Тормошобоҙ стереотиптар менән тулы. Башҡорт милли ашы тиһәк, күҙ алдыбыҙға нимә баҫа? Бишбармаҡ, тиһегеҙме? Ҡаҙаҡтарҙың да шул уҡ тиерлек исем аҫтында милли ризығы бар. Һәм улар бишбармаҡты(ҡаҙаҡса - бесбармаҡты) тик үҙҙәренә генә хас ашамлыҡ тип раҫлай. Ҡырғыҙҙар ҙа бишбармаҡты яратып ашай.
Ә урыҫтарҙыҡы һуң? Борщмы? Улай тиһәң, украиндар үпкәләргә әҙер тора.Ә беҙ үзбәктәрҙеке тип өйрәнгән былауҙың тарихы төбөндә ғәрәптәрҙең дә,һиндтарҙың да ҡатнашлығы күренә. Былауҙың төп ингридиенты булған дөгө Үзбәкстанда үҫәме һуң? Ул бит Алыҫ Көнсығыш халыҡтары тарафынан борон-борондан үҫтерелгән бөртөклө культура. Ә, мәҫәлән, пицца? Ул кемдеке? Йәки гамбургер? Был ашамлыҡтар ниндәйҙер айырым милләткә хас түгел, улар Америкала, йәки Европала уйлап сығарылған, был интернациональ ризыҡ тиеүселәр ныҡ ҡына яңлышыр.
Икенсе өлкәнән бер миҫал. Джинсы салбарын Ер шарында йәшәгән бар халыҡ кейә. Джинс буҫтауын эшләү өсөн ҡулланылған мамыҡта күп кенә илдәрҙә үҫтерелә. Мәҫәлән, шул уҡ Үзбәкстанда. Индиго буяғы ла (башта кизе-мамыҡ туҡымаһын махсус рәүештә индиго буяғына манғандар бит) Америка Ҡушма Штаттарында уйлап сығарылмаған. Американдар бары тик ошо буҫтауҙан эш салбары тегеп уның йөйҙәрен тимер ҡаптырғыстар менән нығытыуҙы уйлап тапҡан. Матурлыҡты уйламаған улар, иң мөһиме, ныҡ булһын, тигәндәр. Шуға ла бөгөн бар халыҡ кейһә лә, ул салбарҙар күпселек осраҡта Америка джинсыһы тип атала һәм тик Америка джинсыһы ғына иң шәбенән һанала. Уларға был салбарҙарҙы үҙ сиратында Ҡытай тегеп биргән хәлдә лә.
Тағы ла бер миҫал. Тағы ла кейем-һалым өлкәһенән. Футболка йәки ҡыҫҡа еңле һәм яғаһыҙ майканы бөтә халыҡ белә һәм бик күптәр кейә. Төрлө ерҙә төрлөсә аталыуына ҡарамаҫтан, джинсы кеүек үк интернациональ кейем.Әммә бөгөн интернеттағы «Яндекс», «Гугл» ише эҙләү порталдарына «Башҡорт футболкалары» йәки «Башкирские футболки» тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итһәң, апаруҡ ҡына яҙма килеп сыға. Был нимә - футболка башҡорттоң милли кейеме булып киткәнме әллә? Юҡ, әлбиттә. Быға тиклем булған һәм бөтәһе лә ҡулланған тауарға яңы һулыш өрөп, яңы тормош бирелде. Футболкалар (йәғни, тауары, тегелеше) теләһә ниндәй илдә етештерелеүе ихтимал. Футболкаларҙың тәғәйенләнеше лә үҙгәрмәгән, ул өҫкә кейеп йөрөр өсөн. Әммә алдына, йәки арҡа яғына төшөрөлгән һүрәт (принт) уны үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ итә, бер халыҡтың ғына тауарына әүерелдерә. Йәғни, хатта башҡа милләт вәкилдәре һатып алып кейеп йөрөгән хәлдә лә башҡорт футболкаһы үҙенең атамаһын үҙгәртмәйәсәк.
Аналогияларҙы артабан дауам итһәк, башҡорт бишбармағы, башҡорт өлөшө, башҡорт бәлеше, башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы менән бер рәттән башҡорт былауы, башҡорт борщы, башҡорт пиццаһы барлыҡҡа килеүе бик мөмкин. Ул ашамлыҡтарҙың тик башҡорт халҡына, уның йәшәйешенә, тормошона, көнкүрешенә хас ниндәйҙер үҙенсәлеге булыуы мотлаҡ. Был, ысынлап та, башҡорт ризығы тип айырып әйтерлек булһын ул.
Халыҡтарҙың милли ризығы уларҙың милләт булараҡ формалашыуы менән бергә барлыҡҡа килгән. Был ризыҡҡа ғына ҡағылмай, әлбиттә. Милләт бер үк ваҡытта тел, мәҙәниәт арҡылы үҙен башҡаларҙан айырым бер төркөм итеп тоя башлауы кейемгә лә, ризыҡҡа ла ҡағылған. Халыҡ башҡаларҙың ризығын да ауыҙ иткән, ҡыҙыҡ күреп тәмләп ҡараған, әлбиттә. Әммә үҙенекен өҫтөн ҡуйған.
Милли ризыҡтың нигеҙендә - халыҡтың төпләнеп йәшәгән ерендә үҫкән үлән, йәшелсә, емеш-еләк, тамыраҙыҡ. Шул ерҙе төйәк иткән хайуандың ите. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк –хайуандарҙы кеше милли үҙенсәлектәргә эйә булғанға тиклем үк йортлаштырып, өйрәтеп өлгөргән. Шул уҡ атты ғына алайыҡ. Йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан Мулла һәм Дәүләкән тораларында табылған. Ат ҡалдыҡтарының бөтәһе лә 5 йәшкә тиклемге йылҡы малыныҡы булған. Был да уларҙың йорт хайуандары булғанын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Ҡырағай хайуан булһалар, улар төрлө йәштәге булған булыр ине, тип фекер йөрөтә ғалимдар. Табылдыҡтар беҙҙең эраға тиклем VII-VI мең йылдар менән билдәләнә. Йылҡы һөйәктәрен урталай ярып уларға саҡматаштан йөҙ ҡуйып бысаҡ эшләгән булғандар. Дәүләкән, Морат, Ҡарабалыҡты VII, Суртанды VI, Суртанды VII тораларында йылҡы малы һөйәктәре апаруҡ күп табылған. Көнъяҡ Урал археологик һәйкәлдәренең ҡайһы берҙәрендә табылған һөйәктәрҙең яртыһынан күберәге - ат һөйәктәре.
Ғөмүмән, беҙ бөгөн, XXI быуатта башҡорт милли ризығы тип атап йөрөгән ашамлыҡ менән, әйтәйек, кәмендә ике йөҙ йыл элек йәшәгән башҡорт халҡы туҡланған ризыҡ - ер менән күк араһындай. Әйтәйек, ныҡлап таянып һөйләрлек тарихи дата – ул 1812 йылғы Ватан һуғышы. Ул осор башҡорттар халыҡ-ара аренаға сыға. Наполеон ғәскәрен ҡыуып Европа илдәре аша үтә, Парижға тиклем барып етә. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тураһында күпләп яҙалар, һүрәт төшөрәләр. Үҙҙәренюғары мәҙәниәтлеһанаған Европа илдәре халҡын башҡорттар тәбиғилеге, ябайлығы, ихласлығы менән хайран ҡалдыра. Ә урыҫ офицерҙары (тимәк, дворяндары) иһә башҡорт яугирҙәренең талымһыҙлығын, әрһеҙлеген, һуғышсанлығын, оҫта һыбай йөрөүҙәрен, уҡ сөйөүҙәрен, ғөмүмән, һуғышсан рухын юғары баһалай. Ул ваҡытта башҡорттоң туҡланған ризығы - йылҡы ите, киптерелгән ҡорот. Помидор, баклажан, патиссон түгел, ҡыяр,картуф, кәбеҫтә, кишер кеүек бөгөн беҙҙең өсөн ғәҙәти булған йәшелсәне башҡорт бар тип тә белмәгән- үҫтермәгән дә, ашамаған да. Улай ғына ла түгел. Был осорҙа башҡорт спиртлы эсемлектәрҙе лә ҡулланмаған. Урыҫ армияһы офицерҙары Парижды баҫып алғас шарап мискәләре һаҡланған мөгәрәптәрҙе баҫып алып йөҙөп йөрөп тиерлек эсә. Хатта «Кликоның тол ҡатыны» атамалы шампан шарабының тарихы ла тап ошо осор менән бәйле, имеш.
Хәйер, һүҙебеҙ йәшелсә хаҡында ине бит әле. Бөтөнләй йәшелсәһеҙ йәшәгәнме икән боронғо башҡорттар, тип ғәжәпләнергә ашыҡмағыҙ. Әле мин бәләкәй саҡта,йәғни, бынан 40-45 йыл элек, Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшелсә ултыртыусылар берәү-икәү генә ине.Шул уҡ ваҡытта бала-саға ла, ололар ҙа ашарға яраҡлы ҡырағай үләндәрҙе бик яҡшы белә торғайны. Иртә яҙҙан ҡуҙғалаҡ, йыуа, йәй башынан әтмәкәс, көпшә, артабан һарына, еләк-емеш бешә башлаһа, урман еләге, ҡайын еләге, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, бөрлөгән–яландарҙа һәм урманда төрлө йәшел ризыҡкүп була ине. Уларҙы кеше махсус рәүештә йыйып турап ашҡа һалып, йәки үҙ аллы аш бешереп ҡыланманы. Эш ыңғайында ғына йолҡоп алып һөрткөләп ҡаба торғайны. Кесерткәндән, ҡуҙғалаҡтан йәшел аштар бешергәндәре хәтеремдә былай.
Ә витаминдар тип аптырарһығыҙ, моғайын. Башҡорт халҡы витаминдарҙы ҡайҙандыр алып йәшәгән бит, тиерһегеҙ әле. Әлбиттә. Витаминдарһыҙ булмай бит. Һәр хәлдә беҙҙе бөгөн шулайтып уйларға өйрәткәндәр. Аптека селтәрҙәрен шатландырып һәм байытып үҙебеҙ ҙә ашайбыҙ, балаларыбыҙға ла таблеткаларҙа, дражеларҙа витаминдар алып ашатабыҙ. Бынан тыш витамин етешмәй, тип даими рәүештә алма, әфлисун, мандарин, банан кеүек фрукттар, кишер, кәбеҫтә, помидор, ҡыяр, башҡа төрлө йәшелсә-емеш менән туҡланабыҙ. Һәм барыбер беҙгә витаминдар етешмәй. Баҡтиһәң, бөтәбеҙ ҙә яратып ашаған йылҡы ите витаминдарға бик бай икән. Атайым йыш ҡына, йәй көндәрендә йылҡы малы бары тик сәскә баштарын ғына өҙөп ҡабып йөрөй торғайны, тип һөйләп алыр булды. Ә бит сәскә – үҙеүк витаминдар тупланмаһы.
Интернеттағы ышанырлыҡ бер ресурстан атайымдың һүҙҙәрен ҡеүәтләп торған бер мәғлүмәт таптым. «АиФ»аҙналыҡ баҫманың рәсми сайтында йылҡы итенә үҙенсәлекле мәдхиә уҡыным. Уның аҡһымы амин кислоталар составы буйынса идеаль көйләнгән, тиелә сайтта. Был ит ҡандағы холестерин кимәлен кәметә, матдәләрҙең алмашыныуын көйләй, радиация йоғонтоһон юҡҡа сығара. Ул иттә организмыбыҙға бик кәрәк булған юғары күләмдә витаминдар һәм микроэлементтар: калий, натрий, фосфор, тимер, баҡыр, магний, амин кислоталары, тиамин, рибофлавин, В, А, РР, Е төркөмдәре витаминдары бар. Бынан тыш йылҡы итенә аллергия булмай һәм уны балалар ризығы булараҡ ҡулланырға мөмкин. Шуға лайылҡы ите күсмә халыҡтар тарафынан айырыуса киң ҡулланыла – ул рациондарында йәшелсә-емеш, бөртөклө ярмалар булған һәм бөртөклө культураларҙы үҫтергән һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән ултыраҡ халыҡтарҙың рационын еңел генә алмаштыра, тип яҙыла был сайтта. Шуныһы ҡыҙыҡ - был мәғлүмәт христиандарҙың Посты (Ураҙаһы) алдынан булған һәм “мясоед” йәки «ит ашау» тип аталған көндәр уңайы менән әҙерләнгән. http://www.aif.ru/food/article/67666. Ҡорот тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уның файҙаһын, ә иң мөһиме туҡлыҡлы булыуын элек-электән белгәндәр. Билдәле урыҫ этнографы, тарихсыһы һәм иҡтисадсыһы Павел Иванович Небольсин үҙенең “Үткенсе яҙмалары”нда (П. И. Небольсин. Рассказы проезжего. — СПб., 1854) былайтып яҙа: «Башҡорт даими йәшәгән урынында ифрат күп ашай; әммә юлда, походта уның аппетиты юҡҡа сыға. Һыуҙа иҙелгән бер ус ҡорот дүрт өлкән башҡортто туйындыра; бер кешегә иһә был сырҙың бәләкәс кенә бер йоморсағы ла етә: ул уның менән ике тәүлек туҡ йөрөй ала, бер ҙә асыҡмай». Үҙемдең бала сағымдағы хәтирәләремдән – атайым көн һайын тиерлек кискеһен майлап ҡорот иҙеп эсер ине, ә инде мин һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәм, әлеге лә баяғы эҫе һыуҙа иҙеп борослап эселгән ҡорот төн эсендә тирләтеп сирҙе мотлаҡ ҡыуып сығарыр ине.
Витамин һәм кеше организмына кәрәкле башҡа төрлө матдәләр йәһәтенән башҡорт өсөн ҡымыҙҙан да файҙалыраҡ эсемлек юҡтыр ул. Ошо урында Лев Толстойҙың, Антон Чеховтың, башҡа күренекле кешеләрҙең башҡорт ҡымыҙы тураһындағы маҡтау һүҙҙәрен килтерергә мөмкин булыр ине. Артыҡ булыр. Ул хаҡта бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Ә бына Бөйөк Ватан һуғышынан һуң башҡортто көсләп йылҡынан айырғандары тураһында әйтеп үтергә кәрәк тип һанайым. Бәлки, был махсус рәүештә ойошторолмаған булғандыр, әммә Совет власы осоронда ауылдарҙа йылҡы малы көтөргә рөхсәт ителмәне. Башҡорт ауылдарына ғына ҡағылдымы ул, әллә бөтә Рәсәй (СССР) халҡы ат көтә алмай ыҙаланымы, әйтә алмайым. Бәлки, олораҡтар был ҡарарҙың тарихын хәтерләй торғандыр. Башҡорт аты, йәғни башҡорт халҡы өсөн туҡлыҡлы матдәләр, витаминдар сығанағы булған йылҡы итенән һәм ҡымыҙҙан мәхрүм ҡалыу халҡыбыҙҙың физик һәм рухи төшөнкөлөккә бирелеүенә сәбәпсе булманы микән?
Башҡа халыҡтарҙың тарихынан миҫал килтереү урынлы булыр. Әйтәйек, ғүмере буйына тюлень, кит, болан ите, балыҡ менән тамаҡ туйҙырған һәм ошо ризыҡтан үҙҙҙәренең организмына кәрәкле матдәләр алған яр буйы һәм тундра эвенктары һәм чукчаларыаҡ икмәк, һары май, ярма бутҡалары менән туҡланыуға күскәс зәңге, рахит, туберкулез кеүек социаль сирҙәргә тиҙ генә бирешә башлай. Быға тағы ла араҡы ла килеп өҫтәлгәс, төнъяҡ халыҡтары юҡҡа сығыу ҡурҡынысы алдына килеп баҫа.
Башҡорт аты планлы рәүештә юҡ ителмәһә лә, бер-бер артлы килгән граждандар һуғышы, коллективлаштырыу кампанияһы, Бөйөк Ватан һуғышы йылҡы малының тамырын ныҡ ҡына ҡорота.
Ат йәнле атайыбыҙ йылҡы көтөргә мөмкинлек булмауын бик ауыр кисерҙе. Шулай ҙа ҡымыҙҙан өҙөлмәнек. Күршеләге Ҡуянтау ауылында йылҡысылыҡ фермаһы булды. Ҡымыҙ осоро башланыу менән атайым унан даими рәүештә был шифалы эсемлекте ташый торғайны. Ә инде бесән эшләй башлаһаҡ, мотлаҡ рәүештә көн һайын тиерлек ҡымыҙ эсерер булды. Шул ваҡытта мин яңы һауылған йылҡы һөтөнөң тәмен белеп ҡалдым. Бер өйрәнеп алһаң, йәш йылҡы һөтөнән да тәмлерәк эсемлек юҡ икән.Атайым үҙ ғүмерен ҡымыҙһыҙ килтерә алмай торғайны. Үлем түшәгендә ятҡанда ла, тамағына аш бармағас, атайым ҡымыҙ һораған. Ҡыш уртаһында ҡымыҙ табыуы ауыр. Быға әсе ҡатыҡ һыулап биреп ҡарағандар. Ҡымыҙ түгел бит был, айран тип шелтәләгән, имеш. Шунан ҡайҙандыр табып ысын ҡымыҙ килтереп эсергәндәр...
Тимәк, икмәкһеҙ һәм йәшелсәһеҙ ҙә башҡорт бик туҡлыҡлы һәм иң мөһиме, файҙалы туҡланған. Ә милли ризыҡ хаҡында уйлап та бирмәгән. Сөнки, ашамлыҡтың миллилеге, йәғни теге йәки был милләткә хас булыуы, ул халыҡтың башҡалар араһында ҡайнашып, башҡалар менән ҡатнашып йәшәгәндә генә мөһим.
Ғөмүмән, милли ризыҡтары халыҡтың төпләнеп йәшәгән ерҙәренән ситтә ныҡ үҫешкән милләттәрҙә,йәғни диаспоралары ҙур булған халыҡтарҙа– Америка ҠушмаШтаттарында ҡытайҙарҙа, ә хәҙер тағы ла вьетнамдарҙа, итальяндарҙа, Рәсәйҙә үзбәктәрҙәайырыуса киң тарала. Әйтәйек, итальяндарҙың пиццалары баштан уҡ фаст-фуд, йәғни тиҙ ашарлыҡ ризыҡ булараҡ уйлап сығарылмаған битинде. Шул уҡ хәл ҡытайҙарҙың һәм вьетнамдарҙың лапшаһы, үзбәктәрҙең мантыһы йәки былауы менән дә.
Ҡытайҙа йөҙ йыллыҡ йомортҡа тигән үҙенсәлекле ашамлыҡ бар. Уны әҙерләү өсөн йомортҡаны махсус батҡаҡта болғап бер нисә ай буйына ер аҫтында тоторға кәрәк. Йомортҡаның һарыһы ҡара-йәшел йәки һоро төҫкә инә, унан аммиак һәм көкөрт еҫе аңҡып тора.Ә ағы иһә ҡара-көрән төҫкә инә. Бынан тыш ҡытайҙар малайҙар һейҙегендә бешерелгән йомортҡаны ашарға ярата. Әммә был ризыҡты бөтә ерҙә лә осратып булмай, уларҙы бары тик Ҡытайҙың үҙендә генә тәҡдим итәләр. Сөнки, башҡа халыҡтарҙа был ашамлыҡтарҙың тышҡы ҡиәфәте лә, еҫе лә, тәме лә, ә бигерәктә әҙерләү ысулы кире тойғолар тыуҙыра.Сусҡа итен, мәҫәлән, дини күҙлектән сығып ашамаһалар, йылҡы итенән дә, уның хаҡында бер генә дини китапта йәки башҡа сығанаҡта бер ниндәй ҙә насар фекер булмаһа ла, теге йәки был сәбәптәр менән баш тартыусылар бар бит.