Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
18 Июль 2019, 18:49

Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ

“Өйрәнелде ул, башта өйҙә ятыуы оят һымаҡ ине. Дуҫтар менән йыйылышып “байрам” итеп алабыҙ. Минең кеүектәр күбәйҙе, проблемалар уртаҡ. Ҡатын-ҡыҙ мыжыҡ бит инде, эшләмәйһең, өйҙә ятаһың, тип әрләй ҙә ул. Ҡайҙа барайым? Үҙемдең һөнәр буйынса ауылда эш юҡ, бүтән эшкә барғым килмәй”. Ир-ат аҡсалы ҡатын-ҡыҙ артына йәшеренә башланы. Күбеһенә был күренеш оҡшаны, буғай. #Шоңҡаржурналы

Кешелек донъяһы йәшәй башлағандан алып ир-ат – тыуған ерен, ғаиләһен һаҡлаусы, ризыҡ табыусы, ә ҡатын-ҡыҙ бала үҫтереп, йортто тәртиптә тотоусы булған. Быуаттар буйына һуҙылған ошо тәртип кешелек донъяһын һаҡлаған. Ләкин һуңғы йылдарҙа ир-аттың ҡайһы берәүҙәренең ошо ҡанунды боҙоп, эшләмәйенсә өйҙә ятып, эш юҡ, ҡайҙа барайым тип эсергә һалышыуҙары күп ғаиләләрҙә фажиғәгә әйләнеп бара тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Был күренештең сәбәптәрен асыҡлап, унан сығыу юлдарын бергәләп эҙләп ҡарайыҡ.
Тәүҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эшләмәй ятҡандарҙың һүҙҙәрен тыңлайыҡ. Социализм осоронда һәр беребеҙҙең эш урыны булды, иң мөһиме – ул йәшәгән урындан йыраҡта түгел ине. Нисек эшләһәк тә, барған өсөн булһа ла, ай аҙағында 100 һум аҡса ала инек. Бөгөн ауылда эш бөттө, мин бер кемгә лә кәрәкмәйем булып сыҡты. Ситкә сығып эшләү өсөн йәшем үткән.
“Өйрәнелде ул, башта өйҙә ятыуы оят һымаҡ ине. Дуҫтар менән йыйылышып “байрам” итеп алабыҙ. Минең кеүектәр күбәйҙе, проблемалар уртаҡ. Ҡатын-ҡыҙ мыжыҡ бит инде, эшләмәйһең, өйҙә ятаһың, тип әрләй ҙә ул. Ҡайҙа барайым? Үҙемдең һөнәр буйынса ауылда эш юҡ, бүтән эшкә барғым килмәй”.
“Ҡайҙа ғына барһам да хеҙмәт хаҡы аҙ булып сыҡты. Бушҡа эшләп ғүмер үткәрәйемме? Атай-әсәйем дә һуғыштан һуң таяҡҡа эшләгән. Бөгөн 80 йәшкә етеп барған әсәйем иң түбән пенсия ала. Оят бит! Иң ауыр эштәрҙе улар башҡарған. Үҙем дә – йәшлектең иң матур сағында фермала ҡалыуыма үкенәм. Йәнәһе, ауылда, атай-әсәйем янында йәшәйем. Сығып китергә булған да бит. Партия ла эй маҡтаны, йыл һайын Маҡтау ҡағыҙы бирҙе, бер сумаҙан ята ана. Ферма ябылды, эшһеҙ ҡалдым. Әле өйҙә мал ҡарайым, пенсияға ла күп ҡалманы инде”.
“Ниндәй эш, көлдөрмә әле, эшләп кем байыған. Ҡатындың хеҙмәт хаҡы етерлек, әйҙә ҡараһын мине. Элек ул бала табып өйҙә ятты. Әсәйемдең пенсияһы бар. Етте, башҡа тай типмәгән әле”.
Үҙем ауылда йәшәгәс, был мәҡәләм дә ауыл кешеһенең яҙмышын, уның проблемаларын сағылдырыр. Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында ауылдар сәскә атты, бөтәбеҙҙең эше булды. Шул йылдарҙа тыуған яҡтарын яҡын күргән күп йәштәр ауылдарына ҡайтып төпләнде. Партия, комсомол ойошмалары эшләгәндәрҙе дәртләндереп ебәрә ине. Районыбыҙҙан, хатта колхозыбыҙҙан партия, комсомол съездарына барыусылар булды. Ул саҡта сит илдәрҙәге тормошто белмәгәс, күрмәгәс ҙур маҡсаттар менән үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап яттыҡ.
Донъялар үҙгәргәс, беҙ һынау алдында ҡалдыҡ. Кемдәрҙер тиҙ генә яраҡлашып, алыпһатар юлына баҫты, бәләкәй фермер хужалыҡтары ла барлыҡҡа килде. Ә шулай ҙа күпселек халыҡ нимә эшләргә белмәй, ике ут араһында ҡалды. Бала саҡтан аҡса эшләү юлдарын күреп, өйрәнеп үҫмәгән быуын яңы тормош алдында баҙаны. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ заманға тиҙ яраҡлашып алды. Ә ир-ат ни өсөндөр ығышлыҡ күрһәтте (әлбиттә, бөтәһе лә түгел), үҙгәрә алмай интекте. Шуғамы, йәмғиәттә лә, өйҙә лә ҡатын-ҡыҙ беренсе планға сығып, ирҙәрҙе икенсе планға күсерҙе. Ир-ат аҡсалы ҡатын-ҡыҙ артына йәшеренә башланы. Күбеһенә был күренеш оҡшаны, буғай.
Был проблеманан сығыу юлдары бармы? Аҡсаның тәмен белеп үҫкән йәштәргә был хәл ҡурҡыныс та тойолмаҫ. Улар яраҡлашып үҫер. Ә бына бөгөнгө 35-60 йәшлектәргә нимә эшләргә?
Был өлкәлә кешегә кәңәш биреү еңелдән түгел, шулай ҙа үҙ тәжрибәмдән сығып, бер нисә фекер, кәңәш менән уртаҡлашып китмәксемен.
Хөрмәтле ир-аттар, ошо исемгә лайыҡ булып, илебеҙҙе, ғаиләбеҙҙе һаҡлай-яҡлай алырға, йортобоҙға хужа булып, ергә ныҡлы баҫып йәшәргә тырышайыҡ. Был бит беҙҙең ҡулдан килә торған эш. Ҡатындар, атай-әсәйҙәр артына боҫоп, әҙерҙе көтөп ятыу йүнһеҙлек тә, гонаһ та. Бер ҙә килешкән эш түгел, ҡыҫҡаһы.

Риф Йөҙлөкбай,

Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас: