Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
18 Ғинуар 2019, 11:15

Туғандарҙың күп булыуы отошломо, әллә яңғыҙ, аҡсалы етеш тормошмо?

Бер ойошмала ике ҡатындың һөйләшеүенә шаһит булырға тура килде. – Бер бала тапҡан икән – еткән, башҡа тапмаһын. Мин бөтәһенә лә шундай “аҡыл” өйрәтәм, – тине ул. – Ә уларҙың күплеге нимәгә кәрәк ул, әйтегеҙ әле миңә? Хәйерселекте арттырыуға өлөш индереү генә бит ул. Шунда һүҙгә был һөйләшеүҙе башлаған ҡатын ҡушылды:

Бер ойошмала ике ҡатындың һөйләшеүенә шаһит булырға тура килде. Уларҙың береһе икенсеһенән нисә бала үҫтереүе, уларҙың йәштәрен һораша ине. Яуаптан шулар билдәле булды: йәш ҡатындың бер генә улы бар, быйыл икенсе класҡа уҡырға барған. “Күптән икенсеһен табырға ваҡыт, һин нимә уйлап йөрөйһөң?” – тип һуҡранды тәүгеһе. “Ана бит, мине хужам ебәргеһе килмәй, – тине хеҙмәткәр үҙенең эргәһендә ултырған етәксеһенә ҡарап. – Хәйер, был тарихты әйҙә үҙе һөйләһен”, – тип бүлек начальнигына бәхәсле һөйләшеүгә юл асты. 45 йәштәрҙәге ханым шунда уҡ балаларҙы күп табыуға ҡырҡа ҡаршы икәнен белдерҙе.

– Бер бала тапҡан икән – еткән, башҡа тапмаһын. Мин бөтәһенә лә шундай “аҡыл” өйрәтәм, – тине ул. – Ә уларҙың күплеге нимәгә кәрәк ул, әйтегеҙ әле миңә? Хәйерселекте арттырыуға өлөш индереү генә бит ул. Шунда һүҙгә был һөйләшеүҙе башлаған ҡатын ҡушылды:
– Һинең үҙеңдең ике балаң бар түгелме һуң? Ни өсөн кешегә ундай аҡыл биреп ултыраһың?
Теге ҡатын да ныҡ тора:
– Бына шул үҙемдең шәхси тәжрибәмдән сығып әйтәм дә инде. Минең бер ҡыҙым, бер улым бар. Бөтә нәмәне лә уларға тигеҙ итеп бүлергә тура килә. Ә хәҙер заманы заманмы һуң? Фатир алырға аҡса етмәй, уларға хаҡтар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк шикелле үҫә генә. Әгәр беҙ үлеп китһәк, шул йорт өсөн икеһе талаша башлар. Икеһен дә берҙәй яратам, әммә улым ни өсөндөр миңә яҡыныраҡ. Мин үҫкән саҡта ғаиләбеҙҙә лә шулай ине. Әсәйем беҙҙе яратты, әммә ағайымды яҡыныраҡ күрҙе.
– Ә бына беҙ ғаиләлә дүрт бала. Әсәйебеҙ беҙгә: “Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә берҙәй ауырта”, – ти торғайны. Беҙ ҙә үҫтек, һәр кемебеҙҙең айырым донъяһы. Хәҙер иң кесебеҙ атайыбыҙҙы ҡарай (ул ауырып түшәктә ята), тыуған йорт та уныҡы буласаҡ, башҡаларыбыҙҙың өйгә бер ниндәй ҙә дәғүәһе юҡ.
Бармаҡтар тигеҙ түгел шул. Мәҫәлән, сәтәкәй бармаҡтың әллә ни кәрәге лә юҡ, ә һуҡ бармаҡ һәр саҡ кәрәк. Йорт-мөлкәт тураһында һүҙ йөрөткәндә, элек кеше быға әллә ни әһәмиәт бирмәгән. Ә хәҙер йәштәргә бөтә нәмә кәрәк. Хатта өй, машина өсөн бар туғандар талашып ҡына ҡалмай, бер-береһен үлтергән осраҡтар ҙа бар. Балаларҙы үҫтереү, төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн хәтһеҙ аҡсаң булыуы зарур. Ә былай бер балаңа бөтә яратыуыңды, иғтибарыңды бүләсәкһең, үлеп-фәлән китһәң, йорт-фатир ҙа уға ғына эләгәсәк. Тағы ла кеше араһында ла әллә ни кәм-хур булмай: матур итеп кейендерергә, башҡа нәмәләрен алып бирергә мөмкинлек бар. Хатта уҡытыу мәсьәләһенә килгәндә лә, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларға ебәреп була (улар “Как говорится, деньги есть – Уфа гуляем, денег нет – дома сидим” тип тә әйтеп ҡуйҙылар). Ә аҡсаңды башҡа балаларға бүлергә кәрәк булһа, белемдәре лә шул ауылсанан артмаясаҡ йәки бәләкәй ҡалала уҡып, артабан яҡшы эшкә урынлашыу мөмкинлеге булмаясаҡ.
– Юҡ, һинең фекерең барыбер дөрөҫ түгел. Нисек инде матур, һау, йәш ғүмереңде әрәм итеп, бер бала менән генә ҡалмаҡ кәрәк?! Эгоист булып үҫәсәк бит ул. Ә бына һинеңсә булып, ғаиләлә бала яңғыҙы ғына үҫте, ти. Ҙурайғас, ул кемдәр менән аралашасаҡ? Кем менәндер серҙәрен бүлешкеһе, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашҡыһы килер. Ябай ғына итеп әйткәндә, туғандары булыуын теләр, әммә ҡайҙа ғына барһа ла, нисек кенә боролһа ла – яңғыҙ. Бына минең улым менән киленем шуларҙы уйлап, баштан уҡ ике бала таптылар. “Үҫтереүе ҡыйынға тура килер бәлки, уның ҡарауы, яңғыҙ булмаҫтар. Исмаһам, бер-береһенә таяныр туғандары булыр”...
Эйе, был ике ҡатын бер-береһенең фекере менән килешмәй таралышты. Уйлап ҡараһаң, бәхәс өсөн етди тема шул. Ике ҡатындың да фекере хуплауға лайыҡ һымаҡ. Ысынлап та, әсәлек (ғаилә) капиталын тапшырыу тураһындағы программа эшләй башлау менән тыуым да артты. Бынан бер нисә йыл элек перспективаһыҙ тип табылған ауылдарҙа күҙгә күренеп балалар үҫә башланы, хатта балалар баҡсаларында урын юҡ. Ҡайһы бер бәләкәй ауылдарҙа беренсе класҡа бер бала ғына килә йә бөтөнләй булмай сыға. Әлбиттә, был әсәлек капиталының “тәүге ҡарлуғастары” эшкингәнсә тағы 4-5 йыл тирәһе ваҡыт кәрәк буласаҡ әле. Хәҙер оптималләштереү маҡсатында мәктәптәр ябыла, ә уларҙың күптәре яңы биналар, төҙөлгәненә әллә ни күп ваҡыт үтмәгән. Эйе, мәктәптәр ябыла, ә балалар баҡсаларында урын юҡ. Перспективаһыҙ ауылдарҙа уларҙы ябыр булғас, нимәгә аҡса әрәм итеп төҙөтөргә кәрәк булды икән? Шул уҡ ваҡытта уны ҡала ерҙәрендәге балалар баҡсаларына тотонорға мөмкин ине бит. Йәштәрҙе ауылдарға йәлеп итеү тураһында һүҙ барһа ла, был һөҙөмтәле күренеш түгел.
Аҡса “эләктереп” ҡалыу өсөн йәштәр нисәшәр бала тапмаған, тәүгеләре күптән ҙурайып бөткән, йәштәре 40-ты уҙған ҡатындар ҙа бихисап. Эйе, демографияны күтәрер өсөн уйлап сығарылған проблемаға өлгөрөп ҡалайыҡ тип балалар һанын арттырыусылар күбәйҙе. Тик бындай үҙгәреш (ыңғаймы ул, түгелме һәр кемдең үҙ фекере) менән бергә проблемалар ҙа үҫеш алды. Башында эскелек тороп, артабан ул үҙе артынан эшһеҙлек, тәртипһеҙлек, төрлө енәйәттәрҙе эйәрткән ғаиләләр үҙ балаларын яҙмыш еленә ташлай. Ә кейәүгә сыҡмайынса, законһыҙ рәүештә бәпес табып, унан бала табыу йортонда уҡ баш тартыусылар? Йә булмаһа хәҙер ауылдарҙа IX-XI класта уҡыусы ҡыҙҙарҙың ауырлы йөрөүенә ниндәй яуап табырға? Бынан бер нисә йыл элек ҙур ҡалаларҙа яңы тыуған сабыйҙарын пакет-сумкаларҙа ташлап китеүҙәре тураһында матбуғат биттәрендә яҙһалар, бөтә республика халҡы көслө ытырғаныу белдереп, “Алла һаҡлаһын! Аллаға шөкөр, беҙҙә улай түгел!” – ти торғандар ине. Ә хәҙер бәләкәй ауылдарҙа ла бындай әҙәпһеҙ хәлдәр күҙәтелә: шулай уҡ уҡыусы ҡыҙҙар ауырлы йөрөй, аборт эшләтә, балаларын да ташлап китә. Иң мөһиме, уларҙың был ҡылығын берәү ҙә белмәй тип уйлайҙарҙыр инде, бер ни булмаған кеүек халыҡ араһында йөрөйҙәр, шарҡылдап көләләр, төнө буйы клуб ҡыҙыралар. Йәштәр абортты ҡасан, ҡайҙа һәм нисек эшләтергә кәрәклеге хаҡында тулы мәғлүмәткә эйә (ауырға ҡалыуҙан һәм ауырыуҙар йоҡтороуҙан һаҡланыу саралары тураһында яҡшыраҡ белһәләр, күпкә һәйбәтерәк булыр ине).
Тормоштоң шундай кире яҡтарын уйлап, күптәр бер, уҙа бара ике бала табыуҙы хуп күрә. Бер-бер артлы биш йә унан күберәген тыуҙырып, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, бөтәһенә бер тигеҙ тәрбиә биргән ғаиләләр хуплауға лайыҡ та ул. Әммә бишеһе лә бысраҡҡа батып, ас, йыртыҡ кейемдәрҙә йөрөгәндәр ҙә бар бит әле. Тәрбиә мәсьәләһенә оло быуын вәкилдәре ныҡлы һәм даими иғтибар бирһә, ауылдарҙа тәрбиәүи кисәләр, лекциялар алып барылһа, фельдшер, табиптар мәктәптәрҙә балаға уҙыу һәм уның һөҙөмтәләре һәм ошондай темаларға ҡағылышлы осрашыуҙар үткәреп, һәр ҡыҙ бала менән индивидуаль рәүештә аралашһа, беҙ, бәлки, ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәгә ирешербеҙ. Ҡыҙҙарҙың әҙәплелеге тураһында, туй көнөндә аҡ күлдәктә ҙур ҡорһаҡ менән тороп, бөтәһен дә оятҡа ҡалдырмаһын өсөн енси мөнәсәбәт өлкәһенә ҡағылышлы темаға йәштән үк һөйләшеүҙәр үткәреү, кәңәштәр биреү, өйрәтеү тураһында һәр әсә уйланырға, белергә тейеш, сөнки быға тиклем бер әсәй-өләсәйҙәрҙең дә ауырлы сыҡҡан ҡыҙы өсөн ҡыуанғаны юҡ, шикелле. Киреһенсә, туй үткәреү менән был ҡыҙҙың ҡасан эсе “килеп сығырын”, ниндәй ваҡытта бала табырын һанай башлайҙар. Йәнәһе, алдан эш боҙоп ҡуймағанмы? Ваҡытынан алдараҡ тыуһа, баланың 6-7 айлыҡ булып тыуыуына һылтанырға ғына ҡала. Ә туй үтеп бер, ике, өс ай ғына үтһә нимә тиергә? Әсәнең – ҡыҙы, атаның улы менән бындай “оятһыҙ” темаға (улар фекеренсә) һөйләшеүҙән тыйылыуы йәки кисектереүе арҡаһында килеп сыға ла инде ошондай бәләләр. Һөйләшеү ҙә аңлы рәүештә булырға тейеш, сөнки уртаҡ тел тапмаған осраҡтарҙа уның аҙағы суицид менән бөткән хәлдәр ҙә осрай.
Ике ҡатын, ике әсә араһында сыҡҡан бәхәс бына шундай уйҙарға һалды. Бер кешенең дә яҙмышы ҡабатланмай, үткән көндәр кире ҡайтмай, терһәк яҡын булһа ла, тешләп булмай. Һәр кемдең үҙ башы, үҙ аҡылы, үҙ яҙмышы. Беҙ нисек теләйбеҙ, шулай йәшәргә тырышабыҙ. Ниндәйҙер бер аҡыл эйәһе: “Эргә-тирәңдә кемдәр бар, кем менән аралашҡаныңды әйтеп бир, мин һинең ниндәй кеше икәнлегеңде әйтермен” тигәнерәк фекер әйткән. Ысынлап та, ниндәй генә дуҫ-туған булмаһын, әгәр ул ауыр холоҡло, насар ғәҙәтле икән, һиңә лә уның йоғонтоһо йәки ҡара шәүләһе күсеп, тормошоңа ҡара тап өҫтәйәсәк. Ә балаларҙың тиҙерәк ҙурайғыһы, өлкәндәр тормошона аяҡ баҫҡыһы килә. Шуға ла уларҙың янында өлгөлө һәм тәрбиәле кешеләрҙең булыуы шарт.
Тормошта төрлө хәлдәр була. Бәлки, йәштән бала табып, уны ҡарай алмаған, ташлап киткән йәки быға булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар, ҡыҙҙарға ҡағылышлы әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре хаҡында үҙ фекерҙәрегеҙҙе белдерегеҙ. Ни өсөн бындай кире күренештәр һәм уның насар эҙемтәләре беҙҙә кәмемәй, ә арта бара, нисек уйлайһығыҙ? Ике ҡатын бәхәсенә һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, “Шоңҡар”ҙы уҡыусылар!

Земфира ТАҺИРОВА.