Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
17 Сентябрь 2019, 13:50

Аҡыл артыҡ булмай

Аҡыл артыҡ булмайИюнь баштарында Анатолий Чубайс Рәсәй хөкүмәтенә бушлай белем биреүҙе туҡтатыу тураһында тәҡдим яһаны. Уның фекеренсә, белем – ресурс, тимәк, ул түләүле булырға тейеш. Юғиһә был система дәүләт аҡсаһын бушҡа туҙҙырыуға һәм бөгөнгө йәштәрҙе боҙоуға алып киләсәк. “Совет осоронан ҡалған был иҫке тормош ҡалдығынан ни тиклем тиҙерәк арынһаҡ, шул тиклем яҡшыраҡ булыр. Башланғыс өс класс буш булһа, шул еткән. Ҡалған белем өсөн кеше түләргә тейеш. Хәҙерге бушлай белем биреү тракторсы йәки слесарь малайында дәүләттән нимәнелер көтөү ышанысы тыуҙыра. “Социализм менән уйнауҙы туҡтатырға ваҡыт”, – тине Чубайс. Әлеге фекерҙең сығарылыш имтихандары уҙғарылған саҡта яңғырауы осраҡлы түгел. Ул Рәсәйҙә сирек быуаттан ашыу эҙмә-эҙлекле алып барылған реформаларҙың апофеозы булды. 90-сы йылдарҙа беҙҙең илгә 10 миллионлап торбаны хеҙмәтләндергән кеше етә, тигән һүҙ йөрөгәйне. Был кемгәлер имеш-мимеш булып күренде. Баҡтиһәң, реформаторҙарҙың йәшерен маҡсаты СССР-ҙа төҙөлгән алдынғы мәғариф системаһын бөтөрөү булған икән.

Яңыраҡ “Superjob” порталы үткәргән тикшереүҙәр ҡыҙыҡ яңылыҡ алып килде. Мәктәп тамамлағандарҙың тик 47%-ы ғына вузға барырға йыйына. Быға ышанырға була. Дәүләт үткәргән сәйәсәт арҡаһында юғары белемдең кәрәге, әһәмиәте йылдан-йыл кәмей бара. Мәҫәлән, 2010 йылда уҡыусыларҙың 80%-ы вузға барырға теләк белдереп, уларҙың 67,5%-ы уҡырға инә алһа, 2018 йылда был күрһәткестәр 71% һәм 57%-ҡа етте.
Был – мәғариф өлкәһендә алып барылған реформаларҙың һөҙөмтәһе. Ата-әсәһенең түләү мөмкинлеге булған һәр баланы вузға алыуға, юғары белемде дискредитациялауға тиң икәнен күрмәмешкә һалыштылар. Һөҙөмтәлә, элекке министр Ливанов әйтеүенсә, студенттарҙың өстән бере генә юғары уҡыу йортонда белем алырға һәләтле, ә ҡалған өстән бере унда башлыса ваҡыт уҙғара. Хәҙер диплом көҫәүселәр һаны арта, ә вузға белем алыу ниәте менән йөрөүселәр кәмей. Әлбиттә, был уҡытыу кимәленә лә кире йоғонто яһамай ҡалманы. Педагогтар төп бурысы – уҡытыу урынына, бер кемгә лә кәрәкмәгән документтар тултырыу менән мәшғүл. Шунлыҡтан тыуған апатия тыуа, стресс үлем осраҡтарына ла сәбәпсе була. 1983 йылдан алып әлеге системаның шаһиты булараҡ, һуңғы 10 йылда үлемдәр бермә-бер һаны артты, тип әйтә алам. Үҙҙәренең тормошон ошо һөнәрһеҙ күҙ алдына ла килтермәгән кеше өсөн эшкинмәгән студенттарҙың курс, диплом эштәрен, зачет-имтихандарҙы һатып алыу мөмкинлеген күреү – уҡытыусылыҡты тулыһынса юҡҡа сығарыуға тиң. Бәғзе студенттар быны йәшермәй, асыҡтан-асыҡ эшләй.
Реформалар мәғариф системаһын халыҡты хеҙмәтләндереү тармағына әйләндерҙе. Министр Ольга Васильева быға ҡаршы сығып маташһа ла, хәлде һүҙҙәрҙе тыйыу менән генә үҙгәртеп булмай. Студенттар, уларҙың атай-әсәйҙәре башҡа сервис тармаҡтарындағы принцип буйынса эш итә: улар фекеренсә, “клиент һәр ваҡыт хаҡ”. Уҡыу өсөн аҡса түләнгәс, тимәк вуз уларға диплом бирергә тейеш. Имтиханда студент берәй һорауға яуап бирә алмаһа, ул: “Миңә икенсе һорау бирегеҙ”, – тип талап итеүе мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуапты үҙ тырышлығы менән китаптарҙан эҙләп табырға кәрәклеге уның башына инеп тә сыҡмай. Белемде икенсе юл менән алып булмай бит. Студенттар иһә белем алыуҙы “энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу” түгел, ә ниндәйҙер ҡыҙыҡлы уйын, квест тип күҙ алдына килтерә. Был теләк балалар күңеленә мәктәптән һалына башлай. Рәсми документтар буйынса педагог ниндәйҙер кимәлдә аниматор ҙа булырға тейеш. Бала өсөн белем алыу түгел, ә төрлө уйындарҙа үҙен Эйнштейн итеп хис итә алыуы мөһимерәк. Шунлыҡтан вуздар төрлө күңел асыу, ярыш-конкурстарға күберәк иғтибар бүлә башланы. Был йыш ҡына уның төп маҡсатына, уҡытыу эшенә ҡамасаулай.
Аккредитация үтеү маҡсаты менән йыл дауамында төрлө ҡағыҙ, отчет тултырыу уҡытыу процессына тулыһында сирелеп эшләргә ваҡыт ҡалдырмай. Арыған уҡытыусының күҙҙәрендә ут янмауы БДИ-ла 100 балл йыйған, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған балалар өсөн был аяныс хәлдер.
Түләүле уҡытыу системаһын индереү – баштан уҡ уйланып еткерелмәгән сара. Уның төп асылы – ошо мәғариф системаһын бүтән сервис тармаҡтарына тиңләү. Уҡыу өсөн аҡса түләгәс, уҡытыусылар уҡыусы, студенттар өсөн автоматик рәүештә “хеҙмәтсе” була ла ҡуя. Был баҙар ҡануны. Ана, башҡа дәүләттәр хатта сит ил граждандарын үҙҙәренең вуздарында бушлай уҡыта.
Ҡайһы берҙә башҡа дәүләт маҡсатлы рәүештә юғары белем системаһын бөтөрөүгә алып бара, тигән уй килә. Эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә теләмәгәндәрҙе вуздарҙан биҙҙереп, колледж һәм лицейҙарға барырға мәжбүр итеүҙе хуп күрәләр.
Үҙ танауынан ары күрмәгән чиновниктар өсөн был, бәлки, дөрөҫтөр. Клиенттарға пицца ташыу өсөн филфак йәки химфак тамамлау мотлаҡ түгел. Әммә донъя тиҙ үҙгәрә. Роботизация, информатизация һәм автоматизация тиҙҙән һатыусы, АЗС операторҙары, кассирҙар, курьерҙар урынына электрон кассалар һәм дрондар ҡуллана башлаясаҡ. Шул осраҡта белемһеҙ “креатив йәштәр” күпләп эшһеҙ ҡаласаҡ бит.
Рәсәй Иҫәп палатаһы аудиторы Светлана Орлова мәғлүмәттәре буйынса, оптималләштереү һөҙөмтәһендә 2001 йылдан алып Рәсәйҙә мәғариф системаһы юҡҡа сығып килә. Һуңғы 18 йыл эсендә ауыл ерендә мәктәптәр һаны ике тапҡырға кәмегән. 2001 йылда улар һаны 46 мең булһа, бөгөн ни бары 24 мең ҡалған. Ҡалаларҙа 23 меңдән 18 меңгә тиклем кәмегән. 2 миллион уҡыусы (13%) икенсе йәки өсөнсө сменала уҡый. Балалар баҡсалары 3 меңгә (51 меңдән 48 меңгә тиклем) ҡыҫҡартылған. Ҡасандыр донъяла алдынғылар рәтендә булған дәүләтебеҙҙә мәғариф тармағына эске тулайым продукттың ни бары 3,6%-ы ғына бүленә. Был йәһәттән бөгөн беҙ башҡа дәүләттәрҙән ике тапҡырға тиерлек ҡалышабыҙ.
Илдар ҒӘБИТОВ.


Читайте нас: