Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
22 Ғинуар 2019, 13:42

Азамат Юлдашбаев: "БАЛАМУТТАР ЗАМАНЫ"

Улар – баламуттар. Ғәфү, хөрмәтле үә ғиззәтле, нәзәҡәтле зауыҡлы уҡыусым, был һүҙҙең оригиналдағы кеүек үк тулы мәғәнә бирерҙәй башҡортсаһын тапманым. Ушаков һүҙлегенә ышанһаң, ул урыҫтыҡы ла булмай сыҡты әле, баҡһаң, уның тамырҙары монгол теленә барып тоташа. Ярай, уныһына – биғәйбә (Фасмер һүҙлеге: баламут – болтун, подстрекатель. Ушаков һүҙлеге: баламут, баламута – беспокойный, смутьян; человек, вносящий беспорядок, раздор).Баламуттар затынан булғандарҙың популяция даирәһе, эшмәкәрлек ареалы бик киң: сәйәсәттән – сәнғәткәсә, фәндән – әҙәбиәткәсә. Улар бер ваҡытта ла буш тормай, тик ятмай, һәр саҡ хәрәкәттә, баштарында гел ниндәй ҙә булһа проект, күңелдәрендә яңы идея, күҙҙәрендә осҡон, телдәрендә ялҡынлы һүҙ, банктарындағы иҫәптәрендә түп-түңәрәк сумма. Һәм… Ой, йәнә лә ғәфү итегеҙ! Уларҙың береһе лә, бер ҡасан да илгә, йәмғиәткә, дөйөм халыҡҡа йә айырым милләткә файҙа килтерерлек эш менән шөғөлләнмәй.

Крик: "Героя на авансцену!"

Анна Ахматова “Поэма без героя”

Һәр замандың – үҙ геройҙары. Һәр тарихи осорҙоң – эреле-ваҡлы үҙ персонаждары. Шулай булған, шулай буласаҡ. Павка Корчагиндар, Стаханов, Гастелло, Гагариндар. Ике быуат араһында сәйәси, иҡтисади, рухи ҡиммәттәргә ревизия яһалып ҡына ҡалманы, илдең үҫеш тарихы тигән оҙайлы спектаклдең образдар системаһы ла үҙгәрҙе. Шуға ла бик тә урынлы һорау тыуа: кем һин, бөгөнгө көн геройы, ниндәй сифаттарҙы, ниндәй төҫтәрҙе йыйҙың үҙеңдә? Бер ыңғайҙа ғына яуап бирергә маташыу – ахмаҡлыҡтыр. Кавказда егерме йыл дауам иткән ҡанлы ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар априори геройлыҡҡа дәғүә итә алмай. Бер ил эсендә шул уҡ илдең халҡы араһында барған граждандар һуғышының геройҙары булмай. Әлбиттә, ҡаһарманлыҡтары ла, батырлыҡтары ла етерлектер, Ватан алдындағы присяга хаҡына үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеүҙәре хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Тик… Улар дөйөм милли символ түгел. Бәлки, эшсе йә ауыл хеҙмәтсәндәрелер. Банат Батырова, Риза Яхин, Шәүәли Вахитов кеүек. М-м-м… Юҡ инде, ҡайһылай итәһең: капиталистик ҡоролоштоң социалистик хеҙмәт алдынғылары – нонсенс. Артабан самалайыҡ. Уҡытыусылар, табиптар, актер-артистар? Актер-артистар тигәнем классик жанрға ҡарай, әлбиттә. Быларҙың да исем-шәрифтәре йылдар йылъяҙмаһының тәүге абзацтарында түгел. Тимәк… Ахматованың “Геройһыҙ поэма”һы кеүек геройһыҙ заманда йәшәйбеҙ килеп сығамы?
Бында ҡәтғи кире ҡарарға килергә ашыҡмағыҙ, туғандар, бар ул геройҙар. Булмаһалар, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине. Бар шул. Бар. Улар гәзит-журналдарҙың тәүге битенән төшмәй, радиоэфир менән телеэкрандарҙың прайм-таймынан сыҡмай, Интернет селтәрендә эҙләү системаһы уларҙың исемдәре менән бәйле миллиондарса һылтанма таба. Аңлашыла ки, улар мәғлүмәт сараһының рейтингын күтәрә, ә рейтинг – матди хәлде. Йә, кемдәр икән һуң беҙҙең заман геройҙары?
Улар – баламуттар. Ғәфү, хөрмәтле үә ғиззәтле, нәзәҡәтле зауыҡлы уҡыусым, был һүҙҙең оригиналдағы кеүек үк тулы мәғәнә бирерҙәй башҡортсаһын тапманым. Ушаков һүҙлегенә ышанһаң, ул урыҫтыҡы ла булмай сыҡты әле, баҡһаң, уның тамырҙары монгол теленә барып тоташа. Ярай, уныһына – биғәйбә (Фасмер һүҙлеге: баламут – болтун, подстрекатель. Ушаков һүҙлеге: баламут, баламута – беспокойный, смутьян; человек, вносящий беспорядок, раздор).
Баламуттар затынан булғандарҙың популяция даирәһе, эшмәкәрлек ареалы бик киң: сәйәсәттән – сәнғәткәсә, фәндән – әҙәбиәткәсә. Улар бер ваҡытта ла буш тормай, тик ятмай, һәр саҡ хәрәкәттә, баштарында гел ниндәй ҙә булһа проект, күңелдәрендә яңы идея, күҙҙәрендә осҡон, телдәрендә ялҡынлы һүҙ, банктарындағы иҫәптәрендә түп-түңәрәк сумма. Һәм… Ой, йәнә лә ғәфү итегеҙ! Уларҙың береһе лә, бер ҡасан да илгә, йәмғиәткә, дөйөм халыҡҡа йә айырым милләткә файҙа килтерерлек эш менән шөғөлләнмәй. Бары тик туҡтауһыҙ үҙҙәренең исемдәрен күтәрә, исемдәре имидж яһай, ә имидждары артабан хужаларының кеҫәләрен ҡалынайта.
Сәйәсәттә баламуттар яңы заман менән бергә барлыҡҡа килде. Тәүҙә халыҡ уларҙы йәлләп ҡараны, аҙаҡ – ҡыҙыҡ итеп, һуңынан – тағы йәлләп. Тик был баламуттар Дәүләт Думаһына инеп ултырҙы, бәғзеләре алмаш-тилмәш президент вазифаһына дәғүә итә. Йылдар һуҙымында уларҙың үҙ электораты барлыҡҡа килде. Тик һайлаусыларҙың күбеһенең улар өсөн тауыш биреүе, баламуттар яҡлы булыуҙан бигерәк, башҡаларға ҡаршы булыуҙан ғибәрәт ине. Баламуттарҙың сәйәси төрө алйоттар, ахмаҡтар затынан түгел, улар бары тик үҙҙәренә тәғәйен ролде еренә еткереп башҡара. Власты тәнҡитләүҙәре лә рөхсәт ителгән күләмдә генә. Уларға барыһы ла мөмкин кеүек тойолһа ла, бахырҙарҙың азатлыҡ кимәле бәйле торған эттең сынйыры оҙонлоғо ғына. Баламуттарҙың был төрө динозаврҙар кеүек үлеп бөтөүгә дусар ителгән. Бары сәйәсәттең саҡ ҡына нығыраҡ йылыныуы, йә бер аҙ һыуыныуы фарыз.
Баҡһаң, фәндә лә бар ундайҙар. Шуларҙың береһе – Виктор Петрик. Бына инде тиҫтә йыл Рәсәй Фәндәр академияһы уның эшмәкәрлегендә лә, бөтә уйлап табыуҙарында ла һис кенә лә фәндең ҡыҫылышы булмауын иҫбатлай. Ул үҙенекен һөйләй бирә. Хәйер, һөйләй генә түгел, эшләй ҙә. Айырым проекттары хатта иң юғары даирәләрҙә яҡлау таба. Күрәһең, унда ла баяғы баламуттар барҙыр инде. Әйтәйек, был шикле фән эшмәкәренең һыу таҙартыусы бер серле проекты өсөн дәүләт программаһына ярашлы ҙур суммала аҡса ла бүленә. Хатта ки, Петриктың фирмаһына “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең логотибын файҙаланырға ла рөхсәт бирелгән була. Йә инде, донъя тигәненең кеме генә юҡ…
Баламуттарҙың айырым бер төрө – шоу-бизнес вәкилдәре. Уларҙы йәнә лә матбуғат, телевидение үә Интернет күтәрә. Быларҙың бәғзеләре Верка Сердючка йә “Яңы урыҫ ҡарсыҡтары” кеүек ҡатын-ҡыҙ кейемендәге ир-ат вәкиле, ҡайһылары Боря Моисеев рәүешендә Хаҡ Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән енестәренән тайпылыусылар, кемеһелер Эвелина Бледанс, Ксюша Собчак һымаҡ һәр саҡ янъял, ығы-зығы тирәһендә… Улар күп, улар төрлө… Әммә маҡсаттары бер - Хоҙай биргән һәләттәре булмағас, баламутлыҡтарын ҡыштырлап торған һумдарға, евро-долларҙарға конвертациялау. Ҡайһылай итәһең, Мәскәү ҙур ауыл, тимәк, ҙур сығымдар талап итә. Тик бер генә хәүеф бар – улар йәш быуын өсөн заман геройҙары, билдәле өлгө һәм оҡшарға тырышырлыҡ үрнәк булып баралар…
Айырым бер баламуттар бөтөнләй яңы формация вәкилдәре. Былары – блоггерҙар. Блоггер – профессия ла, шөғөл дә, һөнәр ҙә түгел. Былары айырым бер социаль ҡатламдыр. Әлбиттә, блоггерҙарҙың бөтәһе лә баламут, тип әйтә алмайым. Улар араһында ауырыу балаларға ярҙам ойоштороусы, ришүәтсе чиновниктарҙы асыҡлаусы, урланған машиналарҙы юллаусылар һәм башҡа изге эш менән шөғөлләнеүселәр бар. Әммә былары, ғәҙәттә, иғтибарҙан ситтә. Ә бына донъяны бутаусылар, һәр ваҡыт тик бысраҡ эҙләүселәр, бар башланғыстан тик негатив табыусылар, милләт араһын бутаусылар, рухи ҡиммәттәрҙе инҡар итеүселәр, хатта ки дәүләт ҡоролошон емерергә саҡырыусылар бихисап. Һәм улар – герой. Заман геройҙары. Власть әһелдәре улар менән иҫәпләшә, кәңәшләшә, уларҙың һүҙҙәрен ишетә. Әллә ҡурҡыуҙан, әллә башҡа сәбәптән. Тик… Блоггерҙарҙың был заттары һәр саҡ, һәр ерҙә бөтә нәмәгә ҡаршы. Уларҙың бар белгәне инҡар итеү, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләү. Ҡайһылай итәһең, баламуттар…
Хәҙер һорау тыуыр: ни өсөн әле мин йәмғиәттең яңы социаль ҡатламына – баламуттарға – иғтибар бүлергә булдым? Яуабы икәү.
Беренсенән, ни өсөн ер һөргән, иген иккән, көтөү көткән, һыйыр һауған, станоктар артында торған, йорттар төҙөгән, икмәк бешергән, балалар уҡытҡан кешеләр үҙ заманының геройҙары булыуҙан туҡтаны? Ни өсөн Мәскәүҙә майҙанға сыҡҡан йөҙ мең кешенең талабы – талап, ә шул уҡ ваҡытта көндәлек тормошон тыныс ҡына хеҙмәткә бағышлаған, шул хеҙмәте менән илен күтәргән йөҙ миллиондан артыҡ ябай хеҙмәтсән (эшсе, уҡытыусы, төҙөүсе, көтөүсе) дәүләттең һәм хөкүмәттең иғтибарынан ситтә? Ни өсөн бер баламуттың йыллыҡ эш хаҡы тотош бер район уҡытыусыларының йыллыҡ эш хаҡы менән бер? Риторик һорауҙар. Яуап кәрәкмәй.
Икенсенән, һуңғы осорҙа әлегәсә тыныс ҡына йәшәгән төбәктәрҙә лә әлеге баламуттар ишәйә башланы. Улар ауылдарҙа, райондарҙа, ҡалаларҙа һаман йышыраҡ пәйҙә булалар, әкренләп телеэфирҙа күренгеләйҙәр. Был күренеш тенденцияға әйләнеп китмәһен ине тигән хәүеф бар. Илде ил иткән, дәүләттән дәүләт яһаған, халыҡты халыҡ булараҡ күтәргән мәңгелек ҡиммәттәр бар бит әле. Рухи тамырҙар тураһында әйтеүем. Шуларҙан айырылмаһаҡ ине лә бит. Ҡуштанлыҡ, бушбоғаҙлыҡ, ялған ялтырауыҡ – ваҡытлы. Әйҙәгеҙ, мәңгелектең күҙенә ҡарап йәшәйек.

Азамат ЮЛДАШБАЕВ.

Читайте нас: