Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
20 Август 2019, 12:14

ТЕЛДЕҢ ҺӨЙӘГЕ ЮҠ, ӘММӘ УЛ ҺӨЙӘКТӘР ҺЫНДЫРА АЛА

Әсәһе, улы йыш иҫерек һәм һуң ҡайта башлағас, таныштарына: “Туйҙым, үлһә лә ҡайғырмаҫ инем”, – тип әйткән. Бер аҙна ла үтмәгән, улы машинала һәләкәткә осрап гүр эйәһе булған. Ул әсәнең берҙән-бер балаһын ерләгән сағындағы хәлен әйтеп-аңлатып бөтөрөрлөк түгел.

Халыҡ боҙолдо хәҙер. Ҡыҙыу ҡанлыға әйләнде. Бер-бер хәл булһа барыбыҙ ҙа көкөрт кеүек ҡабынып китергә генә торабыҙ. Тынысланғас, ғәфү үтенәбеҙ ҙә онотола кеүек. Әммә был донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Асыу баҫыла, тик йыш ҡына һүҙҙәр һалған яра йөрәктә ҡала.


Риүәйәт бар. Бер әсә улының уҫаллығына, яман һүҙҙәренә зарланып уны аҡһаҡалға алып килгән. Ҡарт малайға: “Таҡта, ҡаҙаҡтар һәм сүкеш ал. Кешегә ауыр һүҙ әйткән һайын таҡтаға бер ҡаҙаҡ ҡаға бар...” Малай ул ҡушҡанса эшләгән. Бер аҙҙан таҡтаға ҡаҙаҡ ҡағырлыҡ урын ҡалмағас, йәнә аҡһаҡалға барған. “Ә хәҙер кешегә яҡшы һүҙ әйткән һайын бер ҡаҙаҡты һурып ал”, – тигән тегеһе. Малай ул ҡушҡанса эшләгән һәм, таҡтала бер ҡаҙаҡ та ҡалмағас, һөйөнә-һөйөнә аҡһаҡалға килгән. “Бына күрҙеңме, – тигән аҡһаҡал, – ҡаҙаҡтарҙы алып бөтөрҙөң. Әммә уларҙың эҙе таҡтала тороп ҡалды. Һүҙҙәр менән дә шулай”. Быныһы һүҙҙәрҙең кеше күңеленә тәьҫире тураһында булды. Тик алда яҙасағым уйламай әйтелгәндәрҙең кеше яҙмышына йоғонтоһо хаҡында.


“Саҡ менән Суҡ” бәйетен хәтерләйһегеҙме? Әсәләренең улдарына рәнйеше туғандарҙы ғүмерлеккә айыра. Артыҡ аҡыллы һәм күпте белеүсе замандаштарыбыҙ араһында быға “әбей әкиәте” тип ҡараусылар бар. Әммә тормошта һүҙ көсөнөң ҡеүәтен дәлилләүсе башҡа миҫалдар ҙа етерлек. Шуларҙың береһен дауаханала ятҡанда осраҡлы ғына танышып киткән өлкән йәштәге ҡатын һөйләгәйне. “Бала сағым да әллә ни бәхетле булманы, яратҡан кешемә кейәүгә сығып та рәхәттә йөҙмәнем. Ун йыл бергә йәшәгән ирем бер көн муйыныма бысаҡ терәне. Күҙҙәремде сытырлатып йомдом да белгән доғаларымды уҡыным. Шул саҡ кемдер ҡотороп ҡына ҡыңғырауға баҫты, буғай, ирем айнып киткәндәй булды, ә мин бикләргә онотолған ишектән урамға сығып тайҙым. Үҙем илайым, үҙем йүгерәм. Был язаның ни өсөн ебәрелгәнлеге хаҡында уйлайым. Дөрөҫ йәшәргә тырыштым, кеше өлөшөн ашаманым, бер кемгә зыян эшләмәнем...


Шул саҡ “ҡылт” итеп әсәйемдең бала сағымда: “Тамағыңа бысаҡ кергере!” – тип әрләүе иҫемә төштө. Биш йәшкә ҡәҙәр гел шыңшып, илап йөрөгәнгәме, асыулы сағында шул һүҙҙәрҙе телгә ала торғайны. Бына йылдар үткәс, улар ҡабул була яҙҙы. Әсәйем ысынлап та шуны теләп әйтмәгән, әлбиттә, әммә...


Ирем ҡул күтәргәндән һуң, уның менән артабан йәшәргә ҡурҡып айырылыштым да, улымды етәкләп Ҡырғыҙстандың элекке Фрунзе (хәҙерге Бишкек) ҡалаһына күсенеп киттем. Бала сағымда әсәйемдән ишеткән һүҙҙәрҙең яҙмышымда сағылышы бында ла бөтмәне. “Күҙем күрмәһә ине!” тигәне лә ҡабул булды уның. Уйламағанда сит ерҙәргә сығып китеп, һуҡырайып үлгән әсәйемде ерләргә лә ҡайта алманым (операциянан һуң йөрөрлөк хәлдә түгел инем)... Иң яҡын кешемдең һүҙҙәренән күп “бешкәнгә” күрә, башҡаларға васыятым шул: асыуығыҙ


килгәндә лә балағыҙға ҡәҙерһеҙ һүҙҙәр әйтмәгеҙ! Барыһы ла өҫтәренә төшәсәк!” – тине ул.


Өлкәндәр белмәй әйтмәй шул. Тормошта нәҡ шул ҡатын һөйләгәнсә, әйткән бәддоға ла, хәйердоға ла түгелмәй-сәселмәй кешенең үҙенә лә, балаларына ла барып етә. Ә әсә ҡарғышынан да ҡурҡынысыраҡ, әсә рәнйешенән дә ауырыраҡ, уның теләгенән дә көслөрәк ни бар икән?


Тағы бер миҫал. Әсәһе, улы йыш иҫерек һәм һуң ҡайта башлағас, таныштарына: “Туйҙым, үлһә лә ҡайғырмаҫ инем”, – тип әйткән. Бер аҙна ла үтмәгән, улы машинала һәләкәткә осрап гүр эйәһе булған. Ул әсәнең берҙән-бер балаһын ерләгән сағындағы хәлен әйтеп-аңлатып бөтөрөрлөк түгел.


“Ҡайғыһынан хатта аҡылға бер төрлөрәк тә булып ҡалды, меҫкенкәй. Ә бит бисара асыулы һүҙҙәрҙе, йәнекәйе ысынлап та үлһен тип түгел, бары ауыш юл буйлап барыуын күреп, сараһыҙҙан ни эшләргә белмәй генә ауыҙынан ысҡындырғайны”, – ти күршеләре. Тик Ер шарын кирегә әйләндереп булмаған кеүек, әйтелгән һүҙҙәрҙе лә ҡайтарып булмай...


Бындай миҫалдарҙы йышыраҡ ишеткән һайын, һүҙҙең көсө хаҡында нығыраҡ уйланаһың.


“Мин йәшәгән яҡтарҙа балалар артыҡ шаяра башлағанда “Үлгәнеңде күрһәм ине” тигән һүҙҙәр теҙмәһен ҡулланалар. Яратып ҡына асыуланып әйтелә ул. Әммә шуның һөҙөмтәһеме – унда йәштәр бик күп ҡырыла...” – тине берәү.


Ә беҙҙең яҡта һоҡланыу, яратыуҙы белдереү өсөн балаға “и, бәхетһеҙ башҡайҙар!” тип әйтеү ғәҙәте бар. Ни өсөн шулай тиеүҙәренә һис төшөнә алмайым. Ни өсөн бәхетһеҙ булырға тейеш ул бала? Ни өсөн “бәхетле башҡайҙар” тимәйҙәр? Балаға бәхетһеҙ киләсәк юрау булып тормаймы һуң былар? Ҡайһы ғына психология китабын алып ҡарама, унда “Уйҙар тормошҡа аша!” тип яҙылған. Ә беҙҙең әбей-бабайҙарыбыҙға ул китаптарҙы уҡып тороу кәрәкмәгән. Уларға белем тәрбиә менән бирелгән. Бәлки, аңлата алмағандарҙыр, әммә йөрәктәре менән тойғандар. Юҡҡа ғына балаңа “тәүфиғы артҡыры” тип кенә асыулан, тип өйрәтмәгәндер күрше әбейҙәр.


Элек ара-тирә теленә хужа булмаған, алдағыһын уйлай белмәгәндәр генә “һүҙ уты” менән уйнаһа, хәҙер байы ла, ярлыһы ла балаһын “дебил”, “аңғыра”, “тормоз” кеүек һүҙҙәр менән һүгә. Урамда илап торған улына “хайуан” тип ҡысҡырған әсәнән һорағы килә: “Ә кемдән тыуған һуң ул?” Мыҫҡыллы һүҙҙәр менән аҡыралар-баҡыралар ҙа, аҙаҡ ниңә был бала шулай булып үҫте икән тип аптырайҙар. Бер көн килеп аңларҙар ҙа, тик һуң булмаҫмы?..


Әсә һүҙе генә түгел, үҙеңдең һүҙҙәрең дә тормошоңа соҡор-бураҙна һалып ҡуйыуы мөмкин.


“Тиктормаҫ, үҙ һүҙлерәк бала инем. Әсәйем йыш ҡына: “Үҙ балаларыңдың тыңламағанын күрһәм ине!” – тип ҡабатланы. Уға яуап итеп: “Мин бала алып ҡайтмайым, белдеңме!” – тип ҡысҡыра инем... Һәм бына... Балам юҡ. Табиптар түлһеҙлегемдең бер сәбәбен дә тапмай, тик бәпес таба алмайым”. Йәш ҡатындың әсенеүе үрҙә әйтелгәндәрҙең тере миҫалылыр.


Кешеләр йондоҙнамәләргә, һандарға ышана. Имеш, уларҙа нимә яҙылған – шул тормошҡа аша. Ә үҙ теле менән яҙмышын хәл итә алыуын, үҙ һүҙенең көсөн иғтибарға алмай булып сыға.


Фән ғәжәп алға киткән был заманда бындай “боронғолоҡ ҡалдыҡтары”н инҡар итеүселәр ҙә табылыр. Әммә ғалимдар тарафынан беҙҙең гендарға әйтелгән дә, ишеткән дә һүҙҙәрҙең йоғонто яһауы күптән иҫбат ителгән. Даими яңғыраған һүҙҙәр кешенең нәҫелдән нәҫелгә биреләһе гендарын ғына түгел, үҙенекен дә үҙгәртә ала икән. Улар кешенең ҡартайыу тиҙлегенә, сәләмәтлегенә йоғонто яһай. Был темаға яҙылған диссертациялар Совет заманында ябыҡ ишектәр артында һаҡланған. Сөнки унда математик теүәллек менән кешенең һәр һүҙе ниндәй ҙә булһа энергетик заряд йөрөтөүе иҫбатланған.


Тауыш тулҡындары тураһында бөтәһе лә күптән мәғлүм. Беҙ уларҙы күрмәйбеҙ, әммә тоябыҙ. Кеше ҡабул итергә һәләтле тауышты бер нисә децибелға арттырһаң, һаңғырауланырға мөмкин икәнен дә беләбеҙ. Тимәк, улар күҙгә күренмәгән донъяның бер өлөшө. Һәм беҙ бының менән килештек. Һүҙҙәр менән дә шул уҡ хәл. Һәр кешенең торсион тулҡындарҙан торған аураһы була. Тауыш тулҡындары ла, аура ла күренмәҫ донъяның бер үлсәмендә йөрөй. Плыкин, Акимов, Шипов, Тихопалов кеүек яҙыусы һәм ғалимдарҙың китаптарында энергетик тулҡындарҙың (шул уҡ уйҙар һәм һүҙҙәрҙең) кешенең аураһына йоғонто яһауы тураһында күп яҙылған. Тимәк, теләйбеҙме-юҡмы, яҙмыштарҙы һүҙҙәр яҙа. Тел һөйәктәрҙе генә түгел, яҙмыштарҙы ла һындыра ала. Шуны онотмаһаҡ ине.


АЙЗИРӘК.

Читайте нас: