Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
4 Март 2019, 17:51

Әсә мөхәббәте лә һуҡыр була...

Әсәһен ерләп ҡайтҡан ике ир өйҙөң ҡап уртаһына етәрәк бер аҙға туҡтап ҡалды. Һуңынан һәр кем үҙ карауатына ауҙы. Уларҙың икеһенең дә уйы бер тирәлә өйрөлдө, бер төйөнгә төйнәлде. “Бына хәҙер әсәй ҙә юҡ. Артабан нисек йәшәргә? Күҙен йомғансы, “Ҡарағыҙ аны, мин үлде тип, теләһә кемде өйгә алып ҡайтып ҡуймағыҙ”, – тип ятты.

Әсәһен ерләп ҡайтҡан ике ир өйҙөң ҡап уртаһына етәрәк бер аҙға туҡтап ҡалды. Һуңынан һәр кем үҙ карауатына ауҙы. Уларҙың икеһенең дә уйы бер тирәлә өйрөлдө, бер төйөнгә төйнәлде. “Бына хәҙер әсәй ҙә юҡ. Артабан нисек йәшәргә? Күҙен йомғансы, “Ҡарағыҙ аны, мин үлде тип, теләһә кемде өйгә алып ҡайтып ҡуймағыҙ”, – тип ятты. Йәше илленән уҙған ирҙәргә йүнле ҡатын ҡараймы һуң инде?..”


Эйе, ауылдарҙа буйҙаҡ ир-егеттәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Был егеттәрҙең эскелеккә һабышыуына, донъя көтөргә теләмәүенә генә бәйлеме икән? Районыбыҙҙағы буйҙаҡтарҙың тормошо менән танышыу минең өсөн әлеге мәсьәләне бөтөнләй икенсе яҡтан асты, күп күренештәргә ҡарашымды үҙгәртте. Баҡтиһәң, ғаиләлә алған тәрбиә лә ир-аттарҙы яңғыҙлыҡ һаҙына этәрә икән.

Улымды бәхетле итәм, тип...

Был ғаиләлә һәр саҡ әсәй хужа. Малайҙар аталарының тауыш күтәргәнен түгел, һөйләшеүен дә һирәк ишетә. Уның ҡарауы әсәләре иртә таңдан йоҡлап киткәнсе радио кеүек тыҡылдай ҙа тыҡылдай. Ә тормош иптәшен ялсы урынына күрә. Егеттәр әрмегә барып ҡайтҡас, ауылда төпләнә. Уҡырға инеү, ҡалаға күсеү хаҡында һүҙ сыҡһа, әсәләре: “Ана, беҙ үлгәс, теләһә нәмә эшләрһегеҙ!” – тип яуаплар булған. Егеттәрҙең дуҫлашҡан, унан өйләнергә теләгән ҡыҙҙары ла әсә тарафынан “юҡҡа” сығарыла. Шулай ҙа, кесе улдарына берәүҙе әйттереп, никах уҡыталар. Инде икеһе лә утыҙға еткән улы менән киленен әсә бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Килене ҡәйнәһенең бер туҡтауһыҙ һөйләнеүенә, мыжыуына, хатта әрләүенә түҙеп йәшәһә лә, уның төн уртаһында йоҡо бүлмәһенә килеп инеүен ғәфү итә алмай, ҡайтып китә. Ире артынан килгәс, “айырым йәшәһәк кенә” тигән шарт ҡуя. Тик әсәһе улын был никахҡа нөктә ҡуйырға мәжбүр итә. Шуға күрә хәҙер яңғыҙ йәшәгән ағалы-ҡустылының өйләнеүҙән ҡурҡыуына, ваҡыты-ваҡыты менән эсеп алыуына ғәжәпләнәһе түгел.

***

Сираттағы ҡарт буйҙаҡтар яҙмышы тарихының бәхетле тамамланыуы күңелдә шатлыҡ ҡына түгел, моңһоу уйҙар ҙа уята. Өс ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләгән был ғаиләлә лә әсә диктаты хөкөм һөрә. Үҙҙәрен көндәшеләй күреп һыйҙырмаған әсәләренән ҡасып, ҡыҙҙар бик иртә кейәүгә сыға. Һәм хәҙер уларҙың барыһы ла бәхетле ғүмер кисерә. Уның ҡарауы улдарына өйләнеү өсөн әсәләренең үлемен көтөргә тура килә. Сөнки ҡатын улдары һайлаған ҡыҙҙарҙың барыһын да кире ҡаға, балаларының “өйләнәм” тигән һүҙен ишетеү менән “ауырыуға һабыша”. Әсәләре вафат булғас, иң тәүҙә 43 йәшлек улы өйләнә. Хәҙер ул ике бала атаһы. Унан бер-бер артлы 46 һәм 39 йәштәрҙе малайҙары донъя ҡора. Ҡарт ата балаларына ҡатынды үҙе димләп алып бирә. Инде һикһәндән уҙған, әбейе вафат булғас шәбәйеп китеп, балаларын башлы-күҙле итеп ташлаған ҡарттың үҙенә лә күрше-күләне: “Әбей алып ебәр, ҡараулы булырһың”, – тип кәңәш иткәс, “Юҡ инде, ғүмерем буйы әбей батша менән йәшәп, ун ҡатын алыштырғандай булдым. Тыныслыҡта үлгем килә”, – тип кенә яуаплаған, имеш.

Терһәкте тешләп булмай шул...

Икеһе ике диндә тәрбиәләнгән ир менән ҡатындың мөхәббәте йыш ҡына ҡаршылыҡтарҙы күтәрә алмау сәбәпле никахтары тарҡала. Балалары ла күпселек осраҡта милләтһеҙ, рухһыҙ маңҡорт булып үҫә. Әммә арабыҙҙа башҡорт егеттәрен яратып, кейәүгә сығып, туғандарын үҙ күреп йәшәгән, балаһын башҡорт итеп тәрбиәләгән икенсе милләт ҡыҙҙары ла бар бит. Бер әсә заманында утыҙ йәшкә еткән улының мәрйәгә өйләнеүенә ҡырҡа ҡаршы төшә. Ҡыҙҙың егет йортона килеп башҡорт телен белеүен, буласаҡ балаларын да башҡорт милләтле итеп үҫтерәсәге тураһында әйтеүе лә әсә күңелен йомшарта алмай. Был хәл-ваҡиғанан һуң ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Иллене ваҡлай башлаған ир һаман да өйләнмәгән. Ә әсәһе: “Ниңә шул саҡта ҡаршы төштөм икән? Ҡыҙ үҙе лә килеп мөлдөрәп ҡарап илап торҙо. Бәлки, уға ышанырға кәрәк булғандыр. Әллә шул ҡыҙҙың күҙ йәштәре төштө, улым һаман өйләнә алмай”, – тип ғазаплана.
Эйе, һәр әсәгә үҙ балаһы ғәзиз. Уларҙың: “Улымды бигерәк йәлләйем. Ҡыҙҙар кеүек бит ул. Ә хәҙерге ҡыҙҙарҙы ҡараһаң, сәсең үрә торор — бигерәк ямандар”, – тип тыҡыуы егеттәрҙең үҙ-үҙенә ышанысын юҡҡа сығара, йыуашҡа әүерелдерә. Унан ни өсөн малайҙар “ҡыҙҙар кеүек” булырға тейеш? Ир затынан икән, ошо исемгә тап төшөрмәҫтәй булып тәрбиәләнһен ул. Ғөмүмән, беҙгә “ҡыҙ кеүек малайҙар”, "малай кеүек ҡыҙҙар” үҫтереүҙең ыңғай күренеш түгел икәнлеген аңларға ваҡыттыр.
Йәнә ҡабатлайым: әсәһе тарафынан баҫылып үҫкән малайҙарға киләсәктә кәләш алыуы бик ауыр. Шуға күрә йылдан-йыл буйҙаҡтар арта ғына. Ҡайһы бер әсәйҙәр улдары кәләш алыу менән киленен ялсы кеүек йүгертә башлай. Эштән ҡайтҡан улына “кәләшең йоҡлап тик ята”, “ашарға бешерә белмәй”, “иҙәнде насар йыуа”, “һалманы ултырып ҡырҡа” һ.б. ошаҡ һүҙҙәре яуҙыра башлай. Һөҙөмтәлә, йәш пар талаша, ирешә, хатта һуғыша башлай. Ахыр сиктә никах тарҡала. Ә йәш ир әсәһенән ҡурҡып, уның әр-битәренән биҙрәп бер ҡасан да өйләнмәй. Ниндәй әсә улының ҡартлыҡта яңғыҙ ҡалыуын теләһен? Балаһын сама белмәй яратыуы, һуҡыр мөхәббәт этәрәлер уны ошондай аҙымға.
Шулай уҡ күп кенә әсәләрҙең иллегә етеп барған улдарының кейәүгә сығып айырылған, балаһы булған ҡатындарҙы алыуына ҡаршы килеүе лә ғәжәпләндерә. Етем ҡыуанһа, бар ер йөҙөнә нур йүгерә, тиҙәр. Әгәр улығыҙ ата наҙына һыуһаған баланың яҡын кешеһенә әүерелә икән, бының ниндәй насарлығы бар? Тормошта төрлө хәлдәр була, бәлки, улығыҙҙы нәҡ ошо ҡатын ғына бәхетле итә алыр...

Онотолмай тәүге мөхәббәт

Ҡарт буйҙаҡтар араһында тәүге мөхәббәтен онота алмай өйләнмәй йөрөгәндәр ҙә бихисап икән. “Беҙҙең мәктәптән һуң бер-беребеҙҙән айырыла алмай ҡапҡа төбөндә тороуыбыҙҙы күреп ауылдаштар эй көлә торғайны. Унан хис-тойғоларыбыҙҙың көслөлөгөн аңланылар. Киләсәккә шундай ҙур хыялдар менән йәшәнек. Тик ул мине әрменән көтмәй, икенсегә кейәүгә сыҡты. Һуңынан һөйгәнемде ниндәйҙер мәжлестә юрамал артыҡ һыйлап, икенсегә ҡушҡандарын белдем. Бер түгел ике кешенең тормошон селпәрәмә килтереү кемгә кәрәк булды икән? Сөнки уның да һаман мине яратыуын беләм, тоям. Уны күрер өсөн урамды әллә нисә әйләнеп сыҡҡан саҡтар ҙа була. Йыш ҡына машинаға ултыртып алып китергә лә барырғамы икән әллә, тигән дыуамал уйҙар ҙа килә. Шулай һаман да нимәгәлер өмөт итәм, көтәм. Хыялый әҙәм шикелле уның балаларында үҙемдең һыҙаттарымды эҙләйем. Шуға күрә өйләнә алмайымдыр. Бер кешене яратып, икенсегә өйләнеп, уны ла, үҙемде лә бәхетһеҙ иткем килмәй”, – тине 39 йәшлек ир.
Эйе, беҙ ниңәлер ир-егеттәр хис-тойғоға бирелеп бармай, һалҡын аҡыл менән эш итә, тигән фекерҙәбеҙ. Ә бит ҡайһы бер осраҡта ҡатын-ҡыҙ күпкә рәхимһеҙерәк булып сыға. Әҙме ни көслө рухлы, имәндәй ир-егеттәрҙе ҡан илатҡан гүзәл заттар? Ошо хаҡта буйҙаҡлыҡҡа килтергән йәнә бер күңел фажиғәһе.

“Ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмайым!..”

“Уның менән институтта уҡып йөрөгәндә таныштыҡ. Иҫ киткес һылыу булмаһа ла, матур итеп көлөүе, шаянлығы менән егеттәрҙе ылыҡтыра ине. Үҙемдән өс йәшкә өлкән булһа ла, мин дә уның көләслек ауына эләктем. Ғөмүмән, был ҡыҙҙы ятаҡҡа оҙатып ҡуйыу һәр кем өсөн оло бәхет. Ләкин ҡыҙ көн һайын оҙатыусыһы итеп төрлө егетте һайланы. Ул саҡта көнләшеп аҡылдан шашыр хәлгә етә инем. Хәҙер генә уның беҙҙе мыҫҡыл итеүенән ҡәнәғәтләнеү кисергәнен аңлайым. Эргәһендә шул тиклем егеттәр өйөрөлә икән, тимәк, шәп, буй етмәҫлек ҡыҙ тип, күмәкләшеп алданып тик йөрөгәнбеҙ. Ул һәр кемгә “донъяла минең өсөн тик һин генә бар” тигән ҡарашын бүләк иткән. Һуңынан бергә эшләй башлағас та, ғаиләле ир-егеттәр ҙә уның янында уралды. Бер көн шулай эсеп алып ҡыйыуланып, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаным быға. Ул да мине яратыуын белдергәс, бәхетемдән аҡылдан шаша яҙҙым. Тик әлегә өйләнешергә иртәрәк, тине ул. Минең һәр көнөм “ваҡыт етеүен” көтөү менән үтте. Ул минең эш хаҡымды алды, ҡиммәтле бүләктәр талап итте. Барыһын да үтәнем, тик кәләшле генә була алманым. Аҙаҡтан: “Һин бит — сепрәк, бушаҡһың. Ундайҙарҙы ҡатын-ҡыҙ яратмай ул”, – тип белдерҙе. Ошо мөхәббәт тарихынан һуң ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмайым. Уларҙың, бәлки, барыһы ла байлыҡ көҫәп алдашып йәшәмәйҙер, әммә күбеһенең шундай икәнлегенә инандым. Ғөмүмән, өйләнеүҙең кәрәге бармы? Минең бер дуҫым ҡатыны янына йоҡо бүлмәһенә эш хаҡы алған көндө генә инә ала. Икенсеһе кәләшенең ҡәйнәһе менән бергәләшеп талауына түҙә алмай айырылышҡайны, бар мөлкәтенән яҙҙы. Етмәһә, балаһын күреү өсөн алименттан тыш өҫтәп аҡса түләргә мәжбүр. Шундайҙар менән сағыштырғанда мин үҙемде күпкә бәхетлерәк тоям”.

***

“Һаҡмар” гәзите (Баймаҡ районы) башлаған “Буйҙаҡтар, танышайыҡ, ҡауышайыҡ!” тигән акцияны һәр кем хәтерләйҙер. Ундай сараларға хатта психологтар ҙа йәлеп ителгәйне. Бер ауылдың ултырған ҡыҙҙарын икенсе ауылдың буйҙаҡ егеттәре менән таныштырыу ойошторолдо. Барыһы ла уйланылған кеүек ине. Әммә ҡауышҡан парҙар һирәк булды. Ошоноң сәбәбен эҙләп, буйҙаҡтар өсөн “Димсе клубын” ойошторорға кәрәк икәнлеген аңланым. Сөнки клубтарҙа, мәҙәниәт йорттарында үткәрелгән сараларҙа йүргәктән йыуаш, етмәһә тормош тарафынан күп тапҡыр ҡағылып-һуғылған ир-егеттәр асыла алмай. Буйҙаҡтарҙан ошондай таныштырыу юлы тураһында фекерен һорағас: “Бындай сараларҙың тамашасылары ла күп була. Ниндәйҙер ҡыҙҙы оҡшатып, уның менән танышырға маташыуыңды бөтә мир беләсәк. Күңел асыу сараһы кеүек үткәрелһен ундай кисәләр. Бәлки, кемдеңдер танышырға йөрәге лә етер. Шулай ҙа районыбыҙҙың яңғыҙ ҡыҙҙары һәм ир-егеттәре тураһында мәғлүмәт алыу хеҙмәте булдырылһа, беҙгә парыбыҙҙы табыу күпкә еңелерәк булыр ине”, – тигән яуап алдым.
Белемле, аҡыллы, һылыу ҡыҙҙарҙың яңғыҙ йөрөгәнен күреп, буйҙаҡ егеттәргә асыу ҙа килеп китә. Әммә һылыуҡайҙарҙың фатир, машина, юғары эш хаҡы талап итеүе лә ир затын күңел төшөнкөлөгөнә, хатта шешә төбөнә лә төшөрә бит. Беҙҙең егеттәргә хуплау, иркәләү һүҙҙәренән ҡанат ҡуйып ебәрһәң, әллә ниндәй үрҙәр яулай алыуҙарын аңлап еткермәйбеҙ шул. Ғорур, һауалы булып ҡалабыҙ, “үҙемдең дә хәлемдән килә” тип барлыҡ донъя мәшәҡәтен үҙ иңебеҙгә алабыҙ.
Бер егеттең: “Ултырған ҡыҙҙарҙың, беҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ тип, үҙ-үҙен ҡарамауы, әрпеш булыуы уларға ытырғаныу тойғоһо уята. Һуңынан үҙҙәре үк: “Һеҙгә тәтәй, ҡурсаҡ ҡыҙҙар ғына кәрәк”, – тип үпкәләй бит әле. Әлбиттә, күңел матурлығы мөһим. Әммә кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар тигәнде лә иҫтәренән сығармаһындар ине ”, – тиеүе лә ҡыҙҙарҙы уйға һалһын ине.
Яңы йылға аяҡ баҫҡанда ошоға саҡлы үҙ йәрҙәрен таба алмағандарҙың бәхетле ғаилә усағы тоҡандырыуын теләйем. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһын парлап йәшәр өсөн яратҡан. Яныңда һине ярты һүҙҙән аңлаған хәләлең булыуына шатланып, үҙ сабыйыңдың йылыһын, наҙын тойоп йәшәүгә ни етә? Ошондай бәхеттән мәхрүм булып йәшәмәгеҙ, буйҙаҡтар!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Читайте нас: