Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
18 Ғинуар 2019, 14:16

“Беҙ – туғыҙынсы ротанан...”

“Минең йәш быуынға бер генә үтенесем бар – бала саҡ иле менән хушлашып та өлгөрмәй ҡанлы, ҡурҡыныс һуғышҡа барып эләгеп башын һалған малайҙарҙы онотмағыҙ. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлек һәр быуындың күңелендә һаҡланһын. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, һуғыш сығыуына юл ҡуймағыҙ”.

“Һуғыш... Уның тураһында һөйләүе бер кемгә лә еңел түгелдер. Ҡанҡойошто ябай һүҙҙәр менән һүрәтләп, аңлатып булмай. Бигерәк тә яугирҙарҙың үҙҙәрен ғәйепле итеүҙәрен ишетеүе ауыр. Ә һалдат –Ватаны ҡушҡанды үтәй. Шуның өсөн дә әрме бит ул...”

Әкрәм Хөрмәт улы Амангилдин – Афғанстандың иң ҡаты һуғыштарында ҡатнашып, иптәштәрен мәңгегә юғалтыуына әле лә ышана алмаған яугир. Эшлекле, аҡыллы малай 1960 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында донъяға килгән. Алтынсы класты тамамлағас, һәр йәйге каникул мәлендә эшләй. Ат менән магазинға аҙыҡ-түлек ташый, бесән тырмата... Мәктәпте тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштерә. 1978 йылда Совет Армияһы сафына алына һәм Ҡазан юғары танк команда училищеһында БТР водителенә уҡый.
“1979 йылдың декабрендә беҙҙе Афғанстанға оҙаттылар. Шул уҡ ваҡытта Салангта тәүге һуғышты кисерҙек. Беҙҙе көслө утҡа тоттолар. Шулай ҙа Ҡабулға барып еттек. Әммә, дошмандарҙың ябырылыуы арҡаһында, аҙыҡ-түлек еткереү ауырлашты. Бер взводҡа бер түтәрәм туңған икмәк, ике консерва, ярты көрөшкә сәй һәм ярты котелок клейстер бирә торғайнылар. Артабан ашау мәсьәләһе күпкә яҡшырҙы. Тәүҙә беҙҙең 9-сы рота Ҡабул ҡалаһындағы 12 күперҙе, Сурубиҙағы 98 метр бейеклектәге платинаны һаҡланы”.
Афғанстанда ҡар һәм һыуыҡтар булмай, әммә ул йылда совет ғәскәрҙәре килгәс, ҡыш башлана. Төнөн ҡар яуа, көндөҙ ирей, әммә кискә тағы һыуытып ебәрә. Урындағы халыҡтың ҡышҡы кейеме булмау сәбәпле, милли кейемдә, аяҡтарына галуш кейеп йөрөйҙәр. Совет һалдаттары уларҙы йәлләп бушлат, бүрек, итек бүләк итә. Һалдаттарҙы Афғанстан халҡының ярлылығы, әммә шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ныҡ, һуғышсан булыуы ғәжәпкә һала.
Әкрәм Амангилдин хеҙмәт иткән ротаны күперҙәрҙе һаҡлауҙан алып бар ил буйынса барған хәрби рейдтарға йүнәлтә башлайҙар. Улар Джелалабад, Герате, Гардезе, Баграм, Кундуз һуғыштарында ҡатнаша. Йәш һалдаттар ошо мәлдә “Альфа” спецназсыларының яуҙы нисек оҫта ойоштора белеүен, күренмәй эш итеүҙәрен, буш ҡул менән тороп ҡалғанда ла, дошмандың боғаҙына йәбешеп, уларҙы үлтереүен күреп таң ҡала.
Әкрәм ағай йөрәгендә мәңгелек эҙ ҡалдырған күп яуҙар кисерә. Ҡамауға эләккән 180-се полкты азат иткән көн-төндәре айырыуса хәтерендә уйылып ҡалған.
“1980 йылдың 5 майында Гиндикуш янында урынлашҡан часыбыҙға Иосиф Кобзон үҙенең төркөмө менән концерт алып килде. Совет һалдаттары алдында сығыш яһау өсөн популяр йырсы Мәскәүҙәге концерттарын ҡалдырып киткән икән. Ә 12 майҙа беҙҙең 181-се полк дошмандарҙы юҡ итеү өсөн рейдҡа сыҡты. Тәүге көндө үк күп юғалтыуҙар кисерҙек. Бар ерҙә ыңғырашыу, үлемесле яраланған һалдаттарҙың ауазы яңғырай ине. 38 көн эсендә ярты полкыбыҙҙы юғалттыҡ. Беҙҙең БТР экипажында ла 8 кешенән 3 кеше – мин, Анатолий Попов, Евгений Панин тороп ҡалды. Рейд ваҡытында иптәшебеҙ Ринат хәбәрһеҙ юғалды. Уны икенсе көндө йылғала һал өҫтөндә табып алдыҡ. Иптәшебеҙҙең тән ағзалары айырым киҫәктәргә бүлгеләнгән ине. Ринаттан бер аҙна элегерәк юғалған Дацконы ла шул рәүешле язаланған, тән ағзаларын усаҡта ҡыҙҙырылған килеш таптыҡ. Уның ҡул суғы ғына имен ине, шунда эшләнелгән татуировкаһынан таныныҡ. Әсиргә эләккәндәрҙе дошмандар йыртҡыстарса язалап, ғазаплап үлтерә торғайны. Шуға күрә һәр һалдат әсиргә төшөүгә ҡарағанда, пулянан, шартлауҙан үлеүҙе мең артыҡ күрҙе. Әлбиттә, һәр һалдат үҙенең тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтасағына ышанды. Кем 18-20 йәшендә үлем тураһында уйлаһын инде? Шулай ҙа ҡаты һуғыштарҙа бихисап иптәштәребеҙҙе юғалттыҡ. Был йөрәккә уйылып ҡалған мәңгелек яра, ауыр тойғолар. Ваҡыт барыһын да дауалай, тиһәләр ҙә, уңалмаҫ яралар ҙа була икән...”
Әкрәм Амангилдин ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, контузия ала. Уның юғары көстәргә ялбарыуы ишетелеп, йәш һалдат әсирлеккә түгел, ә госпиталгә эләгә. Һауыҡҡас, Әкрәм ағай хеҙмәтен дауам итә.
Күкрәген миҙалдар биҙәгән яугир тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм водитель булып эшләй. Белем алыуҙың мөһимлеген аңлап, Өфө автотранспорт техникумын тамамлай. Сәксәй урман участкаһында, Темәс кирбес заводында, Өфө ҡалаһында автобус водителе булып эшләй. Заманалар үҙгәреп, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ көсәйгәс, ғаиләһен лайыҡлы тәьмин итеү өсөн, Себер яҡтарына барып эшкә урынлаша. Әкрәм ағай ике улына хәстәрлекле атай ҙа, үрнәк тә булып тора. Уларҙың береһе табип, икенсеһе, Рәсәй армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, юрист һөнәрен үҙләштерә.
“Минең йәш быуынға бер генә үтенесем бар – бала саҡ иле менән хушлашып та өлгөрмәй ҡанлы, ҡурҡыныс һуғышҡа барып эләгеп башын һалған малайҙарҙы онотмағыҙ. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлек һәр быуындың күңелендә һаҡланһын. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, һуғыш сығыуына юл ҡуймағыҙ”.
Эйе, бар һуғыш ғәрәсәтен күңеленән үткәргән туғыҙынсы рота яугиры Әкрәм Амангилдиндың төштәренә һуғыштың һирәгерәк инеүен, тормошонда тик бәхет-шатлыҡ тойғолары ғына кисереп йәшәүен теләгебеҙ килә.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Читайте нас: