Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
18 Декабрь 2018, 12:19

Бер телдән дә телем кәм түгел!..

Студент саҡта трамвайҙа һеңлем менән һөйләшеп барабыҙ. Шул ваҡыт яныбыҙҙа ултырған бер әбейҙең:– Байтаҡ ҡына һеҙҙе һоҡланып тыңлап киләм. Ҡайһылай саф башҡортса аралашаһығыҙ. Күңелем күтәрелеп китте хатта. Артабан да үҙ телегеҙҙе онота күрмәгеҙ! – тигәне иҫемдә ҡалған. Шунан һуң ул үткән быуаттың 70-се йылдарын хәтеренә төшөрҙө. Баҡһаң, республикабыҙҙың аҫаба халҡының теленә ул ваҡыттарҙа ихтирам бөтөнләй булмаған икән.

Студент саҡта трамвайҙа һеңлем менән һөйләшеп барабыҙ. Шул ваҡыт яныбыҙҙа ултырған бер әбейҙең:

– Байтаҡ ҡына һеҙҙе һоҡланып тыңлап киләм. Ҡайһылай саф башҡортса аралашаһығыҙ. Күңелем күтәрелеп китте хатта. Артабан да үҙ телегеҙҙе онота күрмәгеҙ! – тигәне иҫемдә ҡалған. Шунан һуң ул үткән быуаттың 70-се йылдарын хәтеренә төшөрҙө. Баҡһаң, республикабыҙҙың аҫаба халҡының теленә ул ваҡыттарҙа ихтирам бөтөнләй булмаған икән. Ауылдан килгәндәр үҙ-ара башҡортса һөйләшә башлаһа, уларҙы ҡала транспортында тиҙ тыйғандар. “Басурманы, у себя дома на своем разговаривайте. Не стройте тут козни против нас!” – тигәндәр. Әбей ауыҙынан быны ишетеп шаңҡып ҡалғайным шул саҡ.

Эйе, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеү өсөн дә башҡорт теленән имтихан биргәнем хәтеремдә. Рәхәтләнеп инша яҙғайным. Был һынауҙан яҡшы билдә алыуым шундай ил кимәлендә абруйлы уҡыу йорто студенты булыуыма булышлыҡ итте лә инде. Сер түгел, рус теленән “йомшағыраҡ” инем шул. Эйе, был имтиханға ла бик ентекле әҙерләнгәйнем, әммә ауылыбыҙҙа хатта урыҫтар ҙа, русса һүҙ ҡушһаң, башҡортса яуап бирә бит! 

Университетта Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының гөрләп торған осоронда уҡырға яҙҙы. Ошоғаса ни бары 25 студент уҡыған булһа, беҙҙең осорҙа улар һаны йөҙгә яҡын ине. Башҡорт, башҡорт-рус, башҡорт-сит телдәр һәм башҡа йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләнде. Был осорҙа бер генә башҡорт та үҙен, трамвайҙа китеп барған әбей әйтмешләй, басурман кеүек хис итмәгәндер, моғайын.

Үкенескә ҡаршы, бөгөн хәлдәр башҡасараҡ шул. Эйе, мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу был факультетҡа ла ҡағылмай ҡалманы – студенттар һаны ике-өс тапҡырға кәмегән.

Әммә бындай күңелһеҙ күренештәр бәләнең осо ғына булған икән. Күптән түгел республикабыҙҙа башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ уҡытылмаясағы билдәле булды. Бындай ҡарар ҡабул итеүселәр ил башлығы Владимир Путиндың фекеренә таянды. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Федерацияһының Конституция һәм закондары бер ниндәй сикләүһеҙ туған телдәрҙе тулы күләмдә өйрәнеү хоҡуғын бирә. Шул уҡ ваҡытта президент, республикаларҙағы төп халыҡтың телен уҡыусыларҙың теләгенә ҡаршы уҡытырға ярамай, тип белдерҙе.

Һөҙөмтәлә, хәҙер беҙҙең төбәктә лә уҡыусыларға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа үҙгәрештәр индерергә йыйыналар. Республика башлығы ла быға үҙ фекерен ишеттерҙе. “Башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән хәл үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Сәғәттәр һанын кәметерҙәр, тип хәүефләнергә ярамай. Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, әлбиттә. Был эште түбәндәгесә күрәбеҙ: туған телде тәрән өйрәнергә теләгәндәр өсөн мәктәптәрҙә өҫтәмә дәрестәр үткәреүгә булышлыҡ итергә кәрәк. Был дәрестәрҙе факультатив рәүешендә үткәрергә мөмкин. Уҡытыуҙың ошондай алымына ихтыяж булыр тип ышанам”, – тине Рөстәм Зәки улы.

Уныңса, был темаға сәйәси төҫ бирергә кәрәкмәй. Телде, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе мәжбүри өйрәтеп булмай. Башҡорт теле уҡытыусылары ла эштән бушатылмаясаҡ, тип өмөтләндерҙе республика башлығы.

Эйе, быға бик ышанғы килә, әлбиттә. Шуныһы ғына – Башҡортостанда йәшәп тә башҡорт телен белергә теләмәгәндәргә хәҙер – “йәшел ут”. Эйе, төбәгебеҙҙе губернияға әйләндерергә теләгән ҡайһы бер милләтселәр был турала күптән хыяллана ине. Хәҙер иркен тын алып ҡалырҙар инде. Әммә үҙ республикаһында ла башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылмағас, ул ҡайҙа уҡытылырға тейеш һуң? Ошо ғәҙел һорау ғына әрнетә күңелде. Уны дәүләт теле булараҡ күрше Татарстанда, Силәбелә йә Мәскәүҙә берәү ҙә уҡытмаясаҡ. Ә был мәсьәлә милләтебеҙҙең киләсәге менән туранан-тура бәйле.

Урыҫ, сыуаш, мордва һәм башҡаларҙың телебеҙҙе өйрәнергә теләмәүен төшөнөргә булыр ҙа, бәлки (Шулай ҙа башҡорттоң тарихи төбәгендә йәшәйәһең икән, белергә тейешле булыуың көн кеүек асыҡ!). Әммә арабыҙҙа “урыҫ телен белһәм етте” тип күкрәк ҡаҡҡан маңҡорттар ҙа бихисап бит әле. Ә атаһы менән әсәһе маңҡорт булғанлыҡтан балалары ла маңҡорт булып үҫергә тейешме ни? Буй еткергәс һәм аҡыл ингәс: “Ни өсөн туған республикамда мине туған телемде белеүҙән мәхрүм иттегеҙ?” – тигән ғәҙел һорау биреүе лә бар бит әле. Ул да илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы гражданы бит! Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ уҡытылыуы бына тап ошоно күҙ уңында тота ине.

Эйе, башҡорт теленең уҡытылыу-уҡытылмауын һәр мәктәп һәм педсовет айырым хәл итәсәгенә ышандырырға тырышалар. Йәнәһе лә, теләгегеҙ бар икән, уҡытығыҙ. Әммә был өҫтәмә сығымдар талап итәсәк. Ә бөгөнгө көрсөк осоронда һәр кем юрғанына ҡарап аяғын һуҙа. Кем үҙ өҫтөнә өҫтәмә сығым һәм яуаплылыҡ алырға теләһен?! Ундай иҫәүәндәрҙе табып булырмы икән?! Һөҙөмтәлә бихисап башҡорт теле уҡытыусыһы эшһеҙ тороп ҡаласаҡ, арабыҙҙа “русса белһәм етте” тигән ҡағиҙә буйынса йәшәгән маңҡорттар ишәйәсәк, башҡорт теленең ҡулланышы ҡырҡа кәмейәсәк. Бер осор баш ҡалабыҙҙағы Әй урамындағы “Электролуч” туҡталышын “Электрик Нур” туҡталышы тип тәржемә итеп ҡуйғайнылар бит әле. Бына шундай маңҡорттар заманы киләсәк, йәмәғәт. Хатта шундай иҫәр тәржемәле алтаҡталарға ла зар-интизар булып ултырмаҫбыҙ тип кем ышандырыр?..

Ә башҡа милли төбәктәр был йәһәттән ниндәй фекерҙә икән? Беҙҙәге кеүек дәүләт телен факультативтарға ҡалдыралармы? Мәҫәлән, Татарстандың Мәғариф һәм фән министры Энгель Фәттәхов, был республикала татар телен һәр мәктәптә уҡытыу дауам итәсәк, тип белдерҙе. “Беҙҙә ике дәүләт теле – рус һәм татар телдәре. Улар икеһе лә бер үк күләмдә уҡытыла. Беҙ федераль стандарттарға ярашлы эшләйбеҙ. Был йәһәттән бер ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ, һәр аҙымыбыҙ РФ-тың Мәғариф министрлығы менән килешелгән. Беҙ законды ғына үтәйбеҙ”, – тине ул. Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһы Конституция суды милли республикаларҙа туған телде дәүләт теле булараҡ уҡытыу ил Конституцияһына ҡаршы килмәй тигән ҡарар сығарғайны бит. Быны Сыуашстанда ла төшөнгәндәр, күрәһең – унда бөтә чиновниктарға ла сыуаш телен мотлаҡ белеү кәрәклеге тураһында тәҡдимде республика Конституцияһында теркәргә теләйҙәр. Мәктәптәрҙә лә уны дәүләт теле булараҡ уҡытыу дауам итәсәк, буғай. Ысынлап та, һин төбәк халҡының мәнфәғәтендә тир түгәһең икән, тимәк, шул төбәктең дәүләт телдәрен тейешле кимәлдә белергә тейешһең бит. Урыҫ телен генә түгел. Мәҫәлән, төпкөл ауылдан килгән ҡарт-ҡоро чиновникка ни теләгәнен вата-емерә урыҫса ғына төшөндөрһөнмө ни?

Камчатка крайында “Себерҙең аҙ һанлы халыҡтарының туған телдәре тураһында” закон ҡабул иткәндәр. Бында белдереүҙәренсә, алеут, алютор, ительмен, коряк, чукот, эвен һәм эскимос телдәренә бөтөнләйгә юғалыу хәүефе янай. Бынан алдараҡ Яҡутстанда аҫаба халыҡтарҙың телдәренең акустик базаһын булдырғайнылар. Ә Сахалиндың төньяҡ өлөшөндәге башланғыс мәктәптәрҙә аҫаба халыҡ телдәрен мотлаҡ өйрәнеү кәрәклеге тураһында ла тәҡдим булған.

“Беҙ башҡорт теленең абруйын халыҡ-ара кимәлдә үҫтерергә тейешбеҙ. Башҡорт теле донъяның 40-тан ашыу милләтенә ҡатнашлығы булған бай һәм боронғо тел. Үҙ телен һәм мәҙәниәтен башҡорт халҡы Башҡортостандан башҡа ҡайҙа өйрәнһен?” – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов. “Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә уҡытылырға тейеш. Сөнки ошо республикала йәшәп тә аҫаба халыҡтың телен белмәгән кеше ысын мәғәнәһендә толерант шәхес була алмай. Эйе, республикабыҙҙа башҡорт теленең дәүләт теле булыуына ҡаршы булған кешеләр ҙә юҡ түгел. Мин шәхсән үҙем ундайҙарҙы бөтөнләй аңламайым. Уларҙың фекерҙәрендә бер ниндәй логика булмауы асыҡ күренә. Башҡортостанда йәшәгән бөтә халыҡтар рус телен яратып өйрәнә, был телдә матур итеп һөйләшергә тырыша һәм күпселек халыҡ рус телендә уҡый, яҙа, ижад итә. Башҡорт теленә лә шундай уҡ мөнәсәбәт булырға тейеш. Сөнки Конституцияға ярашлы республикабыҙҙа был телдәр хоҡуҡи йәһәттән тиң. Башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен, әҙәбиәтен белгәндәрҙе цивилизациялы тип юҡҡа атамайҙар, сөнки һәр халыҡтың мәҙәниәте – ул донъя мәҙәниәтенең бер өлөшө. Әгәр башҡа мөхиткә барып эләкһәк, беҙ был милләттең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә ынтылабыҙ, ә уларҙы инҡар итеп, барыһын да үҙебеҙ теләгәнсә талап итмәйбеҙ, был төптө аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Дөйөм алғанда, Ер йөҙөндә йәшәгән һәр милләт мәҙәниәте ни тиклем көслө, шул тиклем донъя цивилизацияһы ла ҡеүәтлерәк. Был әҙәмдәр ошоно хәтеренән сығармаһын. Тар күңеллелек бер ҡасан да яҡшыға илткәне юҡ әле”, – тип әйткәйне 2010 йылда уҡ башҡорт тел ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, хәҙер инде мәрхүм Марат Вәли улы Зәйнуллин. Республика башлығы ла: “Башҡорт теле, башҡа телдәр кеүек үк, донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш. Бер нәмәгә ҡарамай, башҡорт телен яҡларға һәм һаҡларға кәрәк”, – тигәйне бит. Тимәк, башҡорт теле бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай беҙҙең тарафтан яҡланырға һәм һаҡланырға тейеш. Ә уны бөтөрөүҙе көҫәүселәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бик тапҡыр шиғри һүҙҙәре яуап буласаҡ:

…Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел!..
Читайте нас: