Был ят һүҙҙе мин тәүге тапҡыр эшен юғалтыу хәүефе менән йәшәү арҡаһында ауырып киткән танышымдан ишеттем. Табиптар был апайҙы психологка ебәргән һәм уныһы: “һеҙ – моббинг ҡорбаны”, – тип әйткән. Бәлки, был терминды башҡалар ҙа тәүгә ишетәлер, әммә ул аңлатҡан ситуация менән күптәр яҡшы таныш. Сөнки бөгөнгө тормошта һәр кемдең моббингтың йә ҡорбаны, йә инициаторы, һис юғы, ирекһеҙ шаһиты булғаны бар. Икенсе төрлө уны “психологик террор”, “офис һуғышы” тип тә әйтәләр. Ҡыҫҡаһы, һүҙ эш урындарында кемдеңдер ҡотортоуы арҡаһында күмәкләп “оҡшамаған” хеҙмәткәрҙе ҡыҫырыҡлау тураһында бара.
Моббинг(инглиз телендә “өйөр” тигән һүҙ) башта хайуандарҙың көтөү эсендә күмәкләп берәүһен талау күренешен аңлата. Мәҫәлән, ата ҡаҙҙың йәки себештәрҙең оянан бер бәпкәне һыйҙырмай суҡыуҙарын һәр беребеҙ күҙәткәне бар. Һикһәненсе йылдарҙа ғалимдар кешеләргә лә хас булған был күренеште эш урындарында өйрәнә һәм шул уҡ исем менән атай башлай. Улар фекеренсә, кешеләр араһындағы моббинг “ҡорбан” менән аралашыуҙан баш тартыу, яла яғыу, унан мөһим мәғлүмәттәрҙе йәшереү, мыҫ ҡыл итеү, имеш-мимеш таратыу, бүтәндәрҙең эшен йөкмәтеү, ғәҙел булмаған тәнҡит, бойкот кеүек күп һанлы “этлектәр”гә ҡайтып ҡала. Әйткәндәй, моббинг мәктәптә уҡыусылар араһында ла йыш күҙәтелә, ғәҙәттә, ул отличниктарға, активистарға
Моббингтың вертикаль йә горизонталь булыуы мөмкин. Тәүгеһе, исеменән күренеүенсә, начальник менән буйһоноусы хеҙмәткәр ҙәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе
сағылдырһа, икенсеһе хеҙмәттәштәр араһындағы конфликтҡа ҡағыла. Береһе еңелерәк, икенсеһе ҡыйыныраҡ тип айырып булмай. Етәксең һине “ғәйепһеҙҙән ғәйепле” яһап, һәр эшеңдә бәйләнерлек йөй эҙләй башлаһа ла, бер үҙеңә тотош коллектив йә төркөм менән көрәшергә тура килһә лә, көн һайын хеҙмәт урыныңа йөрөү тамуҡ ғазаптарына әйләнәсәк. Һирәк булһа ла, хеҙмәткәрҙәрҙең етәксене алып ташлау маҡсатында ойошоуы ла мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына эшләгән урындарҙа моббинг йышыраҡ күҙәтелә. Көсһөҙ зат ҡына кемделер юлдан алып ташлау, уртаҡ ҡорбанды бергәләп йолҡҡолау маҡсатында үҙе өнәп етмәгән кешеләр менән дә ваҡытлыса дуҫлашып торорға һәләтле. Нәҡ шундай хәлгә тарыған да инде минең бухгалтер һөнәрле баяғы танышым.
– Ә психолог миңә оҡшаманы, – тип дауам итте ул хәбәрен. – Бындай хәлдә китеүең отошло, тисе?.. Эш ҡәҙерлеме әллә һаулыҡмы, йәнәһе… Мин нисек итеп китәйем? Теге хеҙмәтемдә ҡыҫҡартылғас, оҙаҡ буш яттым, шуға был урын миңә бик ҡәҙерле ине. Эш хаҡым насар түгел, шуға ышанып, кредит алып ташланым, өҫтәүенә, студент уҡытам. Йәшем дә бара, икенсе урын табыуы еңелдән булмаясаҡ. Унан килеп, дошмандарҙы ҡыуандырғым да килмәй, улар бит шуны ғына көтә. Бөтәһе лә беҙгә начальник ҡатынының әхирәте эшкә килгәс башланды. Амбициялы, сос, белемле ханым, лидер булырға ярата. Минең урынға иҫәп
тотоп килгәнен баштан уҡ һиҙҙем. Сөнки ундай кешенең түбән вазифала аҙ эш хаҡына ваҡытлыса ғына риза булыуы көн кеүек асыҡ. Коллективыбыҙ бик үк татыу булмаһа ла, бурыстарымды теүәл үтәгәс, миңә барыһы ла, шул иҫәптән етәксебеҙ ҙә хөрмәт менән ҡарай кеүек тойола ине. Ләкин коллегаларым ҡапыл алмаштырған кеүек үҙгәрҙе лә китте, хатта бер-береһен күрә алмағандары ла үҙ-ара дуҫлашып киткән кеүек. Мин килеп инһәм, кабинетта ҡәбер тынлығы урынлаша, һаулыҡты ла теләр-теләмәҫ кенә алалар. Бәҙрәфтә сағымда “яңылыш” тыштан бикләп китһендәрме, сәғәтте артҡа күсереп, отчет тапшырыуға һуңлатһындармы, мөһим документ өҫтөнә “аңғармаҫтан” кофе түгеп ҡуйһындармы – көн дә бер этлек уйлап сығарып торалар. Уларға нимә, хужа алдында ярамһаҡланып ҡалһалар, булды. Ә уныһы һәр аҙымымды тикшерә, юҡтан ғәйеп эҙләр булып китте. Ошаҡлашып йөрөп тә булмай, нимә тип әйтәһең инде:
улар бит мине оятһыҙ һүҙҙәр менән һүкмәйҙәр, ҡул күтәрмәй ҙәр, ә шундай шарттар тыуҙыралар, хатта эшкә барырға кәрәклеге тураһында уйлағы ла килмәй башлай. Башҡалар ише исем өсөн генә йөрөһәм – бер хәл, был эштә тәжрибәм дә ҙурыраҡ, яуаплылыҡ, тырышлыҡ тигән нәмәне лә Хоҙай миңә мул тотторған. Яңы урында үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәйем тип күпме тырыштым. Шуға “таланған себеш” роленә ни өсөн нәҡ мине һайлауҙарын һис кенә лә аңламайым… – тип илап тамамланы һүҙен был апай.
Ә мин бик яҡшы аңланым, сөнки студент саҡта үҙемә лә бер ситуацияла ошо тойғоларҙы кисерергә, “ни өсөн миңә был яза” тигән һорау менән өҙгөләнергә тура килгәйне. Юҡ, отличник та, активист та түгел инем, хатта рус телен насар белеүем арҡаһында был фән буйынса педагогик практикаға ла шартлы рәүештә үткәргәйнеләр. Бәлки, шул минең үтә ныҡ тырышыуыма һәм был кемгәлер оҡшамауына сәбәп булғандыр…
Беҙ, үҙ-ара ярайһы уҡ дуҫ биш ҡыҙ, практиканы бер мәктәптә үттек. Бер аҙҙан әхирәттәремдең минән ҡаса биреберәк йөрөүҙәрен һиҙеп, аптырап ҡалдым. Мәктәпкә лә миңә әйтмәй генә китеп баралар, яндарына килһәм, таралышыу яғын ҡарайҙар, үҙем һүҙ ҡушһам, дорфа итеп яуап бирәләр йә өндәшмәйҙәр. Русса йүнләп белмәгән ауыл ҡыҙына баш ҡала балалары алдында дәрес биреү былай ҙа ҙур стресс, етмәһә, кисәге дуҫтарымдың шулай инҡар итеүе мине лә ауырыу хәленә еткерҙе. Дәрес ваҡытында берәй һүҙҙе яңылыш әйтһәм йә һүҙгә баҫымды дөрөҫ ҡуймаһам, уҡыусылар түгел, ә артта ултырған шул ҡыҙҙар хихылдашып көлә башлай. Был мине балалар алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуя, әйтергә теләгәнемде оноттора. Аҙаҡ дәрескә анализ яһарға йыйылһаҡ, бер-береһенең тик яҡшы һыҙаттарын күргән кешеләр минекенең кире яҡтарын эҙләргә тотона. Йәш саҡта ғәрсел булаһың, ундай нәмәләрҙе ауыр кисерәһең. Әгәр етәксебеҙ йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп тормаһа, белмәйем, мин йә практиканы, йә бөтөнләй уҡыуҙы ташлап ҡайтып киткән булыр инем, моғайын. Ул мине тәүге дәрестәремдән үк
план төҙөүгә ижади ҡарауым, үҙаллылығым өсөн маҡтаны. “Русса һөйләшергә өйрәнергә мөмкин, ә бына уҡытыусы булырға өйрәнеү анһат түгел, сөнки ул –һәләт”, – тигәйне. Арабыҙҙан тик мин генә практика өсөн “биш ле” алдым. Артабан беҙ аудиторияларыбыҙға ҡайтып, бергәләп уҡый башланыҡ, ә теге хәлде яйлап онотоп, йәнә дуҫлашып киттек. Беҙ әле лә аралашып йәшәйбеҙ, ҡыҙҙарҙы күптән ғәфү иттем, улар был ваҡиғаны, моғайын, онотҡандыр ҙа, ә минең күңелдә барыбер бер төйөр тороп ҡалды.
Ә бит эш урындарында ла горизонталь моббингтар нәҡ шул етәксенең тырыш, егәрле, һәләтле хеҙмәткәрҙәргә яҡшы ҡарашы сәбәпле ойошторола ла инде. Бер
танышым менән шулай булды. Ул, йәш, сибәр ҡыҙ, хеҙмәт юлын башлаған коллективында берәү менән дә яҡындан аралашманы, тик эшкә ҡағылған темаларға ғына һөйләште. Эш ваҡытында күмәкләп сәй эсеүҙәрҙе, төрлө корпоративтарҙы инҡар итте. Ысынмы-бушмы, бер оло ғына апай эш өҫтәленә йәйелгән табынға саҡырғас: “Мин бында сәйләп ултырырға түгел, ә эш күрһәтергә килгәнмен”, – тип әйтеп һалған, тиҙәр. Уныһы, бәлки, дошман һүҙелер, әммә был ҡыҙ ысынлап та бер үҙе өс хеҙмәттәшен алмаштыра ала ине. Берәү ҙә тотонорға теләмәгән иң ауыр бурыстарҙы ул үҙ өҫтөнә ала. Кискеһен, ял көндәре килеп сыҡҡан эштәрҙән дә баш тартмай. Хатта отпускыны ла башҡалар ише йәйгеһен ял итмәй, ҡышҡыһын ғына алды. Бындай фиҙаҡәрлек етәкселек тарафынан билдәләнмәй ҡалмай, уны маҡтайҙар, өлгө итеп ҡуялар. Әлбиттә, йәш “һикерәндәк”кә бындай хөрмәт күрһәтеү башҡаларға оҡшаманы, уны күптәр күрә алмай башланы. Хужаның һөйәркәһе тигән ғәйбәт тараттылар, был хаҡта ҡайҙалыр яҙҙылар ҙа… Ә инде бер ваҡыт компанияның юбилейы айҡанлы һөнәри наградаға тәҡдим иткәс, бөтәһе лә берҙәм асыҡтан-асыҡ ҡалҡып сығып, икенсе “лайыҡлыраҡ” кандидатураны тыҡтылар һәм... Шул ваҡыт теге ҡыҙ, ғәрлеген еңә алмай, ғариза яҙҙы ла икенсе районға сыҡты ла китте. Ул хәҙер мәктәп директоры
булып эшләй. Теге ваҡыттан күпкә юғарыраҡ наградалар ҙа алды. Был мәҡәләгә тотонғас, уға шылтыраттым. “Һеҙ ҙе хәҙер уңыш лы ханым тип атарға була. Элекке урынығыҙҙан ҡанаты һынған ҡош кеүек киткәйнегеҙ. Яңы урын да нисек карьера яһай алдығыҙ? Яҡшыраҡ хеҙмәттәштәр тура килдеме?” – тип һораным.
–Юҡ, кешеләр бөтә ерҙә лә бер үк ул. Тик яңы урынға мин яңы “юл” менән барҙым. Бер ауыҙым бешеүе яҡшы булды – өрөп ҡабыр ға, ауыҙымды асырҙан алда нимә әйтәсәгемде уйларға өйрәндем. Тәүге осраҡтағы кеүек коллективтан ситләшмәнем: бергәләп сәй ҙә эстем, ләстит тә һаттым, күңелемә ятмаған эштәрҙән дә янтайҙым, – тине ул. – Әммә, ошоно иң мөһиме тип уйлайым, эшкә төшкәс тә етәксем менән асыҡтан-асыҡ һөйләштем. “Мине, хатта сәбәбе булһа ла, берүк коллектив алдында маҡтамағыҙ”, – тинем. “Аҡыллы ҡыҙ икәнһең”, – тип көлдө ул. Һәм шулай ҡыландыҡ та. Бына хәҙер ул пенсияла, ә мин урынында ҡалдым. Үҙем дә шул ҡағиҙәне тотам: ярат ҡан хеҙмәткәрҙәремде башҡа кеше юҡ саҡта ғына маҡтайым. Әлбиттә, былай дөрөҫ түгел. Кемдеңдер тырыш, намыҫлы хеҙмә-
тен йылы һүҙме йә башҡа матди сара менәнме баһалаһаң, ул һөнәри яҡтан үҫә, юғары сифат һәм һөҙөмтәгә ынтылып эшләй. Был бүтәндәргә стимул булырға, сәләмәт көнәркәшлек уятып, үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға этәрергә тейеш. Әммә конкуренция төрлө була. Күптәргә тырыш, талантлы кеше янында эшләү отошло түгел, сөнки был фонда уларҙың сейле-бешле булыуҙары, ялҡаулыҡтары, башҡа гонаһтары күҙгә ташланып тора. Шунан көнәркәштән ҡотолоу өсөн бергә ойошоп, етешһеҙлектәрен эҙләй, энәнән дөйә яһай башлайҙар, хаталары булмаһа, яһалма рәүештә үҙҙәре тыуҙыра. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, ундай хәлгә
ҡалған кешеләргә бер нәмәгә ҡарамай эш урындарынан ҡасырға кәңәш итәм, сөнки һаулыҡ, күңел тыныслығы бөтәһенән өҫтөнөрәк. Уңған, талантлы кешеләр бер ҡайҙа ла юғалмай, тормош үҙе уларға киңерәк ишектәрен асып тора, тик ҡурҡмаҫҡа, үҙ көсөңә ышанырға кәрәк…
Уныһы шулай ҙа, тик ялҡау һәм һәләтһеҙҙәргә нимә эшләргә һуң? Хәйер, ундайҙарға ҡурҡыныс артыҡ янамай ҙа. Моббингтың үҙенсәлеге шунда ла инде: йүнһеҙ хеҙмәткәрҙәр, престижһыҙ урын биләгәндәр уның ҡорбаны булмай. Бер билдәле артист: “Чтоб тебя не травили, надо соблюдать правило трех “Б”: Быть бездарным, бедным и больным”, – тип юҡҡа әйтмәгән бит.