Донъя иҫ киткес тиҙлектә үҙгәрә. Олатай-өләсәйҙәрҙең ете ятып бер төшөнә лә инмәгән хәлдәр менән атай-әсәй диңгеҙ аръяғында тәбиғи һаналған күренештәр менән гәзиттәрҙән уҡып таныша. Ә беҙҙең быуын өсөн ул ғәҙәти хәлгә әйләнеп өлгөрә. Һүҙем атайҙарҙың “бала табыуы” тураһында.
Буласаҡ атайҙарҙың бала табыу залында булыуы бөгөн экзотика түгел, ә ғәҙәти күренеш. Европа һәм Америкала был йола 20 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Шуға күрә унда инде икенсе быуын атайҙар яңы тыуған сабыйҙарын ҡулдарына ала. Рәсәйҙәр һуңлабыраҡ ҡабул итһә лә, әлеге йоланы бик тиҙ һәм актив үҙләштерә.
100 йыл элек бөтөн донъяла баланы өйҙә тапҡандар. Атай кешене индермәһәләр ҙә, ул ҡайҙалыр яҡында булған һәм барыһын да ишетеп торған: ҡатынының тулғаҡ ғазаптарынан ҡысҡырыуын да, баланың тәүге ауазын да… Медицина үҫешеп, бала табыу өсөн махсус урындар төҙөлә башлағас, атайҙар ситтә ҡала башлаған. Уға бала табыу йортоноң ишек алдына таҫмалап төрөлгән бәләкәс төргәкте тантаналы рәүештә сығарып ҡына тотторалар. Ә балаһы нисек тыуғанын, ҡатынының ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтерергә генә ҡала. Тап шул “етешһеҙлек” ирҙәрҙә “аталыҡ хисен” бөтөрә, тигәнме берәй аҡыл эйәһе, йә булмаһа ирҙәр менән тиңләшергә яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар “нишләп мин генә ғазапланырға тейеш, әйҙә, һин дә” тигәнме – аныҡ ҡына яуапты әйтә алмайым. Әммә кемдер парлап бала тапҡан да, яңы модаға нигеҙ һалған. Әле ҡасан ғына ирҙәр бергә осрашһа, хәрби хеҙмәт тураһында һөйләшәләр ине. Кем ҡайҙа хеҙмәт иткән һәм кемдең прапорщигы ниндәй кеше булған – был улар өсөн “изге тема” ине. Хәҙер иһә кем ҡатыны менән бала табырға барған һәм нисек иҫтән яҙып йығылмай түҙеүе хаҡында һөйләшәләр. Сөнки хәрби хеҙмәткә барыусылар әҙерәк, бала “табыусылар” күберәк. Бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа.
Ирҙәрҙең бала тыуҙырыуҙа ҡатнашыуын төрлө кеше төрлөсә аңлай. Берәүҙәр тулғаҡ ваҡытында ҡатыны янында булһа ла, иң яуаплы мәл етеүгә ишек артына сыға, икенселәр баланы үҙ ҡулына алып, кендек бауын үҙе киҫә.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, борон-борондан әлеге вазифаны кендек әбейҙәре башҡарған. Ир-аттарҙы яҡын да килтермәгәндәр. Ә инде уның булыуы мөһим икән, ул ҡатынының башы янында, ҡулдарынан тотоп, терәк булыр өсөн баҫып торған. Һәм ҡатыны менән бер йүнәлештә ҡарап, сабыйҙың нисек тыуыуын күрмәгән.
Әммә бөгөн баланың башы сыға башлауын атай кеше үҙе ҡарап тороу ғына түгел, хатта видеоға төшөрә. Йәнәһе, иҫтәлекле ваҡиға яҙмаһы ғаилә архивында һаҡланасаҡ. Тик уны кем ҡарар, әйтеүе ауыр.
Дөрөҫ, “парлап бала табыу” модаһын хуплаусылар, атайҙарҙың бала табыу бүлмәһендә булыуы ҡатындарға ныҡ ярҙам итә, тип бара.
Беренсенән, баланы яҡты донъяға тыуҙырыу оҙаҡ процесс. Шуға күрә медперсонал гел бер ҡатын янында ғына уны һаҡлап ултыра алмай. Ә әсә булырға әҙерләнгән кеше был ваҡытта айырыуса иғтибарға, йылы һүҙгә, гелән янында кемдеңдер булыуына мохтаж. Тимәк, иң ҡәҙерле, яҡын кешеһе – иренең янында булыуы уның өсөн рухи терәк. Хәйер, рухи ғына ла түгелдер. Ҙур ҡалаларҙа бала табыу бүлмәләре конвеерҙы хәтерләтә. Икенсе палатала тотҡарланған табипты “мин тыуҙырам!” тип кенә саҡырып килтереп булмай. Унда барыһы ла шулай ҡысҡыра. Хәл барышын күҙәтеп торған ир кешенең һүҙенә иһә тиҙерәк ышанасаҡтар. Өҫтәүенә, ул массаж яһап ауыртыуҙарҙы ла әҙерәк баҫа ала, кәрәк икән һыу ҙа бирә, йөрөргә лә ярҙам итә.
Икенсенән, акушерҙар бала табыусы ҡатындың табиптар әйткәнен түгел, ә иренең тауышын тиҙерәк һәм еңелерәк ҡабул итеүен билдәләй. Ир табиптарҙың бойороҡтарын ҡабатлап барһа, ҡатын тиҙерәк буйһона һәм теүәлерәк үтәй икән.
Өсөнсөнән, бала тапҡанда төрлө көтөлмәгән, әммә етди ҡарар ҡабул итеп, кисекмәҫтән хәл итергә кәрәкле ваҡиғалар ҙа килеп сығырға мөмкин. Был осраҡта ла ирҙең янда булыуы отошло.
Һәм, дүртенсенән, беренсе секундтарынан уҡ баланың янында булһа, ирҙәрҙә аталыҡ хисе тиҙерәк уяна, тигән ҡараш йәшәй. Ҡатын-ҡыҙ баланы туғыҙ ай йөрөткән ваҡытта гормональ үҙгәрештәр кисерә, тәне генә түгел, аңы ла әсә булырға әҙерләнә. Ә атайҙарға был яҡтан ауырыраҡ, тип билдәләй белгестәр.
Мода мода менән, әммә шул уҡ белгестәр әле булһа ла бала тыуыу күренешенең ир-ат психикаһына ниндәй йоғонто яһауын тикшереп бөтә алмаған.
2010 йылда интернетта ирҙәргә бала табыу бүлмәһенә инеү зыянлы икәнен иҫбатлаған беренсе яҙмалар донъя күрә башлаған. Бирменгем университетының биомедицина этикаһы үҙәге докторы Джонатан Ив хеҙмәттәштәре менән бик етди тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң барлыҡҡа килгән улар.
Тикшереүҙәр күпселек ир-аттарҙың сәләмәтлектәренә ярайһы етди психологик зыян килтерергә мөмкин булыуын асыҡлаған. Ул зыян һуңынан уларға ирлек бурысын үтәргә лә, атайлыҡ вазифаһын тейешле кимәлдә башҡарырға ла ҡамасаулай.
Әлбиттә, барлыҡ осраҡта ла насар һөҙөмтәләр булмаһа ла, бөгөнгө көндә актив модаға инеп барған парлап бала табыуҙы яңылыш фекер тип һанай Джонатан Ив.
Үҙ сабыйыңдың донъяға килеүе ҙур ваҡиға, шул уҡ ваҡытта көслө стресс. Был ваҡытта конкрет ирҙең ниндәй тойғолар кисерәсәге билдәле түгел: еңеүсе, батыр ролендә буламы ул, әллә үҙенең көсһөҙлөгөн тоямы? Үткәрелгән тикшеренеүҙәр бала табыу бүлмәһендә булған ир-аттарҙың яҡынса ун процентында бала тапҡандан һуң депрессия барлыҡҡа килеүен күрһәткән. Күп осраҡта ул ярайһы ауыр һәм оҙаҡ уҙған. Хәҙер яңы әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ инде: үҙенең хәле хәл, сабыйын да ҡарарға кәрәк, етмәһә, ире лә “послеродовая депрессия”ла ята. Йөклөлөк барышында бик актив булған ир-атҡа бала табыу бүлмәһендә ярайһы пассив роль бирелә. Үҙенең мөһимлеген, кәрәклеген, алыштырғыһыҙ булыуын тоймаған ирҙә, әлбиттә, күңел төшөнкөлөгө барлыҡҡа килә. Шуны ул ауыр кисерә икән.
Шуға күрә Джонатан Ив буласаҡ атайҙарҙың бала табыу бүлмәһенә етди уйлап ҡына инергә саҡыра. “Парлы бала табыу” менән мауығып киткән йәмәғәтселекте лә бар ирҙәрҙе лә быға этәрмәҫкә саҡыра. Хатта донъялағы иң һөйөклө, ҡәҙерле яратҡан ҡатының бала тапҡанда ла, ишек артында көтөргә тәҡдим итә. Ул ғына түгел, ғаилә психологтары ла, психотерапевтар ҙа, гинекологтар ҙа, акушерҙар ҙа бер тауыштан күрше ире, дуҫы, хеҙмәттәше шулай иткән өсөн генә йә күрешкәндә кеше һөйләгәндә ҡушылып һөйләшер һүҙе булһын өсөн генә “парлап бала табырға” кәңәш итмәй.
Хәйер, шуны ла билдәләп үтергә кәрәктер: бөтөн ирҙәр ҙә үҙ теләге менән бала табыу йортона барырға атлығып тормай. Йыш ҡына уларҙы хәләл ефеттәре һөйрәп алып бара. “Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә” тип ант итешеүселәр ниңә кәрәк улайһа? Бала табыу тап шундай мәл. Ни өсөн ир кеше ҡатнашмаҫҡа, аҙаҡ стресс кисермәҫкә тейеш? Ҡатыны түҙә бит, түҙһен!” – тиҙәр. “Мин бала тапҡанда иремдең ҡайҙалыр дуҫтары менән эсеп көтөп ултырыуын теләмәйем”, - ти улар. “Ирҙәр стресс кисерә, имеш. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн бала табыу – санаторийға барып ҡайтыумы?” – тип тә өҫтәйҙәр… Уларҙың һүҙендә лә хаҡлыҡ барҙыр, бәлки. Тик тәбиғәт тарафынан бала табыу ҡатын-ҡыҙ өлөшөнә һалынған икән, уны бүлешеү дөрөҫмө икән һуң? Әлеге темаға актив гәпләшкән сайттан “урланған” бер нисә ир-ат фекеренә күҙ һалайыҡ.
Александр: “Нишләнең унда?” тип һораһағыҙ, әйтәм. Бер нәмә лә эшләмәнем. Тораташтай ҡатып баҫып тик торҙом. Әле булһа, ниңә мин унда кәрәк булдым икән, тип уйлайым. Ҡатын, терәк булдың, ти, ә мин шок хәлендә инем. Ул ҡәҙәр ауыр булыр тип уйламағайным. Ҡатыным өсөн дә, балам өсөн дә ныҡ ҡурҡтым. Минең бурыс ҡатындың ҡысҡырғанын тыңлау, уның маңлай тирен һөртөү, ҡулынан тотоп тороу һәм бер өҙлөкһөҙ “барыһы ла һәйбәт булыр” тип ҡабатлау ине. Ә ҡатын бармаҡтарҙы һындырырлыҡ итеп тота, “ебәр” тип әйтеп булмай бит инде. Әгәр кемдер, бала тыуған мәл иң матур күренеш, тиһә, ышанмағыҙ. Ул бала тапҡандарын күрмәгән әле. Бала тауышын ишеткәс шундай еңел булып китте! Тик мин шул ҡәҙәр арыған инем, шатланырға ла хәл ҡалмаған. Әйтерһең, ун тонна ташкүмер бушатҡанмын… Ҡатынымды нисек үпкәнемде, баланы ҡулға алғанымды, табиптарға нисек рәхмәт әйтеп сығып киткәнемде лә белмәйем. Өйгә ҡайтҡас, йыуынып, һуҙылып ятҡас ҡына туғандарға шылтырата алдым. Хәҙер ҡатын икенсене табам тиһә лә, ризалашмаҫмындыр, тип уйлайым. Минең унда башҡа барғым килмәй, ҡатынды ла ебәргем килмәй. Бындай батырлыҡты ҡабатларға мин әҙер түгел”.
Сергей: “Тулғаҡ төндә башланды, беҙ иртән балалар табыу йортона юлландык. Айырым палата алдыҡ. Сәғәт унға тулғаҡ көсәйҙе, уға өҫтәп табиптар тиҙләтеүсе капельница ла ҡуйҙы. Ҡатын ауыртыуға түҙә алмайынса ҡысҡыра башланы. Ҡан күргәс, миңә ҡыйын була башланы. Табиптарҙы саҡырып, табырға киттек. Йөҙөм ныҡ ағарғандыр, табиптар иҫһеҙ ҡолауыма әҙерләнә башланы. Әммә мин үҙемде еңдем. Иң ҡурҡҡаным – баланың сыға алмай тороуы. Әйтмәһәләр ҙә, табиптарҙың тулҡынлана башлауын һиҙҙем. Әммә барыһы ла уңышлы тамамланды. Ҡатынымды нисек яраттым, әле лә шулай яратам. Мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе тимәҫ инем”.
Тимур: “Баланы ҡабул итергә дүрт хеҙмәткәр әҙерләнде. Уларҙың икәүһе мине һаҡланы. Бала ауыр тыуҙы. Әйтергә кәрәк, табиптарҙың йылы һүҙҙәре һәм ярҙамы булмаһа, мин шунда ятып үлер инем, моғайын. Бер туҡтауһыҙ: “Барыһы ла яҡшы булһын”, - тип Хоҙайҙан ялбарҙым. Ул мине ишетте. Баланың башы күренде… Был иң бәхетле мәл булғандыр. Хоҙай барлығына ысынлап ышандым. Мин иң ҙур мөғжизә шаһиты булдым. Был ваҡиғанан һуң үҙемә лә, ҡатынға ла ныҡлы ышаныс тоя башланым. Ун сәғәт балалар табыу йортонда булғандан һуң, тыныс күңел һәм таҙа намыҫ менән ҡайтып киттем. Был минең өсөн һынау ине һәм мин уны еңдем”.
Андрей: “Мин ҡатынымдың ауыртыуға саҡ-саҡ түҙеп тештәрен ҡыҫҡанын, дөрөҫ һулыш алырға тырышҡанлығын күрҙем. Арҡаһына массаж эшләп, бергә һулышты дөрөҫ алырға ярҙам иттем, әммә тулғаҡ көсәйҙе, ә бала һаман тыуманы. Ваҡыт туҡтаған кеүек тойолдо. Ниһайәт, ҡатыным бала табыу өҫтәленә менде һәм сабый тыуҙы! Мин уны ҡатынымдан да беренсерәк күрҙем! Шундай ғорурлыҡ хисе биләп алды мине!”.
Психологтар һәм психоаналитиктар тикшереүҙәр үткәргән ваҡытта акушер-гинекологтарҙың һәр ҡайһыһы йә бала табыу бүлмәһендә буласаҡ атайҙың иҫенән яҙып ҡолағанын, йә булмаһа, үҙен тыныс тота алмайынса, бала тапҡан ҡатынына, медицина бригадаһына ҡамасаулап йөрөгән бер осраҡты булһа ла миҫалға килтерә ала. Бер генә булһа…
Бала тыуҙырыу бүлмәһендә ир-аттың айырыуса ныҡ ҡурҡыу, борсолоу, ҡаушау хисе кисереүен билдәләйҙәр. Быны психологтар уларҙың үҙҙәре тыуғанда төпкөл аң кимәлендә йәрәхәт алып ҡалыуҙары менән аңлата. Был йәһәттән, баҡтиһәң, малайҙарҙың “хәтере” яҡшы булыусан икән. Ҡыҙҙар иһә тиҙ “онота”.
Шуныһы ла бар, бергә табыу уйы бер-ике аҙна ҡалғас түгел, ә ҡатын ауырлы ваҡытта, бәлки, беренсе өс айлығында уҡ хәл ителергә тейештер. Бындай аҙымға ныҡлы мөнәсәбәт ҡора алған һәм 100 процент аңлашып, һөйөшөп, бер-береһенә тулыһынса ышанып һәм асылып йәшәгән парҙар ғына барырға тейеш. Кемдер геморрой тураһында ла бер-береһе менән һөйләшмәй икән, ниндәй бала табыу тураһында һүҙ булырға мөмкин инде?
Шулай ҙа ниндәй ирҙәр “бала табырға” бара ала һуң?
Беренсенән, иң ҡатмарлы хәлдәрҙә лә тыныс ҡала һәм һалҡын аҡыл менән эш итә белгәндәр. Икенсенән, иғтибар үҙәгендә булмаясағын аңлаған, ҡатынының күләгәһенә әйләнә белгән, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итмәйенсә, күп тигәндә артҡы пландағы ролгә риза булған һәм “мин-минлеген” ишек артында ҡалдыра белгән ирҙәр.
Ә бына хәрби, спортсы, ҡотҡарыусы кеүек ҡырыҫлыҡҡа бәйле “ысын ирҙәр” һөнәрен һайлаусылар бармаһа яҡшыраҡ. Һөнәренең үҙенсәлектәре уның тышҡы ҡиәфәтенә генә түгел, эске холҡона ла йоғонто яһай. Ундай кешеләр үҙҙәренә лә, башҡаларға ла ҡырыҫ һәм ҡаты булырға өйрәнгән. Был осраҡта ла ҡатынынан “хәрбиҙәрсә сыҙамлылыҡ” талап итеп, хәлен ауырайтыуҙары ихтимал.
Артыҡ хискә бирелеүсән, йомшаҡ күңелле ирҙәргә лә унда урын юҡ. Сабырлыҡ, сыҙамлыҡ кеүек сифаттар менән таныш булмаған йә иһә ауыртыуҙан, ҡандан ҡурҡҡан иргә шулай уҡ буталып йөрөмәүе яҡшыраҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар ауыртыуға сыҙамлыраҡ тигән һүҙҙәр һауанан алынмаған бит ул. Тәбиғәт тарафынан шулай ҡоролған.
Ғөмүмән, бәлки, яратҡан ҡатының менән “бала табырға барғансы” тәүҙә өйҙә сит-ят ҡатындың бала табыуын күрһәткән документаль фильм ҡарарға кәрәктер?
Бер ҡыҙыҡлы миҫал. Киевта режиссер Ирен Люстигтың “Архивы материнства” тигән фильмы күрһәтелә. XX быуатта бала табыу тарихында йәшереп киленгән ваҡиғаларҙы асып һалыусы уникаль кино йөҙгә яҡын документаль медицина фильмын бергә туплаған. Әлеге кинофильм күрһәтелгән залда ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ирҙәр ҙә булған. Ауыртыу, акушерҙар анестезияһы, тәбиғи бала табыу ваҡиғаларын һүрәтләгән таҫма аҙағына залда бер генә егет ултырып ҡалған.
Был аҙымға һөйөклө ҡатыныма терәк өсөн барам, тигән ирҙәрҙең йөҙөн йыртҡым килмәй. Шулай ҙа ысынбарлыҡта күңеленең йәшерен бер мөйөшөндә “адреналин эҙләп барам” тигән яуап та дөрөҫөрәктер. Нисек кенә булмаһын, бала табыу ир-аттар өсөн ысын экстрим бит ул. Юҡҡа ғына бала тапҡанда ҡатын-ҡыҙ ниҙәр кисергәнен аңларға теләгән ирҙәр һаны артҡандан-арта бармайҙыр.
Британияла бер компанияла эшләүсе өс дуҫ – Стив Хенсон, Джонни Биггинс һәм Джейсон Брэмли бер ай дауамында тәжрибә үткәргәндәр: йөклөлөктөң һуңғы айында ҡатын-ҡыҙҙар ниҙәр кисергәнен белер өсөн бер ай дауамында ҡорһаҡлы махсус костюмдар кейеп йөрөгәндәр. Бала тыуыр алдынан үтә торған махсус курстарға ла барғандар һәм үҙҙәре асҡан сайтта ниҙәр кисергәндәрен тәфсирләп һөйләй башлағандар. Тәжрибә үткәреүселәрҙең ҡатындары быға аптырап, хатта бер аҙ ҡыйынһынып ҡабул иткән. Сөнки ирҙәр ҡорһаҡлы костюмдарын өйҙә һәм эштә генә түгел, урамға ла кейеп сығыр булған. Етмәһә, ирҙәр шаҡтай мауығып киткән һәм костюмда ғына туҡталып ҡалырға теләмәй, ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда ниҙәр кисергәнен белергә булған. Стив Хэнсон үҙенең блогында: “Мин ныҡ арыным. Бер нәмә лә яҙғым килмәй. Был ҡыҙыҡлы тәжрибә булды, әммә уның тамамланыуына сикһеҙ шатмын”, – тип яҙған. Джонни Биггинс: “Барыһы ла тамамланғас, үҙемде бик сәйер хис иттем. Әйтерһең дә, йәшен һуҡҡандан һуң иҫән ҡалғанмын. Һәм юҡҡа ғына түгел. Мин быны һөйләр өсөн иҫән ҡалғанмын”, - тигән. Иң ныҡ тәьҫирләнгәне Джейсон Брэмли булған: “Бала табыу симуляцияһынан һуң мин ныҡ насар йоҡланым. Үҙ ғаиләмде күргәс, илаясағыма шикләнмәйем. Башҡа бер ҡасан да был костюмды кеймәйәсәкмен, күргем дә килмәй. Хәҙер әсәйемде лә, миңә ул бүләк иткән ҡатынымды ла нығыраҡ аңлайым”.
Тәбиғәт серен асырға ынтылыусылар Голландияла ла бар. Ике телевидениеның ике алып барыусыһы Дэннис Стром һәм Валерио Зено ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың кисерештәрен үҙҙәрендә һынап ҡараған. Әммә Британия триоһынан айырмалы рәүештә, былары махсус әҙерләнеп тормаған. Тапшырыу барышында тулғаҡ ваҡытындағы ауыртыуға оҡшаш электр зарядтары ебәреүсе электродтарҙы уларҙың тәндәренә йәбештергәндәр. Әҙерләнгәндә көлөп-шаярып, ҡысҡырырбыҙ ҙа микән, тип ятҡан алып барыусыларға хәл барышын күҙәткән шәфҡәт туташы “хатта шикләнмәгеҙ ҙә” тип яуаплаған һәм хаҡлы булған. Ун минут үтеүгә алып барыусыларҙың берәүһе тәжрибәне туҡтаттырған. Икенсеһе ике сәғәткә яҡын түҙгән һәм асыҡтан-асыҡ ҡатынының бындай ғазаптар аша үтеүен теләмәүен әйткән. Ә беренсе балаһын ҡайһы берәүҙәр ун-ун ике сәғәт буйы таба…
Ҡытайҙар иһә барыһын да уҙҙырып, Әсәйҙәр көнөндә махсус тәжрибә үткәргәндәр. 20 ир-ат үҙ теләге менән (араларында ҡатындары баҫымы аҫтында килеүселәр ҙә булғандыр инде) телевизион тапшырыуҙа ҡатнашҡан. Уларҙы ла электрошок ярҙамында тулғаҡ ғазаптарын биреүсе махсус аппаратҡа тоҡандырғандар. Унда ауыртыу ун шкала (50-нән алып 500-гә ҡәҙәр) менән үлсәнгән.
Күптәре 100 шкала тирәһенә етер-етмәҫтән бирелгән. Бары тик Чжоу Нань исемле бер ир генә иң юғары 500 шкалаһына тиклем түҙә алған. “Мин өс игеҙәк атаһы. Ҡатынымдың ниҙәр кисергәнен тойоп ҡарағым килде. Ҡот осҡос!” – тигән ул.
Ер шары өс китта һәм дүрт ташбаҡала тотоноп тора тип иҫбатларға тырышҡандар белмәгәндер, Ер шарын ҡатын-ҡыҙ тотоп тора. Улар бер ниндәй ҙә ҡайғы-хәсрәттәргә, катастрофаларға ҡарамаҫтан, бала таба. Һуғыштар, эпидемиялар, һыу баҫыуҙарҙан да ҡурҡмайынса, тормошто дауам итеп, яңы ғалимдар, яңы яугирҙар, яңы шағирҙарҙы тыуҙырып тора. Тулғаҡ ғазаптары аша үткәндә уға нисек ярҙам итергә? Бәлки, ҡулынан тотоп, йылы һүҙҙәр әйтергәлер, бәлки, бары тик ҡамасауламаҫҡалыр?..
Өләсәйҙәрегеҙ, әсәйҙәрегеҙ, ҡатындарығыҙ, киләсәктә ҡыҙҙарығыҙ эшләйәсәк ғәҙәти батырлыҡтың бөйөклөгөн дә, мәғәнәһен дә аңлар өсөн бала табыу бүлмәһенә барыу мотлаҡ түгел бит. Үҙе генә атлап кереп киткән балалар табыу йортоноң ишегенән сабыйын күтәреп сыҡҡас, ныҡлы һәм ышаныслы терәк булыу етә.