Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
11 Июнь 2019, 20:59

ЙӘЙ – ҠЫҘЫУ ЯЛ МИҘГЕЛЕ. Ауыҙығыҙ бешмәһен!

Әле дүрт-биш йыл элек кенә тиһәк тә булалыр, ауыл кешеһенә “ҡайҙа ял иттең?” тигән һорауҙы биреү нисектер урынһыҙ кеүек тойола ине. Сит илдәр тураһында телевизорҙан ҡарап, шыма ҡағыҙлы журналдарҙан ғына уҡып белгән кешегә “загранпаспорт” ни ҙә, “виза” ни... “Турфирма” тигәненең дә ауыл осондағы мал фермаһынан ҡайһы ере менән айырылыуы хаҡында уйланып та ҡарамай ине ул.

Әле дүрт-биш йыл элек кенә тиһәк тә булалыр, ауыл кешеһенә “ҡайҙа ял иттең?” тигән һорауҙы биреү нисектер урынһыҙ кеүек тойола ине. Сит илдәр тураһында телевизорҙан ҡарап, шыма ҡағыҙлы журналдарҙан ғына уҡып белгән кешегә “загранпаспорт” ни ҙә, “виза” ни... “Турфирма” тигәненең дә ауыл осондағы мал фермаһынан ҡайһы ере менән айырылыуы хаҡында уйланып та ҡарамай ине ул. Тик юҡҡа ғына “заман башҡа, заң башҡа” тимәйҙәрҙер. Бөгөн ауыл халҡы ла “иреккә сыҡты” – һыйыр ҡойроғона тотоноп ятыу бөттө унда. “Күршем барған, мин унан кәмме ни?” тип булһа ла, берәй яҡта йөрөп ҡайтырға тырыша.


Ошо юлдарҙы уҡыу менән: “Ни һөйләйһең һин? Ҡайҙа инде ул ябай кешегә сит илгә сығыу?” тигән булырһығыҙ, бәлки. Әлбиттә, байтаҡтарҙың “йәй” тиеүгә, маңлайынан һалҡын тир бәреп сыға. Сөнки йылдың дүрт миҙгеле араһында быныһы ауыл халҡы өсөн иң ҡыҙыуы. Тыпырҙатып ҡына утлы табала бейей торған сағы. Арыу-талыуын онотоп, ҡояш нурҙарында шайтан кеүек ҡарая, бесән әҙерләй, сүкәйеп “ер һөрә” улар йәйгеһен.

Магазиндағы емеш-еләктең дә ни хаҡтары, ни сифаттары яҡын килерлек түгел. Үҙең үҫтереп ашауға етәме һуң, тигән булабыҙ ҙа... Хәйерсегә ел дә ҡаршы, тәбиғәттең көйө китте әле. Тарихҡа инеп ҡалған бер нисә йыл элекке ҡоролоҡтан һуң йәй һайын ниндәйҙер хикмәт сығып тора. Әле саранча баҫа, әле ҡыр күбәләктәре. Яңынан-яңы ҡоротҡостар, ҡурҡыныс киноларҙағыса, кешеләр күңеленә шом һала. Улар менән сағыштырғанда колорадо ҡуңыҙҙары таныш һәм ғәзиз кеүек тойола башланы. Тиҫтә йылдар дауамында үҙәктәргә үтеп йөҙәткән был бәләләрҙе һуңғы ваҡытта “И-и-и, буйлы-буйлы тәтәй ҡуңыҙҙарыбыҙ!” тип һөйөрҙәй булдыҡ шикелле. Исмаһам, уларға ҡаршы көрәшеү ысулдарын беләбеҙ. “Үҙебеҙ үк ағыулап ашайбыҙ!” тип уфтанһаҡ та, ағыуҙарын алдан һатып алып, “дошмандарҙы” әҙер булып көтәбеҙ.

Ҡасандыр “бесән” менән “урман” төшөнсәләре йәнәшә йөрөй торғайны. Әммә һуңғы ваҡытта халыҡ урманда салғы менән бесән сабыуҙы онотоп бара. Аҡсаң ғына булһын: трактор ярҙамында сабып-йыйып та бирәләр, ҡайтарып та бушаталар. Хәйер, хәҙер “мин бесән ашамайым” тип ҡала кешеләре генә түгел, ауылдыҡылар ҙа яуаплай башланы. Сөнки йәштәр мал аҫрарға атлығып тормай. Һыйыр ҡойроғона йәбешеп ятыуҙары шуға бөтәлер. Урманға ла шешлек ҡыҙҙырырға ғына сығалар, шикелле. Картуфты үҫтереп тә уңыш йыйып алып булмай тип, һатып алыуға күсеп баралар. Ҡыҫҡаһы, ауыл кешеһенең дә эше әҙәйә, йәй көнө буш ваҡыты күбәйә. Шулай булғас нишләп сәйәхәткә сығып китмәҫкә? Ҡайһы ваҡыт: “Төркиәгә осһоҙға барып була, бөтә кеше шунда оса, ә минең барғым килмәй... Башҡалар булмаған берәй икенсе яҡты ҡарарға кәрәк”, – тип ебәрәләр хатта!

Сәйәхәттең төрҙәре күп. Автобус йәки карап турҙары, “ҡырағай” ысул... Үҙ илеңдең хозур тәбиғәтенә һоҡланып йөрөргә лә, сит илдәр менән танышып ҡайтырға ла мөмкин. Хатта республикаңдан ситкә китмәй генә лә онотолмаҫ ял ойошторорға була. Тик беҙҙең халыҡ “үгеҙҙе мөгөҙөнән алырға” ярата. Шуға мөмкинлеге сығыу менән ул “кәртә артына” һыпыртырға тырыша.

Йыл әйләнәһенә Интернет мауыҡтырғыс сәйхәттәр вәғәҙәләгән реклама менән мыжғый. Йәйгә ҡарай улар тағы ла сағыуыраҡ төҫ ала, балҡый башлай... Халыҡ та “ҡыҙыу тур”ҙарға өйрәнеп алды. Ғәҙәттә улар осһоҙ хаҡ менән ымһындыра. Туроператорҙар үҙ кленттары өсөн билет, ҡунаҡханалағы урындарҙы алдан хәстәрләп ҡуя, әммә бер ҡасан да тейешле ваҡытҡа нәҡ шул ҡәҙәр клиент буласағына гарантия юҡ. Теге йәки был йүнәлештә туристар һаны кәмей икән, үҙҙәренең сығымдарын өлөшләтә булһа ла ҡаплатыр өсөн путевкаларҙы ярты хаҡҡа һатырға мәжбүрҙәр. Таиланд, Төркиә, Мысыр кеүек илдәргә һыу төшөү миҙгеле бөткәндә барырға теләүселәр һаны кәмей. (“Һыуҙы ауыл башындағы быуала ла ҡойоноп була, донъя күреп ҡайтайыҡ!” тип сығып китеүселәр өсөн иң ҡулай ваҡыт.) Тик шулай ҙа “ни өсөн нәҡ шул отелгә йәки рейсҡа барырға теләүсе юҡ?” тигән уй тыуырға тейештер.

Барғас та “ҙур донъя”ға беренсе тапҡыр сығып төрлө хәлдәргә юлығырға мөмкин. Мәҫәлән, путевка буйынса барып та, отелдә урынһыҙ ҡалырға. Ғәҙәттә, ҡунаҡханаларҙағы урындарҙың яҡынса ун биш проценты икенсе тапҡыр һатылған була. Тәжрибә буйынса шул сама турист ял итергә килеүҙән баш тарта, ә турфирма үҙенең сығымдарын кәметеү өсөн, бөтә ихтималлыҡтарҙы иҫәпкә алып, “йәнәһе буш” урындар һата. Бындай хәлгә тарыған кешегә башҡа ҡунаҡханаларҙан урын табып бирәләр биреүен, әммә ундағы хаҡтар ҡиммәтерәк булыуына һылтанып, өҫтәмә аҡса һорайҙар. Сит илдә урамда тороп ҡалған клиент дәғүә лә белдерә алмай, ә йәшәргә кәрәк...

Ҡунаҡхана. Унда ла төрлө хәйлә-йәтмәләр һағалап тора. Мәҫәлән, мини-барҙа теҙелгән алкоголь һәм ҡабымлыҡтар исемлеге менән ҡыҙыҡһынмаған, көн һайын барлап тормаған сәйәхәтселәр, үҙҙәре ашап-эсмәһә лә, тәңкә түләргә мәжбүр: көн дә номерҙы йыйыштырыусы ханым “дәүләт мөлкәтенә айыу майы һөртөп”, барыһын да һеҙҙең елкәгә яҙҙырып йөрөүе ихтимал. Шулай уҡ телеканалдарҙың да түләүле һәм түләүһеҙ булғандарын белмәүселәрҙең аҡсаһы елгә оса. Билдәле бер ваҡыттан һуң, экран һүнеп ҡабынһа, йә таныш түгел яҙыуҙар сыҡһа, түләүле канал эшләй башланы тип уйларға кәрәк. Хаҡы – сәғәтенә ун евро самаһы. Быны аңлар өсөн ваҡыт бик әҙ. Аңғармаған кеше, бер нисә секундҡа ғына һуңлаһа ла, тулы сәғәт өсөн түләйәсәк. Ҡыҫҡаһы, берәүҙәрҙең ялында икенселәр аҡса эшләргә әҙер генә тора. Шуға сит илдәрҙән турфирмалар, аралашсы ойошмаларға аҡса сарыф итмәй генә, үҙ аллы сәйәхәттәргә юлланыуҙы артыҡ күреүселәр бәлки оталыр ҙа. Өҫтәүенә, әллә ниндәй сит-ят ерҙәрҙән үҙебеҙҙең туған яҡтар ҙа һис ҡалышмай, республикабыҙҙа күрер, һоҡланыр, хозурланыр тәбиғәт мөйөштәре етерлек. Бары тик ялды файҙалы, күңелле, иҫтәлекле итеп уҙғарырға теләк кенә булһын. Ә бына һуңғыһы халыҡыбыҙға бик үк хас нәмә түгел шул.

Нисек кенә булмаһын, тиҙҙән ялға китергә йыйыныусылар, һеҙгә мөрәжәғәт! Бөтә кеше лә ялын йәй ваҡытында ала алмай. Был бәхет һеҙгә тейгән икән, тимәк, үҙегеҙ өсөн дә, эштә ҡалған бисаралар өсөн дә ял итергә тейешһегеҙ. Хужалыҡта эш бөтмәй, ремонт бер ҡайҙа ла ҡасмай, кредит барыбер ун биш-егерме йылға алынған, түләйһе лә түләйһе... Ә был йәй башҡа ҡабатланмаясаҡ! Шулай булғас, киләһе йыл еткәнсе тәьҫораттарығыҙҙы һөйләй-һөйләй тирә-яҡтағыларҙың елегенә төшөрлөк итеп, рәхәтләнеп кешесә бер ял итегеҙ!

АЙЗИРӘК.

Читайте нас: