Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
19 Март 2019, 05:02

Йондоҙҙар балҡышы ни хаҡҡа төшә?

Хаҡлы булған Маяковский. Ярата кешеләр йондоҙҙарҙы. Бар донъяларын онотоп, һуштары китеп күҙәтәләр. Төнгө клубтарҙа, корпоратив кисәләрҙә, банкет-мәжлестәрҙә… Беҙҙә генә түгел, бөтөн донъяла иң күңелле шөғөлдөр был. Бар яҡлап та үрнәк күрһәтергә яратыусы Америкала “халыҡ араһына сығыусы” йондоҙҙарға атама ла тапҡандар – Celebrities тип атала икән ундайҙар.

“Ведь, если звезды зажигают –


значит – это кому-нибудь нужно?

Значит – кто-то хочет, чтобы они были?

Хаҡлы булған Маяковский. Ярата кешеләр йондоҙҙарҙы. Бар донъяларын онотоп, һуштары китеп күҙәтәләр. Төнгө клубтарҙа, корпоратив кисәләрҙә, банкет-мәжлестәрҙә… Беҙҙә генә түгел, бөтөн донъяла иң күңелле шөғөлдөр был. Бар яҡлап та үрнәк күрһәтергә яратыусы Америкала “халыҡ араһына сығыусы” йондоҙҙарға атама ла тапҡандар – Celebrities тип атала икән ундайҙар. Үҙенең данын, шуның менән бергә килемен арттырырға теләгән төнгө клубтар танылған шәхестәргә күренеп киткән өсөн бер аҙ аҡса түләргә һәр ваҡыт әҙер. Бындай сығымдар үҙен аҡлай, сөнки йондоҙ күҙәтергә яратыусылар әлеге хаҡты икеләтә ҡайтара. Бер миҫал: Атлантик Ситиҙың The Pool клубында рэпер Лудакрис (Ludacris) һәм Голливуд йондоҙо Ким Кардашянды (Kim Kardashian) саҡырып, ял көнөндә генә һигеҙ мең кеше йыйғандар. Инеү хаҡы 20 доллар булған осраҡта ла 160 000 эшләгәндәр. Был әле эсемлектәрҙе иҫәпләмәгәндә, ә клубҡа барғас, ашамай-эсмәй генә ултырмайҙар.
Йондоҙҙарҙы аҡса түләп төнгө клубтарға саҡырыу Рәсәйҙә киң үҫеш алмаған әле, әммә шоу-бизнес вәкилдәре был йүнәлеш артында ҙур киләсәк күрә. Әлегә Мәскәү клубтары гастролдәргә килгән сит ил йондоҙҙарын “ем” урынына ҡуллана. Виктория Бекхэм кеүектәр бер ҡыйынлыҡһыҙ клубҡа Мәскәү бомондын йыйырға һәләтле. Ә бомонд, киноларҙан һәм асыҡтан-асыҡ әңгәмәләрҙән күренеүенсә, аҡса һибергә ярата.
Үҙҙәре иһә, бомонд иҫәбенә ингән Рәсәй йондоҙҙары хаҡында һүҙ йөрөтәм, тыуған көндәрҙән, корпоратив кисәләрҙән матди файҙа күреүгә яйлашҡан. Ни ҡәҙәр генә ҡупшы булмаһын, танылған йырсылар, артистар, юмор оҫталары юҡ икән, ойошторған мәжлесең тоҙһоҙ аш буласаҡ. Ни йәме, ни тәме, тиәсәктәр.
…И, надрываясь
в метелях полуденной пыли,
врывается к богу,
боится, что опоздал,
плачет,
целует ему жилистую руку,
просит –
чтоб обязательно была звезда! –
клянется –
не перенесет эту беззвездную муку!..
Ҡағиҙә булараҡ, гүзәл зат йондоҙҙарҙы мәжлес биҙәргә саҡыралар. Байрамында бер көтөү фотомоделдәр, актрисалар йөрөгәс, хужа кеше дуҫтары янында ике башҡа үҫеп китәлер, күрәһең. Интернеттың сикһеҙ мөмкинлектәрен файҙаланып, рус эстрадаһы күгендә һәм төрлө банкет түрендә ҡайһы йондоҙҙоң яҡтыраҡ балҡығанын асыҡлап ултырҙым. Һамарҙағы бер ойошма үҙенең 10 йыллығын байрам иткәндә “ВИА Гра” ҡыҙҙарын саҡырған (дөрөҫөрәге яллаған буламы икән инде ул, белмәйем). Улар йырлап мәшәҡәтләнмәгән, ә матур итеп йылмайып залда “туда-сюда” йөрөштөрөп торғандар ҙа ҡайтып киткәндәр. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң фирма директоры “ВИА Гра” төркөмөнөң кумиры булыуын әйткән һәм ҡыҙҙарҙы ял итергә саҡырған. Ҡыҙҙар ни бары 7 мең долларға ризалашҡан.
Ә “Корни” төркөмөнә туйҙа йөрөп ҡайтырға тура килгән. Йырлап ҡотлау, сығыш яһау тураһында һүҙ бармай. Уларҙың мәжлестә ҡатнашып, табын артында ашап-эсеп, яндарына фотоға төшөр өсөн теҙелеп баҫҡан ҡунаҡтарға йылмайып тороуы ғына 8 мең долларға төшкән.
“Мин бер ҡасан да мәжлестәргә аҡсаға барғанымды йәшермәйем. Был артистың килемгә өлгәшеүенең төп ысулдарының береһе, бының бер ояты ла юҡ, – тигән Андрей Губин. – Төмәндәге бер бандиттың ҡатыны минең менән фотоға төшөргә теләгән. 5 мең доллар түләйбеҙ, тинеләр. Барҙым”.
Интернетта шулай яҙылған. Донъя селтәре – ғәйбәт ояһы тиһәләр ҙә, килешегеҙ, утһыҙ төтөн сыҡмай. Оятҡа һанамай икән, йырсы быларҙың барыһын да әңгәмәләрендә рәхәтләнеп һөйләй. Улар бар нәмәнән дә аҡса эшләргә өйрәнгән. Йондоҙҙарға ни ҡыланһалар ҙа, килешә, йәнәһе. Зәңгәр экрандарҙан төшмәҫ, халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ өсөн ҡайғыларынан да шоу яһайҙар. Дөрөҫөрәге, шоу яһар өсөн ҡайғы яһайҙар… Йырсы Валерияның икенсе ире тарафынан туҡмалып йәшәгәне тураһында тапшырыуҙар сыҡҡансы, күпме кеше белде икән уның хаҡында? Ә хәҙер кем белмәй? Киркоровты ҡарағыҙ: үҙ персонаһына иғтибар кәмей башлағас, журналисты туҡмап булһа ла үҙәккә сыҡты. Инде уныһы ла ялҡытҡас, “психушка”ға барып инде. Ә иң ғәжәпләндергәне: уның тилеләр йортона эләгеүе хаҡында хәбәр таралыу менән “ай, меҫкен, бисара” тип йәлләргә тотондолар. “Йырлауын да, үҙен дә яратмайым мин уның, шулай ҙа ҡыҙғаныс. Беҙ аңлап ҡына бөтөрмәйбеҙ, ә йондоҙҙарҙың тормошо ауыр инде ул”, - тип хәсрәткә күмелде бер танышым. Ай буйына эшләп алған хеҙмәт хаҡы 10 меңгә лә тулмаған кеше бер кисәгә барып ярты сәғәт йырлаған өсөн генә 55 мең евро алған йырсыны йәлләп ултыра… Хәйер, бәлки ул хаҡлылыр. Популярлығы төшкәс, бер “ярты сәғәт”лек саҡырыу кәмеһә лә Филипп Бедросович 2 млн. 200 мең һум аҡса юғалта булып сыға. Был һиңә пенсияға ҡәҙәр тип алынған торлак ипотекаһын түләү проблемаһы ғына түгел шул…
Бер йылды Роман Абрамович тыуған көнөн байрам иткәндә “ВИА Гра”, “Блестящие” төркөмдәрен, Вячеслав Бутусовты һәм “Чайф”ты саҡырған. Билдәле, уларҙың береһе лә йырламаған, әммә һәр ҡайһыһы кеҫәһенә 10 мең доллар һалған. Күптән анекдоттар геройына әйләнгән олигарх өсөн был ғәҙәти күренеш кеүек. Ярай инде, майына сыҙаша алмағас, ҡылана бирһен. Әммә иҫ китмәле килмәҫ хаҡтар түләй-түләй
йырсыларҙы ойошма һәм предприятиеларҙың корпоратив кисәләренә саҡырыуҙары аңлашылмай.
- Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашҡас, беҙҙең Яңы йыл байрамы 2 млн-ға төштө. 7 мең оклад менән ултырған хеҙмәткәрҙәр быны белһә, ни эшләр ине икән? - тине бер ведомствола корпоратив ойоштороусы ҡыҙ.
… А после
ходит тревожный,
но спокойный наружно.
Говорит кому-то:
“Ведь теперь тебе ничего?
Не страшно?
Да?!..
Кем кемдән һорап тора инде: кәрәкме ул артисты саҡырыу? Әллә уға түләнәһе гонорарҙы премия итеп кенә яҙырғамы? Телһеҙ ҙә “премия” тип ҡысҡырыр ине. Тик етәкселәрҙең амбициялары көслө, телһеҙҙәрҙең ҡысҡырғанын ишетер дәрәжәлә түгел улар… Интернетта “соҡоноп” ултыра торғас, бер асыш яһаным… Байҙар араһында йондоҙҙар менән юбилей байрам итеү кисәге көн икән. Хәҙер уларҙы отпускыға алып йөрөү модаһы ингән. Берәй “аҡса янсығы” Мальдив утрауҙарына барырға уйлаған, ти. Бер уңайҙан үҙенә оҡшаған йондоҙҙо ла ҡыҫтырып алып китә. Ә ниңә? Күңелле лә, дәрәжәле лә.
Әлбиттә, ундай рәхәтлек ҡиммәткә төшә. Йондоҙ аҙ тигәндә ике аҙнаға “обойма”нан сығып оса бит. 100 меңдән дә әҙерәккә ризалашыусылар юҡ. Хәйер, йырсы булмаһа ла, телевидение алып барыусыһы Николай Дроздов, имештер, нәҡ шул суммаға Питерҙан бер бизнесмендың отпускыһын биҙәгән. “Бай абзый” үҙе лә, хәләл ефете лә “В мире животных” тапшырыуының ҙур фанаттары булған икән. Шуға күрә сираттағы ялға ҡайһылыр экзотик утрауға юлланғанда “Туҡта әле, Дроздовты ла алайыҡ, ундағы флора һәм фауна тураһында һөйләр” тигән гениаль уй баштарына килгән.
Сит илгә үк эйәрмәһәләр ҙә, матур аҡыллы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, түләүле мәжлестәргә беҙҙең милли эстрада йырсылары ла йөрөй. Әммә, Рәсәй йондоҙҙарынан айырмалы, уларҙың гонорарҙары долларҙа иҫәпләнмәй.
Исемләп тороу килешмәҫ, бер йырсы бай ғына ойошманың корпоративкаһында “Иванушки” менән сығыш яһауын һөйләгәйне.
* Самолет менән сәғәтенә генә килеп, бер йыр башҡарҙылар ҙа 5 мең доллар алып ҡайтып киттеләр. Ә беҙ төн буйы сығыш яһаныҡ һәм 5 мең һум алдыҡ, – тине.
Ойошма етәксеһе мосолман кешеһе булғас, йырсы гонорарҙан ризаһыҙлыҡ белдерергә батырсылыҡ иткән. Тик тегеһе яурын ғына һикертеп ҡуйған. Имеш, ни эшләмәк кәрәк, улар киңерәк танылған йондоҙҙар бит…
Шулай инде, “ҙурыраҡ һәм кесерәк” законы эшләй. Уның ҡарауы, район етәкселәренең йәки башҡа түрәләрҙең тыуған көн мәжлесендә уларҙан ҙурыраҡ йондоҙ юҡ. Йондоҙ ғына буламы һуң, торғаны бер
ҡояш! Ул саҡта инде район йырсылары һүнәм-һүнәм тип емелдәгән таңғы йондоҙҙар кеүек кесерәйеп ҡала. Әммә уларҙың да балҡыр өсөн үҙ ваҡыты һәм үҙ урыны бар. Әйтәйек, ауыл һабантуйҙары. Аҡса эшләп ҡалыр өсөн бына тигән мөмкинлек. Шул уҡ йырҙарҙы ауыл йырсылары бушҡа башҡара ала ла бит, тик киңерәк танылғандар байрамдың дәрәжәһен юғарыраҡ күтәрә. Ә дәрәжә өсөн түләргә кәрәк.
Ҡыҫҡаһы, берәү ҙә үҙ мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырып бармай. Бөгөнгө заманда шулай булырға тейеш тә. Тик барыбер сама хаҡында оноторға ярамайҙыр. Берәүҙең дә ер йөҙөндәге барлыҡ аҡсаларҙы йыйып бөтөрә алғаны юҡ әле. Ә сәнғәт күгендә балҡыған яҡты йондоҙҙан асҡысын борған һайын уйнай башлай торған мәжлес ҡурсағына әйләнергә оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй.
…Послушайте!
Ведь, если звезды
зажигают –
значит – это кому-нибудь нужно?
Значит – это необходимо,
чтобы каждый вечер
над крышами
загоралась хоть одна звезда?!.
АЙЗИРӘК.
Гарик Мартиросян – “Comedy club”тың иң ҡиммәтле йондоҙо. Бер көлкө кисе өсөн ул 35 мең евро һорай. Өҫтәүенә, робот һымаҡ, бер көн эсендә ике, хатта өс концерт бирә ала.
Павел Воля, Александр Ревва, Гарик Харламов һәм Тимур Батрутдинов – 5-10 меңгә осһоҙораҡ төшә.
50 мең евро: Николай Басков.
40 мең евро: Лолита.
25 мең евро: Борис Моисеев, Кристина Орбакайте, Валерий Меладзе, Земфира, “Дискотека Авария”, Олег Газманов, Алсу, Брий Антонов, Верка Сердючка, “ВИА Гра”.
15 мең евро: МакСим, Анжелика Варум, Леонид Агутин, Валерия, Жанна Фриске, “Блестящие”, “Корни”, “Фабрика”, Игорь Саруханов.
7 мең евро: “БандЭрос”, “Город 312”, Григорий Лепс, Лера Массква, “Мираж”, Тимати, Юлия Савичева, Влад Топалов, Николай Носков, Глюкоза.
Читайте нас: