Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
24 Май 2019, 13:51

Өйҙән сыҡмай аҡса эшләп буламы? йәки бер нисә сәғәттә... илле мең!

Сабыйын ҡарап өйөндә «ял» итеүсе әсәләр көн дауамында нимә хаҡында ғына уйланмай. Балаһының сәләмәтлеге, ғаиләһенең именлеге, йәшәйештәрен мөмкин тиклем күркәмерәк итеү, тормош шарттарын яҡшыртыу... Иң матур кейемдәр, сағыу уйынсыҡтар, сифатлы балалар аҙыҡ-түлеге тураһында хыяллана әсәйҙәр. Ә бының өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, мөмкин тиклем күберәк аҡса!


Сабыйын ҡарап өйөндә «ял» итеүсе әсәләр көн дауамында нимә хаҡында ғына уйланмай. Балаһының сәләмәтлеге, ғаиләһенең именлеге, йәшәйештәрен мөмкин тиклем күркәмерәк итеү, тормош шарттарын яҡшыртыу... Иң матур кейемдәр, сағыу уйынсыҡтар, сифатлы балалар аҙыҡ-түлеге тураһында хыяллана әсәйҙәр. Ә бының өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, мөмкин тиклем күберәк аҡса!
Сабыйҙарының саф һауала рәхәтләнеп мышнап йоҡлауын күҙәткән әсәләр йәнә шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатты. Йәнәһе, өйҙә ултырып аҡса эшләп буламы? “Әҙәм балаһының ҡулынан килмәҫтәй әйбер бармы? Аҡса эшләргә теләһәгеҙ, күптән миңә ҡушылыр инегеҙ”, - ти Алина. Ҡыҙҙар шунда уҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. “Һиңә рәхәт, эш менән күптән шөғөлләнәһең. Беҙҙә лә һиндәге тел булһа, бәлки, әллә ниндәй эш тапҡан булыр инек”…
Алина Oriflame косметикаһын тарата. Уның яңы каталог алып килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Сөнки аҡсаһын бүлеп түләргә лә мөмкин. Өйҙә ултырыуҙарына ҡарамаҫтан, матур булырға тырышҡан әсәйҙәр араһында косметика бик үтемле тауар.
Арабыҙҙа йәнә бер юҡтан бар яһай белгән, бөтмөр һылыуыбыҙ бар. Исеме - Сәриә. Коляскала иҙрәп йоҡлап ятҡан һәр сабыйҙың аяғында ул бәйләгән йылы, матур ойоҡбаштар. Сәриәгә эшһеҙ моңайып ултырыу тәтемәй. Заказдарҙан арынғаны юҡ уның. Кемебеҙгәлер яңы фасонлы башлыҡ, комбинезон йәки шарф кәрәк. Башҡалар аҡса тураһында бәхәс ҡорғанда, ул ситтәрәк эскәмйәлә ултырып бәйләүен дауам итә. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Оҫта кеше шулай аҙ һүҙле булалыр инде. Үҙен маҡтай башлаһалар: “Бәйләм бәйләүҙең бер ауырлығы ла юҡ бит ул. Ябай ойоҡбаш, шарфтарҙан ғына башлағайным. Яйлап ейем-һалымға тотондом. Тәүҙә туғандарыма, һуңынан күрше-күләнгә төрлө әйберҙәр бәйләнем. Әле бына күлдәк башларға торам”- тип бәхетле йылмайып ҡуя.
Күрәһең, Аллаһ Тәғәлә кемгәлер тауарын үлтереп маҡтап һатырлыҡ тел асҡысы, икенселәргә ҡул оҫталығы биргән. Ҡалғандарға нимә эшләргә һуң? Нисек беҙгә, ваҡытлыса эшлеклелек арбаһынан төшөп ҡалғандарға, ғаилә бюджетына өлөш индерергә? Әлбиттә, бер кем дә һине булдыҡһыҙлыҡта йә тик ултырыуҙа ғәйепләмәй. Ләкин үҙ тырышлығың менән тапҡан өҫтәмә аҡсаның нисегерәк күңелде йылытыуын, үҙбаһаңды бермә-бер күтәреүен ошо тойғоларҙы кисергән кеше генә аңлар, тип уйлайым.
“Ә ни өсөн беҙ баш ватабыҙ, - тине бер көн Айһылыу, - өйҙә ултырған кешеләргә эш тәҡдим иткән иғландар быуа быуырлыҡ. Тәүәккәлләйбеҙме әллә?”
Ошондайыраҡ иғландар менән сыбарланған гәзитте ҡулға төшөргәс, төштән һуң йоҡоға талған бәпәйҙәребеҙҙе бәүетә-бәүетә, парк эскәмйәһенә йүнәлдек. Ысынлап та, өйҙә ултырған кешеләргә эш тәҡдим итеүселәр бихисап икән дә: “Өйҙәге эш. Эш хаҡы айына илле меңгә тиклем. Алдан түләү талап ителмәй. Һеҙҙән: адресығыҙ яҙылған ике конверт”.
Бына бит, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына. Шул көндө үк күрһәтелгән адрес буйынса хат яҙып һалдыҡ. Айһылыу менән осрашҡан һайын илле меңдең яртыһына эйә булғанда ла, ул аҡсаға нимәләр һатып алыу мөмкинлеге тураһында хыялланабыҙ. Балаларыбыҙға ла, үҙебеҙгә лә нимә генә кейҙереп, ашатып, һөртөндөрөп бөтмәнек! Ниһайәт, яуап хаты килеп төштө. Унда беҙгә хеҙмәт килешеүе төҙөргә тәҡдим иткәндәр. Бының өсөн паспорт, дипломдың күсермәһе һәм 428 һум аҡса талап ителә икән. Шулай уҡ ошо рәүешле ете меңдән ашыу кеше эшле булыуы, хәйләгә урын юҡлығы хаҡында тәфсирләп яҙылған. Дөрөҫөн әйткәндә, мин алдан уҡ өйҙә ултырып шул тиклем аҡса эшләп булыуына шикләнә инем. Шуға ла был эштән баш тарттым. Айһылыу иһә:“Дүрт йөҙ һум аҡсамы ни? Эш башлау өсөн ниндәйҙер өлөш индерергә кәрәк инде”, тигән һүҙҙәр менән аҡса ебәреп, тағы яуап көтә башланы.
Тиҙҙән Айһылыуға ул эшләйәсәк фирманың адресы яҙылған хат килеп төштө. “Һеҙҙең хеҙмәт килешеүегеҙҙең оҙайлы йылдар уңышлы эшләп килгән фирмаға ебәрелеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Эш башлау өсөн һеҙҙең исемегеҙгә тейешле документтар тултырылырға тейеш. Бының өсөн 250 һум кәрәк буласаҡ”, тиелгән ине унда.
Айһылыу йәнә аҡса ебәрҙе. Тик шуның менән “оҙайлы йылдар уңышлы эшләп килгән” фирма менән бәйләнеш өҙөлдө.
Бер көн түбәһе күккә етә яҙған Айһылыуҙы урамда осраттым. “Беләһеңме, мин бик шәп эш таптым. Былары иллешәр мең һум түгел, ә ай һайын һигеҙ мең һум тәҡдим итә. Ысынбарлыҡҡа тап килгән аҡса тәҡдим иткәс, моғайын алдамаҫтар”, - тине шат йылмайып.
Айһылыу менән икәүләп көн дә хат көтә башланыҡ. Почта йәшниге буш булһа, почтальонды һағалап, почта тирәһен әллә нисә барып әйләнәбеҙ. Ниһайәт, сағыу конверт килеп төштө. Был фирма сәй этикеткаларын ҡырҡыу менән шөғөлләнә икән. Айһылыуға айына 1000-1500 сәй ҡағыҙы ҡырҡып ебәрергә кәрәк буласаҡ һәм шуның өсөн ул эш хаҡы аласаҡ. “Әгәр ошо туҙанһыҙ һәм мәшәҡәтһеҙ эшкә урынлашырға теләһәгеҙ, тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн кисектермәй ...250 һум ебәрегеҙ” тиелгән ине хаттың аҙағында. Аҡсаны, ниңәлер, кемдеңдер исеменә почта аша күсерергә кәрәк.
Айһылыу был юлы ла: “Ни булһа ла булыр” тип аҡса ебәрҙе. Тик был компаниянан да башҡаса хәбәр булманы. Әхирәтем эшкә урынлаштырыуҙарын йәки аҡсаһын ҡайтарыуҙарын һорап әллә нисә тапҡыр хат ебәрҙе, әммә яуап ала алманы. Ошонан һуң Айһылыу эш тураһында оҙаҡ ҡына ауыҙ ҙа асманы.
Шулай ҙа бер көн түҙмәгән, тағы бер иғландар гәзите тотоп килгән. “Бер ауыҙы бешкән кеше һалҡын һыуҙы ла өрөп эсә, тиҙәр , ә һин?”,-тиеүемә тәүҙә иренен бүлтәйтте, унан: “Тәүҙә уҡып ҡарар инең”, - тине.
Уҡыйым. “Эшкә урынлаштырыу! Өйөгөҙҙән сыҡмайынса! 100% гарантия! Мәғлүмәт биреү бушлай”.
Буш сырҙың ҡапҡанда ғына икәнлеген беләбеҙ инде. Ә Айһылыуҙы быға нисек ышандырырға? Шуға күрә өмөт тулы күҙҙәренә төбәлеп: “Яҙ әйҙә, кем белә...” тип кенә әйтә алдым. Ул шуны ғына көтөп торған, күрәһең. Әллә ниҙәр тураһында хыялланған йәш әсә почтаға юлланды.
Ошо хәлдән һуң Айһылыуҙы оҙаҡ ҡына күрмәнем. Көндәр һыуынып, балалар менән тышта йөрөү ваҡыты ла ҡыҫҡарҙы. Донъя мәшәҡәттәре уның эшкә урынлашыу мажараларын да онотторғайны. Шулай ҙа бер көн уйламағанда тағы осраштыҡ. Баҙарҙа бик белдекле ҡиәфәт менән орлоҡтар һайлай ине. Ниһайәт, бер ҡап төрлө орлоҡ тотҡан Айһылыу һатыусы менән иҫәпләшеп, яныма килде. Уның эш эҙләү өлкәһендәге уңыштары хаҡында ҡыҙыҡһынам.
- Эйе, яуап килде. Был юлы миңә эште үҙемә һайлап алыу мөмкинлеге барлығын хәбәр иткәндәр ине. Тик бының өсөн бер вакансиянан өсәүгә тиклем - 248 һум, әгәр инде бишәүҙән артыҡ вакансия араһынан һайлап алырға теләһәм, 498 һум аҡса түләргә кәрәк булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, ундай иғландарға ышаныс бөттө хәҙер. Башҡасараҡ эш менән шөғөлләнергә булдым”,- тине серле йылмайып. Һәм үҫентеләр үрсетеп һатырға йыйыныуын хәбәр итте. “Хаҡтарын белештем, орлоҡҡа күпме аҡса сарыф ителәсәген иҫәпләп сығарҙым. Бик мәшәҡәтле эш, әммә килемле булырға оҡшай. Баҡсасылыҡ тураһында китап-журналдар уҡыйым. Сәскә үҫентеләренә, томат, борос, баклажанға өҫтөнлөк бирергә уйлайым...”
Айһылыуҙың янып торған күҙҙәренә ҡарап, уға был юлы бәхет йылмаясағын аңланым. Шул мәлдә икенсе бер танышым тураһында иҫләнем. Ул балаһы менән өйҙә ултырғанда сәй-шырпы кеүек көндәлек тауар менән һатыу итә башлағайны. Әлбиттә, туғандары йәш әсәнең бындай ҡарарға килеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Әлеге уйынан баш тарттыра алмағас, иптәше: “Ярай, бала саҡтағы кеүек магазин уйнап туйыр ҙа, ҡуйыр”, - тип ҡул һелтәгәйне. Ә хәҙер... уларҙың бер нисә магазины бар. Унда аҙыҡ-түлек кенә түгел, кейем-һалым да, йорт йыһаздары ла, мебель дә һатыла. Балҡып торған ҙур ике ҡатлы йорттары әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Икеһе лә ҡиммәтле, сит ил машинаһында елдерә. Һәм быларҙың барыһы ла кредитҡа түгел, ә үҙ көсө менән эшләп алынған. Бына нимәгә алып килә ҡатын-ҡыҙ ныҡышмаллығы!
Урамда балаларын ҡурсаҡтай кейендереп, йөҙҙәренән йәшәү дәрте бөркөгән әсәйҙәрҙе күргән һайын йөрәкте һүҙ менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғолар биләй. Ни тиклем бәхетле, гүзәл һәм тиктормаҫ заттар беҙ - әсәйҙәр!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Читайте нас: