Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
21 Февраль 2019, 14:51

Димсегә барҙым әле

Элек буйҙаҡ егеттәр ауылда ғына, ә ҡалала яңғыҙ ҡыҙҙар һаны арта тип иҫәпләнә ине. Һәм быны һуңғыларының һыйыр һауырға теләмәй, ауылдан сығып ҡасыуы менән аңлатырға тырышалар. Ләкин иғтибарлап ҡараһаң, яңғыҙлыҡҡа дусар булып, ҡалала ҡаңғырыусылар һәр ике заттан да етерлек.

Әлеге тема яңы түгел. Ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып ҡуйырталар уны. Ә инде үҙең ғаиләһеҙ булһаң, Ер йөҙөндәге бөтә халыҡты шул мәсьәлә генә борсой һымаҡ тойола. Сөнки һине күреү менән хаҡтар артыуы ла, сәсергә картуф булмауы ла, хатта Японияның Фукусимаһы ла онотола һәм үҙәккә ул – яңғыҙлыҡ проблемаһы сыға. Элек буйҙаҡ егеттәр ауылда ғына, ә ҡалала яңғыҙ ҡыҙҙар һаны арта тип иҫәпләнә ине. Һәм быны һуңғыларының һыйыр һауырға теләмәй, ауылдан сығып ҡасыуы менән аңлатырға тырышалар. Ләкин иғтибарлап ҡараһаң, яңғыҙлыҡҡа дусар булып, ҡалала ҡаңғырыусылар һәр ике заттан да етерлек. Нишләп һуң танышыу урыны булырлыҡ мәҙәниәт һарайы, кинотеатрҙар, клубтар, ахыр сиктә танышыу агентлыҡтары һәм ҡайҙа асһаң, шунда “тота” торған интернет (ә унда танышыу сайттарының иҫәбе-һаны юҡ) булған ҡалала яңғыҙлыҡ ҙур проблема? Әллә журналист булғанға, әллә яңғыҙ булғанға, әллә нәҡ яңғыҙ журналист булғанға? Миңә бик йыш ошо һорауҙы бирәләр. Яуабын ғына белмәйем. Ә белге килә…


Шуға күрә бер көн ҡағыҙ киҫәктәре менән сыбарланып бөткән бағанала “Димсе” тигән иғланға тап булғас, барып ҡарарға булдым. Димселек эшенә тотонған икән, тимәк, ул кеше проблеманы өйрәнгән. Бәлки минең һорауыма ла яуапты тапҡандыр. Ниәтемде әйткәс, таныш ҡыҙым күҙҙәрен ҙур асып: “Кит инде, кейәүгә сыҡмаған башың менән димсегә барыу килешмәй”, – тине. Һы-ы, ә кейәүгә сығып, ирең менән балаларың өйҙә ултырғанда димсегә йөрөү килешерме? Шулай тинем дә телефон номерын йыртып алып кеҫәгә һалдым. Ҡыш ине. Трубканы бер ханым алды. “Мин өйҙә ҡабул итәм, фәләнсә адрес буйынса кил, рәхим ит”, – тине. Ҡышын ҡараңғы тиҙ төшә. Эштән һуң таныш булмаған адрес буйынса ир эҙләп бар, имеш. Паспорт менән фотоны ла алырға ҡушты бит әле. Радио-телевидение көн-төн криминал күрһәтеп, өркөтөп бөтөргән күңелгә етә ҡалды. Хоҙай һаҡланғанды һаҡлармын тигән бит. Йүләрләнеп йөрөмәҫкә булдым. Яҙ еткәнен көттөм. Һәм бына етте ул мәл…

Теге ҡағыҙ киҫәгендәге телефон номеры буйынса йәнә шылтыратып “прием”ға яҙылдым да, “ бисмилла”мды әйтә-әйтә эштән һуң сығып киттем. Хәбәр ителгән адрес буйынса тейешле фатирҙы бик тиҙ таптым. Ишекте 35-40 йәштәге ханым асты.

- Килдеңме, бик яҡшы, – тине ул мөләйем йылмайып. – Беҙҙең подъезд алдында бер бомж ята. Ҡурҡып инмәй китерһеңме инде тип уйлағайным.

- Юҡ, – тип кенә ҡуйҙым мин. Урамдағы бомждан ҡурҡмайым да ул, һинән бер аҙ шөрләйем тип әйтеп булмай бит инде. Залға үтеү менән эске бүлмәләге тауышҡа ҡолаҡ һалдым: үҫмер ҡыҙҙар һөйләшә ине булһа кәрәк. Әллә ни ҡурҡыныс янамағанын аңлағас, еңел һулап, күрһәтелгән урынға барып ултырҙым.

Димсе ханым тәүҙә үҙенең эшләү ысулы тураһында бәйән итте.

- Мин был эшкә кисә уйлап, бөгөн тотонманым. Башта проблеманы тикшерҙем, өлкән быуындарҙың ғаилә төҙөү мәктәбен, был өлкәлә башҡа халыҡтар тәжрибәһен өйрәндем. Унан Өфөләге бер нисә танышыу бюроһында парын эҙләгән яңғыҙ кеше булараҡ анкета тултырып, уларҙың эшләү ысулдары менән таныштым. Унда барыһы ла ябай һәм еңел: аҡсаңды түләйһең, анкета тултыраһың, фотоңды ҡалдыраһың һәм вәссәләм. Ир-аттар шуны ҡарап, үҙеңде оҡшатһа, шылтырата. Юҡ икән – юҡ инде. Бер айҙан анкетаңдың ваҡыты сыға. Унан һуң йә тағы аҡса түләп оҙайтаһың, йә алып ташлайҙар. Был кеше менән теге кеше тура килә-килмәй тип ҡарап ултырыусы юҡ унда. Аҡса ғына килеп торһон. Мин һөнәрем буйынса психолог. Һәр клиент менән ултырып һөйләшәм. Әңгәмә барышында уның холҡон өйрәнәм, ниндәйерәк тормош иптәше эҙләүен асыҡлайым. Уның талаптарына тура килгән кешене тәҡдим итәм, йә көтөргә ҡушам. Анкеталарҙың ваҡытын сикләмәйем. Бәхетте график буйынса табып булмай.

Мине шөрләткән паспорт иһә минең ысындан да мин икәнлегемде асыҡлау өсөн кәрәк булып сыҡты. Изге ниәт менән булһа ла, кеше өсөн икенсе берәү анкета тултырып йөрөмәһен тип ҡарай икән ул уны.

- Ғаилә ҡорорға, үҙ парын табырға етди ниәте бар икән, кеше үҙе килә. Уның өсөн кемдеңдер борсолоп йөрөүе генә аҙ. Етмәһә, мин ул кешенең ниндәйерәк икәнен нисек беләм һәм башҡаларға нисек тәҡдим итәм?

Быныһы аңлашылды. Хәҙер сират миңә етте. Үҙем тураһында һөйләргә тейеш инем. Эш эҙләгәндә резюме тултыраһың ул, уныһы әллә ни ҡыйын түгел. Үҙеңде иң оҫта, иң белемле, иң тәжрибәле белгес итеп күрһәтергә тырышаһың. Ә димсегә ни һөйләргә икән һуң? Ҡатын-ҡыҙ бәхете ирҙән, тиҙәр. Уйлап ҡараһаң, минең тормошомда иң матур, дөрөҫ, теүәл, яҡшы яҙылған анкета ошо булырға тейеш булып сыға. Ә мин ике һөйләм менән ҡалала йәшәүсе ауыл ҡыҙы икәнемде, вуз дипломы һәм яратҡан эшем барлығын әйттем дә туҡтап ҡалдым. Димсе ханым моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. Унан ҡаршыма ике папка килтереп һалды. Береһе Толстой яҙған романдар ҡалынлығында, икенсеһе эшкинмәгән хужабикәнең уңмаған табикмәге самалы ғына. Тәүгеһе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы икәнен аңлар өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй. Һуңғы йәниҫәп буйынса Рәсәйҙә 10 млн. ҡатын-ҡыҙ ирһеҙ булып сыҡҡан бит. Йыраҡтан эҙләйһе түгел. Беҙҙең дөйөм ятаҡтың бер ҡатында 35 бүлмә бар. Шуның 12-һендә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Ҡайһы бер бүлмәлә икешәр ҙә әле. Хәйер, быларҙы әйтеп димсене аптыратып буламы ни инде?

- Беләм, – тине ул проблеманың төбөнә төшөп китеп. – “Махабхарата”ны уҡығаның юҡмы икән? Ана шуның бер бүлегендә улдары булмаған бер батша тураһында һүҙ бара. Бала һорап бик ныҡ ялбарғас, Хоҙай уға ҡыҙ бүләк иткән. Савитри исемле булған ул. Йәше етһә лә, һоратып килеүсе булмағас, үҙеңә ир тап тип, ялсыларын, хеҙмәтселәрен эйәртеп, батша ҡыҙын халыҡҡа сығарып ебәргән. Һәм ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алырға теләгән ир-егеттәр бәйгелә ҡатнашып, үҙен күрһәтергә тейеш була. Кем еңә, шул өйләнә. Күп халыҡта йәрәштереү йолаһы ла йәшәй. Береһендә – ҡыҙ, икенсеһендә малай тыуған ғаилә башлыҡтары үҙ-ара килешеп ҡуя ла, йәштәре еткәс, балаларын өйләндерә. Бәйге лә, йәрәштереү йолаһы ла беҙҙең халыҡта булған. Тик ни эшләптер уларҙы һаҡламағанбыҙ. Хәҙер ата-әсәләр балаларын башлы-күҙле итеү бурысын үҙ өҫтәренән төшөрҙө. Батша кеүек “үҙең эҙлә”тип сығарып ебәрәләр.

Булған шул ундай йола, тик үҫкәс, йәштәр бер-береһен яратасаҡ тип кем әйткән әле? Бөгөн миңә: “Ҡыҙым, һин тыуғас, шул-шул кешегә бирәбеҙ тип килешеп ҡуйғайнык, әҙерлән”, – тиһәләр, ауыҙ йырып һөйөнөп ултырасаҡмынмы? Ә кеше хоҡуҡтары? Ә һайлау иреге?

- Беләһеңме, мөхәббәт ул шундай нәмә: бөгөн – бар, иртәгә – юҡ. Уны таныу еңел түгел был заманда. Хәйер, был заманда ғына түгел, бар осорҙа ла шулай булған. Унан никах – ул мөхәббәтте һынау ысулы түгел бит. Ғаилә иң беренсе сиратта нәҫелде дауам итеү өсөн төҙөлә. Бының өсөн ирҙең дә, ҡатындың да һау-сәләмәт булыуы кәрәк. Ҡан ҡушылыуҙар, ғәрип балалар берәүгә лә кәрәкмәй. Шуға күрә нәҫел-ырыуҙарын тикшергәндәр. Аҡылһыҙ булмаған инде ул беҙҙең ата-бабалар. Һәр йоланың үҙ маҡсаты, мәғәнәһе булған. Элек кейәүгә ҡыҙҙар илап киткән. Ү-ү-ү-леп яратҡан кешеһенә үҙенең ҙу-у-ур теләге буйынса сыҡһа ла үтәлгән был йола. Сөнки алда ниҙәр көткәнен белмәгән. Ә күҙ йәштәре ғаилә тормошондағы насарлыҡтарҙы ала тип һаналған. Һиндостанда бөгөн дә туй алдынан сеңләү йолаһы башҡарыла. Рустарҙа ҡапҡанан сыҡҡанда бойҙай һибеү бар. Ҡыҙ шул бер ус бойҙайҙы һипте икән, тимәк артҡа юл ябыҡ. Ул был ғаилә ағзаһы булыуҙан туҡтай. Ә беҙҙең өсөн туй – ул аҡ күлдәк тә фата һәм биҙәлгән машина. Шуға күрә йәштәр ғаилә төшөнсәһен дөрөҫ аңламай хәҙер. Яңғыҙ тормоштарына сик ҡуйып тормай ғына парлы тормош башлайҙар ҙа, һәр ҡайһыһы үҙ туҡһанын туҡһан итергә тотона. Һинең теләүең генә аҙ, “ғаилә” ағзаларының төркөмөнөң теләге менән дә иҫәпләшергә тура килгәнен аңламайҙар. Өйләнешкәс тә коллектив булып йәшәргә түгел, үҙҙәре булып ҡалырға тырышалар. Никахтар тарҡалыу драмаһы ана шул кешеләрҙең бөгөн коллектив дәрәжәһендә йәшәй белмәүенән килә. Ғаилә ҡора алмау ҙа шуға бәйле. Бөгөн йәштәрҙе ғаилә булып йәшәргә өйрәткән тәрбиә юҡ.

Улайһа минең яңғыҙлығымда атай-әсәйем һәм күрешкән һайын “ҡасан кейәүгә сығаһың” тип үҙәгемә үткән туғандарым ғәйепле булып сыға. Ә мин дөрөҫ бирелмәгән тәрбиә ҡорбаны ғына?..

- Әлбиттә, беренсе сиратта яуаплылыҡ ата-әсәләрҙә ята. Бөгөнгө ҡыҙҙар үҙ тормошона буласаҡ ирен саҡыра белмәй. Ни өсөн? Әлеге лә баяғы өйрәтеүсе булмаған. Элек бит ҡыҙҙарҙы бала саҡтан кейәүгә сығырға әҙерләгәндәр. Уҡы, вузға инәһең, диплом алаһың, яҡшыраҡ эшкә урынлашаһың бар тип тылҡып үҫтермәгәндәр уларҙы. Бөтә талап – кейәүгә сығыу һәм бала табыу булған. Шуны аңына һеңдергәндәр. Бөгөн ҡыҙҙарҙы “мөмкинлегең бар, тырыш”, тип аспирантураларҙа уҡыталар. Ә буласаҡ иренә кәрәкме уның аспирантура бөтөүе?

Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙҙарҙа ла бар ғәйеп. Пар эҙләү – ул ниндәйҙер дәрәжәлә үҙеңде рекламалау тигән һүҙ. Ә кеше үҙен ситтән күрмәй, шуға ла объектив баһа бирә алмай. Бына мин, минең исемем, белемем, эшем, йәшәр ерем бар. Тимәк, минең статусым бар. Һәм ирем шул статусҡа ярарға тейеш. Миңә ир кәрәк. Тик аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – Президент кәрәк. Бөгөн ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында артыҡ юғары фекерҙә. Улар яндарында кемде күрергә теләүҙәрен дә аңламай. Күҙ алдына ла килтермәй. Хәйер, ҡайһы бер ваҡыт улар хыялдарында шундай образдар тыуҙырып ҡуя. Хатта саҡ ҡына “Сумерки”ҙағы вампир кәрәк тимәйҙәр. Донъяла юҡ ундай ир-аттар! Әммә ҡыҙҙар рус әкиәтендәге кеүек һарайҙың иң юғары ҡатына менеп ултыра ла, тәҙрәнән күҙәтеп көтә башлай. Ә егеттәр һикереп-һикереп ҡарап та буйҙары етмәгәс, ҡул һелтәргә мәжбүр була. Көслө заттың “зәңгәрләнеүе” ҡайҙан килә тип беләһегеҙ? Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре үк уларҙы шуға этәрә бит.

Ҡалаға уҡырға китеп, шунда эшкә ҡалғас, ауыл егеттәренең шешәгә үрелеүендә һәм эскеселек һаҙына сумыуында ғәйепле булып сыҡтым. Инде хәҙер килеп ир-аттарҙың “зәңгәрләнеү” сәбәбе лә ҡыҙҙарҙамы? Юҡ инде, иптәштәр, был ғәйепте лә үҙ өҫтөмә алмайым. Ә ниңә һуң ул егет тигәндәре “һикереп-һикереп” кенә ҡарарға тейеш әле? Ниңә стена буйлап үрмәләмәй, тырышмай? Ниңә улар уҡымай, диплом алмай? Ризаһыҙлығымды белдереп, сәсрәп сыҡтым. Ләкин димсе-психологтың быға ла яуабы әҙер.

- Бында хикмәт фекерләү төрлөлөгөндә. Ирҙәр менән ҡатындар икеһе ике планетанан тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙәктән ҡуҙғалған һәм түңәрәк буйынса йәйелгән тулҡын рәүешле уйлай. Ә ирҙәр эҙмә-эҙлекле, тура һыҙыҡ буйынса. Ул һыҙыҡты һыҙыр өсөн ике нөктәнән һуң өсөнсөһөн билдәләргә кәрәк. Ә беҙ әле һынылыш осоронда йәшәйбеҙ. Тормош борола һәм һыҙыҡ нөктәгә тура килмәй үтеп китә. Юл боролғанда алда ни булыры күренмәй бит. Әлеге осорҙа ҡатын-ҡыҙ еңелерәк яраҡлаша һәм уның энергетикаһы активлаша. “Инь” менән “янь” алышынған мәл был. Шуға күрә бөгөнгө хәл айырым шәхестәрҙең проблемаһы ғына түгел. Ул беҙҙең осорҙоң проблемаһы. Ә бына шул дәүергә яраҡлаша алыу инде һәр кешенең үҙенән тора. Ир-егеттәргә ярҙам итергә, терәк булырға, көс бирергә кәрәк, тормош ритмына эйәреү мөһим.

Бына бит! Әйләнеп йөрөй торғас, тағы шуға килеп төртөлдөк. Юғары белемһеҙ булмай бөгөн. Заман талабынан сығып ҡарағанда, терәк булыу – дипломлы булыу тигән һүҙ. Бер ир яңғыҙы ипотека түләй алмаясаҡ. “Эх, ваҡытында уҡыған булһаң, һинең эш хаҡын ашарға тотонор инек исмаһам” тиһә? Йә киреһенсә, үҙе күп аҡса эшләй алмаһа?

– Миңә 50 йәшлек косметолог килде. Үҙ-үҙен ҡарай, сибәр. Минең картотекала бер ир бар. Йәше буйынса тура килә. Ҡатыны менән күптән айырылған, ике бала үҫтергән, фатиры бар. Үҙе оҫта. Тик юғары белеме юҡ. Шуның арҡаһында ғына ҡатын икеләнеп ҡалды. Ә бит ғүмере үтеп бара…

36 йәшлек ҡыҙ килде. Медицина университетын тамамлаған, эшләп йөрөй. Әсәһе ҡыҙын маҡтап ултыра: ҡиммәтле косметика менән генә ҡуллана, ти. Ҡыҙ үҙе: “Хеҙмәт хаҡы алғас (7-8 мең) “Л¢Этуаль” кибетенә бер инеп сыҡҡан инем, ҡараһам, аҡсам ҡалмаған”, – тип һөйләй. Унан һуң 33 йәшлек егет килде. Шул ҡыҙҙың анкетаһын күрһәтәм. Өс йәшкә ҙур булыуы әллә ни ҡурҡыныс түгел, тим. Ул минең менән килешә. Тик: “Уға әле 36 йәш, тиҙ генә ауырға уҙа аламы-юҡмы, билдәһеҙ, бер йылдан 37 тула. Ә миңә бала кәрәк”, – ти. Фотоһы ла булмаған 25 йәшлек икенсе ҡыҙҙың телефонын һорап алды. Уға һинең косметикаңдың сифаты түгел, биҙәнгестәрең бөтөнләй кәрәкмәй бит ул. Димломын да һораманы. Ана, икешәр вуз тамамлағандар менән папка тулы. Барыһында ла юғары белем. Шунан? Бәхетле ғаилә ҡороуҙа диплом хәл иткес роль уйнамай!

Бөгөнгө заманда ҡулынан эш килгән ир кәрәклеген, ялған белемле аҡ яғалар менән бутҡа бешереп булмағанын нисек аңлатырға икән һуң һеҙгә???

Димсе ханым һөйләүенән туҡтап, картотекаһына тағы бер дипломлы ҡыҙ артыуына эсе бошҡанға башын сайҡай-сайҡай, ир-егеттәр папкаһын аҡтара башланы. Тик унда минең талаптарға тура килгән кеше юҡ ине. Әллә нисек уңайһыҙ булып китте. Аңламайым түгел, аңлап торам да инде мин ул әйткәндәрҙе. Бары тик ирҙе арттан эйәртеп, танк урынына һөрөп алға барыу урынына уның артынан эйәрге килә. Ышанғы, ышыҡланғы, таянғы…

- Ғаиләлә кемдер нигеҙ-терәк булырға тейеш. Ир ҙә була ала ул, ҡатын-ҡыҙ ҙа – уныһы мөһим түгел. Темпераменттан тора. Нәҡ ҡатын-ҡыҙ усаҡ утын һаҡлап ултырыусы тигән һүҙ юҡ бөгөн. Ул белемле, хәрәкәтсән, ҡыйыу. Ирҙәр, киреһенсә, ҡыйыуһыҙлана, һүлпәнәйә бара. Ләкин ҡатын-ҡыҙ ниҙер эшләр өсөн барыбер нигеҙ-терәк барлығын белергә тейеш. Кемдер уны һаҡлай, яҡлай тигән мәғәнәлә түгел. Ҡайһы ваҡыт яныңда кемдер барлығын белеү ҙә етә. Ул ир диванда телевизор ҡарап, бер ни эшләмәй ятһын. Әммә ул бар. Һәм ҡатын-ҡыҙ уның барлығын белә. Илья Муромец 33 йыл мейес башында ятҡан. Әммә кәрәк булғас, торған да барыһын да һелкеп һалған. Гүзәл затҡа ныҡ ауырға тура килһә, ир ҙә тороп баҫасаҡ. Бәлки уның шулай ятыуы ҡатындың асыуына ла тейәлер, әммә шул уҡ ваҡытта ул уны юғалтырға теләмәй. Сөнки аңлай – ул уның терәге. Урта быуаттарҙа шулай ҡатын-ҡыҙҙарҙы йортта терәк итеп тотҡандар.

Ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙар менән урындарын алышҡас, ысынлап та эре-эре аҙымдар менән матриархатҡа табан китеп барабыҙ буламы ни инде был? Күҙемдә өмөтһөҙ ҡәнәғәтһеҙлек сағылғандыр, күрәһең, димсе ханым йәнә йылмайып ҡуйҙы.

- Башҡорт, татар һәм рус ҡатын-ҡыҙҙары бер-береһенән нимәһе менән айырыла, беләһеңме? Күсмә тормош менән йәшәгән башҡорт халҡының ҡатын-ҡыҙҙары сигеү сигеп кенә ултырмаған, кәрәк икән атҡа ла менгән, ҡылыс та тотҡан. Өҫтәүенә, яу килгәндә, мин көсһөҙ зат тип торорға ваҡыты булмаған уның. Татарҙарҙа ярымкүсмә тормош үҙ эҙен ҡалдырған. Татар ҡатын-ҡыҙына һуғышыу әллә ни кәрәкмәгән. Шуға күрә уның менән килешеп була әле. Бәхәсләшеп еңеүе ауыр, әммә тырышып ҡарарға мөмкин. Ә күсмә тормоштоң ни икәнлеген дә белмәгән рус ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыт иркә зат булып йәшәгән. Ирҙәрҙе йәлләй улар. Ә башҡорт ҡатындарының ҡанында ундай нәмә юҡ. Татарҙарҙа белмәйем, бәлки бер аҙ барҙыр. Бына шул рустарға ғына түгел, хәҙер инде Рәсәй ҡатындарына хас була башлаған сифат бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә ҡаршы баҫты. Сөнки ул мөхәббәт менән йәлләүҙе бутай башланы. Бына гөлдө алайыҡ: иртән һыу һип, көндөҙ һип, кис һип. Ул нимә эшләй? Ҡоромай, әлбиттә. Ләкин ул серей. Сама белеү мөһим. Йәлләү менән яратыуҙы бутамаҫҡа кәрәк.

Ә көс һәм көсһөҙлөк – былар үҙҙәре айырым бер тема. Ҡыҙҙар киләләр ҙә “мин рухи яҡтан көслө, ирем минән дә көслөрәк булһын” тиҙәр. Нимәгә уға тағы ла көслөрәк кеше? Уны яҡлап тораһы юҡ, ул үҙе кемде теләй яҡлай ала. Кешеләр бит яҡшы йәки яманға бүленмәй. Бары тик берәүҙә холоҡтоң бер яғы үҫеш алған, икенсеһендә – икенсе. Пар булған кешеләр бер-береһен тулыландырырға тейеш. Һәм шундайҙы эҙләргә кәрәк.

Шулай уҡ ҡыҙҙар ғына һайланамы икән ни һуң?

- Юҡ, ирҙәр араһында ла бар ундайҙар. Һуңғы ваҡытта бер аҙ артҡа сигенде шикелле, тик бер мәлде корпоратив кисәләр модаға инеп киткәйне. Бик күптәрҙе боҙҙо ул күренеш. Шундай кисәләрҙә күп йөрөгән бер ир килде. Ул инде ҡатын-ҡыҙға кеше итеп тә ҡарамай. Йәне, күңеле бар икәнен уйламай ҙа, аңламай ҙа. Хирург һымаҡ уның кәүҙәһен, аяғы менән күкрәктәрен, фигураһын ғына күрә. Күптән түгел берәү шылтыратып, ерән сәсле ҡыҙ менән танышҡыһы килеүен әйтте. Үҙе татар милләтенән. Татарҙар араһында ерән сәслене табыуы ауыр булыр, тинем. Миңә рус булһа ла ярай, сәсе генә ерән булһын, ти. Ғаилә тормошо өсөн сәстең төҫө мөһимме инде?

Бөгөн парһыҙҙар һаны артыуҙа ҡыҙҙарҙы ғына ғәйепләмәйем мин. Бары тик әле һинең менән һөйләшәм, һинең проблемаңды хәл итергә тырышам…

Ниһайәт, килеп инеүемә 2 сәғәт тигәндә, һөйләшеүҙең осо күренде. Алдан әйтелгән сумманы түләнем дә, анкета һәм фотоларымды димсенең ҡулына тоттороп ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Ул миңә пар булырлыҡ кандидатура килеп сығыу менән шылтыратырға һүҙ биреп оҙатып ҡалды. Арытҡан ине. Әлбиттә, кейәүгә сығырға кәрәклеге хаҡында аҡыл һатыуҙарҙы атай-әсәйҙәр, туғандар, хеҙмәттәштәр, таныштарҙан ғына түгел, автобустағы осраҡлы кешеләрҙән дә тыңларға тура килгәне булды.

P.S. Һорауға яуап таптым. Хатта эҙләгәндән күберәкте лә аңлағандай булдым. Ләкин шулай ҙа мәҡәлә яҙылып бөткәс, димсе папкаһындағы фотоларымды кире барып алдым. “Барам тип кенә барып булмай, ҡалам тип кенә ҡалып булмай. Никахтың үҙ сәғәте уның, балам”, – тигәйне бер апай. Мин уға нығыраҡ ышанам.

АЙЗИРӘК.

Читайте нас: