Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
14 Февраль 2019, 16:46

Ишек асығыҙ, әммә һаҡ булығыҙ: йәш белгес килә!

“Беҙҙең заманда рәхәт ине, исмаһам. Уҡыуыңды тамамлауға эш урыны көтөп тора. Унда барып инеүгә “подъемный” аҡсаһын һәм фатир асҡысын усыңа һалалар. 10-15 йыл эшләгәндән һуң, ул фатир һинеке була…” – тип һөйләй башлайҙар йәш белгестәр тураһында һүҙ сыҡһа. Ә һин тыңлап тораһың да, уйға ҡалаһың. Ысынлап та, йәштәргә берәй ҡасан шундай мөнәсәбәт булдымы икән ни?

“Беҙҙең заманда рәхәт ине, исмаһам. Уҡыуыңды тамамлауға эш урыны көтөп тора. Унда барып инеүгә “подъемный” аҡсаһын һәм фатир асҡысын усыңа һалалар. 10-15 йыл эшләгәндән һуң, ул фатир һинеке була…” – тип һөйләй башлайҙар йәш белгестәр тураһында һүҙ сыҡһа. Ә һин тыңлап тораһың да, уйға ҡалаһың. Ысынлап та, йәштәргә берәй ҡасан шундай мөнәсәбәт булдымы икән ни? Аҡлы-ҡаралы совет осоро киноларының уйлап сығарылған сюжеты ғына түгелме икән ул? Бер генә көнгә шул ваҡытҡа барып булһа, рәхәтләнеп сағыштырып яҙыр инем. Ләкин әлегә ваҡыт буйлап сәйәхәт итә торған машина юҡ. Һәр хәлдә, миндә юҡ. Шуға күрә был мәҡәләлә һүҙ бары тик бөгөнгө замандың йәш белгестәре тураһында бара.

Амбициоз, тиҙәр йәштәрҙе. Үҙ-үҙҙәренә артыҡ ышаныусандар. Уларҙың юғары белеме фәлән йылдар эшләгән “ҡарттар”ҙың тәжрибәһен “һалып йыға” тип уйлайҙар. Шуның менән ерҙә тормош яралғандан бирле дауам иткән аталар һәм балалар мөнәсәбәтен тағы ла киҫкенләштереп ебәрәләр.

“Башыңдан атлап үтәләр инде!” – тине бер ханым йәш коллегалары тураһында. Әлбиттә, берәү ҙә уның башынан атлап үтергә йыйынмайҙыр. Әммә заман талаптарына уға ҡарағанда теүәлерәк яуап биреүҙәре хаҡ. Беренсенән, йәштәр компьютерҙы яҡшы белә. (Ә унһыҙ өлкә ҡалманы хәҙер). Бик күп программалар менән иркен эш итәләр. Сит телдәрҙе лә беләләр. Компьютерҙа йыйыу тиҙлеге лә яҡшыраҡ. Унан һөнәр буйынса алған мәғлүмәттәре лә яңыраҡ. Былар барыһы ла эш процесын тиҙләтергә, конкурентлыҡ заманында башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа ярҙам итә.

Тик бында икенсе яҡлап проблема бар. HR-белгестәр йәштәрҙең амбициялары бик йыш белем дәрәжәләренә тура килеп бөтмәүен асыҡлаған. Етәксе вазифаларға дәғүә иткән йәш белгестәрҙең күбеһе ябай хеҙмәткәр бурыстарын да үтәй алмай икән. Һуңғы йылдарҙа телдәрҙән төшмәгән БДИ һөҙөмтәләрен генә күҙәтәйек. Былтыр 16 меңдән артыҡ уҡыусы вузға “үтерлек” балл йыя алманы. Ә был имтихан тапшырыусыларҙың 2 проценты ғына. Уңышлы тапшырыусылар араһында күпселек көскә минималь балл йыйған. Ә “100”-леләр ни бары 2822 кеше. Бер миллионға яҡын уҡыусы араһынан! Һәм уларҙың күпмеһе үҙ башы менән тапшырғандыр әле… Йәштәр һаны кәмеү сәбәпле, вуздар абитуриенттарға талаптарын йылдан-йыл төшөрә. Шуға күрә ысын белемлеләр менән бер рәттән “3”-лө ҡапсыҡтары” ла юғары уҡыу йорттарына “йырлап” инеп китә. Икенсе йылға ла әлеге хәл ҡабатлана. Нишләһендәр? Студент юҡ икән, уларға эш тә юҡ, тигән һүҙ бит. Хәйер, эш кенәме?.. Биш йыл буйы сессия һайын күстәнәс ташыйҙар. Шуға алданып, минән киткәнсе, хужаһына еткәнсе, тип ундайҙарҙан да йәш белгес “яһап” сығаралар. Тик буласаҡ хужалар – эш биреүселәр үҙ талаптарын төшөрәләрме һуң? Юҡ. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, эшкә ҡабул итеүселәрҙең 41 проценты ғына йәш белгес әҙерлеге менән ҡәнәғәт, 37 процентты ҡәнәғәт түгел. Ә 21 проценты был һорауға ни тип яуап бирергә лә белмәй. Сөнки уларға эш процесында йәш белгестәрҙең ике “сорт”ы менән дә осрашырға тура килә.

Шулай шул бына. Аҡ эт бәләһе ҡара эткә төшә, тигәндәй. Бөгөн барыһы ла “уңға барырғамы икән, һулға барырғамы икән, атай-әсәй эш тапҡансы, ултырып ҡына торорғамы икән” тип ятмай бит. “90-сы”ның алдашҡан йәштәре лә аренанан күптән китте. Бөгөн уларға алмашҡа йәнә үҙ-үҙенә һәм белеменә ышанған быуын килә. Эйе, бәлки ҡиммәттәр бер аҙ үҙгәргәндер. Тик был йәштәр тормоштан ни кәрәклеген яҡшы белә. Һәм маҡсатына ирешеү өсөн мәктәптән үк юл яра башлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп вуздар теорияға нигеҙләнеп кенә уҡыта. Унда хеҙмәт баҙарының талаптарын аңлап бөтөрмәгән, ғөмүмән, уларҙы белмәгән ғалимдар уҡыта. Студенттар практиканы ла бик формаль үтә. Күп ерҙә “йомошсо малай” бурыстарын үтәп, тегеһен килтереп, быныһын илтеп йөрөй торғас, эштең ниҙән ғибәрәт икәнен аңламай ҙа ҡалалар.

Шул сәбәпле, диплом алған йәш белгескә үҙ аллы өҫтәмә курстар, стажировкалар үтергә тура килә. Ә эш биреүселәр лекцияларҙа һөйләнелгән әйберҙәрҙең тормошҡа бик үк тура килеп бөтмәгәнен аңлатыр өсөн күп ваҡытын сарыф итә. Юғары уҡыу йорттарында практикант-уҡытыусылар, шул иҫәптән эш биреүсе кампания вәкилдәре лә, махсус курстар алып барһа, был ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоп булыр ине. Әгәр йәш белгес үҙе эшкә урынлашҡас, ойошма менән студент сағында уҡ таныша торһа, диплом алғас яңы коллективҡа еңелерәк инеп китер ине.

Әлбиттә, беренсе осорҙа остазының ҡул аҫтында эшләү ҙә ҡамасауламаҫ. Тик алда әйтелгән аталар һәм балалар мөнәсәбәте янына “ҡыҫҡартыу” һүҙен дә ҡуйһаң, бындай тәжрибәнең уңышы шик тыуҙыра. Ни өсөн тигәндә, һәр йәш белгес – иртәгә һинең урыныңды алырға торған көндәш. Уның булдыҡһыҙлығы “ҡарттар”ға файҙаға ғына кеүек. Унан фәлән йыллыҡ стаж бейеклегенән ҡарап ултырыусы совет осоро кешеләренең йәштәргә ҡарата мөнәсәбәте бер: эшлә, һин йәш әле. Ә мин үҙ өлөшөмдө эшләгән, хәҙер һин һөйрәгәндә ултырып ҡына барам…

Бәлки, ҡатыраҡ яңғырайҙыр. Өлкәндәр был һүҙҙәр менән ризалашмаҫ та. Тик стажға ҡарап хеҙмәт хаҡы түләүҙе бөтөргәс, ошо хоҡуҡтан ҡолаҡ ҡағыу күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы кеүек. Ә студенттар фатир тураһында хыялланып ултыра. Йәш белгестәргә уныһын да бирә башлаһалар!..

Был ҡаршы икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Мин ҡуш ҡуллап риза.

Йәш кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ стимул кәрәк. Әгәр ул үҙ өҫтөндә эшләмәһә, үҫергә, камиллашырға ынтылмаһа, ҡолаҡ ҡағасаҡ ниҙер булырға тейеш.

Йәштәр фекеренсә, уңышлы карьера күрһәткестәрен асыҡларға теләп, һорау алыуҙар үткәргәндәр. Беренсе урынға хеҙмәт хаҡы сыҡҡан. Унан күпкә ҡалышып булһа ла, үҙ һөнәрең буйынса эшләү тора. Һәр белгес үҙ урынында булырға тейеш тигән ҡарашта йәштәр. (Бында бөгөнгө көндә бөтөнләй хәл ителмәй торған профйүнәлеш мәсьәләһе тора). Өсөнсө урында эшеңдән ҡәнәғәтлек алыу ҡуйылған. Күптәр йәштәрҙең аҡса мәсьәләһенең беренсе урынға сығыуын матди байлыҡҡа ғына ынтылыуынан күрә. Әлбиттә, йәш белгесте фатир асҡысы менән көтөп торһалар, күрһәткестәр башҡасараҡ булыр ине төҫлө.

Тик хеҙмәтенә күрә хөрмәте күрһәтелергә тейеш икәнде оноторға ярамайҙыр. Йәш белгестәрҙең дә “ҡаймағын – бер, һыуын икенсе яҡҡа айырырға” ваҡыт.

Уҡырға тип сығып киткән йәштәрҙе ауылға кире ҡайтарыуҙың бер ысулы – грант биреү. Барыһына тәтей торған бәхет түгел ул. Уны Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусыларҙың иң тырыштары, лайыҡлылары ғына ала төҫлө. Тик юҡ. Ни өсөндөр арала аҙашып барып сыҡҡандар ҙа осрай ине. Бер командировкаға барғас, ауылға ҡайтҡан грантлы йәш белгес – ветеринар менән осрашырға тура килде. Ярты сәғәт ат янына баҫып фотоға төшөрөргә өгөтләнем үҙен. Ризалашманы. Ҡурҡты. Ҡала егете ине. Ветфакка ла ат менән һыйыр ҡарарға түгел, эт менән бесәй дауаларға ингән булған. Ауылға шул аҡсаға ымһынып ҡына килеп сыҡҡан. Әле лә ундамы икән, фермаға төшкәндә кейгән аҡ туфлийы бысранғандың икенсе көнөндә үк киттеме икән, белмәйем. Ләкин йәш белгес тигән һайын минең күҙ алдыма ул килеп баҫа. Аҡ туфли, ап-аҡ күлдәк һәм ҡара күҙлектән..

Бына ни өсөн хеҙмәтенә күрә хөрмәте булырға тейеш тим мин. Шулай иткәндә генә белемдең престижы, йәш белгестең абруйы артасаҡ. Дауаханала сиратта торған бабай табиптың йәш икәнлеген белгәс, “теге, һәйбәтенә килермен” тип боролоп ҡайтып китмәйәсәк. Йәш тәрбиәсегә ҡалдырырға ҡурҡып, әсәләр балаларын баҡсанан эйәртеп алып сыҡмаясаҡ…

Айзирәк.
Читайте нас: