Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
23 Октябрь 2018, 16:21

Ауылһыҙ тормош һанһыҙ... Йәки айырылғанды айыу ашар...

1987 ЙЫЛДЫҢ КӨҘӨ. МИНЕ БЕР ТӨРКӨМ СТУДЕНТТАР МЕНӘН МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕНЕҢ РУЗА РАЙОНЫНЫҢ БЕР ХУЖАЛЫҒЫНА КАРТУФ АЛЫШЫРҒА ЕБӘРҘЕЛӘР. БАҪЫУҒА АЛЫП БАРЫП ТАШЛАНЫЛАР ҘА, ЭШ УРЫНЫН КҮРҺӘТЕП, МАЦИПУРА АРТЫНАН СҮПЛӘП ЙӨРӨҮ ӨСӨН БИҘРӘЛӘР ҠАЛДЫРЫП КИТТЕЛӘР. ЯМҒЫР КӨСӘЙҘЕ ЛӘ КИТТЕ. ЭШ ҠАЙҒЫҺЫ ЮҠ. БАҪЫУ СИТЕНДӘГЕ ШЫРШЫЛЫР ЫШЫҒЫНДА ТОРОП КҮШЕККӘН ХАЛЫҠ АСЫҒА БАШЛАНЫ. БЫЛ БЫСРАҠТА АШАРҒА АЛЫП КИЛЕРҘӘРЕНӘ ӨМӨТ ЮҠ ИНЕ. СТУДЕНТТАРҒА УСАҠ ЯҒЫП, КӨЛДӘ КАРТУФ БЕШЕРЕРГӘ ҠУШҺАМ, БЫЛ БЕРЕҺЕНЕҢ ДӘ ҠУЛЫНАН КИЛМӘЙ БИТ. НИ ЭШЛӘЙҺЕҢ ИНДЕ, СТУДЕНТТАР БАШЛЫСА МӘСКӘҮ БАЛАЛАРЫ. ШУНДА ХӘТЕРЕМӘ ҒҮМЕРЛЕККӘ ҺЕҢЕП ҠАЛДЫ – МӘСКӘҮҘӘР БУЛДЫҠҺЫҘ, ТОРМОШҠА ЯРАҠЛАШМАҒАН ХАЛЫҠ ИКӘН. БЫНЫ АСПИРАНТУРАЛА УҠЫУЫМ ДА ИҪБАТЛАНЫ. УЛАРҘА ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ТИГӘН НӘМӘ ЮҠ, “ПРОВИНЦИАЛДАРҘАН” БӨТӘ НӘМӘНЕ КӨҪӘП УЛТЫРЫРҒА ҒЫНА БЕЛӘЛӘР. ШУНАН ҺУҢ БЕР НИСӘ ТАПҠЫР МӘСКӘҮГӘ БУШЛАЙ БАРЫП ҠАЙТЫУ ФОРСАТЫ БУЛҺА ЛА, ҒАИЛӘМДЕ АПТЫРАТЫП, БЫЛ МӨМКИНЛЕКТӘН БАШ ТАРТЫП КИЛДЕМ.
Был тарихи экскурсты юҡҡа килтермәнем. Былтыр ноябрь айында баш ҡалабыҙҙың етәкселеге һуш китерлек һүҙҙәр әйтте. Улар фекеренсә, бөгөнгө Рәсәйҙә 15 миллион тирәһе артыҡ кеше йәшәй икән. Был халыҡҡа улар башлыса ауыл кешеләрен индерә. Улар, йәнәһе, бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй: хеҙмәт етештереүсәнлеге түбән булыуы арҡаһында иҡтисади файҙаһы юҡ кимәлендә. Шунлыҡтан провинцияға ярҙам иткәнсе, был халыҡты ҙур ҡалаларға күсереү отошлораҡ икән дә. Тик Мәскәү генә иң юғары күрһәткестәргә эйә, баҡһаң.
Был һүҙҙәргә тәнҡит кенә түгел, хатта үҙ фекерен белдергән бер генә лә сәйәсмән табылманы. Ни эшләйһең инде, ауыл халҡын яҡлар бер генә лә структура ҡалманы. Элек Дәүләт Думаһында Аграр партияһының вәкилдәре була торғайны. Хәҙер ул партия үҙе лә юҡҡа сыҡты. Ауыл хужалығы министрлығына ла өмөт юҡ. Егор Гайдарҙың ил буйынса сәйәхәт иткәнендә, бер элеваторҙы күреп: “Был ниндәй домна ул?”– тип аптырағаны онотолмаған әле. Рәсәй етәкселәре өсөн ауыл үҙенә күрә “һауын һыйыры” ғына булып хеҙмәт итте. Былтыр иген экспорты ҡорал һатыуҙан күберәк валюта килтергәс кенә, бала һымаҡ хайран ҡалғайнылар...
Баш ҡала мэры Собянин Мәскәүҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге илдәгенән уртаса – 2,5 тапҡыр, ә ауылдыҡынан 5–7 тапҡыр юғарыраҡ, тип сығара. Мәскәү нимә етештерә һуң? Статистика буйынса, уның етештергән “продукцияһының” төп өлөшөн – 90 %-ын – финанс хеҙмәттәре тәшкил итә. Йәғни бөтә Рәсәйҙең аҡсаһын бүлеп, иҫәпләп, таратып һ.б. ултырыу. Быны ябай ғаилә менән сағыштырып була. Ире көнө-төнө эшләй (утынын да яра, һыуын да ташый...), ә уның бөтә эш хаҡына ҡатыны, ошо Мәскәү һымаҡ, хужа булып ултыра. Ҡатынының аҡса менән булышҡанын бер кем дә ысын эшкә һанамай, әммә беҙҙең статистика буйынса, төрлө финанс операциялар “продукт” етештереү итеп һанала.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең иң ҙур предприятиелары Мәскәүҙә теркәлгән, уларҙың штаб-квартиралары ла ошонда урынлашҡан. Шунлыҡтан улар һалымдың күп өлөшөн Мәскәү бюджетына түләй. Икенсенән, улар етештергән продукция ла Мәскәүҙеке тип һанала. Мәҫәлән, Мәскәү нефть, газ, урман, металл экспорты буйынса илдәге алдынғы төбәк булып тора. Статистика буйынса, әлбиттә, хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса ла алда буласаҡ.
Мәскәүҙең бюджетын ғына алып ҡарайыҡ. Уның күләме 1,5 триллион (1500 млрд) һум тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн бер нисә һанды килтереү ҙә етә. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығына йылына ни бары 240 млрд һум бүленә. Халҡының һаны буйынса Мәскәүҙән ун тапҡырға бәләкәй булған Өфөнөң бюджеты 23 млрд. Был аҡса беҙҙә булһа, Өфө күптәнән Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһына әйләнер ине. 2017 йылдың беренсе ярты йылы буйынса Мәскәү бюджетының профициты ғына 210 млрд һум тәшкил итте. Был Башҡортостандың йыллыҡ бюджетынан да күберәк. Мәскәүҙең килеме 2017 йылда 2 трлн һумдан ашып китте. Мәҫәлән, түләүле парковкалар һәм юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар ғына баш ҡалаға йылына 22 млрд һум аҡса килтерә. Сағыштырыу өсөн: Ҡазандың йыллыҡ бюджеты 21 млрд һум тәшкил итә. Мәскәүҙә аҡсаның саманан тыш күп булыуы ундағы пенсияларҙың да күләменә йоғонто яһай. Бюджеттың һәр ун һумы мәскәүҙәрҙең пенсияһына өҫтәмә түләүҙәргә китә. Былтыр төҙөлгән “Зарядье” паркына 14 млрд китте. Йыл һайын урамдағы плитканы алмаштырыу өсөн Мәскәү 90 млрд һум тотона. Властарҙы даими тәнҡитләп торған Константин Райкин етәкләгән “Сатирикон” театрының бюджетына күҙ һалайыҡ. Уның залы яҡынса 50–52 %-ҡа тулыуына ҡарамаҫтан (йәғни эффектив булмаған коллектив), уға бюджеттан бүленгән аҡса күләме йылдан-йыл арта бара. 2015 йыл – 191,6 млн, Бер кешегә тура килгән бюджет сығымдары 2016 – 213 млн, 2017 – 250 млн һум.
Мәскәүҙә театрҙарҙың күп булыуын иҫәпкә алһаң, уларға йылына 12,5 млрд һум бүленә. Был уларҙың сығымдарының 80-90%-ын ҡаплай. Етәкселәренең миллионлап эш хаҡы алыуы тураһында әйтеп тә тормайым. Эффектив менеджер Собяниндың башына ошо бүленгәнде ҡыҫҡартыу тураһында уй бер ҡасан да инеп сыҡмаясаҡ. Сөнки сәнғәт әһелдәре шунда уҡ шау-шыу ҡуптарасаҡ. Был йәһәттән ауыл кешеһенең яҡлаусыһы юҡ. Яңыраҡ Д.Медведев Рәсәй мәктәптәренең 2700-ндә канализация булмағанын ишетеп, шаҡ ҡатҡайны... 1995 йылда Рәсәйҙә барлығы 67 мең мәктәп булһа, 2016 йыл был һан 42,6 меңгә төштө. Ауыл мәктәптәре 47 мең булһа, хәҙер 24,6 мең ҡалды. Тимәк, ҡыҫҡартылған 24,5 мең мәктәптең 22,5 меңе ауыл еренә тура килде. Бының сәбәбен балаларҙың һаны кәмеүе менән аңлатҡан булғайнылар. Ысынында, мәктәптәр һанының ҡыҫҡарыуы күберәк булды. Оптималләштереү 821 мең баланы автобус менән ташыуға алып килде. (Бының өсөн нисә автобус кәрәккәнен үҙегеҙ самалап ҡарағыҙ).
Мәскәүҙәге еңел аҡсаның саманан тыш булыуы уның өсөн реновация тураһындағы махсус федераль закон ҡабул итеүҙе талап итте. Был нәмә баш ҡаланың мул аҡсаны үҙләштереп бөтә алмау сәбәпле, капиталь ремонт үткәреү урынына йәшәүгә яраҡлы өйҙәрҙе емереп, улар урынына яңыһын төҙөүҙе хуп күреүҙән килә. Хайран ҡалырһың!
Бер кешегә тура килгән бюджет сығымдары.
Хеҙмәт етештереүсәнлегенә килгәндә, Собянин менән бәхәсләшеп була. Рәсәй йылына яҡынса 80 трлн һум эске тулайым продукт етештерә. Эшләгән кешеләрҙең һаны 78–80 миллион. Тимәк, бер кеше йылына уртаса 1 млн һумлыҡ продукция етештерә. Йыл башында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов беҙҙең ауыл хужалығында эшләүсе һәр кеше уртаса 1,4 млн һумлыҡ продукция бирә, тип әйтеп үтте. Бынан һәр кем үҙе һығымта яһай ала. Ауылдарҙы бөтөрөп кенә алға барып булмаясаҡ. Ауылды бөтөргәс, сиратта эшкәртеү-етештереү сәнәғәте, бюджет тармаҡтары буласаҡ.
Бынан сирек быуат элек бер сәйәсмәндең “Рәсәй өсөн 10–20 млн ғына торбаны хеҙмәтләндереүсе кеше кәрәк”, – тип әйткәне хаҡ булып сығамы ни?
СССР-ҙың юҡҡа сығыуына сәбәпсе булып Мәскәү халҡының айырым дәүләт булып, артыҡ мул йәшәүе торғанын онотмаҫҡа ине.

Илдар ҒӘБИТОВ, иҡтисад фәндәре кандидаты.
Читайте нас: