Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
24 Май 2019, 13:38

Мәҙәниәтһеҙ мөйөш

Күрегеҙ һәм белегеҙ


Тормоштоң мәғәнәһе ниҙә? Был яуапты миңә ҡәҙәр ҙә эҙләгәндәр, минән һуң да эҙләрҙәр. Кемдер үҙенсә яуап тапҡан кеүек тә булыр, ә кемдер ергә ниңә тыуғанын да белмәй, китеп барыр. Әммә эш унда түгел. Эш шул ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе нисек йәшәп китеүҙә. Йән-яғыңа ҡарайһың да, ҡайһы ваҡыт аптырап ҡалаһың: был донъяға кеше ни өсөн йәшәргә тыуа һуң ул? Әллә йәшәгәнен кешеләргә күрһәтер өсөн генәме? Күргәҙмәгә йәшәй түгелме Кеше тигәнең?
Тыуғанда уҡ беҙҙең нисек итеп яҡты донъяға тәүләп һөрән һалғанды табип-акушерҙар ҡарап тора. Дөрөҫ, ул саҡта беҙ нисек матурыраҡ, “эффектлыраҡ” тыуырға икән тип уйланмайбыҙ. Уйлана белмәйбеҙ әле, өйрәтеп тороусы ла юҡ. Ә бына унан һуң башлана инде… “Үҫкәнем, исемеңде әйт әле. Әллә белмәйһеңме? Әйт, юҡһа апай көлә”. “Матур итеп ултыр, улайһа ағай көлә”. Мәктәптә уҡығанда ла шул уҡ хәл. Белем алырға түгел, яҡшы билдә алырға кәрәк. Кеше араһында оят булмаһын. Кеше араһында булдыҡһыҙ тигән даны сыҡмаһын – юғары уҡыу йортона инергә кәрәк.
“Уңайлы булһын”дан бигерәк, кеше бай тип әйтһен өсөн ҡәнәфиҙәр алына, ҡыйбаттан ҡыйбатыраҡ машиналар алмаштырыла. Кейем-һалым, яңы тундар хаҡында әйтеп тороуҙың кәрәге лә юҡ. Күрше күрһен, белһен, көнләшһен…
“Күрше күрһен”е уның ауылда нығыраҡ инде. Ә ҡалала күрше әллә ни ярышып йәшәй торған кеше түгел. Подъезда осрашҡанда иҫәнлек һорашаһың, осрашмаһаң, уныһы ла юҡ. Ҡалала, бигерәк тә баш ҡалала, башҡа “күргәҙмә”. Мегаполиста интеллигент булып йөрөгән, үҙҙәрен зыялы итеп күрһәтергә ынтылған айырым бер ҡатлам бар. Ана шулар ойоштора ла инде күргәҙмәне.
Уларҙы һәр мәҙәни “тусовка”ла осратырға мөмкин. Затлы тундары, модалы күлдәктәре, мөмкин булған бөтөн ерҙәренә алтын-көмөш аҫып бөтөрөүҙәре аша уларҙы таныуы ауыр түгел. Ғәжәп, Коко Шанель күптән модаға яһалма биҙәнеү әйберҙәре индергән. Ул алҡа-йөҙөк-беләҙектәрҙең үҙең менән йөрөтә һәм кәрәк булһа һатып ебәрә торған байлыҡ түгеллеген, ә ни бары декоратив элемент, кейемдең бер детале булыуын әллә ҡасан әйткән. Ләкин беҙҙең ханымдар телевизорҙан сериал ҡарап кейенеп өйрәнеү сәбәпле, быны белмәй, шикелле.
Кес кенә ауылдан сығып, ҙур ҡалаға килгәс, концерт-тамашаларға барыу минең өсөн торғаны бер байрам ине. Ләкин тиҫтә йыл да үтеп өлгөрмәне, тыштан ялтырап, эстән ҡалтырауҙың тере миҫалы шул концерттар икәнен аңланым. Эстраданы бөгөн тәнҡитләмәһә үтә моңһоҙ ғына тәнҡитләмәйҙер инде ул: йырсыларын да һүгәләр, шағирҙарын да, композиторҙарын да. “Тоҙһоҙ” йырҙар, тиҙәр… тыңларлыҡ түгел, тиҙәр… биш йөҙ һум түләп барҙыҡ, ә концерты биш тинлек булып сыҡты, тиҙәр… Әйҙәгеҙ был юлы ижад кешеләрен бер ситкә ҡуйып, тамашасыларға күҙ һалайыҡ әле. Ниндәй ул бөгөн тамаша ҡылыуcы?

Тамаша ишектән башлана

Элек нисек булғандыр, хәҙер, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Инде лә ирле башы менән яңғыҙы күлдәк күрһәтергә сығырға теләмәй икән, ирен дивандан ҡуптарып ала. Бының өсөн ул хатта билеттарҙы үҙе һатып алырға риза. Ниндәй ҡыйынһыныу, һөйөнә-һөйөнә тороп йүгерә кассаға! Театр – кейем элгесенән башлана тип беләбеҙ. Тик дөрөҫөн әйткәндә, һәр тамаша кассанан башлана ул. Ә унда… Ҡайһы урындан билет алырға белмәйенсә кассир ханыма кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә тура килгән саҡтар була. Ҡайһы рәт уңайлыраҡ, ҡайһыһы - осһоҙораҡ… Әммә уның күтәрелеп тә ҡарамай: “На стенде все показано. Смотрите там, пожалуйста!” - тигәне, “күҙең сыҡҡанмы ни” кеүегерәк яңғырай. Етмәһә, осһоҙ билет бөттө тип, ҡиммәтерәген һатырға тырышалар. Ә инде мәҙәниәт йортоноң тупһаһын үтеү менән, юлыңа арҡыры баҫҡан билет тикшереп тороусы ла уҫал итеп бер ҡараһа, ниңә килгәнеңә үкенә башлайһың. Концерттан алған тәьҫораттар нисек кенә яҡшы булмаһын, былары инде онотолмаясаҡ.
Хәйер, дорфалыҡта тамашасы тигәндәре лә кәмен ҡуймай. Тыштан үҙҙәрен бик зыялы итеп күрһәтергә тырышһалар ҙа, тәрбиә етеп бөтмәй тип әйтәйемме?.. Ни өсөндөр күптәр билет тикшереп, кейем алып тороусылар менән иҫәнләшеүҙе кәрәк тип тапмай.
Әлеге яҙмаға тотонғансы, контролер янына баҫып, тамашасыларҙы һынап ҡарарға булдым. Икәүләп йылмайып, ишектән ингән һәр кешегә “Хәйерле кис!” теләп, ҡаршылап торҙоҡ. Үҙебеҙгә лә шул уҡ йылмайыу менән яуап биргәндәр булды. Тик йөҙҙәренә: “Уның хәйерле икәнен һин ҡайҙан беләһең әле?!” тип яҙып ҡуйғандар ҙа бар ине. Һаулыҡ та алмай, ҡаш аҫтынан “һөҙөп” китеүселәр менән бер рәттән “һуҡырҙар” ҙа инде. Улары ишек янында торған контролерҙы бөтөнләй “күрмәй”. Буш урын булдыҡ беҙ күптәр өсөн. Ярты сәғәт үтеүгә элеккесә йылмайып баҫып тороу ҡыйыныраҡ ине инде. Асыуым ҡалҡты. Иҫәнләшеп үтһәләр, телдәре өҙөлөп төшәме ни? Исем өсөн генә булһа ла, йылмайһалар, ирендәре ҡыйшаямы ни һуң? Бер-береһе менән мулла бесәйенән йомшағыраҡ ҡыланалар бит. Минең ҡәнәғәтһеҙлегемде күргән контролер моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы: “Беҙ көн һайын бында баҫып торғас, өйрәнгәнбеҙҙер инде. Ҡайҙа ла – транспортында ла, кибетендә лә, баҙарында ла шул бит: кеше кешегә дошман кеүек”.
Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, көндәлек тормошта дорфалыҡ нормаға инде шул. Тик быныһы бит – мәҙәниәт усағы. Кеше бында килгән икән, тимәк, уның бәғере ҡатмаған әле. Күңеле матурлыҡҡа, йыр-моңға тартыла. Ул бит мәҙәниәтле булырға килә! Бында бит ҡаланың иң зыялы ҡатламы йыйыла! Хәйер, бәлки, мин яңылышамдыр…

Ашап-эсеп, күңел асып…

Бер концертта булды был хәл. Бирелеп китеп йыр тыңлап ултырғанда танауҙы киҫеп ингән колбаса еҫе ҡабат залға тартып алды. Аҙна уртаһында булған тамашаларға кешеләр, ғәҙәттә, эштән һуң килә. Билдәле, ул ваҡытта ризыҡ еҫенә айырыуса һиҙгер булаһың. Шуға күрә колбасаның ҡайһы тирәлә икәнен тамашасылар бик тиҙ самалап алды. Шыш-быш, боролоп ҡарау тулҡыны китте. Мин дә, тәнәфесте көтөп тормаҫ дәрәжәгә етеп асыҡҡан кешеләрҙе күрергә теләп, боролдом. Тик унда ашап ҡына түгел, эсеп тә ултыралар булып сыҡты. Концерт уртаһына етәрәк ярайһы ғына ҡыҙмаса булып алдылар. Йырсы сәхнәнән тамашасыларға мөрәжәғәт иткән һайын, кәрәкме-кәрәкмәйме, яуап бирергә тотондолар. Көлөштөләр, ҡушылып йырланылар. Сәстәренә сал ҡуна башлаған кешеләрҙең был ҡыланышы бик йәмһеҙ ине, әлбиттә. Ләкин тағы ла йәмһеҙерәге концерт бөткәс булды. Сығыуға йүнәлгәндә ярайһы ғына иҫергән апай яңылыш баҫып, ят һүҙ менән һүгенеп ебәрҙе. Кемдер уға ҡарап көлдө, кемдер… Ә берәүҙең быға һис иҫе китмәне. Тик быға оҡшаш күренеште йәнә бер осратырға тура килде.
Концерт башланырға өлгөрмәгән ине әле. Беренсе рәттә, сәхнәнең ҡаршыһына тиерлек ирле-ҡатынлы бер пар килеп ултырҙы. Күп тә үтмәне, улар янына бер ҡатын килде. Таныштары булып сыҡты. Шул уҡ рәт буйлап ситтәрәк тағы таныштары ултыра ине булһа кәрәк. Улары менән дә иҫәнләшеп, үҙ янына саҡырҙы. “Килегеҙ бында, бәрәңге бөрөгө ашатам”, - тине. Парҙарҙың гүзәл зат һаналғандары ғына килде, ирҙәре руль артында икән. Пакеттарынан араҡы менән “одноразовый” рюмкалар тартып сығарҙылар ҙа, бөтә зал ҡаршыһында “ых” та итмәй, концерт башланғансы бер шешәне “бөкләп” тә ҡуйҙылар. Юҡ, былары эйелеп түгел, ә тостар әйтешеп, шулай килеп ял итергә мөмкинлек биргән йырсының иҫәнлегенә күтәрҙеләр. Ә иң ҡыҙығы: әлеге әҙәмдәр йырсының махсус саҡырылған ҡунаҡтары булып сыҡты. Тик уларҙың береһе лә сәскә күтәреп килмәгән ине…
Сәскә тигәндән, үҙе шулай эсештерергә яратҡанғалыр инде, бөгөнгө тамашасы йырсыларҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Шарап, шампан, коньяк, тартма-тартма кәнфиттәр бүләк итәләр. Элегерәк уларҙы, исмаһам, матур пакетҡа һалып бирәләр ине. Хәҙер һағыҙ сәйнәй-сәйнәй сығып, ҡулын ҡыҫып, “шап” итеп арҡаһынан ҡағып, ҡулына шешә тоттороп төшөп китеүселәр арта. Ә йырсы ҡәнәғәт йылмайып, рәхмәт әйтеп ҡала. Өҫкә күтәреп бар залға күрһәткән дә була әле. Бына нимә бүләк итергә кәрәк, өйрәнегеҙ, тиеүе була микән, уныһын уҡ әйтә алмайым. Тик: “Ниңә алаһығыҙ?” - тигән һорауға, “Тамашасы ысын күңелдән бирә бит, нисек кире ҡағаһың?” – тип кенә ҡуялар. Улар ала тора, тамашасы бирә тора. Бер йырсы сәхнәгә ниндәй бүләктәр күтәреп сығыусыларын һанай башлағас, ауыҙ асылды.
- Алкоголле эсемлектәр, торт, тартмалы кәнфиттәрҙе һанап тормағанда, иң иҫтә ҡалғандарын ғына әйтәм. Береһендә грилдә ҡыҙҙырылған ике тауыҡ күтәреп сыҡтылар. Уның еҫе бөтөн залды алды. Еләк-емеш биргәндәре бар. Ә бер тапҡыр сибәр туташ конверт тотторҙо. Сәхнә артына сығып ҡарағас, тәүҙә өнһөҙ ҡалдым. Аҡса тип уйлай күрмәгеҙ, аҡса түгел, презерватив һалынған ине унда..
Ә ниңә? Булмаҫ тимәгеҙ, бик мөмкин, шуныһы айырыуса ҡыҙғаныс: быға тиклем бындай үҙенсәлекле тамашасы “рәхмәтен” фәҡәт концерттарҙа ғына күрергә мөмкин ине. Әммә матур пакетлы шарап театр сәхнәләрендә лә күренә башланы…

Кемгә нимә кәрәк шул

Баш ҡалала концерттар көн һайын булып тора. Ҡарап өлгөр генә! Бөгөн алған тәьҫораттарҙы иртәгеһенә икенсеһе күмеп китә. Хәйер, тәьҫораттар әллә ни оҙаҡҡа һуҙыла торған булмай ҙа инде унда. Билдән түбән шаярыуҙар, ыштанһыҙ мәҙәктәрҙән шарҡылдап көлгән булаһың, дәррәү ҡул сабыуҙарға ҡушылып алҡышлайһың. Тик ҡайтыр яҡҡа сыҡҡанда күңелгә түгел, һис юғы ҡолаҡҡа инеп ҡалған бер генә йыр ҙа юҡлығын аңлайһың. Шуға ҡарамаҫтан, Өфөлә милли эстрада йырсылары зал йыя алмаған икән, тигән һүҙҙәр бик һирәк ишетелә. Йыя улар, тулы залдар йыялар. Йөрөй халыҡ, билеттар 200-300 генә түгел, хатта 500-700 һум булһа ла йөрөй. Район ерендә залдар тулмаҫҡа мөмкин, ә бында көн һайын тула. Тик шуныһы ҡыҙыҡ, юҡ дөрөҫ әйтмәйем, ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс: милли матбуғат баҫмаларының район ерҙәрендә тираждары бар, ә баш ҡалала юҡ дәрәжәһендә. Ә ҡулына китап йә булмаһа гәзит-журнал тотоп ҡарамаған кешене мәҙәниәтле тип атап буламы һуң? Бер ҡарап онотаһы концерт билетына, ни бары 600 һумға, “Шоңҡар” журналына яҙылып, ай һайын рухи аҙыҡ алып йәшәп була. Ул сағында бай рухлы, зыялы, мәҙәниәтле булып ҡыланаһы ла юҡ. Тик күргәҙмәгә йәшәү үҙенекен итә шул.. Уның фатирында “Шоңҡар” уҡығанын кем күргән?!
Ә концерт тип аталған шоуҙарҙа күрәләр…
АЙЗИРӘК.
Читайте нас: