Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
19 Декабрь 2018, 00:54

Өҙөк-йыртыҡ уйҙар… эстрада тураһында

Радик Юлъяҡшинға күпмелер ваҡыт рус мөхитендә ҡайнау ихтыяжы тыуа. Уның Мәскәүҙә сығарылған тәүге альбомының уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡаны ла билдәле. Сәбәбе – рус телендәге йырҙарында акцент һиҙелеүе.

Һүҙ артистар, яҙыусылар тирәһендәрәк йыш ҡуйырыусан. Сөнки улар халыҡтың күҙ алдында. Барыһы ла белә, күрә йөрөй. Ә күргән-белгән хаҡында фекер йөрөтөүе лә анһатыраҡ. Һис һүҙһеҙ, тәнҡитте лә үҙ елкәһендә күп татый улар.

Халҡыбыҙ йыр-моң ярата. Ғәжәп, һис ниндәй музыкаль белеме булмағандар ҙа моңдо нескә тоя белә. Артистың яһалма тауыш сығарыуын да, ысын күңелдән йырлағанын да һиҙә. Тәбиғәттән бирелгән һәләте булғандар сәхнә күктәрен яулаһа – халыҡ бәхетле. Йырсыны шунда уҡ үҙ итеп ҡабул итә, бейеккә күтәрә. Ә инде көсәнеп йырлағандарҙы ҡаты тәнҡит утында тота, концерттарына йөрөмәй.

Шул уҡ ваҡытта, халыҡ һарыҡ кеүек ул, ҡайҙа мәҙәк, ҡайҙа эс ҡатҡансы көлдөрәләр, шунда ағыла, тигән фекер ҙә йәшәй. Ҡайһы бер артистар билдән түбән юмор менән генә тотош залдар йыя. Шулай ҙа һәр сәхнә әһеленең үҙенә генә тап килеп торған аудиторияһы барҙыр инде.

Ҡыҙыҡ заман бөгөн. Йырсы хәҙер тыныс ҡына үҙ театры йә филармонияһында ижад итеп, план буйынса ғына гастролдәргә сығып йәшәй алмай. Уға йә туйҙар алып барып, йә һәләтен бизнесҡа әйләндереп аҡса эшләй белергә кәрәк. Халыҡ бер ҡасан да йыр-моңдан баш тартмаясаҡ. Әммә уның талаптары артҡандан-арта.

Бөгөн зал йыя алмай аптыранмаусылар рәтендә йөрөгән йәш йырсы Рәил Өмөтбаев әйтеүенсә, халыҡҡа шоу кәрәк. Шулай уҡ репертуарҙың төрлөлөгө һәм даими яңыртылып тороуының да мөһимлеген билдәләне. Сағыу, ҡыҙыҡлы программа тамашасыны йәлеп итмәй ҡалмай. Концерт – ул матур итеп төрөлгән кәнфит кеүек булырға тейеш, ти ул.

Тейеш тә бит… Йырсыларыбыҙ тырышалар ҙа кеүек… Халыҡтың яратып тыңлаған башҡарыусылары ла етерлек. Әммә башҡорт артистары республиканың төньяҡ райондарына барып концерттар ҡуя алмайҙар тигән һүҙҙәр йыш ишетелә башланы. Сәбәбе: беҙҙекеләрҙе унда белмәйҙәр. Уларҙа күрше Татарстан башҡарыусылары йыш ҡунаҡ, имеш. Улайһа, был тарафтарҙа беҙҙең телеканалдарҙы һәм радионы ла белмәйҙәр һәм тыңламайҙар инде. Артистар нәҡ ошо сығанаҡтарҙа күп яҡтыртыла, барлыҡ тапшырыуҙарҙа ла төшә, йырҙары яңғырай ҙа баһа.

Сәхнә кешеләрен тейешле кимәлгә сығарырҙай продюсер үҙәктәре булмауы ла бәкәлгә һуҡмай ҡалмайҙыр инде. Хөкүмәттән ярҙам булмайынса, эстрада етемһерәү хәлендә ҡаласаҡ, тигәнерәк фекерҙәр йөрөй. Әммә ауыл ерендәге ябай халыҡ күҙлегенән ҡарағанда, тап йырсылар етеш йәшәй бөгөн. Ә юғарыраҡ кимәлгә менеп ҡараһаң, йәшәү кимәле яғынан да, эшләү кимәле йәһәтенән дә артта һөйрәләбеҙ шул.

Популяр йырсы Элвин Грейҙың “Бизнес-онлайн”ға биргән интервьюһынан өҙөк килтерге килә. Уның һүҙҙәре буйынса, татар эстрадаһы ла, беҙҙеке лә күп йылдарға артта ҡалған. “Татарстанда 600 артист. Ғәфү итегеҙ, мин уларҙың барыһын да хәтеремдә лә ҡалдыра алмайым. Һәм уларҙың барыһы ла бер үк йүнәлештә йырлаған кеүек тойола. Бер генә төрлө аранжировка. Стилдәр күп бит. Ә улар бер генә йүнәлештә 20-30-40-50 йыллап ижад итә. Әммә татар эстрадаһы 40 йылға артта ҡалһа, беҙҙеке 70 йылға тип әйтер инем мин. Ул бер урында туҡтап ҡалған. Шуныһы бар: татар шоу-бизнесы өсөн Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөү ғәҙәти күренеш, ә башҡорт йырсыһы күберәк республика эсендә генә концерттар бирә”.

Әйткәндәй, Радик Юлъяҡшин республикала тулыһынса билдәлелек яулап, баш өҫтөндә түбә тойғас ҡына Мәскәүгә сығып китә. Танылыу артып, плакаттар тотҡан тулы залдар йыш ҡабатлана башлағас ҡына башҡа киңлектәргә лә юл алырға ваҡыт еткәнен аңлай. Мәскәүгә булмаһа, Ҡазанға сығып китер инем барыбер, ти ул шул интервьюҙа.

Уның Мәскәүҙә сығарылған тәүге альбомының уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡаны ла билдәле. Сәбәбе – рус телендәге йырҙарында акцент һиҙелеүе. Башҡортса ғына һөйләшеп үҫкән, башҡорт мәктәбендә уҡыған, башҡорт мөхитендә генә йөрөгән кеше өсөн был тәбиғи. Радикка күпмелер ваҡыт рус мөхитендә ҡайнау ихтыяжы тыуа. Күпмелер ваҡыттан русса ғына түгел, татар телендә лә шыма ғына йырлай башлай. Ул бөгөн туҡтауһыҙ үҫеш өҫтөндә. Тағы бер нисә телдә йырҙар яҙҙырып халыҡ-ара артист булырға ла ынтыла.

Тап уның йырҙары аша йәштәрҙең үҙ теленә һөйөүе арта барыуы ла билдәле.

Эйе, милли эстрада хаҡында һүҙ йөрөткәндә, тел мәсьәләһе лә күҙ уңында тотола. Башҡортса популяр йырҙар яңғырамай икән, тел дә мөшкөл хәлдә тигән һүҙ. Әммә был тик эстрадаға ғына ҡағыламы ни? Мәктәптәрҙең, матбуғаттың хәлен ҡарағыҙ… Шул уҡ артистарыбыҙҙан кем башҡорт гәзит-журналдарын алдыра? Ғәфү итегеҙ, күбеһе хатта үҙҙәре тураһында яҙылған баҫманы күрмәй ҙә, белмәй ҙә бит!

Ниндәй ҙә булһа ҡатмарлы хәлдең килеп сығыуы яңы баҫҡысҡа күтәрелеүгә этәргес. Эстрада тормошондағы ауырлыҡтар, реклама етмәүе, кешеләрҙең концерттарға атлығып тормауы яңыса эшләргә, әммә барыһын да үҙеңдән башларға кәрәккәнлеген белдергән һымаҡ. Уңышһыҙлыҡты халыҡҡа япһарырға ярамай. Уның һайлау хоҡуғы бар. Ризыҡты ла һайланып ҡына ашайбыҙ бит. Сифатлы аҙыҡ етештерергә кәрәк.

Бөгөн болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға маташыусылар ҙа, һәләттәрен дөрөҫ файҙаланып аҡыллы ғына эш итергә тырышыусылар ҙа, аҡса көсөн генә ҡулланыусылар ҙа күбәйҙе. Ә ябай халыҡҡа шуларҙың барыһын да йоторға кәрәк. Алда нисек булыр – ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас: