Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
14 Апрель 2019, 17:34

Дошман маҡтап юлдан яҙҙырыр

Йәш ғаилә яңы фатирға күсенгән. Ҡатыны тәҙрә аша кер элеп йөрөгән күршеһен күреп ҡала һәм иренә:– Ҡарале, кере һис таҙармаған, ә ул уны оялмайынса кеше алдына сығарып элеп торған була, - ти. Ире уның һүҙҙәренә иғтибар итмәгәс: – Моғайын, һабыны сифатһыҙҙыр. Ә бәлки был меҫкенкәй бөтөнләй эш рәте белмәйҙер, – тип үҙенекен сутырлай.

Йәш ғаилә яңы фатирға күсенгән. Ҡатыны тәҙрә аша кер элеп йөрөгән күршеһен күреп ҡала һәм иренә:

– Ҡарале, кере һис таҙармаған, ә ул уны оялмайынса кеше алдына сығарып элеп торған була, - ти. Ире уның һүҙҙәренә иғтибар итмәгәс: – Моғайын, һабыны сифатһыҙҙыр. Ә бәлки был меҫкенкәй бөтөнләй эш рәте белмәйҙер, – тип үҙенекен сутырлай.
Ошо хәлдән һуң ул көн һайын тиерлек кер элергә сыҡҡан ҡатындың булдыҡһыҙлығына аптырауын белдерә.
Көндәрҙең бер көндө ул, ғәҙәттәгесә тәҙрәнән ҡарай ҙа: “О, бөгөн күршемдең керҙәре таҙа, ниһайәт, тормош был бисараны ла донъя көтөргә өйрәтте!” – тип ҡыуанып ҡысҡырып ебәрә.
– Беләһеңме, ҡәҙерлем, – ти уға ире, – бөгөн мин һинән иртәрәк тороп, тәҙрәләрҙе йыуып алдым...
Тәнҡиттең көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп инеүен һәм, хатта, йәшәү рәүешенә әйләнеүен ошо көләмәстән генә сығып билдәләргә лә мөмкин. Юҡҡа ғына энциклопедияла был һүҙгә “тикшереү сәнғәте” тигән аңлатма бирелмәгәндер бит. Әҙәбиәттә ул нимәгәлер баһа биреү маҡсатынан фекер алышыуға ҡоролһа, фәндә, сәнғәттә, йәмәғәт тормошонда ниндәйҙер етешһеҙлекте бөтөрөүгә йүнәлтелә. Тексты, тарихи сығанаҡтарҙы тәнҡитләү, тикшереү, нимәнеңдер хаҡлығын фәнни өйрәнеү булып тора. Ә көндәлек тормошта ул күпселектә кешенең етешһеҙлеген эҙләүгә нигеҙләнә. Һәр хәлдә беҙ шулай ҡабул итәбеҙ. Шуға ла тәнҡиттең кемделер пьедесталға күтәреүе, берәүҙе ергә һалып тапауы, юҡҡа сығарыуы, йәғни кешегә яйлап шартлаған мина булараҡ йоғонто яһауы ла мөмкин.
Уйлап ҡараһаҡ, беҙ тыуыу менән үк тәнҡиткә дусар ителәбеҙ. Йә көндөҙ йоҡлап, төнгө тыныслыҡты боҙабыҙ, йә кәрәкмәгән мәлдә аҫты еүешләп ҡуябыҙ... Хатта үҫә килә лә, баланы маҡтарға кәрәк тиһәләр ҙә, ундай бәхет йыш эләгеп бармай. Мәҫәлән, уйынға бирелеп, бысранып килеп ингән сабыйын ата-әсәһе нисек ҡаршылай? “Йүнһеҙ! Сусҡа балаһы! Күҙемдән юғал! Кейемеңде сисеп ырғыт” һ.б. Көн дә ошо һүҙҙәрҙе ишеткән баланың үҙен ысын мәғәнәһендә сусҡа тип уйлай башлауы ла ихтимал. Һуңынан бындай тәнҡит һүҙҙәренә күнегеп китеп, уларҙы ҡолағына ла элмәүе мөмкин. Бәлки, бөтөн асыуыңды эсеңә йыйып: “Ооо, минең балам бысраҡтан да ҡурҡмаған. Улай батыр булғас, хәҙер уны икәүләп йыуып ҡуябыҙ инде”, – тип, баланы бер ыңғай эшкә лә өйрәтергә кәрәктер? Әммә ата-әсәнең быға түҙемлеге етмәй, икенсенән, йыуырға ярҙам итәм тип, уның аяҡ аҫтында буталып йөрөмәгәне яҡшыраҡ... Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, балалар гелән ата-әсәһе эшләгәнде ҡабатларға тырыша. Атаһы ҡулына сүкеш ала икән – улы ла кәрәккәнде лә, кәрәкмәгәнде лә “ҡағып” ҡуясаҡ. Һауыт-һаба йәки иҙән йыуған әсәһенән күреп, ҡыҙы ла шул уҡ эштәрҙе башҡарырға
маташасаҡ. Үҙем нәҙек итеп туҡмас ҡырҡырға өйрәнгәнсе, һыйырҙар онло ашлыһыу эсеп рәхәтләнә ине. Әммә бының өсөн берәүҙең дә битәрләгәне булманы. Йәки әсәйҙең “запас” туҡымаларын алып, үҙемсә бесеп, итәкме, салбармы тегеп ҡуйыуым өсөн дә әрләнеүемде иҫләмәйем. Киреһенсә, өйрәнергә теләүемде күреп, әсәйемдең барыһын да түҙемле генә аңғартҡаны ғүмерлек һабаҡ булды. Күңелдә, минең хәлемдән килә, тигән ышаныс нығынды.
Әйтеп үтеүемсә, тәнҡиттең асылында яйлап шартлаған мина ята. Ә был балалар киләсәгенә генә түгел, милләт, халыҡ яҙмышы өсөн дә хәүеф менән янай. Демократия уйынын уйнап ултырһаҡ та, бөгөн кемебеҙ генә объектив тәнҡитте берәйһенең күҙенә ҡарап әйтә ала икән? Эйе, власть түбәнгә ҡарап төкөрөргә һәләтле, әммә түбәндәгеләр үргә ҡарап шайыҡ сәсә алмай – барыбер үҙҙәренә төшә. Ә власть өсөн түбәнгә ҡарап йышыраҡ төкөрөү уңайлы – үҙен яҡлап та һүҙ әйтә алмаған өйөр менән идара итеүе еңелерәк. Йәғни “аҫтағылар”ҙы даими тәнҡитләп тороу етәкселек өсөн ҡулай – улар ҡул аҫтындағыларҙан ҡолдар яһай. Ә “үрҙәгеләр” тәнҡитте яратмай ҙа, ҡабул итергә лә теләмәй. Юғиһә, ул мин-минлектәренә тейә, абруйҙарын төшөрә. Халыҡтың ихтыяжына ҡолаҡ һалмау дәрәжәләрен арттыра, күрәһең...
Башҡорт халҡында бик матур бер әйтем бар – дуҫың әрләп юлға баҫтырыр, дошман маҡтап юлдан яҙҙырыр. Япон ғалимдарының баланы биш йәшенә тиклем маҡтарға, унан һуң тиң күреп һөйләшергә кәрәк тиеүҙәренән сығып фекер йөрөтөп, Рәсәйҙә тәнҡитте бөтөнләй ҡабул итмәүҙәренә ҡарағанда, беҙ япондарҙың биш йәшлек кимәленән дә үтеп китә алмайбыҙ, ахыры. Беҙгә бары тик маҡтау ғына килешә. Ә хаталарыңа, етешһеҙлегеңә кем бармаҡ төртөп күрһәтергә тейеш һуң? Әлбиттә, дуҫ:тарың. Дошманың өсөн һинең бары кешелектән сығыуың, юлдан яҙыуың, йәғни маҡталыуҙан түбәң күккә тейеп, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн тотоуың кәрәк. Һуңынан инде халҡыңды кешегә һанамай, уның фекере менән иҫәпләшмәй башлайһың, үҙ мәнфәғәтеңде өҫтөн ҡуйып, уға яҡынайған булып ҡыланаһың ғына...
Ә бит уйлап ҡараһаң, объектив баһа, урынлы әйтелгән тәнҡит – камиллыҡтың алыштырғыһыҙ өлөшө. Ләкин беҙҙең йәмғиәттә тәнҡит үҫешкә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, алда әйтеп киткәнсә, яйлап шартлаған мина ролен дә үтәй. Шуға ла:
– Әгәр үҙегеҙҙе хаҡлы тип иҫәпләп тә, үҙ адресығыҙға ҡарата комплимент түгел, тәнҡит ишетәһегеҙ икән, тимәк, “башығыҙ” төркөмдән бер башҡа юғарыраҡ күтәрелгән – шайтан һәр саҡ үҙенә ҡамасаулаусыларға һөжүм итә.
– Әгәр кемдер дәрәжәгеҙҙе кәмһетергә теләһә, ул һеҙҙе үҙе кимәленә төшөрөргә тырыша. Эшләй алған кеше – эшен башҡара, эшләй алмағандар – тәнҡитләй. Уңышлы кешеләрҙе уңышһыҙҙар тәнҡитләй ҙә инде.
– Әгәр кемдер һеҙҙең турала кире фекерҙә икән, башҡалар уға ышанмаҫлыҡ итеп йәшәгеҙ. Ләкин шуны белегеҙ: тәнҡиттән ҡурҡһағыҙ, ғәмһеҙлектә харап буласаҡһығыҙ. Уңышлы кеше – башҡалар уға ташлаған таштарҙан ныҡлы нигеҙ ҡора алыусы ул.
– Әгәр ҙә тәнҡитләү теләге ҡаныбыҙға, булмашыбыҙға һеңеп, тирә-йүндәгеләрҙең етешһеҙлектәренә күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ икән, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-психотерапевт, профессор Геннадий Старшенбаумдың фекеренә беҡолаҡ һалайыҡ. Ул нисек итеп низағ тыуҙырмай ғына тәнҡитләргә өйрәтә, йәғни конструктив тәнҡит серҙәрен аса.
1. Тәү сиратта тәнҡиттән ғәйепләү “ҡаяуын” алып ташлап, конструктив тәҡдимгә баҫым яһарға кәрәк.
2. Тәнҡитләнеүсенең мин-минлегенә теймәҫ өсөн етешһеҙлектәр хаҡында икәү-ара ғына һөйләшеү яҡшы.
3. Партнерығыҙҙың фекеренә ихтирамлы булығыҙ, хатта башҡа һыймаҫлыҡ кеүек күренгәндә лә уны ҡапыл һәм тупаҫ кире ҡаҡмағыҙ. Уға уйҙарын тамлап ҡуйырға ирек бирегеҙ. Нимәнелер раҫларға тырышмағыҙ – факттарҙы асыҡлағыҙ.
4. Һөйләшеүҙе йылы, тыныс, ышаныслы тонда алып барығыҙ. Әңгәмәне уртаҡ теманан башлағыҙ. Уйҙарығыҙ тап килгән, ыңғай һөҙөмтә килтерә алырҙай мәсьәләгә өҫтөнлөк бирһәгеҙ ҙә ярай, ул саҡта әңгәмәсене ыңғай яуапҡа көйләйһегеҙ. Әгәр башта уҡ кеше “юҡ” ти икән, уны кире күндереүе ауыр, сөнки мин-минлек әйткән һүҙҙән кире ҡайтырға мөмкинлек бирмәй. Хатта ул үҙенең хаҡлы түгеллеген белгән, аңлаған хәлдә лә фекерен үҙгәртмәйәсәк. Әңгәмәсегеҙҙең мин-минлеген аяғыҙ.
5. Кешегә хатаһын күрһәтеп бирергә теләһәгеҙ, һүҙҙе маҡтауҙан һәм уның ыңғай яҡтарын баһалауҙан башлағыҙ.
6. Хатаһына асыҡтан-асыҡ ҡағылмағыҙ, ә шуға оҡшаш берәй тарих һөйләгеҙ.
7. Үҙ ҡарашығыҙҙы кешегә көсләп таҡмайынса ғына, фекер алышыу рәүешендә еткерегеҙ.
8. Партнерығыҙға ҡаты, киҫкен тонда нимәлер әйтеү теләге тыуа икән, ашыҡмағыҙ, бер нисә тапҡыр тәрән итеп тын алығыҙ, 10-30-ға тиклем һанағыҙ, эстән генә уҫал булмаған, образлы һүҙ әйтегеҙ.
9. Партнерығыҙҙың шунда уҡ хатаһын таныуын, һеҙҙең менән килешеүен талап итмәгеҙ. Уйларға, һығымта яһарға ваҡыт бирегеҙ.
10. Үҙегеҙҙең хатағыҙҙы, яңылышыуығыҙҙы шунда уҡ һәм бөтә күңелдән танығыҙ.
11. Сараһыҙлыҡ күңел төшөнкөлөгөнә килтерә. Психикаға баҫым яһамағыҙ, ә унан сығыу юлын табырға ярҙам итегеҙ.
12. Кешенең үҙен түгел, ҡылыҡтарын тәнҡитләгеҙ. Уға “йөҙөн һаҡлап алып ҡалырға” ярҙам итегеҙ.
Конструктив тәнҡит формалары
Ҡул аҫтында эшләүсеңде маҡтауы еңел, шулай ҙа күңеленә ауыр тәьҫир итмәҫлек иҫкәрмә яһауы күпкә ауыр. Бына тәнҡит баһаһының бер нисә әҙәпле варианты.
Дәртләндереүсе тәнҡит: “Ярай, көймә, был юлы килеп сыҡмаған икән, башҡа ваҡыт яҡшыраҡ эшләрһең”.
Ғәйепләү тәнҡите: “Һеҙ нимә? Мин бит һеҙгә ышанғайным!”
Тәнҡит-маҡтау: “Эш яҡшы эшләнгән, әммә был осраҡ өсөн түгел”.
Аныҡ кешегә төбәлмәгән тәнҡит: “Беҙҙең коллективта үҙ бурыстарын үтәй алмаған хеҙмәткәрҙәр бар әле. Уларҙы атап тормайым”.
Тәнҡит-ҡайғыртыу: “Мине хәлдәрҙең бындай торошо борсолдора, бигерәк тә шундай иптәштәрҙең...”
Тәнҡит-борсолоу: “Мин һеҙҙе яҡшы аңлайым, хәлегеҙгә инәм, әммә һеҙ ҙә мине аңлағыҙ. Эш бит башҡарылмаған...”
Тәнҡит-ирония:”Эшләнегеҙ, эшләнегеҙ... һәм тамамлап та ҡуйҙығыҙ. Тик хәҙер етәксенең күҙенә нисек ҡарарбыҙ?”
Тәнҡит-ғәйепләү: “Их!.. Ә бит һеҙҙең хаҡта юғарыраҡ фекерҙә инем...”
Тәнҡит-йомшартыу: “Ниңә шулай яҙа-йоҙа башҡарҙығыҙ. Етмәһә ваҡытында ла түгел...”
Тәнҡит-иҫкәрмә: “Кәрәгенсә эшләмәгәнһегеҙ. Киләсәктә кәңәшләшегеҙ”.
Тәнҡит-талап: “Эште ҡабаттан эшләргә тура килер”.
Тәнҡит-саҡырыу: “Шул сама хата ебәргәнһегеҙ икән, хәлдән нисек сығыу юлын үҙегеҙ эҙләгеҙ”.
Конструктив тәнҡит: “Эш дөрөҫ башҡарылмаған. Уны нисек төҙәтергә уйлайһығыҙ?”
Тәнҡит-хәүефләнеү: “Икенсе юлы ла эшемде шундай уҡ кимәлдә үтәрмен тип хәүефләнәм”.
Был формаларҙың барыһы ла хеҙмәткәр етәксене ихтирам иткән һәм уның үҙе тураһындағы фекерен баһалаған осраҡта яҡшы. Етәксеһе алдында абруйын төшөрмәҫ өсөн, ул хаталарын төҙәтеүгә бар көсөн һаласаҡ. Хеҙмәткәр етәксегә кире ҡарашта булһа, кире баһаларҙы ыңғайҙарына алмаштырырға кәрәк.
Тәнҡитте нисек ҡабул итергә
Кеше тәнҡитте ҡабул итә алғанда ғына уның файҙаһы бар. Был ҡағиҙәне түбәндәге ҡуйылышҡа ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин.
- Миңә ҡарата әйтелгән тәнҡит – эштәге етешһеҙлекте бөтөрөүгә ярҙам ысулы.
- Файҙа алмаҫлыҡ тәнҡит булмай.
- Тәнҡиткә ҡолаҡ һалмау – насар, сөнки ул “сирҙе эскә ҡыуып индерә”, шулай итеп етешһеҙлектәр менән көрәшеүҙе ауырлаштыра.
- Тәнҡит кем, нисек әйтеүенә ҡарап ҡабул ителергә тейеш түгел.
- Тәнҡиттең файҙаһы шунда: ул күҙ уңыңдан ысҡынған өлкәләргә иғтибар арттырырға ярҙам итә.
- Тәнҡитләйҙәр икән, тимәк, етешһеҙлектәрҙе төҙәтә алыу һәләтемә һәм эште туҡтатмаясағыма ышаналар.
- Әгәр тәнҡитләмәйҙәр икән, был һеҙгә хеҙмәткәр булараҡ иғтибар итмәүҙәрен йәки эшегеҙҙең етдилегенә ышанмауҙарының тәүге билдәһе.
- Иң мөһим тәнҡит – ғәҙәти булып күренгән эштең камил түгеллеген күрһәтеүҙә.
- Тәнҡитләнеүсенең үпкәләргә хаҡы юҡ, ул бары тик үҙенең адресына әйтелгәндәрҙе конструктив баһаларға ғына хоҡуҡлы.
- Тәнҡитләнеүсе үҙенең позицияһын әүҙем яҡлай ала. Уға мөмкин булмаған берҙән-бер тыйыу – үҙеңде аҡлау өсөн дәлилдәр эҙләү.
- Әгәр тәнҡитте тотанаҡлы һәм эшлекле ҡабул итәм икән – тимәк, үҙ-үҙемде еңдем, мин – көслө шәхес.
- Тәнҡитте ҡабул итеү – үҙеңә етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү өсөн яуаплылыҡ алыу.
Ниндәй генә проблеманы алып ҡараһаҡ та, унда ҡатнашыусылар бер үк хоҡуҡтарға эйә һәм ошо ҡағиҙәләргә берҙәй буйһона. Шулай итеп, тәнҡиттең ыңғай һәм кире яҡтарын, файҙаһын һәм зыянын ҡараныҡ, әммә тирә-яҡтағыларҙың яҡшы һыҙаттарын күрергә һәм уларҙы үҫтерергә тырышыу күпкә отошлораҡ, минеңсә. Сөнки идеаль кеше булмай, тиҙәр. Ни тиһәң дә, бөйөк кешеләр фекеренсә, әгәр ҙә кемделер тәнҡитләйһең, кемдеңдер кире яғын иғтибар үҙәгенә алаһың икән – уны түгел, үҙеңде тәнҡитләйһең, холҡоңдағы кире һыҙаттарҙы, етешһеҙлектәреңде күрәһең. Сөнки тормоштағы сағылыш ҡануны буйынса яныбыҙға үҙебеҙ лайыҡ кешеләрҙе генә тартабыҙ...

З. ӘЙЛЕ.

Читайте нас: