булыуы – ҙур ҡаҙаныш.

Музыка һәм киноға килгәндә иһә, шуны әйтергә кәрәк: ваҡыт урынында тормай, шуға был ике өлкә лә яңы ағымдарҙан, фекерҙәрҙән артта ҡалмай. Фильмдар беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡты сағылдыра, шуға уларҙың элеккеләрҙән айырылып тороуы тәбиғи. Хәҙерге музыкаль индустрия төрлө жанрҙарға бай. Һәр береһе үҙенә яҡын булғанын һайлай. Бөтә йырҙар ҙа мәғәнәһеҙ тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Эйе, көй ярҙамында ғына популярлыҡ яулаған музыка бар, уларҙы тыңлау-тыңламау – шәхси һайлау. Тик мәғәнәгә ҙур иғтибар иткәндәр өсөн дә ярашлы йырҙар бар, уларҙы һайлап алыу ғына кәрәк.

Өсөнсөнән, йәштәр өлкәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай, тиҙәр. Быға ярашлы минең һорауым тыуа: ололар беҙҙең йәштә булғанда ата-әсәһен һәр ваҡыт тыңлап йөрөгәнме икән? Яуабы билдәлелер.

Был беҙҙең быуын менән бәйле барлыҡ мәсьәләләр түгел. Мин әле эскеселек, тәмәке һәм башҡа зарарлы әйберҙәр тартыу, интернет-уйындарҙы атаманым. Тик, минең уйлауымса, был күренештәр тейешле тәрбиә булмағандан да барлыҡҡа килә. Шуға күрә, балаларҙы ғәйепләрҙән алда, үҙеңдең тәртибең хаҡында уйларға кәрәк. Бала губка кеүек күргәнен, ишеткәнен һеңдереп бара, шул рәүешле, уға яҡшы үрнәк кәрәк.

Маҡсатым йәштәштәремде яҡлау түгел, бары тик өлкәндәрҙең хәҡиҡәткә күҙҙәрен асыуҙарын теләнем. Төп фекеремде еткерә алғанмындыр, тип өмөтләнәм.



Читайте нас: