Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
11 Июль 2018, 23:19

Каспий ғифритен уятыу хәйерлегәме?

Бөгөн донъя кимәлендәге дәүләт булып һаналырға теләгән барлыҡ илдәрҙең дә авиация алып йөрөүсе караптары бар. Иң күбе, әлбиттә, Америкала.


Хәрби техника менән ҡыҙыҡһынмаған кешеләр яңыраҡ ҡына барлыҡ федераль телеканалдарҙың яңылыҡтар тапшырыуҙарында күрһәтелгән бер сюжетҡа иғтибар ҙа итмәгәндер инде: Рәсәй Федерацияһы экранопландар етештереүҙе кире тергеҙәсәк! Был бит глобаль кимәлдәге яңылыҡ. Рәсәйҙең хатта әле төҙөлмәгән дә экранопландары – барлыҡ донъяға ишетмәй ҡалмаҫлыҡ иҫкәртеүе.



Иң тәүҙә проблеманың төбөнә төшөнөр өсөн “нимә ул экраноплан?” тигән һорауға яуап ҡайтарайыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ: йөҙҙәрсә тонна йөк тейәгән диңгеҙ карабы һыу өҫтөнән ике-өс метр бейеклектә самолет тиҙлеге менән “осоп” бара! Сәстәрегеҙ үрә торҙомо? Минең былай шул күренештән ҡанға адреналин бәреп сыға һәм “ҡош тәне” баҫып ала. Сөнки экраноплан – ул ҡәҙимге авианосецтарға ассимметрик яуап.

Бөгөн донъя кимәлендәге дәүләт булып һаналырға теләгән барлыҡ илдәрҙең дә авиация алып йөрөүсе караптары бар. Иң күбе, әлбиттә, Америкала. АҠШ был ҡоралы менән һуңғы ике тиҫтә йылда Ер шарының барлыҡ төбәктәрендә лә “шау-шыу” ҡуптарып торҙо һәм бер кем дә уларға ҡаршы һис ниндәй һүҙ әйтмәне. Сөнки шунда уҡ баяғы авианосецтан “үлемесле ҡоштар” осоп сығып бөтәһен дә бомбаға тоторға керешер ине. Әйткәндәй, ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, бөтөн донъя илдәренең хәрби бюджетын бергә ҡушһаң да Американың хәрби сығымдарын уҙҙырып булмай, ти. Шундай шарттарҙа ла пентагон сафтарында ни бары 19 авианосец бар. Ни өсөн тигәндә: бындай ҡатмарлы, ҙур, дәһшәтле ҡоралдарҙы етештереү һәм хеҙмәтләндереү бик ҡыйбатҡа төшә. Мәҫәлән, 100 000 тонна ауырлыҡ тартҡан авианосецтың үҙен генә төҙөү өсөн яҡынса 5 млрд доллар кәрәк. Бында әле уның самолеттарын эшләү өсөн кәрәкле сумма ҡушылмаған: улары яҡынса 3 млрд доллар тора. Самолеттарға бер йыл эсендә 96 млн долларлыҡ яғыулыҡ талап ителә. Шулай уҡ бер карапта яҡынса биш-алты мең кеше хеҙмәт итә, уларҙы ашатыуға ғына айына бер миллион доллар китә. Бынан тыш авианосец диңгеҙ буйлап бер үҙе генә лә йөрөй алмай, ғөмүмән, ул бигерәк ҙур, яй һәм хәтәр татлы улъя. Уны батырыу өсөн, ысынын ғына әйткәндә, бер генә бөртөк үтә шым һәм 5–6 торпедаһы булған һыу аҫты кәмәһе лә етә. Шундай “сюрприз”дарҙан һаҡланыр өсөн авианосец менән һәр ваҡыт бергә бишләгән эсминец (7 млрд доллар), ике атом һыу аҫты карабы (3 млрд доллар) йөрөй. Уларҙы йыллыҡ хеҙмәтләндереүгә яҡынса 45 млн доллар сарыфлана. Шулай итеп, йондоҙло-һыҙыҡлы флаг аҫтындағы демократияны планетаның икенсе яғына алып барып еткереү америка граждандарының кеҫәһенә арыу ғына һуғып та ҡуя...

Ә Рәсәйҙә бындай төрҙәге карап ни бары берәү генә – ТАКР “Адмирал Кузнецов”. Уныһы ла ысын мәғәнәһендәге авианосец түгел. Сөнки атамаһынан уҡ күренеп тора – авиация йөрөтөүсе ауыр крейсер... Ул үҙе менән самолеттар йөрөтһә лә, ҡуйылған ракета ҡоралдары менән крейсерҙар үтәргә тейешле байтаҡ эштәрҙе башҡара. Хәрбиҙәрҙең киләсәктә тағы бер перспективалы авианосец төҙөргә теләүҙәре хаҡында ишетелеп ҡала ла ул, хатта уның яҡынса хаҡын да әйтәләр – 100–300 млрд һум (1,7–5 млрд доллар). Тик беҙҙең илдә “киләсәктә” һүҙе “яҡынса 20–30 йыл” тигәнде аңлатҡанын да онотмайыҡ. Тимәк, Рәсәй халҡының кеҫәһе ҡалынлығы ла Американдарҙыҡы кеүек булмауын иҫәптә тотоп, беҙҙең ил АҠШ-ҡа ҡаршы был юҫыҡта бер нисек тә һүҙ әйтә алмай ҙа, алмаясаҡ та.

Ә илдәребеҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнеш арта ғына бара. Хатта күптән түгел Сан-Францисколағы Рәсәй консуллығы хеҙмәткәрҙәре ашығыс рәүештә серле документтарҙы яғырға керешкәс, һауала “һуғыш төтөнө” эленеп торҙо. Эйе, сөнки элек-электән килгән күҙәтеү бар – илселәр документтарҙы юҡ итә башлай икән, тимәк, тиҙҙән һуғыш сығасаҡ.

Аллаға шөкөр, быға тиклем Рәсәй менән АҠШ араһында тура бәрелештәр булманы һәм киләсәктә лә булмаясаҡ тип ышанғы килә. Әммә ысынлап та ғауға ҡупмаһын өсөн ваҡиғаларҙың иң насар үҫешенә әҙерләнергә һәм буласаҡ дошманыңды ла был хаҡта хәбәрҙар итергә кәрәк. Бына шуның өсөн дә беҙҙең армия экранопландарға мохтаж.

Экранопландарҙы Советтар Союзында Ростислав Евгеньевич Алексеев етәкләгән Һыу аҫты ҡанатлы судноһы конструкторҙар бюроһы проектлай. Был КБ-ның тикшеренеү базаһы Каспий диңгеҙе буйындағы 1-се һынау станцияһында урынлаша. Ростислав Алексеев унда Түбәнге Новгородтағы “Красное Сормово” заводында етештерелгән КМ-1 (корабль-макет-1) аппаратының йөрөш тикшереүҙәрен ойоштора. Америка шпиондары яңы изделиеның тәүге фотоларын төшөрөп алғас, НАТО офицерҙары уны рапорттарында “Каспий ғифрите” тип атай башлай.

Совет инженерҙары иҫәпләүенсә, бындай карап менән самолеттың ҡушылмаһы ике яҡтың да иң яҡшы сифаттарын алырға тейеш була: үтә ҙур ауырлыҡтар күтәреү, тиҙ йөрөшлө, дошман радарҙарында күренмәй (сөнки караптарға иҫәпләнгән радарҙар өсөн ул бик тиҙ, ә самолеттарҙыҡы өсөн – үтә түбән бейеклектәрҙә хәрәкәт итә), уға караптарға ҡаршы бөтөн төр ракеталар системалары ҡуйылыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, десантсылар ташыу өсөн тәғәйенләнгән өлгөләрҙә өс меңләп һалдат йәки алты-ете танк, йә булмаһа тиҫтәнән ашыу БТР, БМП, БРДМ һәм башҡа техниканы бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алыҫ араға алып барып еткереү мөмкин була. Бында экранопланға ҡуҙғалып китеү һәм барып туҡтау өсөн махсус аэродромдар кәрәк булмауын, уның өс баллы штормда ла, күҙ асҡыһыҙ ҡарлы буранда ла бер үк яҡшы “осоуын”, ҡәҙимге самолеттарға ҡарағанда яғыулыҡты сағыштырмаса үтә әҙ талап итеүен дә иҫәпкә алмау мөмкин түгел. Йәғни тәү башлап һауаға күтәрелеүенә алтмыш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ауырлыҡ күтәреү буйынса һаман да үҙенә етеүселәр һаны бик әҙ булған бик үҙенсәлекле осоусы карап бөгөн илебеҙгә бик тә кәрәк булып сығыуы ихтимал.

Уйлап ҡарағыҙ, Америка тигәндә, ул беҙгә ни хәтлем генә алыҫ булып тойолмаһын, Беринг боғаҙы тирәһендә Чукотканан Төньяҡ Америка ҡитғаһына тиклем ни бары 86 ғына саҡрым арауыҡ! Ә Мәскәүҙән Нью-Йоркка хәтлем 7500 саҡрым. Әлбиттә, алтмыш йыл эсендә экранопландарға ҡуйылыр двигателдәрҙе етештереү технологиялары ла, мөмкинлектәр ҙә үҙгәрҙе, тимәк, уларҙың хәҙер бер заправкала алыҫыраҡ осоуы ла ихтимал бит! Ә юл буйында “осраҡлы ғына” яғыулыҡ ташыусы танкерҙар китеп барһа?..

Рәсәй Федерацияһы Советтар Союзы тарҡалғандан һуң ике тиҫтә йыл дауамында БМО (ООН) трибунаһынан, геополитик картала, донъяның төрлө хәрби театрҙарында үҙенең файҙаһын яҡлап бер һүҙ ҙә әйтмәне тигәндәй, ә һуңғы йылдарҙа Сит илдәр эштәре министры Сергей Лавров, мәрхүм Виталий Чуркин кеүек дипломаттарыбыҙ аша, бәғзеләр ысынбарлыҡты күрергә теләмәһәләр ҙә, үҙ фекерен еткерә башланы. Әлбиттә, тотош илдең тышҡы сәйәсәте уның Президентына ла бәйле. Уның командаһына ингән Оборона министры Сергей Шойгуҙың экранопландарҙы етештереүҙе яңынан тергеҙергә теләүе лә дөйөм логик сылбырҙан тайпылмай. Был – дәүләтебеҙҙең үҙҙәрен донъя тотҡаһы тип һанаған атаҡлы “демократизаторҙар”ға сигналы.


Халҡыбыҙ мәҙәниәтендә байтаҡ ҡына тыйыуҙар бар. Мәҫәлән, кискеһен көҙгөгә ҡарарға ярамай, ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа инеү тыйыла, ҡайһы бер насар данлы урындарға ла, бик ныҡ кәрәк булмаһа, йөрөмәүең хәйерле... Ни өсөн улаймы? Әллә инде. Әммә өләсәйҙәр беҙҙе шундай урындарҙа йәшәгән төрлө ендәр, ғифриттәр менән ҡурҡытыр ине. Йәнәһе, улар шунда йә тыныс ҡына йәшәп ята, йә йоҡлап ята һәм әгәр һин уларҙың яйға һалынған тормошон ҡуҙғытып ебәрәһең, улар һиңә бик ҙур зыян килтерергә мөмкин, имеш. Бәләкәй саҡта шул хәбәрҙәргә ысын күңелдән ышанһаҡ та, үҫә төшкәс, нисектер ышанмай башланыҡ, еректек. Әммә ғифриттәрҙе уятыу – хәйерлегә түгел тигән тойғо әле булһа ла бар.

Читайте нас: