Бөтөн ғаилә ағзалары, киске ашты ашау өсөн, өҫтәл артына йыйылғандар ине. Оло ағайҙары күрше ҡыҙына өйләнергә теләгәнен хәбәр итте. Атайы
ризаһыҙлығын белгертеп:
— Уның атайы фәҡирлектә йәшәне. Шуға күрә ҡыҙына ла бер нимә лә ҡалдыра алманы, — тип әйтә.
Әсәйе иһә ҡушылып:
— Ул бит аҡса тота алмай. Бөтөн эшләгән аҡсаһын бик тиҙ туҙҙырып бөтөрә.
Һүҙгә бәләкәй ҡустыһы ла ҡушыла:
— Ул бит футбол хаҡында ла бер нимә лә белмәй.
Һүҙгә апайы ла ҡушылып китә:
— Һеҙ уның битен күргәнегеҙ бармы?
Уның бите һипкелдәр менән тулған бит.
Еҙнәһе лә үҙенең һүҙен әйтте:
— Уның бөтөн белгәне телевизор ҡарау ғына бит.
Өләсәһе лә ҡалтырана - ҡалтырана:
— Ул бит төҫөн килтереп кейенә лә белмәй, — тип әйтеп ҡуя.
— Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле, — тип ҡартатайы ла һүҙгә ҡушыла.
Был бөтөн тәнҡиттәрҙе тыныс ҡына тыңлап торған улдары:
— Эйе, шулайҙыр. Әммә ләкин уның берегеҙҙә лә булмаған бер өҫтөнлөгө бар, — тип әйткәс, бөтөн ғаиләһе бер тауыштан:
— Ниндәй өҫтөнлөгө? — тип һорайҙар.
— Уның һеҙҙең кеүек туғандары юҡ, —
тип яуап ҡайтара улдары.
Хөрмәтле дуҫтарым, кешенең кәмселеген күрә белеү ғорурлыҡ түгел.
Етешмәгән яҡты күреү сифаты һәр бер кешелә бар. Киреһенсә, кешенең яҡшы яғын күреп, уңай баһа бирә белеү — ысын ғорурлыҡ. Тормошта шуны күҙәтеп була: үҙҙәре кәмселлектәр соҡорона төшөп батҡан уҫал һәм насар
кешеләр башҡаларҙағы яҡшы сифатты күрә алмайлар. Аллаһу Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын.
Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин.