Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
2 Май 2019, 17:00

Донъя күрке – йәр менән - 2

Өйләнгәс – күҙеңде йом “Барған ереңә таш булып бат” тип оҙатҡан ата-әсәһе йәш кәләште.

Өйләнгәс – күҙеңде йом

“Барған ереңә таш булып бат” тип оҙатҡан ата-әсәһе йәш кәләште. Тик донъяла үлем-китем дә, айырылыу кеүек аяныслы хәлдәр ҙә була тора. Бындай осраҡтарҙа күберәк шәриғәт ҡанундары ҡулланылған.
Ире вафат булған осраҡта ҡатын артынан килгән мал хатта үрсеме менән ҡайтарылырға тейеш булғанлыҡтан, мөмкинсә киленде ҡайтармай, өйләнеү йәшенә еткән икенсе улына, йә инде өйләнгәненә икенсе ҡатынлыҡҡа биргәндәр. “Еңгә – ҡәйнеш бисәһе” мәҡәле шул хаҡта. Атайһыҙ ҡалған балаларҙы яттар ҡулына тапшырмау маҡсаты ла ятҡан левират тип аталған был күренештә. Етемлекте, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ғәйеп күреү киң таралған. Хәйер, ауыр тормошта, аслы-туҡлы йәшәгән ғаиләләрҙә үҙ балаһы ла – артыҡ тамаҡ, хатта исемдәрҙә лә сағылыш таба бындай ҡараш: Артыҡбикә, Артыҡбай; ҡатындың түле тиҙерәк бөтөүенә юрап ҡушылған исемдәрҙән: Кинйәбикә, Кинйәбай (ғәли һ.б.).
Етем-еһергә кәмһетеүле ҡараш “Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алмаӘ мәҡәленән асыҡ күренә. Шуға ла еңгә – ҡатынлыҡ (левират) күренеше ғәйепләнмәү генә түгел, ҡулай ҙа һаналған. Мәгәр егеттәрҙең хәле бик үк өмөтһөҙ булмаған, күрәһең, сөнки “Үҙе уңған егеттең ата-инәһен һорама” тигәндәр.
Еңгә-ҡатынлыҡҡа ҡараш ыңғай булһа ла, балдыҙҙар менән мөнәсәбәт икенсе төрлө баһа ала: Ағас башы – ҡаҙыҡ, балдыҙ алыу–яҙыҡ. Кире ҡараш, моғайын, ошо әйтемдәге сәбәп арҡаһындалыр: “Балдыҙы сибәр ҡатынының үлемен теләр”. Һәммәбеҙгә лә мәғлүм еҙнә менән балдыҙ әйтешен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Мәгәр, сорорат – балдыҙға өйләнеү күренеше башҡорттарҙа әле лә осраштыра: үлгән апаһының балаларын ят ҡулына ҡалдырмаҫ өсөн һеңлеләре еҙнәһенә тормошҡа сыға.
Өйләнеү мәсьәләләрендә ололар кәңәше генә тотолоп, йәш быуынға бындай эштәргә ҡатнашырға рөхсәт ителмәгәнлеге, уларҙың ғаиләгә кем килһә, шуны ихтирам-хөрмәт менән ҡабул итергә тейешлеге түбәндәге мәҡәлдән күренә: “Ағайым кемде алһа – еңгәм шул, апайым кемгә барһа – еҙнәм шул”.
Тол ҡалған ҡатын кире ҡайтҡан хәлдә лә бирнәһе ҡайтарылғанлығы уның икенсе кешегә тормошҡа сыға алыуына төплө нигеҙ булған: “Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер”, һәр хәлдә, балалар үгәй килеш тә атайлы булыу мөмкинлеген алған. Етемлекте екһенмәү күренеше, бәлки, толдарҙы яңғыҙ ҡалдырмау ниәте менән дә йәшәп килгәндер.
Әйтеүемсә, айырылып ҡайтыу ифрат оятлы эш һанала, ғиффәтлелекте һаҡлауҙан ҡала, иң ҡаты тыйыуҙар иҫәбенә инә:
“Төшкән ереңә таш булып бат”.
“Көнөн күрһен, көлөндә аунаһын, барын ерҙән ҡайтмаһын”.
“Айырылыу – ҡанатың ҡайырылыу”.
“Кем менән даның сыҡҡан, шуның менән йәнең сыҡһын”.
“Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл”.
Шулай ҙа Ҡәйнәһенә “сәсе менән иҙән йыуып та” ярай алмаһа (мәҡәлдән), айырылырға мәжбүр булған ҡатынды “Мир бөтмәһә – ир бөтмәҫ” тип йыуатҡандар.
Шәриғәт бер нисә ҡатын алырға рөхсәт иткән: сөнниҙәрҙә – дүрт ҡатынға тиклем, шиғыйҙарҙа (шииты) – ете. Башҡорттар сөнни мосолман булғанлыҡтан, бер юлы дүрт ҡатын менән никахта тора алған. Ләкин рәүиз мәғлүмәттәренән башҡорттарҙа күберәк моногамик ғаиләләр булыуы, ҡатындар һаны икәүҙән бик һирәк артыуы күренә. Уларҙың да әле күбеһе – еңгә-ҡатын.
Милли ғәҙәт хоҡуғында иһә, мәҡәлдән күренеүенсә, “Ир йолаһы – өскә саҡлы”, йәғни, шәриғәт рөхсәт иткәндән берәүгә кәм. Был хәл күп ҡатынлылыҡ (полигиния) күренеше башҡорттарҙа ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем булған тип иҫбатларға мөмкинлек бирә, сөнки шәриғәт ҡанундарын, Аллаһы Тәғәлә тарафынан иңдерелгән тип һаналғанға күрә, ябай әҙәми зат үҙгәртә алмай.
Рөхсәт — ул мотлаҡ үтәлергә тейеш тигәнде аңлатмай, уның сикләүҙәре күп. Бер нисә ҡатын алыу – йышыраҡ мәжбүрилек, ә ғәмәлдә полигамик ғаиләләр ҡороуҙан тыйырға тырышҡандар:
“Ҡатын өҫтөнә ҡатын — ут өҫтөнә утын”. “Аты икәүҙең аяғы тынмаҫ, ҡатыны икәүҙең ҡолағы тынмаҫ”. “Ике ҡатын алғандың дауы – өйөндә”.
Ә ҡатындар “Айың-көнөң уртаҡ булһын, ирең уртаҡ булмаһын” тип теләгән.
Ләкин ир-аттың бик оҙаҡ йылдар һалдат хеҙмәтендә йөрөүе, яуҙарҙа ҡырылыуы, етмәһә, ҡыҙ баланың ултырып ҡалыуы оятсылыҡ һаналғанлығы ошондай ғаиләләр ҡоролоуға булышлыҡ иткән. Тәүге ҡатыны ырыуһыҙ булһа йәки сирләһә, мөхәббәтһеҙлек һәм ниндәйҙер физик сәбәптәр арҡаһында икенсе ҡатын алыу хоҡуғы бирелгән. Бынан сығып беҙ, дини һәм милли йолалар тәү нәүбәттә затыңды дауам итеүҙе һәм бала мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотҡан, тип иҫбатлай алабыҙ.
Совет власы дингә ҡаршы көрәш һылтауы менән донъяуи өлкәгә ҡағылышлы ҡанундарҙы ла юҡҡа сығарыуға өлгәшкән. Ә бит батшалар тарафынан беҙҙең халыҡҡа үҙебеҙҙең милли ҡанундар буйынса йәшәргә рөхсәт бирелгән. Көслөк менән бер нисә ҡатынлы ғаиләләрҙе тарҡатыу бығаса айырылыу оят, ғәрлекле күренеш тип һанап килгән башҡорттоң психологияһына емергес тәьҫир иткән. Закон нигеҙендә мәжбүри айырталар икән, ниңә башҡа осраҡтарҙа ла ошо хоҡуҡты файҙаланмаҫҡа?!
Борон ҡатын айырыу өсөн өс тапҡыр “талаҡ” тип әйтеү еткән тип, был ғәмәлде бик анһат ҡына итеп һүрәтләп маташыу ысынбарлыҡҡа һис тап килмәй. Ислам ҡануниәте буйынса бөйөк ғалимыбыҙ Ризаитдин бине Фәхретдин хәҙрәттәре айырылыу шарттарын бәйән иткәндә “биш ишек” билдәләнеүен тасуирлай:
1. Ир менән ҡатындың сабыр ҡылыуҙары. Үҙ-ара һыуыҡлыҡ, илтифатһыҙлыҡ ваҡыт үтеү менән төҙәлеүе
ихтимал. 3-5 йыллап насар йәшәп тә, татыулашып киткән ғаиләләр әҙ түгел, тип яҙа ғалим.
2. Сабырҙары етмәгәндә мәхәллә муллаларына, йәғни, ҡазыйҙарға (хәҙергесә әйтһәк, мир судьяларына) мөрәжәғәт итеп, мөхәббәтһеҙлек сәбәптәрен нескәләп тикшергәндә кемдер үҙ хатаһын аңлауы, тәүбәгә килеүе лә мөмкин.
3. Был да ярҙам итмәгәндә бер тапҡыр «талаҡ» әйтеү. Әлеге осраҡта, ғәҙәттә, һәр ике яҡ балаларҙың, үҙҙәренең киләсәген уйлай башлай. Айырылышыуҙың аҙағы хәйерле булмау, яңынан тиң күрерлек кеше табылмау, сабыйҙарының етемлектә яттар ҡулында тилмереү ихтималлығы дошманлыҡты ғәфү ҡылдыртыуы, үкенес уятыуы мәғлүм.
4. Әүәлге талаҡтан бер файҙа ла сыҡмаһа, икенсе мәртәбә талаҡ ҡылына. Бәлки, кемдер тәүге талаҡта уйлап еткермәгән икенсе бер сәбәпте иҫенә төшөрөр, фекерен үҙгәртер.
5. Тамам биҙешеп, татыулашыу мөмкинлеге ҡалмаған осраҡта ғына өсөнсө тапҡыр “талаҡ” әйтелә. Быныһында ҡатын инде бөтөнләй ят кеше хисабына инеп, ғаиләһен тергеҙергә теләгән хәлдә лә, икенсе бер ир менән ижәпләнеп айырылмай тороп, яңынан был ире менән никахлаша ла алмай.
Ни өсөн “талаҡ” әйтеү хоҡуғы иргә генә бирелгәнлеген ғалим былай аңлата: ҡатындар хискә тиҙ бирелеп, ҡыҙып барыусан, ваҡ-төйәккә лә ҙур әһәмиәт биреүсән, уларҙа аҡылға ҡарағанда хис өҫтөнлөк итә, шуға ла үтә торған үпкәләр арҡаһында ғаиләне боҙоп ҡуйыуҙары ихтимал. (Ризаитдин бине Фәхретдин. Жәүәмиғүл-кәлим шәрхе. – Ҡаҙан, “Иман”, 1995. 605 б.)
Дини тәрбиә алған милләттәштәребеҙ быуыны тере саҡта, етмешенсе йылдарға тиклем әле, инерция буйынса ғаилә традициялары ауылда һаҡланып килде. Әммә яман шеш кеүек ҡаныбыҙға инеп ҡалған ҡоротҡос ғәҙәттәр милләтте һаҡлау иммунитетын һындырҙы. Хәҙер айырылыу, никахһыҙ бала табыу, никахҡа тиклем үк енси бәйләнештәргә инеү, сабыйҙарға рәхимһеҙлек ҡылыу, уларҙы балалар йорттарына тапшырыу, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеү, ҡатнаш милләтле никахтар һаны торған һайын арта.
Һүҙ ҙә юҡ, совет осоронда ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын үҫтереү йүнәлешендә күп кенә ыңғай шарттар ҙа тыуҙырылды. Бәлиғ булыу йәше оҙайтылды. Ҡатындар үҙ хоҡуҡтарын һәм балаларын яҡлауҙы һорап дәүләт органдарына мөрәжәғәт итә, атай кешене яуапҡа тарттыра ала. Айырылышыуға күп осраҡта ҡатын кешенең теләге сәбәпсе була. Әммә бының кире яҡтары ла күҙгә ташланып тора.
Ғаилә тарҡалғанда күпселек осраҡта бала әсәһендә генә ҡалыу ир-атта яуаплылыҡ тойғоһон кәметә. Быны белеп, ҡатындар айырылыуға еңелерәк ҡарай, ғаиләне һаҡлап ҡалырҙай осраҡты ла файҙаланып еткермәй. Шәриғәт ҡанундары буйынса иһә балаға тәрбиә биреү, матди яҡтан тәьмин итеү тик атай кешегә генә йөкмәтелә. Милли ғәҙәт хоҡуғында ла ғаиләне аҫрау ҡатындарға йөкмәтелмәгән, сөнки “Арт йортто туйҙырған ҡатын ирҙе алға сығармай”, йәғни, ир матди буйһоноуға инә.
Әйтергә кәрәк, хәҙер мосолман илдәрендә ҡатын-ҡыҙ шулай уҡ эшкә инә ала, әммә ул тапҡанын тик үҙ мәнфәғәттәрендә генә (биҙәнеү әйберҙәре, затлы кейем алырға) тотона.
Ауылдарҙа ҡартайғансы өйләнмәй йәшәүсе ир-ат арта. Хатта халҡыбыҙға бөтөнләй хас булмаған инцест кеүек ҡот осҡос әхлаҡи енәйәттәрҙең килеп сыҡҡылауы – шулай уҡ милли йолаларҙың боҙолоуы һөҙөмтәһе. Ата-әсәнең балаларын мотлаҡ өйләндереүҙе хәстәрләшеү лә милләт өсөн фажиғәле күренеш.
Милләт булараҡ һаҡланайыҡ тибеҙ икән, беренсе нәүбәттә ғаилә ҡороуға иң изге бурыс итеп ҡарауҙы тергеҙергә кәрәк. Донъя йөҙөндә һәр йән эйәһе, хатта үҫемлектәр ҙә, үҙ-үҙен, затын һаҡларға тырыша. Аң-зиһен бирелгән әҙәми зат та был иммунитетын юғалтырға тейеш түгел.

Гүзәл СИТДИҠОВА.
Читайте нас: