Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
6 Август 2019, 14:20

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы – итәгендә ятҡан балаһы!

Халыҡсан бер аҫыл әйтем беләм: Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы – Итәгендә ятҡан балаһы! Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең шәжәрә ағасына тағы ла бер күҙ һалайыҡ: балаларҙың аҙ тыуыуы арҡаһында бер-ике быуындан уның ҡороп йығыласағын күҙҙән ысҡындырмайыҡ. Һәр бер башҡорт ғаиләһе өс һәм унан да күберәк бала табып, ысын ата-әсә хисен татыу бәхетенә ирешеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаһын ине!

Чайлдфри ағымына юл ҡуймайыҡ

Былтыр 27 мең ҡатын-ҡыҙ беренсе тапҡыр әсә булған, 22 мең ҡатын-ҡыҙ икенсегә бала тапҡан, 10 меңе күп балалы әсә булырға хәл иткән. Күреүегеҙсә, бер баланан ике балаға “күсеүселәр” һаны – 30 процентҡа, өсөнсө һәм унан күберәк балаға йөрьәт итеүселәр һаны ике тапҡырҙан артыҡҡа кәмей. Беҙҙең республикала 1000 ҡатын-ҡыҙға 1680 бала тура килә. Ауылдарҙа баланы күберәк табалар (2183 бала), ҡалала йәшәүселәр уларҙан күпкә ҡалыша (1372 бала). Тиҙҙән 1990 йылдарҙа тыуғандар ғаилә ҡороп, бала таба башлаясаҡ. Мәғлүм булыуынса, был йылдарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында тыуым һаны ҡырҡа кәмегәйне. Ғалимдар уны “демографик соҡор” менән сағыштыра. Ишле ғаи ләләрҙең ауыл ерендә күберәк осрауы үҙебеҙҙең милләтебеҙҙең артыуына булышлыҡ иткәнен хәтерҙә тот ҡанда (башҡа милләттәрҙән айырмалы, башҡорттарҙың ҙур өлөшө ауылда йәшәй), был ҡараштың милләтебеҙгә ҡаршы йүнәлтелеүен дә күрергә була. Хәҙерге Көнбайышта киң тарала башлаған чайлд фри тигән ағымдың тирмәненә һыу ҡоя ул. Инглиз телендә childfree “балаларҙан азат” тигәнде аңлата. Ошо йүнәлеш идеологияһы буйынса кеше бала өсөн түгел, ә үҙе өсөн йәшәргә тейеш. Был шауҡымдың тиҙ арала беҙгә лә килеп етеүе бар. Белем кимәле түбән бәғзе замандаштарыбыҙҙың донъяла “артыҡ тамаҡтарға” алып барылған йәшерен көрәш тураһында белмәүҙәре лә мөмкин. Ысынлап та, Ер шарының төрлө мөйөш тәрендә ойошторолған һуғыштарҙа ошо “артыҡ” кешеләрҙе ҡырыу барғанын аңларға булалыр. Төрлөтөр лө ауырыуҙарҙың (сусҡа, ҡош киҙеүе, СПИД һ.б.) та ралыуы ла юҡтан түгелдер. Тере кешене ҡырыуы еңел дән булмағас, тыуымды кәметеүҙе хуп күрә башланылар, шикелле.

Нимә ул аборт?

Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин аборт тарҙы рекламалауҙы тыйыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Бының сәбәбен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Бөгөнгө ҡанундар буйынса, баланы алдырыу – медицина страховкаһы менән ҡаплана торған ярҙам исемлегенә инә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙар һалым түләүселәр иҫәбенә үҙ балаһын үлтерә ала. Күптәр быны әсә нең шәхси хоҡуғы тип ҡабул итә. Ҡаҙан ҡалаһында ҡолаған самолетта һәләк булған ҡорбандарҙы ысын күңелдән йәлләһәк тә, көн дә аборт арҡаһында үлтерелгән сабыйҙар яҙмышына битараф ҡалабыҙ. Аборт тарҙың 90 проценты йөклөлөктөң 6-12 аҙнаһын да яһала. Сабыйҙың йөрәге яралғандың 18-25 кө нөндә тибә башлай, ул йота, хәрәкәт итеп маташа, йы лыны, тауышты, яҡтылыҡты һиҙә, тоя башлай. Мейеһе лә хасил була. Шуныһы үкенесле, ошо тере кешене үлтереү нисектер тыныс ҡына ҡабул ителә. «Аборт материалдары»нан йәшәртә торған косметика етештереүсе фирмалар быны ябай бизнес ҡына итеп күрә. Был йәһәттән бер дин әһеле менән булған әңгәмә иҫкә төштө. Нишләп күптәр олоғайғас ҡына дин юлына баҫа тигән һорауыма ул, был кешеләрҙең үткән ғүмер ҙәре тураһында уйланыуынан килә, тип аңлатты. Быға тиклем эшләгән яҙыҡтары, гонаһтары уларҙы Хоҙай алдында ярлыҡау һорап, иманға килеүгә булышлыҡ итә, тине хәҙрәт. Ә нишләп иман юлына баҫҡандарҙың күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә икән, тигән һорауыма, Хоҙай алдында уларҙың иң ҙур го наһы – кеше үлтереүгә тиң булған Ул ҡушҡан бала табыуҙан баш тартыу йәки уны алдырыу тора, тине. Күп ҡатын-ҡыҙ үҙенең яҙыҡ эшен аңлап, тамуҡта янасағын төшөнөп, намаҙға баҫырға мәжбүр була икән.

Бала табыу ҙа, бағыу ҙа һөнәр

Әйтергә кәрәк, замандаштарым араһында күп балалыҡты хуп күргән ғаиләләр артыуы бик яҡшы күренеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән бер быуынға оло булған арҙаҡлы ағай-апайҙарыбыҙ араһында ни сәбәптәндер бындай ғаиләләр һирәк осраған. Күмәк бала-сағаның карьера йәһәтенән үҫешергә ҡамасаулар тип иҫәпләүҙәре лә ихтимал булғандыр. 1- 2 генә баланы лайыҡлы итеп тәрбиәләйем тип хыялланған уҙамандарыбыҙҙың танылған балаларын хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ түгелме ни? Өфөлә йәшәгән халҡыбыҙ өсөн миҫал булған ҡайһы бер шәхестәребеҙҙең был йәһәттән аҙ балалыҡты «модаға ин дереүҙә» өлөшө барҙыр. Етеш тормошта үҫкән яңғыҙ балаларҙан да бәхетһеҙ кеше юҡтыр. Яңғыҙлыҡ арҡаһында уларға Хоҙай та рафынан бирелгән һәләттәр ҙә тейешенсә асылып бөтмәй ҡала. Төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, уҡыу әсбап тары менән тәьмин ителеүгә мөмкинлектәре мулыраҡ булһа ла, уларҙың тәбиғи һәләте әҙер уйын сыҡты ватыуға ғына йүнәлтелгәс, ижадҡа, яңы нәмә булдырыуға тигәне һүнә генә бара. Замандаштарыбыҙҙың нишләптер күпселеге “ишле ғаиләнән көлөүҙе, балаларын кәмһетеүҙе, ата-әсәһен һанға һуҡмауҙы” хуп күрә. Быны нисек ҡа бул итергә һуң? Уны кешеләргә хас булған көнләшеү тойғоһо менән генә аңлатырға мөмкиндер тип уйламайым. Дәүләт тарафынан ойошторолған демографик һәм социаль сәйәсәт быға төп сәбәпсе булып тора. Бала тапҡан өсөн түләнгән пособиелар дәүләт тарафынан да, халыҡ күҙлегенән дә ярҙам, имәлтә тип һанала. Ул былай булырға тейеш түгел. Бала табыу ҙа, бағыу ҙа – ҙур һөнәр. Балалар баҡсаһында эш ләгән тәрбиәселәргә, мәктәп уҡытыусыларына, ба - лалар йорто хеҙмәткәрҙәренә юҡҡа эш хаҡы түләмәйҙәр – был ниндәйҙер квалификация, белем, һәләт талап иткән шөғөл. Уларға башҡарған эштәре өсөн хеҙ мәт хаҡы ҡаралған, ә ата-әсәгә шул уҡ эш өсөн (кө нөнә 8 сәғәттән ашып китә торған) тейешле аҡса түләмәҫкә? Әйтәйек, бөгөн илдә бер ғаиләлә уртаса ике бала нормаль тип һаналһа, ни өсөн өсөнсөһөнән башлап әсә кешегә төбәк буйынса уртаса булған эш хаҡы, хеҙмәт стажы булдырмаҫҡа? Дәүләт түләгән шул уҡ сумма пособие урынына эш хаҡы тип иҫәпләнә башлаһа, был ғаиләләргә булған ҡараш та үҙгәрер ине – бала бағыу йәмғиәт тарафынан лайыҡлы ҡабул ителә башлаһа, эскән ата-әсәләргә тейешле дәғүә белдерергә лә хоҡуғыбыҙ булыр ине. Ә хәҙерге шарттарҙа уларға “Әсәлек даны” миҙалын бирҙертмәү был ғаиләләге балаларҙы “ГАЗель” микро - автобусы, күпмелер премиянан мәхрүм итеүгә тиң. Ул тиклем ҡаты бәғерле булмайыҡ, йәмәғәт! Уларға миҙал бирҙертмәү – устары менән битен ҡаплап ҡына йәшендем тип иҫәпләгән бала-сағалыҡ ҡына шул. Кешенең башҡа йән эйәһенән айырылып торған сифаттары бихисап. Шуларҙың береһе – ул ир булһынмы, ҡатын булһынмы, балаһын 5 йәшкә тиклем яңғыҙы тәрбиәләй алмаясаҡ. Башҡа йән эйәләре тыуғас та үҙ аллы көн күрә ала. Ә әҙәм балаһы атайәсәй тәрбиәһендә үҫергә тейеш, уның өсөн ғаилә ҡороу фарыз. Йәнлектәрҙең бик һирәге генә ғаилә төҙөр гә мәжбүр. Ә кеше өсөн был тәбиғи шарт. Ирекһеҙҙән, дәһшәтле һуғыш йылдарында яңғыҙҙары ғына 7-8-әр баланы күтәргән өләсәйемдәр иҫкә төштө. Хәсипъямал өләсәйемдең Ситдыҡ улын, кеше һү ҙен тыңлап, Асҡарҙағы балалар йортона ҡалдырып ҡайтыуына тегенеһе унан алда өйҙә баҫып тороуын күреп, “нишләп кенә шунда ҡалдырҙым икән”, тип, уны ҡосаҡлап илап ултырғанын әсәйем һаман да онота алмай һөйләй. Нисек кенә ауыр булмаһын, өлкән инәйҙәр үҙ балаларын бөгөнгөнән дә ауырыраҡ шарт тарҙа ла йыҡ лы итеп үҫтергән – улар араһында йөҙөбөҙгә ҡыҙыл лыҡ килтерерлек бер генә кеше лә булманы. Атаһын ғына түгел, уның фотоһын да ғүмерен дә лә күрмәгән әсәйем – Ғәбитова Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы – СССР-ҙың халыҡ депутаты дәрәжәһенә тиклем күтәрелә алды.

Йәнә “Әсәлек даны” миҙалы хаҡында

”Әсәлек даны” миҙалына “лайыҡһыҙ” әсәләрҙе тәнҡитләүселәр үҙҙәре лә һиҙмәй уларҙың үҫеп килгән балаларын йәберләй түгелме ни? Был хаҡта зәңгәр экрандарҙа күрһәтелде, баҫмаларҙа яҙылды. Уларҙың ошо тапшырыуҙарҙы тыңлап (ҡарап), мәҡәләләрҙе уҡып, нимә кисергәндәрен бик яҡшы күҙ алдына килтерәм. Аталары һуғыштан имен ҡайтҡан балаларҙың әсәйемдәрҙең кейергә йүнле кейем, ашарға ризығы булмағаны өсөн уларҙы “йолҡош, аламағолош” тип мыҫҡыллағандары күҙ алдынан китмәй. Хәҙер иһә балалар кеҫә телефоны, велосипеды, ноутбугы булмаған тиҫтерҙәренән көлә… Нишләптер күп балалы ғаиләләрҙең бөлгөнлөккә төшөү сәбәбен асыҡлау тигән уй бер кемдең дә башына инеп тә сыҡмай. Ә был тыуған дәүләтебеҙҙең ауылға ҡаршы асҡан “һуғышының” тура эҙемтәһе. Колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, төптән уйламай ВТОға кереп, ауылды бөтөрөүгә алып барылған сәйәсәт арҡаһында, һуңғы сирек быуат эсендә лайыҡлы эш таба алмаған кешеләргә “ГАЗель” микро автобусы алыуҙың башҡа әмәле юҡ бит инде. Күп ғаиәләрҙең икенсе, өсөнсө баланы табырға ҡурҡып торған сағында был әсәләрҙе ошо бәләкәй генә миҙал дан мәхрүм итергә тырышыу (әлеге мәсьәлә, йәнәһе, республика хөкүмәтендә ҡаралып ята икән) килешеп етмәгән эштер. Күп балалы ғаиләләрҙе нисек итеп бөлгөнлөккә төшөрмәү саралары тураһында уйлау урынына әсәлек капиталын бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуйыртҡанда, фекерҙе был юҫыҡҡа йүнәлтеү уңышлы түгелдер. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе юҡҡа ғына бала тәрбиәләгән йылдарҙы хеҙмәт стажына индереү мәсьәләһен күтәреп сыҡманы бит. Ә Владимир Путин 2012 йылдың де кабрендә өс балалы ғаилә Рәсәй өсөн нормаль кү ренешкә әйләнергә тейеш тигән бурысты ла бушҡа ҡуйманы. Рәсәйҙәге демографик хәл ҡыуанырға нигеҙ бирмәй. Үткән йылдың беренсе ярты йыллығында Рәсәйҙә 1 085 081 сабый тыуһа, 1 114 747 кеше үлгән. Ярты йыл эсендә генә Рәсәй халҡы 26 666 кешегә кәмегән. Тимәк, беҙҙең республиканың Көйөргәҙе, Ҡариҙел районы, Дәүләкән һымаҡ ҡаланың халҡы юҡҡа сыҡҡан ти гән һүҙ. Бөгөн Рәсәйҙә тыуым кимәле бер ҡатынға уртаса 1,5-1,6 бала тәшкил итә. Халыҡ кәмемәһен өсөн был күрһәткес 2,2-гә етергә тейеш. Бының өсөн илдәге ғаиләләрҙең кәмендә яртыһы өс һәм унан да артыҡ балалы булыуы кәрәк. Ә ундай ғаиләләр хәҙер тик 7 генә процент тәшкил итә. Артабан да был тенденция дауам итһә, 2045–2050 йылдарға Рәсәй халҡы ике тапҡырға кәмейәсәк. Алыҫ Көнсығыш, Себер кеүек ҙур биләмәләре менән хушлашырға тура киләсәге көн кеүек асыҡ. Миҙалдың “икенсе яғын” ғына күргәндәргә тағы бер күренеш. Илебеҙҙе баҫып барған килмешәктәр – гастарбайтерҙар – менән берәү ҙә риза түгел, ә үҙебеҙҙең күп балалы әсәләрҙе яратып бөтмәйбеҙ. (Бер нисә йылдан бер ниндәй һуғышһыҙ ғына илебеҙҙе Ҡытай, Урта Азия дәүләттәре яулап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ). Өсөнсө донъя һуғышы хәүефе янаған саҡта илебеҙҙе кем ҡорал тотоп яҡларға тейеш икәнен уйлап еткермәйбеҙ. Тик ошо ғаиләләрҙә үҫкән балалар һалдаттарҙың күпселеген тәшкил итәсәк. “Герой-әсә” миҙалын юҡҡа ғына һуғыш ваҡытында (1944 йыл да) булдырмағандар. Тыуған илебеҙ үҙен кем һаҡлағанын аныҡ белгән: ордендың исеме лә “һуғыш геройы”на аһәңдәш яңғырай. Пенсия реформаһы ла ошо һорауға барып төртөлә. Хәҙер 140 миллион кешенең 40 миллионы пенсионер. Күп балалы ғаиләләр булмаһа, бер нисә йылдан дәүләттең пенсия түләрлек аҡсаһы бөтәсәген күҙ алдына килтереүе ауыр түгелдер. Тамаҡтары туймаған балаларҙы йәлләү яҡшы ла ул, тик бер нисә йылдан донъя аслыҡтан түгел, ҡарттарҙың күбәйеүенән бөтәсәк икәнен аңлар ға ваҡыт.

Ҡатындарҙы ике төргә бүлергә мөмкин: әсәләргә һәм фәхишәләргә

Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, швейцар психологы Отто Вайнингерҙың “Енес һәм характер” тигән китабына юлыҡтым. Был ғалим ҡатындарҙы ике төркөмгә бүлә: әсәләр һәм фәхишәләргә. Әсәләр барлыҡ булмышын бала табыуҙа күрә. Фәхишәләр иһә, үҙҙәрен беренсе планға ҡуя. Ғаилә төҙөү, бала табыу ҙа улар өсөн тик ошо маҡсатҡа йүнәлтелә, үрҙә әйткәнемсә, имитация ғына. Улар фәхишәлекте урамда түгел, ғаиләлә, үҙенең ире менән атҡара: никахта ирҙәренән шәшке тун, алтын-көмөш, аҡса һ.б. таптыра. Әсәйҙәр иһә, булғанына шөкөр итеп, бөтә маҡсатын Хоҙай биргән ире менән яҡшы балалар тәрбиәләүҙә күрә. Әгәр ире эскегә бирелеп китһә, уның менән берәй хәл килеп тыуһа, әсәйҙәр уны ҡотҡарыу өсөн бөтә көсөн һала, ә фәхишәләр – айырылып, икенсе ир эҙләй. Вайнингер билдәләүе буйынса, урам фәхишәләре ғаилә фәхишәләренә ҡарағанда өҫтөнөрәк тора, сөнки улар йәшеренмәй, асыҡтан-асыҡ эш итә. Әгәр ҙә уның ошо фекерҙәре дөрөҫ булһа, ысынлап та, Советтар Союзында урамдағы фәхишәлек тыйылып килеүе арҡаһында фәхишәлек ғаиләгә күскәндер. Өйләнергә теләмәгән егеттәрҙең күбәйеүен дә ошоноң менән аңлатып булалыр: бындай ҡатын-ҡыҙҙарҙан ситтәрәк булыуың хәйерле түгелме ни? Буйҙаҡтарҙың күбәйеүе күптән түгел генә гөрләп сәскә атҡан шәжәрә ағастарының ҡороуына килтереүен әйтеп тә тормайым.

Миҙал таҡһаң – миҫал бул...

Тағы ла бер сағыштырыу үткәреп китмәй булдыра алмайым. Әҙәм балаһы был донъяға төрлө һәләт менән тыуа. Бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер кимәлдә футбол, хоккей, шахмат уйнай, йырлай, шиғыр яҙа, рәсем төшөрә ала һ.б. Тик ҡайһы берҙәребеҙ генә ошо шөғөлдәрҙе үҙенең профессиональ һөнәре итеп ала – был уларҙы ғүмер буйы туйҙырырлыҡ килем бирә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә тиерлек бала таба ала. Тик күпселеге бер-ике бала менән генә сикләнә – “һәүәҫкәрҙәр” кимәлендә генә. Нишләптер күпләп бала тапҡан әсәләрҙе дәүләт кимәлендә ла йыҡлы эш менән шөғөлләнә тип танымаҫҡа? Үрҙә әйткәнемсә, ниңә уларға тейешле эш хаҡы түләмәҫкә? Улар теге профессионалдарҙан бер ни менән дә айырылмай түгелме ни? Улар бары тик үҙҙәренең “продуктын” һата алмай. Хәйер, баҙар шарттарында тиҙҙән уныһы ла мөмкин буласаҡ. Шул уҡ Һиндостанда бала табыу инкубаторҙары эшләй. Унда конвейер принцибы буйынса йәш ҡатындар башҡаларға бала табып бирә. Был шөғөл йылына 1 миллиард (!) доллар аҡса килтерә. Беҙҙең әсәләр ҙә үҙ балаларын һата башламаҫ элек, был мөһим мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреп, кешелек сифатын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итергә кәрәктер. Бала табыусы әсәләрҙе бала бағыусы әсәләргә әйләндереү өсөн дәүләттең бөтә мөмкинлектәре бар әле. Әсәләр үҙҙәре генә был мәсьәлә не хәл итә алмаясаҡ. Әйҙәгеҙ, “миҙал таҡһаң – миҫал бул” тигәнде күп балалы әсәләргә ҡарата ғына түгел, ә бөтәбеҙгә лә ҡулланайыҡ. Күп комиссияларҙы урап үтеп, туранан-тура “йөнтәҫ ҡуллы” таныштары аша түштәренә төрлө “миҙал” таҡҡан тейешле һәләте булмаған, лайыҡһыҙ милләттәштәребеҙ аҙмы ни? Һылыуҡай, йыр, бейеү конкурстарында “еңеүҙән” башлап, “атҡаҙанған”, “халыҡ” һ.б. дәрәжәләренә өлгәшеп, дәүләт иҫәбенә “ГАЗель” түгел, ҙур премиялар, бушлай торлаҡ, медицина хеҙмәтләндереүе, льготалар алғандар ҙы шул күҙлектән тикшереп сығайыҡ. Уларҙы әхлаҡи йәһәттән баһалау өсөн ниндәй шәхестәрҙән комиссия төҙөргә һуң? Бында тик күп балалы ғаиләләрҙе генә ғәйепләү дөрөҫ түгелдер. Был ғаиләләрҙең эске менән мауығыуында ғәйептең төп өлөшө урындағы власта ята түгелме? Власть йыш ҡына “Әсәлек даны” миҙалына тейешле документ әҙерләп, әсәне Өфөгә алып барып ҡайтып, уны үҙ ҡарамағына ҡалдырыу менән генә сикләнә бит. Әбйәлил районының Буранғол ауылында 9 бала тәрбиәләгән Үлмәҫбикә инәйҙең ире Рәүф апа Ғү мәров (беҙҙә йәше атайың менән олатайың араһындағы иргә шулай тип әйтәләр) үлеп киткәс, ауыл советынан уға кемдер “әйҙә, балаларыңдың бер нисәһен балалар йортона ебәрәйек”, тип барған. Ысын күңелдән ярҙам итеү маҡсатындалыр инде. Үлмәҫбикә инәй тегене “минең артыҡ балам юҡ, артыҡ булһа, әйҙә, үҙеңдекен ебәр!” – тип әрләп сығарған. Яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Үлмәҫбикә инәй үҙ балаларына тейешле тәрбиә бирә алды. Уның балаларының барыһы ла ғаилә ҡороп, малайҙары үҙ йорттарын һалып, бик матур итеп йәшәп ята. Ысынлап та, етем бала тәрбиәләгән әсә – икеләтә әсә. Беҙҙең ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән барлығы 7 әсәгә “Герой-әсә” исеме бирелгән. Мәғәфүрова Зәмирә, Килдейәрова Фатима, Зарипова Зәмзәм, Солтанова Әсмә, Фәттәхова Шәүрә, Шаһивәлиева Рәйсә, Зарипова Нәжибә еңгә-апай-инәйҙәр ауылдың ихтирамлы кешеләре булып һаналды. Әйтергә кәрәк, шуларҙың барыһы ла үҙ балаларын лайыҡлы итеп үҫтерҙе. Уларға һис тә миҙал, пособие өсөн бала табаһығыҙ тип әйткәндәр булманы. Араларында эске менән мауыҡҡандары ла юҡ ине. Урындағы власть тарафынан алып барылған тәрбиәүи эш тә һөҙөмтәле ине шул. Клубта йыш ҡына күп балалы һәм яңы төҙөлгән ғаиләләрҙе йыйып, уларға ихтирам күрһәтеп торһаң, был ғаиләләр үҙенең йәмғиәткә кәрәклеген тойоп, эскенән йырағыраҡ булырға тырышасаҡ бит. Бөгөн, ни сәбәптәндер, ошоно урындағы власть аңлап бөтмәй.

Ни өсөн ҡайһы бер әсәләр бала табыуҙан туҡтай алмай?

Әхәҙер күп балалы ғаиләләргә күсәйек. Ни сәбәптән улар “туҡтай” алмай һуң? Был һорауға яуапты фән өлкәһендә таба алманым. Унда “күп балалыҡ ярлылыҡҡа алып бара” тигәнде ҡабатлау менән генә сикләнәләр. Әгәр ҙә миллионлаған кеше, милләтенә лә, расаһына ла ҡарамай, күпләп бала табыуға йөрьәт итә икән, тимәк, бында ниндәйҙер хикмәт бар. Быны ғалимдарҙың аңлата алмауы, ә чиновниктарҙың аңлай алмауы миңә сер түгел: балалары һаны аҙ бул ғас, был хикмәт улар өсөн ҡараңғы булып ҡа ла (балалары күп булһа, уларҙан ғалимдар ҙа, чиновниктар ҙа сыҡмаҫ ине). Әйҙәгеҙ, бергәләп ошо сер ҙең ғилләһен аңлап ҡарайыҡ. Донъялағы бөтә нәмә – матди байлыҡтан алып, тойоп булмаҫлыҡ ҡиммәттәр – бер иҡтисади принцип ҡа яуап бирә. Уның асылын түбәндәге миҫалдарҙа күрһәтергә була. Эштән асығып ҡайтҡан кешене тәмле бәрәмес көтә икән, ти. Беренсе бәрәместе ашағас, уның өсөн уйыбыҙҙа ғына иң юғары билдә бирәбеҙ, әйтәйек, 10 балл. Шунан икенсеһенә тотонабыҙ, беҙҙең ҡорһаҡ был бәрәмес өсөн 10 балл түгел, ә 8 балл “бирә”. Өсөнсө бәрәмес, уның тәме башҡаларынан бер нәмә менән дә айырылып тормаһа ла (беҙҙең танһыҡ ҡанған һайын) “тәмһеҙләнә” төшә (5 балл). Дүртенсеһен беҙҙең ашҡаҙан, бәлки, ҡабул да итмәҫ (-1 балл). Был ҡанунға бөтә нәмә лә буйһона. Бик бай кешенең йөҙәрләп машина һатып алырлыҡ аҡсаһы булһа ла, ул 3-4-ҙән артыҡты алмаясаҡ, сөнки бишенсе машинаның бөтөнләй кәрәге юҡ. Ошо ҡанун кешенең нәфсеһен әҙерәк тыйып тора: әйбер йыйыу урынына аҡса йыя башлайҙар. Кеше мөнәсәбәттәренә лә ошо нәмә хас. Мәҫәлән, ғалимдар иҫбатлауынса, кеше ғүмерендә уртаса 14 тапҡыр ғашиҡ була, әммә тик беренсе мөхәббәт кенә ғүмерлеккә онотолмай, ә башҡалары “тоноҡлана” бара. Мәҡәлдә “йөҙ дуҫ” тураһында әйтелһә лә, йөҙ дуҫтың ғүмерҙә лә булыуы мөмкин түгел. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм, һәр ҡағиҙәнең сығармаһы була. Минеңсә, Хаҡ Тәғәлә бала табыуҙы был ҡағиҙәнән ситләштереп яратҡандыр. Ғаиләләге балаларҙың иң яратҡаны – кинйә. Быны бер кем дә инҡар итә алмайҙыр. Йәғни, һәр тыуған бала, кинйә булараҡ, иң “тәмлеһе” булып тыуа. Юҡҡа ғына өсөнсө бала тыуғас ҡына ысын атай (әсәй) булдым, тип иҫәпләгәндәр йыш осрай тиһегеҙме? Бының сәбәбе – һәр балала ҡабатлана торған үҙ ата-әсәһенә хас һыҙаттар. Был донъяла һәр кемдең иң яратҡан кешеһе – ул үҙе. Өсөнсө балаһынан башлап һәр атай, әсәй унда үҙенә генә оҡшаған һыҙаттарын, холҡон, ғәҙәтен табып, донъялағы иң тәрән ҡәнәғәтләнеү хисе кисерә. Балалары күберәк тыуған һайын был һыҙаттар ата-әсәне тулыраҡ аса. Тимәк, ул үҙенең балаларында һаҡланып ҡаласаҡ, уның нәҫел сынйыры өҙөлмәйәсәк. Өсөнсө бала тыуыуы атаға ла, әсәгә лә быға тиклем булмаған яңы статус бирә: әсә был аҙымға иренә ҡарата ҙур ышаныс арҡаһында ғына бара, хәләленең балаларын тәрбиәләү өсөн бөтә көсөн һалырына, уның терәк булырына инанғанда ғына ул теләп бала та ба саҡ. Балалар һанының артыуы иренә өҫтәмә көс, дәрт бирә, ҡатынына ҡарата ихтирамын арттыра. Ә инде өсөнсө баланы уҙған ата-әсә туҡтай алмай, үҙенең “ҡабатланыуын” нығыраҡ теләй башлай. Хоҙай йыш ҡына ризығын да биреп тора. Был хистең көсөнә хат та олигархтар ҙа ҡаршы тора алмай. Мәҫәлән, Борис Березовскийҙың төрлө ҡатындан 6 балаһы бар. Ә Роман Абрамович, 5 балаһы булғас, йәшерәк Дарья Жуковаға өйләнеп, тағы ла икәүҙе таптырҙы. Беҙҙең халыҡ юҡҡа ғына “Балаң булһа – күп булһын, күп булмаһа – юҡ булһын”, “Мал тапмаҫ ир булмаҫ, бала тапмаҫ ҡатын булмаҫ”, тип әйтмәгән. Шунлыҡтан күп бала тапҡан ата-әсәләргә төрлө ғәйеп тағыуҙан тыйылайыҡ. Эскелек менән мауыҡҡандары булһа, улар тапҡан балаларҙың бында бер ҡыҫылышы ла юҡ икәнен аңлайыҡ. Тик шулар арҡаһында беҙҙең милләтебеҙҙең һаҡланып ҡалыуын онотмайыҡ. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең шәжәрә ағасына тағы ла бер күҙ һалайыҡ: балаларҙың аҙ тыуыуы арҡаһында бер-ике быуындан уның ҡороп йығыласағын күҙҙән ысҡындырмайыҡ. Һәр бер башҡорт ғаиләһе өс һәм унан да күберәк бала табып, ысын ата-әсә хисен татыу бәхетенә ирешеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаһын ине. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа әйтмешләй,

Халыҡсан бер аҫыл әйтем беләм:

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы,

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә хаҡ-баһаһы –

Итәгендә ятҡан балаһы, икәнен онотмайыҡ.

Читайте нас: