Икенсе донъя һуғышынан һуң беҙҙең армия 18 меңдән артыҡ кешеһен юғалтып 20-нән ашыу илдә һуғышта ҡатнаша. Бөгөн Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу төрлө категориялы хәрби ветеран бар. Уларҙың күптәре әле булһа был тормошта үҙ урынын тапмаған. Дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан хәрби хәрәкәт ветерандарына иғтибар етешмәү, элекке хәрбиҙәрҙең үҙ хоҡуҡтарын белеп бөтмәүе сәбәпсе был хәлгә.
Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының социаль хәлен яҡшыртыу мәсьәләләре бөгөн дә ауыр хәл ителә. Шулай уҡ афған, чечен ғәрәсәтен үткәндәрҙең көнкүреше лә еңелдән түгел. Бынан тыш йәмғиәттә нисәмә йылдар инде “ветеран - ул фәҡәт Бөйөк Ватан һуғышында ғына ҡатнашыусы” тигән хаталы фекер йәшәп килә. Юридик нормалар буйынса өс категория бар: Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандары. Ҡайһыһын алһаҡ та, бер үк күренеш - һуғыш инвалидтары, атайһыҙ ҡалған ғаиләләр… Улар ҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, һаулыҡтарын нығытыуға, ҡурсауға, ярҙамға, иғтибарға мохтаж. Хәрби бурысын үтәп ғүмерен ҡорбан иткән геройҙарыбыҙ рухына хыянат итергә лә ярамай, үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү ҙә ҙур иғтибар талап итә.
Шөкөр, хәрби хәрәкәт ветерандарына мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү маҡсатында республикабыҙҙа ғына бер нисә хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмалары эшләй. Әммә улар тураһында күптәргә мәғлүм түгел. Журнал уҡыусыларҙы Өфө ҡалаһында ойошторолған “Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Уны Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов етәкләй. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Афған һуғышын үтергә мәжбүр булған ул ваҡытында. Ойошманың тәүмаҡсаты, әлбиттә, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙән ҡайтҡандарға, бигерәк тә үҙебеҙҙең башҡорт егеттәренә ярҙам күрһәтеү.
“Йәмәғәт ойошмалары, нигеҙҙә, бағымсылар, изге күңелле замандаштарының ярҙамы менән йәшәй. Беҙ ҙә тәү сиратта шәфҡәтлелек эштәрен атҡара алыуыбыҙ өсөн эшҡыуар Богданов Хәтип Хәмзә улына рәхмәтлебеҙ. Ойошма 2008 йылда барлыҡҡа килһә лә, былтыр ғына ныҡлап эшләп китте. Миәкә, Ғафури, Ейәнсура, Күгәрсен райондарында, Стәрлетамаҡ, Салауат, Баймаҡ ҡалаларында филиалдарыбыҙҙы ла булдырҙыҡ. СССР ваҡытында Афған һуғышы ветерандарына дәүләт тарафынан иғтибар булды. Бөгөн иһә барыһын да үҙ көсөбөҙгә таянып хәл итергә генә ҡала. Быйыл Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе алып сығыуға 22 йыл тулды, шуны билдәләп үтмәксе инек. Юғарылағы органдарға ярҙам һорап яҙған хатыбыҙға: “22 йыл юбилей
тугел, 25, 50 йыл тулғас мөрәжәғәт итегеҙ” тигән яуап алдыҡ. Бынан тыш, “Һеҙҙе унда беҙ ебәрмәнек” һымағыраҡ яуаптар ишетергә тура килгән саҡтар булды. Шулай ҙа юғалып ҡалмайбыҙ, ҡулдан килгән тиклемен атҡарып сығырға тырышабыҙ. Башҡа ойошмалар кеүек төшөнкөлөккә бирелеп музейҙарҙа күргәҙмәләр үткәреү менән генә сикләнмәйбеҙ. Райондарҙан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарға һәйкәл ҡуйҙырыуыбыҙҙы үтенәләр. Красноусол ҡасабаһында һәйкәл урынлаштырҙыҡ, ошо ниәтте тормошҡа ашырыуҙы тағы бер нисә районда көтәләр.
Шәфҡәтлелек акциялары ла үтеп тора. Февраль айында Миәкә районында урынлашҡан Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәренә Өфөгә иҫтәлекле экскурсия ойошторҙоҡ. Бала күңеленә ятырлыҡ итеп бай программа төҙөнөк. Төп маҡсат – йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, үҫмерҙәрҙә тыуған төйәгенә ҡарата һөйөү уятыу, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу ине. Балалар Салауат Юлаев, Һағышҡа сорналған әсә һәйкәленә, Хәрби дан музейына, “Ләлә-Тюльпан” мәсетенә һәм планетарийға сәфәр ҡылды. Бүләктәр тапшырып ҡыуандырҙыҡ. Өфө буйлап сәйәхәт барышында балалар ҡаланы иғтибар менән күҙәтте. Урамда халыҡтың мыжғып тороуы, автомобилдәрҙең күплеге, төрлөлөгө лә ҡыҙыҡ тойолдо уларға”, – тип, етем балалар өсөн һөйөнөүен белдерҙе Рәжәп ағай.
Афғанстан һуғышын үткәндәр әле булһа бер-береһенә терәк булырға тырыша. Яуҙаштарының балаһын уҡырға индерергә, эшкә урынлаштырырға һәм башҡаһы менән дә ярҙам итергә әҙер улар. Шулай ҙа, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаларының үҙ көстәре менән генә хәл итә алмаҫлыҡ проблемалары ла етерлек. АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Ҡытай, Япония илдәрендә ветерандар менән эшләгән министрлыҡ йәки агентлыҡтар кимәлендәге дәүләт структуралары булдырылған. Уларҙың эштәре күпкә һөҙөмтәле икәнлегенә шик юҡ.
70-се йылдар. Предприятиела халыҡ-ара хәл тураһында лекция бара. Лекторҙың оҙон һәм эс бошорғос доклады барыһын ялҡытҡан: кемеһелер йоҡлап ултыра, ҡайһыһы минут һайын сәғәтенә ҡарай. Бына, ниһайәт, лекция тамамлана. Алып барыусы тороп баҫа:
- Лекторға һорауҙарығыҙ бармы?
Ниндәй һорау ти инде ул! Тиҙерәк өйгә саптырырға кәрәк! Шул саҡ, һис көтмәгәндә, артҡы рәттә бер йолҡош ҡына ир заты ҡулын күтәрә һәм ул заман өсөн ғәҙәттән тыш ҡыйыу һорау ырғыта:
- Иптәш лектор, һеҙ бик күп һөйләнегеҙ, әммә конкрет бер нимә әйтмәнегеҙ. Борғаланмай ғына яуап бирегеҙ әле: Өсөнсө Донъя һуғышы буласаҡмы, юҡмы?
Һуңғы егерме йылда бындай әрһеҙлек менән осрашҡанлығы булмағанлыҡтан бер аҙ ҡаушап ҡалған лектор, зиһенен йыйғас, яуап бирә:
- Халыҡ-ара хәлдең хәҙерге торошон анализлаусы эксперттар һығымталарынан күренеүенсә, Өсөнсө Донъя һуғышы башланыу ихтималлығы ҙур, шуға күрә буласаҡ тип әйтергә ярайҙыр.
Теге ир һаман тынысланмай:
- Иптәш лектор, башлағас-башлағас, әйтеп бөтөрөгөҙ инде: һуғыш сыҡһа, ул кем менән кем араһында буласаҡ?
- Донъя сәйәсәтендәге тенденцияларҙан һәм халыҡ-ара тормош белгестәре һығымталарынан күренеүенсә, һуғыш, моғайын, беҙҙең ил менән Ҡытай араһында сығыр. Тағы ла һорауҙар бармы?
- Тулыраҡ яуап бирһәгеҙ ине, иптәш лектор. Әгәр Өсөнсө Донъя һуғышы башланһа, унда кем еңер? Беҙ 250 миллион, ә ҡытайҙар һаны инде бер миллиард ярым.
- Уҙған һуғыштарҙан айырмалы булараҡ, хәҙерге ваҡытта һан күрһәткесе хәл иткес роль уйнамаҫҡа ла мөмкин. Миҫалға Яҡын Көнсығышты ғына алайыҡ. 5 миллион йәһүд 50 миллион ғәрәпкә ҡаршы һуғыша һәм туҡтауһыҙ еңеп килә. Тағы ла һорауҙар бармы?
- Бар! Ә беҙҙә йәһүдтәр етерлекме һуң?