Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
26 Март 2019, 13:13

Ысын ир-егет өсөн ҡатын-ҡыҙ көслө була алмай

Интернетта машинаның артҡы быялаһындағы ошо яҙыуҙы беренсе тапҡыр күргәс (фотоны ҡара), аптырап ҡалдым. Башта был осраҡлы ғына килеп сыҡтылыр, тип уйлап йөрөнөм. Һуңынан фото, репостар йыйып, күҙгә йыш салына башланы. Ҡаршы комментарий яҙыусы бер генә лә кеше табылманы. Хәйер, быны медицина диагнозы тип аңлағандарҙыр. Нисек инде үҙ машинаңа оялмай, ошо яҙыуҙы ҡуйырға була?

Интернетта машинаның артҡы быялаһындағы ошо яҙыуҙы беренсе тапҡыр күргәс (фотоны ҡара), аптырап ҡалдым. Башта был осраҡлы ғына килеп сыҡтылыр, тип уйлап йөрөнөм. Һуңынан фото, репостар йыйып, күҙгә йыш салына башланы. Ҡаршы комментарий яҙыусы бер генә лә кеше табылманы. Хәйер, быны медицина диагнозы тип аңлағандарҙыр. Нисек инде үҙ машинаңа оялмай, ошо яҙыуҙы ҡуйырға була? Башымда ирекһеҙҙән тыуған ниндәйҙер шик, тора-бара хәүеф тыуа башланы: бындай эстәлекле яҙыу нишләптер башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙарында осрамай? Башҡорт гүзәл заттары нимәһелер менән башҡаларҙан айырыла түгелме һуң, тигән тәбиғи һорау үҙенә яуап табыуҙы талап итте.


Был фотоны күҙәтеп йөрөгән бер танышым да үҙенең шөбһәләре менән бүлеште. Нисек була инде был, ти ул: беҙ ҡатыным менән бына тигән ике малай тәрбиәләнек, ә уларға ошо ҡыҙҙар кәләш булып эләкһә, харап буласаҡ бит. Аптырама, үҙебеҙҙең милләт араһынан яҡшы килен тапмаһалар, берәй мәрйәгә өйләнерҙәр – ислам дине быны тыймай бит, – тип тынысландырған булдым. Үҙ башҡортоңа өйләнеү яҡшыраҡ икәнен аңлаһам да...

“Ә бит ҡаҙаҡ далаларында әле лә “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән әйтем йөрөй” тигән нәмәне республика гәзите биттәрендә яҙып сығарыу ҙа ошо юҫыҡтан. Быны уҡығас, ҡаҙаҡ дуҫтарымдан һорап белештем. Баҡтиһәң, был нәмә тик беҙҙең ошо башҡорт ҡыҙына ғына “ишетелгән” уйҙырма икән. Быны ташҡа баҫып сығарыу өсөн журналист кеше өсөн шәхси ышаныс ҡына етмәй. Фән яғынан йәки тормош тәжрибәһенең иҫбатлауының да булыуы мөһим бит. Сөнки быны уҡыған кешенең ошо “әйтемде” ысынға ҡабул итеүе лә бар бит. Был дөрөҫтән булһа, ни өсөн беҙҙә батырҙар күренмәй һуң, тигән урынлы һорау ҙа тыуа лаһа. Килтерелгән миҫалдың беренсеһе асыҡтан-асыҡ тупаҫлыҡ булып торһа, икенсеһе, “йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртырға” тырышыуҙы аңлата түгелме?

Бының менән бәйле тағы ла бер һорау урынлы булыр. Ни өсөн беҙҙең башҡорт егеттәре үҙебеҙҙең “батыр үҫтерер” ҡыҙҙарыбыҙға өйләнергә теләмәй һуң? Уларҙың байтағы ни өсөндөр башҡа милләттән кәләш алыуҙы хуп күрә бит. Бында аңлатма булып башлыса “беҙҙең ҡатын-ҡыҙ башҡаларға ҡарағанда ҡырыҫыраҡ шул”, тигән нәмә йөрөй.

Беҙҙең телдә борондан һаҡланып килгән ике һүҙ бар: “ирҙәүкә” һәм “ҡатынша”. Улар бер-береһенең юлдашы булып тора. Гүзәл зат араһында ир-егеткә хас холоҡло кеше осраһа, уның антиподы ла булырға тейеш икәне асыҡ бит инде. Рус телендә улар өсөн махсус һүҙҙәр юҡ. Бындайҙарҙы “баба” йәки “мужик” тиҙәр.

Исеме булғас, есеме лә була икәне һәр кемгә мәғлүм. Тимәк, беҙҙең башҡорт тарихында ошо ирҙәүкәләр һәм ҡатыншалар “тыуҙырған” ниндәйҙер шарттар булған һәм бөгөн дә бар.

Билдәле булыуынса, Рәсәй милләттәре араһында бының башҡорттар араһында киң йәйелеш алыуына тарихи сәбәптәр ныҡ булышлыҡ итә. Батша хөкүмәте менән килешеү буйынса, һәр башҡорт ир-егете 25 йыл армияла хеҙмәт итергә тейеш булған. Ошо ваҡыт эсендә уның ҡатыны ғаиләне ҡарауҙы үҙ иңенә алған. Ул ҡатын ғына түгел, ир ролен дә үтәгән. Икенсенән, даими ҡабатланып торған ихтилалдарҙан һуң башлыса унда ҡатнашҡан ир-атты репрессияға дусар иткәндәр. Был, әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының менталитетына тейешле тәьҫир иткән. Был ҡатындарға бала саҡтан уҡ аташлыҡ хас. Уларҙың малайша ҡушаматтары ла бар. Мәҫәлән, ҡыҙ тәкәһе, әтәс, айғырша һ.б. Улар малайҙар өҫтөнә менеп барыусан була, уларҙы үҙенә буйһондорорға тырыша. Киләсәктә президент, директор (етәксе) булырға хыялланалар.

Европала үткән ике донъя һуғышы арҡаһында бынды, шул иҫәптән, беҙҙә лә, икенсе дисбаланс барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, бөгөнгө Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда 10 миллионға күберәк. 142 миллион кешегә яҡынса 40 миллион ғаилә тура килә. Ошо ҡырҡ миллион ғаиләнең тик 17 миллионы атай-әсәй һәм балалары булған тулы ғаилә иҫәпләнә.Ҡалғандары - балалары булмаған 12 млн. уҙаҡ һәм 11 млн. яңғыҙ атай йәки әсәй тәрбиәләгән балалы ғаилә.

Ошо 10 миллион ҡатын-ҡыҙ башлыса утыҙ йәштән оло кешеләргә тура килә. Тимәк, уларҙың барыһы ла һайлау хоҡуғына эйә кеше. Демократия шарттарында һәр сәйәсмән ошо “күҙгә күренмәгән” көстөң баҫымын тойоп тора. Һуңғы 2012 йылда үткән Рәсәй президенты һайлауҙарында Г.Зюганов өсөн 12,3 млн, В. Жириновский өсөн 4,45 млн кеше тауыш бирҙе. Был ун миллион - бик ҙур сәйәси көс. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының Бөйөк Октябрь революцияһынан донъяла беренселәрҙән булып алған һуң был һайлау хоҡуғы, юғарылыа күрһәтелгән демографик дисбаланс менән бер рәттән, беҙҙең башҡорт мөхитендәге ошо насар күренеште киҫкенләштереп кенә ебәрҙе. Бында бер миҫал килтереү ҙә етә. 2016 йылда Дәүләт Думаһы декриминализация маҡсатында ҡатынына ҡул күтәргән ирҙәрҙе штраф түләтергә кәрәк тигән закон ҡабул итте.Быйылғы ғинуарҙа яңы тәҡдим индерелә: штраф урынына 10-15 тәүлеккә ҡулға алыу ҡарала. Бында ирҙең эшһеҙ ҡалыу, дәүләттең уны ҡул аҫтында тотоуға киткән сығымдары тураһында уйлап ҡараған кеше лә юҡ. Иң мөһиме, ир-егетте артабан да “тапау”, уны кәмһетеү ята.

Был дисбаланстың малайҙар холҡона йоғонтоһо ҙур булды. Был яңғыҙ әсәйҙәрҙең күп булыуы эҙһеҙ ҡалманы. Мәҫәлән, 1989 йылда улар 23 млн., 2002 йыл – 20,3 млн., 2010 йыл – 20,3 млн. булды. Бында әсәйҙең, өләсәйҙең дә роле ҙур. Башлыса ошо әсәй-өләсәйҙәр малайҙарын “идеаль ир-егет” итеп тәрбиәләргә тырышып, ҡатыншаларҙы булдырҙы ла инде. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә башлыса ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк иткәс, уларҙың тәрбиәһенең йоғонтоһо бик ҙур. Атай тәрбиәһе алмаған малай нисек атай, ир-егет булырға тейеш икәнен үҙ елкәһендә татып ҡарамай үҫә. Үҙенең булмышына был сифат бала саҡтан һалынмағас, ул “ысын Ир” булып маташа ғына. Ҡайһы берҙә ул саманы белмәй, арттырып та ебәрә. Ә ысынында ул тик ир йораты ғына булып тора. Уларҙың ирлегенең яһалма икәнен күрә, аңлай белгән ҡатын-ҡыҙ уларға сирҡанып ҡарай.

Шунан беҙҙең гүзәл зат “ирҙәрҙе һаҡлау кәрәк”, тип яу һала. Был яҡлауҙың ысын ир-атҡа кәрәге лә юҡ икәнен ул аңламай. Был яҡлауҙа башлыса теге ҡатынша ир йораттары ғына мохтаж. Ысынлап та, бөгөн Рәсәйҙә ир-егеттең ғүмере уртаса 64, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡы – 75 йәш тәшкил итә. Бындай ҙур айырма донъяның бүтән бер дәүләтендә лә юҡ. Йыш ҡына “бында ир-егеттәр үҙҙәре ғәйепле”, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Улар, йәнәһе, үҙҙәренең һаулығы тураһында ҡайғыртмайҙар (эске, тәмәке тартыу, наркотиктар һ.б.). Тәү ҡарашҡа был дөрөҫ һымаҡ. Ә нишләп был тик Рәсәй ир-егеттәренә генә хас һуң, тигән һорау ҡуйһаң, күп нәмә аңлашыла. Беҙҙең дәүләттең тарихы – башлыса өҙлөкһөҙ алып барылған һуғыштар тарихы. Бында һуғышты кем беренсе башлағаны мөһим түгел. Ошо нәмә беҙҙең ир-егеттәр психологияһына көслө йоғонто яһаны. Һуғышта, һаулығыңды һаҡла-һаҡлама, барыбер йә үлтерәләр, йә зәғифләйҙәр. Революция, золом, аслыҡ, индустриализация, “бөйөк коммунистик төҙөлөш” объекттары, армия хеҙмәте лә ирҙәр холҡон ошо йүнәлештә үҙгәртте. Был шарттарҙа һаулығыңды һаҡлауҙың мәғәнәһе бөтә.

Бөгөнгө иҡтисадтың структураһы ла ир-егеттәр өсөн яҡшыға килтермәне. Элекке физик көс өҫтөнлөгө хәҙерге шарттарҙа тейешле һөҙөмтә бирмәй. Сәнәғәт, ауыл хужалығы кеүек тармаҡтар урынына халыҡты хеҙмәтләндереү, финанс, сервис кеүектәренең алға китеүе ҡатын-ҡыҙ өсөн отошлораҡ булды. Хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғары булыуы арҡаһында бөгөн ҡатын-ҡыҙ үҙен тәьмин итерлек аҡса эшләй ала. Элек был ролде башлыса ир үтәһә, бөгөн эше булған ҡатын-ҡыҙ бер баланы үҙе генә лә тәрбиәләп үҫтерә ала. Уны һәм баланы элек төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡлап килгән ирҙең ролен бөгөн башлыса дәүләт атҡара: төрлө алименттар, социаль пособиелар, льготалар тик ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау өсөн булдырылған. Бөгөнгө дәүләт ғаилә башлығы функцияһын үҙ өҫтөнә алды тиһәң дә хата булмаҫ: армия, полиция, ҡануниәт ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауға йүнәлтелгән, ирҙең бында кәрәге юҡ. Дәүләт тик аталандырыу мәсьәләһен генә әлегә хәл итә алмай. Көнбайыш дәүләттәрендә енси тигеҙлек тураһында закондар ҡабул ителде. Франция, Германия, Скандинавияла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 50%-лыҡ квота булдырылған. Унда ирҙәрҙең 30 проценты декретта ултыра. Норвегия менән Швецияла эш буйынса ла квота булдырылған – отошлораҡ булһа ла ир-егеттәрҙе эшкә алырға ярамай: гүзәл заттар офистарҙа бер нәмә лә эшләмәй ваҡыт уҙғара, бер генә бала таба, уныһын да опека органдары тартып алырға әҙер тора.

Мәҡәләнең башында килтерелгән миҫалды буш урында тыумаған. Интернетта криминаль хрониканы байҡау ҙа етә. Ишембай районында бер депутат үҙенең ирен сәнсеп үлтерә. Сәбәбе – уның ире “һине яратам”, тип әйтергә теләмәгән. Үрге Ҡыйғыла 28 йәшлек ҡатын үҙе менән бергә йәшәгән 35 йәшлек ирҙе эскән килеш һуйып үлтерә. 15 мартта Сибайҙа ирешкәндән һуң бер ҡатын үҙенең ирен үлтерә. 9 майҙа Нөгөш ҡасабаһында 42 йәшлек ҡатын эскән килеш бергә йәшәгән ирҙе үлтерә. Былтыр. 11 февраль, 49 йәшлек ҡатын, эскән килеш үҙенең 24 йәшлек улын үлтерә. 2016 йыл Белорет районының бер ауылында бер ҡатын үҙе менән эскән бер ирҙе балта менән үлтерә, ә мәйетте яндыра. Йылайыр районында иҫерек 53 йәшлек ҡатын кеше балаһын туҡмап үлтерә.

Был хәл артабан да дауам итһә, киләсәкте күҙаллауы ла ҡурҡыныс. Ир-егеттәрҙең бындай ҡатын-ҡыҙға өйләнеү теләге ҡалмаясаҡ. Ә һуғыш-фәлән башланһа?..

Читайте нас: