Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
2 Июль 2019, 18:18

Ял тиһегеҙме әллә?

– Ҡатын тиҙерәк эшкә сыҡһын ине. Күпме эшләһәм дә аҡса етмәй, ә ул һаман аҡса даулай, – тип зарлана бер ир янындағы дуҫына. – Ә ниңә эшләмәй һуң? – ти тегеһе. – Декретта.– Эйе... – тип көрһөнөп ҡуйҙы әңгәмәләше дуҫының хәленә инеп, – эшһеҙ ятһалар, ҡотора башлайҙар шул улар...

Журналист халҡы өсөн “аҙыҡ” аҙым һайын тиеүҙәре хаҡтыр инде ул, йәмәғәт. Беҙ кибет, баҙар кеүек ерҙәрҙә генә түгел, транспортта ла тик кенә йөрөй белмәйбеҙ. Әле тегеһен, әле быныһын тыңлайбыҙ. Журналистарҙы машинаһы булмағанға автобуста йөрөй икән тип яңылыша күрмәгеҙ тағы. Төп маҡсат – ҡыҙыҡлы мәғлүмәт йыйыу. Бына әле лә ҡулыма ҡәләм алырға шул автобуста ишеткән бер әңгәмәнең өҙөгө мәжбүр итте.


– Ҡатын тиҙерәк эшкә сыҡһын ине. Күпме эшләһәм дә аҡса етмәй, ә ул һаман аҡса даулай, – тип зарлана бер ир янындағы дуҫына.

– Ә ниңә эшләмәй һуң? – ти тегеһе.

– Декретта.

– Эйе... – тип көрһөнөп ҡуйҙы әңгәмәләше дуҫының хәленә инеп, – эшһеҙ ятһалар, ҡотора башлайҙар шул улар...

Ике иптәштең һөйләшеүен ишеткәс, тейешле туҡталышымды үтеп китмәнем китеүен. Әммә күңелемдә көнө буйы шулар менән бәхәсләшеп хәлдән тайҙым. Үҙемдең дә “декрет курортынан ҡайтҡаныма” ни бары өс көн генә тиерлек...

Ирҙәрҙең күпселеге, ҡатын бала менән өйҙә ултыра икән, тәүлек әйләнәһенә ял итә, көс йыя, тип уйлай. Әлегә әсәй булырға өлгөрмәгән ҡатын-ҡыҙ ҙа декретты ниндәйҙер оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылған күңелле ял тип ҡабул итә. Тик ысынбарлыҡ башҡасараҡ.

Декреттағы кешенең ашарға түгел, тешен таҙартырға ла өлгөрмәгән көндәре күп була. Бала әсәһенең тормошо менән идара итә башлай. Ҡатын-ҡыҙ тулыһынса сабыйына, уның көн тәртибенә бәйләнә. Әммә хикмәт шунда: баланың тормошо планһыҙ. Мәҫәлән, бер көндө көндөҙгө йоҡоһо өс сәғәткә һуҙыла. Әсә кеше был ваҡытта ашарға бешерә, керҙәрен йыуып, үтекләп ҡуя, өйөн йыйыштыра, хатта иркенләп ҡайнар килеш сәй ҙә эсә. Һәм икенсе көнгә лә шул ваҡытҡа самалап пландар ҡора, башҡарасаҡ эштәрен барлап ҡуя. Әммә иртәгәһенә бала бөтөнләй йоҡламай. Улай ғына түгел, көйһөҙләнеп гел ҡулда йөрөй. Ниәт иткән эштәре барып сыҡмағас, ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе ҡырыла. Декретта көндәрҙең айырмаһы шунда ғыналыр. Ғәҙәттә, һәр “бөгөн” “кисә”гә оҡшаш була: ашатырға, йыуындырырға, йоҡлатырға, уйнарға, ашатырға, йоҡлатырға... Беренсе айҙарҙа, ғөмүмән, уйларға ла ваҡыт ҡалмай тиерлек. Уйлау һәләте кәмей. Йөклөлөк ваҡытында, имеҙгәндә ҡатын-ҡыҙҙың хәрәкәттәре, фекерләү һәләте былай ҙа аҡрыная, хәтере насарая. Етмәһә, “ығы” килеп ятҡан сабыйҙан башҡа өйҙә һөйләшергә кеше лә юҡ. Эш урынында, теләйһеңме-теләмәйһеңме, аралашырға мәжбүрһең. Кемделер рәхәтләнеп тыңлайһың, тәжрибә туплайһың, күңелеңде бушатаһың. Ә декретта булғанда үҙең кеүек йәш әсәйҙәр менән бәпестәр һәм уларҙың сирҙәре, прививкалары тураһында һөйләшеүҙән йыраҡ китмәйһең.

Көнөнә нисә ҡабат кер, иҙән йыуаһ, өй йыйыштыраһың, ҡулыңа бала күтәргән килеш нисек ашарға бешерәсең – эштәге ирҙәр быны күрмәй. Ҡайтыуына өй йыйыштырылған, бала ҡаралған, аш әҙер бит. Ғаиләлә икенсе бала булса, уның беренсеһе баҡсанан алып ҡайтылған йәиһә мәктәптәгеһенең өй эштәре әҙерләтелгән була әле. Коляска этеп ҡала урамдарынан йөрөп ҡараған кеше генә йорт янынан ситкә китеүҙең ниндәй батырлыҡ икәнен аңлай. Эйе, эйе, батырлыҡ һәм был һис кенә лә арттырыу түгел. Ни өсөн тиһегеҙме? Юлдарҙы, тротуарҙарҙы, бордюрҙарҙы проектлаусылар ҙа, асфальт йәйеүселәр ҙә ирҙәр бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ултырған колясканы бордюр һайын күтәреп сығарыр өсөн ҡатын-ҡыҙ күпме көс сарыф итергә мәжбүр буласағын ҡайҙан белһен инде улар.

– Бер мәртәбә иремә шул бордюрҙарҙы һөйләп зарланғайным –аңламаны. Ул, ғөмүмән, унда проблема күрмәне. Күтәрәһең дә сығараһың, тине. Физик яҡтан көслөрәк булғас, колясканы күтәреү проблема тыуҙырмай уларға, – дип аңлатты бер танышым.

Шуға күрә саф һауала йөрөп ингәс, арыным тигәнгә елкә генә һикертә. Бында ул бит эштән ҡайтҡан, тимәк, ул арыған!

Әсәй кеше төндә лә йоҡламай, иртән дә барыһынан да иртәрәк тора. Йәш бала менән айырыуса һаҡ, уяу булырға кәрәк. Ә уның көндө төнгә ялғап илауы ла ихтимал. Башта эсе, унан теше... Ир-аттарҙың бик аҙы ғына ҡатынының арығанлығын аңлай, рәхмәтле була белә. Күбеһе иһә ниҙер эшләргә өлгөрмәһә лә, бешергән ризығы тоҙлораҡ булһа, йә көйөбөрәк китһә лә, ҡатынын битәрләргә тотона. “Иртәнән кискә ҡәҙәр өйҙә ятып та бер ни эшләмәйһең, минең елкәлә утыраһың”, – ти. Эйе, ғаиләлә бер генә кеше эшләгәндә ауырға тура килә инде ул. Аҡсаны һанап тоторға тура килә. Әммә тормошоноң был этабында бик аҙ ҡатын-ҡыҙ ғына уларҙы үҙенә тоталыр. Күпселегенең өстөндә халат йәиһә спорт костюмы, сәсе артҡа тарап йыйылған. Был – декреттағыларҙың донъя күләмендәге имиджы. Бит-ҡулдарға кремдар һөртөп, битлектәр яһау онотола. Сәсте йыуырға түгел, ҡай саҡ тарарға ла ваҡыт етмәй. Билдәле, ир-ат затына ундай ҡатындар оҡшамай. Арыу сәбәпле тейешле иркә-наҙ ҙа бирә алмаһаң, “һулға ҡайырыуын” көт тә тор.

Нишләргә һуң? Декрет ялында ҡай саҡ бәҙрәфтә лә үҙең генә ҡалыу мөмкинлеге булмаһа ла, донъянан ситләшмәҫ өсөн өҫтәмә ни менән булһа ла шөғөлләнергә яй табырға кәрәк. Был уңайҙан кәңәштәр менән интернетта тиҫтә генә түгел, йөҙләгән сайттар тулған. Үҙеңә, балаңдың йәшенә тура килгәнен һайлап алырға ғына кәрәк.

Мәҫәлән, праваға уҡырға мөмкин. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен бала менән саф һауа һуларға сыҡҡанда ла өйрәнергә була. Әгәр машинағыз һәм йөрөтөү таныҡлығығыҙ бар икән, машина ремонтлау серҙәренә төшөнә алаһығыз.

Уҡытыусылар репетиторлыҡҡа алынһа яҡшы. Сит тел уҡытыусылары тәржемә менән шөғөлләнә ала.

Йәш әсәйҙәргә тауар таратыу тәҡдимдәре күп килә. Каталог аша эшләй торған теләһә ҡайһы компания һеҙҙе үҙ коллективына ҡабул итәсәк. Табыштан тыш, шул компанияның продукцияһын бушлай йә осһоҙға файҙалана аласаҡһығыҙ. Мәҫәлән, биҙәнеү әйберҙәрен йәиһә өй, һауыт-һаба йыуыу сараларын.

Өйҙә балалар баҡсаһы уҡ асмаһағыҙ ҙа (был шөғөлдө рәсмиләштереү өсөн күп көм түгергә тура килер), һеҙгә түләргә әҙер булған таныштарығыҙҙың балаларын алып ҡалып тора алаһығыҙ.

Камиллашыу, үҫеш тураһында уйлаһағыҙ, инглиз теле өйрәнеү өсөн дискылар һатып алығыҙ, интернеттан курстарға яҙылығыҙ.

Әгәр элек эшләгән ерегеҙгә ҡабат сыҡҡығыҙ килмәй икән, тимәк, эш урынын алыштырырға ваҡыт. Ҡыҙыҡһынған йүнәлеш һайлап, тейешле белем алып, яңынан башларға мөмкинлек бар. Яңы белем үҙләштерер йә тағы ла юғарыраҡ күтәрелер өсөн квалификацияғыҙҙы күтәрә алаһығыҙ. Декретта йәшенеп ятҡан һәләттәр асыла. Бәйләү, сигеү буйынса, һабын ҡайнатыу, фотоға төшөрөү һ.б. буйынса интернет конкурстарҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Яҡындарығыҙ өсөн стилист, визажист, парикмахер булығыҙ. Массаж яһағыҙ. Бары тик ни булһа ла эшләргә тырышығыҙ!

Әлбиттә, кәңәштәрҙе матур итеп теҙеп яҙҙым. Ҡайһыларын хатта үҙем дә эшләргә тырышып ҡарағайным. Килешәм, еңел түгел. Ә иң күңелгә тейгәне – барыбер “декретта ятаһың!” тиеүсе табыласаҡ. Ирегеҙ, ҡәйнә-ҡайнығыҙ, туғандарығыҙ өндәшмәһә, урамда булһа ла әйтеп китәсәктәр.

Бер ваҡыт кесе улымды коляскаға ултыртып, олоһон балалар баҡсаһынан алырға китеп барам. Юл ыңғайы банкоматтан аҡса алырға булдым. Инде сиратым етте генә тигәндә, урта йәштәрҙәге бер ханым алға керҙе. Ризаһыҙлығымды белдереп ауыҙымды асҡайным да, һүҙ әйтергә өлгөйрмәй ҡалдым. Һуңғы киҫәк икмәген тартып алған кешегә ҡарағандай һөҙөп ҡараны ла теш араһынан: “Һин көнө буйы өйҙә ятаһың!” – тип ыҫылданы. Үҙе ҡасандыр әсәй булған ханымдар шулай ҡыланҡас, ирҙәргә ни ҡала? Йәмғиәт декреттағы ҡатын-ҡыҙҙы өнәмәй шул. Балаһына йәш ярым булғансы өйҙә ултырһа ярай әле, унан һуң әрәмтамаҡҡа һанай башлайҙар. Әлбиттә, был күңелһеҙ хәл. Тик декрет – ҡатын-ҡыҙ өсөн имтихан, ир-ат өсөн һынау тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һәммәбеҙ ҙә уны уңышлы тапшырырға өйрәнһәк ине.

Айзирәк.

Читайте нас: