Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
17 Ноябрь 2019, 12:03

Һаулыҡты һауаға осороу

Ҡалъян тартыу зарарлы! Тәмәке үпкәнең өҫкө өлөшөн бөтөрһә, ҡалъян төтөнө тәрәнгәрәк үтеп инә. Мышаяҡ, ҡурғаш, хром кеүек ҡушылмалар үпкәгә ултыра. Тәмәкенең ҡысҡырып торған кәмселеге ыҫмала менән никотин булһа, ҡалъян ҡанды кислородҡа ярлыландыра. Һөҙөмтәлә, ҡалъян тартыу баш әйләнеүгә, һүлпәнлеккә килтерә.

БӨГӨН ЙӘШТӘР АРАҺЫНДА ҠАЛЬЯН ТАРТЫУ АЙЫРЫУСА ПОПУЛЯРЛАШТЫ. УНЫ

КҮПТӘР ТӘМӘКЕНӘН ЗЫЯНҺЫҘЫРАҠ ТИП ҺАНАЙ. ЫСЫНЫНДА ШУЛАЙМЫ ИКӘН?


ТАРТЫУҘЫҢ ФАЙҘАҺЫ БАР, ИМЕШ…
Ҡалъян хәҙер кафеларҙа, ресторандарҙа ла йыш осрай. Төнгө клубтарҙа ла уны еңел генә яһатып алып була. Йәштәрҙең күбеһендә шәхси ҡалъяндар ҙа бар. Уны заман шауҡымына әйләнде тип тә әйтеп була. Ҡалъян өсөн төрлө тәмдәге, төрлө еҫтәге махсус ҡушылмалар, махсус күмер – йәй көнө айырыуса күп һатыла торған тауарҙарҙың береһе.
Тик ҡалъян күптәр уйлағанса зарарһыҙ нәмә түгел. Уның файҙалы яҡтарын ҡарап үтәйек.
+ Ҡалъяндың файҙалы яҡтары юҡ тиерлек. Шулай ҙа ҡалъян тартыуҙы ҡытайҙарҙың сәй мәжлесе менән сағыштырып булалыр: баш та уны ентекләп әҙерләйҙәр. Шунан һуң ғына бергә йыйылышып, үҙ-ара гәпләшә-гәпләшә, ҡалъян тарталар. Был пункт психологтар тарафынан хуплана. Йәнәһе, кешеләр араһында яҡшы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә, улар тыныслана. Ҡалъяндан сыҡҡан хуш еҫле төтөн ароматерапия ролен үтәй, имеш.
+ Икенсе файҙаһы: ҡалъян тауыш мускулдарын ял иттерә. Эвкалипт майы ҡушылып яһалғанда, ул хатта ингаляция вазифаһын да башҡара ала. Тик был айырым осраҡтарҙа ғына.
Ошо урында уның файҙалы яҡтары бөтә. Ә хәҙер зыянын ҡарап үтәйек.
– Бөтә донъя сәләмәтлекте һаҡлау ойошмаһы ғалимдары фекеренсә, ҡалъян тартыу ғәҙәти тәмәке тартыуҙан әллә ни айырылмай. Тәмәке кеүек үк, ҡалъян да йөрәк-ҡан тамырҙары, һулыш системаһы ауырыуҙары һәм яман шеш барлыҡҡа килеүгә булыш лыҡ итә.
– Ҡалъян да бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Был никотинлы ҡалъян тарт ҡанда айырыуса йыш күҙәтелә торған хәл. Эйә ләшеүгә килтермәҫ өсөн уны аҙнаға 3 тапҡырҙан да артығыраҡ тартырға ярамай. Әммә тартыусыларҙың 10%-ы был осраҡта ла бәйлелек кисерә икән. Аҙнаға 3–6 мәртәбә тартыу 60% кешелә эйәләшеү барлыҡҡа килтерергә һәләтле.
– СО – һөрөм – ағыулы газ – ҡалъян тартҡанда кеше организмына тәмәке тартҡандағынан күберәк инә.
– Гигиена талаптарын үтәмәү. Быныһы һәр осраҡта була торған хәл. Мәҫәлән, бер ҡалъян көпшәһенән (мөштөк) кәмендә 5 кеше тарта. Гигиенаға тура килһен өсөн, бер ҡабат ҡулланыла торған мөштөктәр алырға кәрәк.
Әммә ҡайһы кеше быға әҙер икән? Ни генә әйтһәк тә, йыр иҫкә төшә: “То, что нас не убивает, мы не покупаем”. Дуҫтар, былай ҙа төш кенә һымаҡ ҡыҫҡа ғүмерҙе тәмәке, ҡалъян, алкоголь, наркотиктар менән ҡыҫҡартыу кәрәкме икән? Унан һуң, әлеге “үлтергес”тәрҙең зыяны беҙҙә күренмәһә лә, балаларыбыҙҙа сағылмай ҡалмай. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙан да рәхәт ни бар?!
ҠАЛЪЯН (ФАРСЫ) – АЗИЯ ҺӘМ АФРИКА ИЛДӘРЕНДӘ ТӘМӘКЕ ТАРТЫУ ӨСӨН ЯЙЛАНМА. БЕР ОСО ШЫЙЫҠСАЛЫ (ҺЫУ, АРАҠЫ) ҺАУЫТҠА ТӨШӨРӨЛГӘН, Ә ИКЕНСЕҺЕ ТӨТӨНДӨ ҺУРЫУҒА ТӘҒӘЙЕН ТӘМӘКЕЛЕ ТӨРӨПКӘНӘН (ШЛАНГЫНАН) ТОРА. ҺУРҒАН ТӨТӨН ШЫЙЫҠСА АША ҮТЕП, ҺЫУЫНА ҺӘМ ТӘМЛӘНӘ.

ФАЙҘАҺЫ – БАРЫ ТИК ИҠТИСАДҠА
Диндә тәмәке тартыу тыйыла. Ислам динендә кешегә зыян һала, уға ауырлыҡ килтерә торған барлыҡ нәмә тыйыла. Ләкин шул дин вәкилдәре араһында тәмәке, ҡалъян, әфиүн тартыусылар иң күбеһе. Тимәк, алкоголь, наркотик, тәмәке ҡулланыу рухи ҡиммәттәр менән бәйлән мәгән. Әлбиттә, проблемалары күп булған, эшһеҙлектән, юҡлыҡтан интеккән әҙәм дәр тәмәкене йышыраҡ тарталыр. Әммә ифрат бай, яҡшы йәшәүселәр, олигархтар, банкирҙар араһында ла тартыу сылар, эскеселәр, биге рәк тә наркомандар ғәйәт йыш осрай. Был ниҙән килә һуң?
Фәнни тикшеренеүҙәр, хәҙерге яңы антропология фәне – экстремаль антропология быны аңлата ала. Ләкин юғары власть, айырып әйткәндә, идарала ултырған министрҙар һәм депутаттар фән ни тикшеренеүҙәргә төкөрөп ҡарай. Сөнки улар финанс һәм энер го ресурс монополистары мәнфәғәтендә ха лыҡ тың ныҡ яҡшы йәшәп китеүенән ҡурҡа, үҙҙәренең миллион-миллиардтарының ярлы-ялпыға бүлене үе нән ҡурҡа, монополияларының бөтөүенән шөрләй. Дәүләт тарафынан тәмәкегә, араҡыға ҡаршы ысын көрәш булманы, булмай һәм булмаясаҡ та.
Кеше химик матдәләр ярҙамында ял итеү юлдарын эҙләгәндә ҡалъянға килеп төртөлә. Һуң, унан башҡа ла тынысланыу ысулдары күп бит! Ҡалъян төтөнө лә, тәмәкенеке лә зыянлы. Йылына бер-ике мәртәбә ҡалъян тартыуҙың организмға әллә ни зарары юҡтыр әле, тип аҡланыу төптө дөрөҫ түгел. Ҡалъян менән мауығырға, сама хисен оноторға ярамай.
Аҡсаны артыҡ сарыфламаҫҡа тырышыусылар ҡалъянды өйөндә тарта. 2–3 мең һумға ҡалъян, күмер менән тәмәкеһен һатып алып, фатирҙа көйрәтәләр. Бындай ысул ҡалъянлы кафеларҙа тартыуға ҡарағанда хәүефһеҙерәк. Сөнки махсус урындарҙа ҡалъян шлангыһының һәр клиенттан һуң йыуылыуы икеле. Ғәҙәттә, бер ҡалъянды көнөнә 4–5 компания тарта. Шланг көнөнә бер тапҡыр ғына таҙартылған осраҡта, бер мәртәбә тартыуҙа ла туберкулез йәки гепатит йоҡтороу хәүефе бар.
Белегеҙ: ҡалъян тартыу зарарлы! Тәмәке үпкәнең өҫкө өлөшөн бөтөрһә, ҡалъян төтөнө тәрәнгәрәк үтеп инә. Мышаяҡ, ҡурғаш, хром кеүек ҡушылмалар үпкәгә ултыра. Тәмәкенең ҡысҡырып торған кәмселеге ыҫмала менән никотин булһа, ҡалъян ҡанды кислородҡа ярлыландыра. Һөҙөмтәлә, ҡалъян тартыу баш әйләнеүгә, һүлпәнлеккә килтерә.
Бер сәғәт ҡалъян тартҡан кеше бер тәмәке көйрәткәнгә ҡарағанда 100–200 тапҡырға күберәк төтөн һура.
Ҡалъяндың составында никотин һәм зарарлы матдәләр аҙыраҡ булһа ла, үпкәләргә һөрөм газы күп эләгә. Ҡалъян тартыу айырым көс ҡулланыу талап итә, шуға күрә төтөн үпкәләрҙең тәрәнерәк өлөшөнә (түбәнге тын юлдарына) барып етә.
Тәмәке менән сағыштырғанда, уның составында мышаяҡ, ҡурғаш, хром күберәк. Ҡалъян менән күп мауығыуҙан үпкәлә – яман шеш, ҡулдарҙа экзема барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шулай уҡ уны оҙағыраҡ тартһаң, ағыуланырға ла мөм кин. Ал ко голле эсемлектәр менән ҡалъянды бергә ҡул ланыуҙы ҡәтғи тыя лар.
Ҡалъянлы кисәләрҙә бер кеше организмына 400-ләп тәмәке төтөнө керә. Шулай булғас, үпкәләргә төшкән ауырлыҡ ты, табип булмаһаң да, самалау ҡыйын түгел. Махсус яйланма, йәғни ҡалъян зарарлы матдәләрҙе кәметә, тигән төплө дәлил юҡ. Даими тартыусы кешенең аңын юғалтыу, баш мейеһе зарарланыу хәүефе көслө.

ТӨТӨНӨ КҮРЕНӘ, УТЫ КҮРЕНМӘЙ
Төтөнө күренә, уты күренмәй – был нимә? Яуабын әйтәм: электрон ҡалъян. Һуңғы арала электрон ҡалъянды (кемдер уны электрон тәмәке тип тә йөрөтә) ҡулланыусылар артып китте. Йәштәр генә түгел, ололар ҙа усҡа һыйышлы яйланманы үҙе менән йөрөтөп, бөтөн урамға көйрәтеп бара. Ә уның зарары тураһында уйланып ҡарағандары бармы икән үҙҙәренең? Насар ғәҙәттән тиҙ генә арынып булмай, тиҙәр. Тәмәке менән дә шул уҡ хәл. Тартыуҙы ташлар өсөн зарары әҙерәк булған әйберҙәргә күсеүселәр байтаҡ. Был осраҡта күптәр электрон ҡалъянға алдана ла инде. Йәнәһе, ул – зарарһыҙ.
Хәҙерге ваҡытта электрон ҡалъян тартыу үҙенә күрә бер тенденцияға, йәғни тиҫкәре “мода”ға әүерелеп бара. “Вейпинг” тип аталған был ағым, моғайын, күптәргә таныштыр. “Вейп” һүҙен инглизсәнән тәржемә иткәндә, “быу” тигәнде аңлата. Мод (батарея блогы) һәм бактан торған электрон тәмәкене лә шулай атайҙар. Аңлатып китәйек: мод бакта спиралде йылыта, ә үҙ сиратында бакта хуш еҫтәр тултырылған никотинлы шыйыҡса йылытыла. Тартыусы йылытылған быуҙы һулай. Был шыйыҡсаны тартыуҙы нәҡ шул вейпинг тип атайҙар ҙа инде. Электрон ҡалъяндың шыйыҡсаһына нимәләр тултыралар икән? Ҡарап үтәйек:
– һыу;
– йәшелсә глицерины;
– пропиленгликоль;
– хуш еҫле матдә;
– никотин.
Күреүегеҙсә, электрон ҡалъянда ла, ғәҙәти тәмәкеләге кеүек үк, никотин бар. Шул сәбәпле уға тиҙ эйәләшәһең, тартҡан һайын тартҡы килеп тора икән. Бер грамм никотин атты ла үлтерә тигәнде һәр кем белә. Шуға ла кеше организмына уның ни тиклем зыянлы тәьҫир итеүен аңлатып торорға кәрәкмәй.
Электрон ҡалъянды һатыуға ҡәтғи сик ҡуйылмаған. Ябай тәмәке кеүек үк, 18 йәштән өлкәнерәктәр уны теләһә ҡайһы тәмәке һата торған магазиндан ала ала. Иң арзаны 1500 һум торһа, шыйыҡсаһы 200 һумдан 700 һумға тиклем тирбәлә. Тәмәкенең бер ҡабы уртаса 70–120 һум торғанда, әлбиттә, оҙаҡҡа еткән электрон ҡалъян тартыусылар аҡсалары янда ҡала тип уйлай.
Электрон ҡалъян тартыу йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу ҙарын арттыра, аяҡ-ҡулдар артритына килтерә. Инфаркт, инсульттарҙың йәшәреүе ошоға бәйлелер ҙә.
Әгәр кеше бөтөнләй тәмәке тартмайса, электрон ҡалъян тарта башлай икән, уның никотинға бәйлелеге барлыҡҡа килеүен, ә тиҙҙән ябай тәмәкегә күсеүен көт тә тор!
Пассив тартыу (йәғни кеше тартҡан төтөндө һулау) ваҡытында электрон ҡалъяндың төтөнө тағы ла ҡурҡынысыраҡ һәм зарарлыраҡ. Шул сәбәпле балалар, йөклө ҡатындар, үҙҙәре лә абайламайса, ағыулы матдәләрҙе йотоп ултырыуы ихтимал.
Алға киткән илдәрҙә ҡалъян шауҡымы әллә ҡасан уҙҙы. Европаның ҡайһы бер илдәрендә зыянын аңлап, уны тартыуҙы бөтөнләй тыйҙылар. Ә беҙҙең йәштәр был ләззәттең организмға яһаған кире йоғонтоһон әлегә белмәй, ишетмәй. Ишеткәне лә уны үҙе өсөн инҡар итә. Әлбиттә, бында матбуғат сараларының да ғәйебе шаҡтай ҙур: улар ҡалъян эпидемияһын тейешле дәрәжәлә тәнҡитләмәй, насарлығын бармаҡ бөгөп һанамай. Интернетты асһаң, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рекламаға, пропагандаға юлығаһың. Ә кемдер кеше сәләмәтлегенән, әлеге мәғәнәһеҙ моданан файҙаланып аҡса эшләп ҡалырға ашыға, тағы ла йомшағыраҡ диванлы ҡалъян кафелары аса, ярым шәрә сибәркәйҙәрҙе бейетә…
Айрат:
– Организмға шул ҡәҙәр төтөн һурыу нисек зарарһыҙ булһын инде? Шул уҡ күмер, тәмәке ағыуына бәрәбәр ул! Ҡалъян менән мауыҡмауың мең артыҡ, быны йәштәр киләсәктә аңлар. Алға киткән илдәрҙә әлеге мода күптән артта ҡалды. Минең уны тартып ҡарағаным да юҡ, кәрәк тә түгел, Аллаға шөкөр. Ҡалъяндан башҡа ла донъям түңәрәк, күңелем көр.
Мәрйәм:
– Ҡалъян тартҡандан һуң башым ауыртмай. Ярты йыл тартмайса торған да, ике аҙна һайын тартҡан да бар – бәйлелек кисермәйем. Ләкин һуңғы ваҡытта ҡалъянға “ултыртыу” өсөн уға наркотик матдәләр ҡушыуҙары тураһында ишеттем. Бер егет тартҡандан һуң “кәйеф” тотоп, өй түбәһенән ташланған хатта. Ҡайһы бер ҡалаларҙа ҡалъянныйҙарҙы тикшереү, ябыу осраҡтары ла булған икән. Быныһы уйландырмай ҡалмай, әлбиттә.
Камил:
– Беренсе тапҡыр өйҙә дуҫтар менән ике йыл элек тарттыҡ. “Эйәләшеү барлыҡҡа килтермәйме һуң? Наркотик түгелме?” – кеүегерәк һорауҙар биреп, ҡурҡып-икеләнеп ҡалыуымды хәтерләйем. Дуҫтар тәүҙә көлдөләр, һуңынан йыуатып, тартырға өгөтләнеләр. Унан һуң тағы өс-дүрт тапҡыр тарттым. Тәмәкенән күпкә зыянлыраҡ, яман шеш ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүен ишетеп-уҡып беләм-белеүен. Йәштәргә ҡалъян менән һағыраҡ булырға кәңәш итер инем, йүнле нәмә түгел. Юғиһә кәйеф-сафа ҡороу урындарында ғына тәҡдим ителмәҫ ине ул.
Закир:
– Мин тартып ҡараған иң шәп ҡалъян һыуҙа ла, араҡыла ла түгел, ҡарбузда ине. Американың иң ҙур ҡалаларының береһендә булды ул хәл. Океан аръяғында ҡалъян был ҡәҙәр популяр түгел, халыҡтың уға артыҡ иҫе китмәй. Ысын ҡарбузда яһалған ҡалъян яҡшыларҙан һанала. Ә бына Төркиәгә барғас, хайран ҡалып ҡайттым. Унда йәше лә, ҡарты ла ҡотороп ҡалъян тарта! Әй, бөгөн беҙҙә лә шундайыраҡ хәл инде…

БЕЛЕШМӘ
ИҢ БЕРЕНСЕ ҠАЛЬЯН, АУЫРТЫУҘЫ БАҪЫУ САРАҺЫ БУЛАРАҠ, ҺИНДОСТАНДА УЙЛАП ТАБЫЛА. КОКОС СӘТЛӘҮЕГЕН ТИШЕП, ЭСЕНӘ ГАШИШ, ТӘМЛӘТКЕСТӘР ҺӘМ ДАУАЛАНЫУ ҮЛӘНДӘРЕ ТУЛТЫРҒАНДАР. ҺАЛАМ АША ТАРТҠАНДАН ҺУҢ, КОКОС ЭСЕНДӘ ҠАЛҒАН ЫҪМАЛА БӨГӨНГӨ АНАЛЬГИН УРЫНЫНА ҠУЛЛАНЫЛҒАН. ВАҠЫТ ҮТӘ КИЛӘ ҠАЛЬЯН ИРАН ҺӘМ БАШҠА ҒӘРӘП ИЛДӘРЕ БУЙЛАП ТАРАЛА. XIII БЫУАТТА ӘЛЕГЕ МОДА ЕВРОПАҒА ҮТЕП ИНӘ, УНЫ ТАРТЫУ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҘЫҢ ЯРАТҠАН ШӨҒӨЛӨНӘ ӘЙЛӘНӘ. Ә ҠАЛЬЯНДЫҢ БӨГӨНГӨ “ҠИӘФӘТЕ” – ТӨРӨКТӘР ФАНТАЗИЯҺЫ ЕМЕШЕ. ИҢ БЕРЕНСЕ ҠАЛЬЯН, АУЫРТЫУҘЫ БАҪЫУ САРАҺЫ БУЛАРАҠ, ҺИНДОСТАНДА УЙЛАП ТАБЫЛА. КОКОС СӘТЛӘҮЕГЕН ТИШЕП, ЭСЕНӘ ГАШИШ, ТӘМЛӘТКЕСТӘР ҺӘМ ДАУАЛАНЫУ ҮЛӘНДӘРЕ ТУЛТЫРҒАНДАР. ҺАЛАМ АША ТАРТҠАНДАН ҺУҢ, КОКОС ЭСЕНДӘ ҠАЛҒАН ЫҪМАЛА БӨГӨНГӨ АНАЛЬГИН УРЫНЫНА ҠУЛЛАНЫЛҒАН. ВАҠЫТ ҮТӘ КИЛӘ ҠАЛЬЯН ИРАН ҺӘМ БАШҠА ҒӘРӘП ИЛДӘРЕ БУЙЛАП ТАРАЛА. XIII БЫУАТТА ӘЛЕГЕ МОДА ЕВРОПАҒА ҮТЕП ИНӘ, УНЫ ТАРТЫУ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҘЫҢ ЯРАТҠАН ШӨҒӨЛӨНӘ ӘЙЛӘНӘ. Ә ҠАЛЬЯНДЫҢ БӨГӨНГӨ “ҠИӘФӘТЕ” – ТӨРӨКТӘР ФАНТАЗИЯҺЫ ЕМЕШЕ.

Ҡасим МОРАҠАЙ.



Читайте нас: