Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
8 Июнь 2020, 12:40

Яҡшы исем малдан артыҡ

Яҡшы исем малдан артыҡХужа Насретдин, өйөндә кемдеңдер йөрөгәнен ишетеп уянғас, тиҙ генә шкафҡа йәшенгән. Төшкән бурҙар уны тапҡас, аптырап һорайҙар икән:– Бында ниңә йәшендең?– Һеҙгә урларлыҡ бер нәмәм дә булмағандан оялып, – тип яуаплаған Хужа. Беҙҙең илдә сирек быуаттан ашыу барған демократик үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе, уның төп “ҡаҙаныштарының” береһе булып оятты юғалтыу тора. Бигерәк тә оло быуын кешеләре быны яңы йәмғиәттең иң ҙур минусы тип һанай. Ысынлап та, совет тәрбиәһен алғандар өсөн заман күренештәре, ғәҙәттәре әхлаҡ ҡанундарына бөтөнләй тап килмәй.Бала саҡта телевизорҙан ир менән ҡатындың үбешкәнен күргән ололар ҙа, кеселәр ҙә, берәй һылтау табып, бүлмәнән сығып китә торғайны. Ул саҡта үбешеү бик интим эш һаналды, ә хәҙер ике енес араһындағы мөнәсәбәттә оят булған бер нәмә лә ҡалманы, шикелле. Ирҙең ҡатыны менән бергә бала табыуы, гүзәл заттарҙың ярым шәрә килеш йөрөүе, юҡ-бар өсөн балалар баҡсаһын, мәктәпте, дауахананы судҡа биреү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Әлбиттә, бындай хәл юғары рейтинг артынан ҡыуған режиссер, продюссерҙар өсөн ҡулай. Ҡулға аҡса төшөрөү өсөн улар әхлаҡһыҙ алымдар ҙа ҡулланырға тартынмай. Быны күргән ябай кеше лә үҙен сикләмәй башлай: бөтә ғәм алдында тулыһынса “сисенеү”, үҙенең наҙанлығы, тәрбиәһенең, мәҙәниәтенең түбән кимәле менән “маҡтаныу” күптәр өсөн тормош маҡсаты, ә бәғзеләре өсөн хатта йәшәү сығанағы булып китте. Телевизорҙа күрһәтелгән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ток һәм реалити-шоуҙар йәш быуынды әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешенә өйрәтә. Фәхишәләр, балаһын талап киткән атай-әсәйҙәр һ.б. Әлеге тапшырыуҙарҙың төп геройҙары. Студенттар бөтә илгә үҙенең наҙанлығын күрһәтергә оялмай. Беҙ совет осоронда был хәл тик Көнбайыш өсөн генә хас тип уйлай торғайныҡ. Әммә был хәл беҙҙә элек тә булғандыр. Юҡҡа ғына халыҡ: Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан балаға етер; Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ; Ҡарун кеүек мал йыйғансы, яҡшы исемең ҡалһын; Үҙең үлһәң дә, исемең үлмәһен тигән әйтем-мәҡәлдәр сығармаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дан, исем тигән төшөнсәләр ысын мәғәнәһен юғалта башланы. Үҙенә сираттағы дәрәжә һорап, власть ишектәрен тапап йөрөгән замандаштар күбәйҙе. Улар ошо рәүешле үҙенең бәҫен, репутацияһын юғалтыуын аңламай, шикелле. Дәүләттең алға китеүен күрһәтеү маҡсатында яҡшы уҡығандарҙың тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмауы, ә мәктәптә илке-һалҡы уҡып, уны тик “2” һәм “3” билдәләренә генә тамамлағандарҙың, киреһенсә, артабан ҙур уңыштарға ирешеүе тураһындағы тапшырыуҙар, мәҡәләләр әҙерләнә. Был, һис шикһеҙ, халыҡтың аң кимәлен төшөрөүгә булышлыҡ итә.Ниндәй генә тармаҡты, өлкәне алма, ундағы реформаларҙың ыңғай һөҙөмтәһе юҡ кимәлендә. Шул уҡ мәғарифты ғына ҡарайыҡ. Ундағы өҙлөкһөҙ үҙгәртеүҙәр, БДИ, оптималләштереү һ.б. арҡаһында ҡасандыр донъяла белем буйынса алдынғылар рәтендә торған Рәсәй халҡы наҙанға әйләнеп бара. Хәҙерге йәштәр араһында үҙенең шәхси фекерен аныҡ ғына белдерә алыусыларҙы ла табыуы ауырлаша. Бының шаһиты булған власть үҙенең хатаһын таныу урынына халыҡтың иғтибарын бер ни ғәйебе булмаған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, табиптар, урмансыларға һ.б. япһарыуҙы хуп күрә. Бәғзе замандаштарыбыҙ өсөн һуңғыларын төрлө һылтау табып, хөкөмгә тартырыу ҙа бер ни тормай. Уларҙың ҡайһы берҙәре бынан ләззәт тә таба, шикелле. Власть уңайһыҙланмағас, ябай кешегә нимә ҡала инде...Ҡулынан эш килмәгән идара әһелдәрен эштән бушатыу – һирәк күренеш. Власть вертикале өсөн был отошло алым: һәр ғәйепле чиновник үҙенең хужаһы өсөн аманат булып тора. Сөнки ул етәксеһенең кеше күҙенә күренмәгән ғәйептәре өсөн гарантия сифатын үтәй. Коррупцияла ғәйепләнеп тә отставкаға китмәгән йәки эшенән бушатылмаған чиновниктарҙы күргән кеше власть тураһында нимә уйларға тейеш? Улар араһында башҡаларҙың текстарын урлап, диссертация яҡлаған “ғалимдар” бер ни булмағандай эшләүен дауам итә. Сөнки юғарыла ултырғандар “демократик йәмғиәттең” төп принцибын өҫтөн күрә – суд уларҙың ғәйебен иҫбатларға тейеш. Ә бөгөнгө органдар бындай эштәрҙе ҡарарға ашыҡмай тип әйтергә кәрәк.Халыҡтың: Оятһыҙҙың теле мең ҡолас, тигәне лә хаҡ. Яуапҡа тарттырылмаған чиновниктар тамам аҙҙы. Улар ябай халыҡты туранан-тура мыҫҡылларға ла тартынмай. Был күренеш һуңғы ваҡытта йыш осрай.Ябай халыҡ юғарыла ултырыусыларҙың оятһыҙ ғәмәлдәренең шаһиты. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡын ғына түгел, хатта донъяны борсоған урман янғындарының 2010 йылдан үткәрелгән оптималләштереү процесы арҡаһында икәнен дә ул күреп тора. Урмансылар, янғын һүндереүселәр һаны ҡыҫҡартылыу сәбәпле янғындарҙы һүндереүе отошһоҙ, тип әйткән губернатор эшенән бушатылмағас, ни әйтәһең инде? Бер ағас ҡырҡҡан ябай кеше күпләп штраф түләргә мәжбүр. Ә дәүләт етәкселәре килтергән миллиард һумлыҡ зыянға күҙ йомола. Уны кем ҡапларға тейеш? Халыҡты тынысландырыу өсөн: “Ҡытайға урман экспортын ҡыҫҡартыу һорауы тикшерелә”, – тигән булдылар ҙа ул...Власть үҙ ғәйебен танырға “оялғас”, таяҡтың икенсе осо ябай халыҡтың башына төшә. Юрий Андроповтың: “Балыҡ башынан серей, тик уны ҡойроғонан башлап таҙарталар”, – тигәне дөп-дөрөҫ. Дөйә урлағанға теймәйҙәр, ә төймә урлап тотолһаң... Был йәһәттән 2018 йылда башлап булдырылған “ышанысты аҡламаған чиновниктар” реестрында теркәлгән 600-ҙән ашыу коррупционерҙарҙың күпселеге башлыса “пешкалар” ғына. Уларҙың өстән бер өлөшө муниципаль депутаттар. Улары ла декларацияһында булған “хаталары” өсөн генә фаш ителгән.Ояла белмәгән йәмғиәттә халыҡ тиҙ арала кешелек сифатын юғалтҡан “көтөү”гә әйләнә. Быны беҙҙең реформаторҙар бик яҡшы белгән. Шунлыҡтан иман ҡанундарын ҡабатлаған “коммунизм кодексы” буйынса тәрбиәләнгән совет халҡына Михаил Горбачев үҙгәртеп ҡороуҙарҙа яңы “матур” ҡиммәттәр тәҡдим итә. Уларҙың күҙгә салынып бармаған йәшерен маҡсаты – кешене оялыу хисенән арындырыу була.Нимә ул оят? Ул ҡайҙан барлыҡҡа килә? Был турала кешелек күптән уйланған. Бөйөк философ Ницше фекеренсә, оят туранан-тура тыйылған нәмәләр менән бәйле. Кеше, йәмғиәт тормошонда ниндәйҙер шарттарҙы үтәмәйенсә, теләһә кемгә үтергә ярамаған өлкәләр була. Улар өсәү – ир менән ҡатын араһындағы енси мөнәсәбәт, власть даирәһе, рухиәт (шәхестең эске донъяһы). Ошо өс “серле донъя” беренсе сиратта Горбачевың ГЛАСНОСТЬ тигән таранына эләкте.“СССР-ҙа секс булманы” тигән лозунг аҫтында демократтар кешенең түшәгенә видео һәм телекамералар менән килеп инде. Хәтерләйһегеҙҙер, беренсе эшҡыуарҙар түләүле бәҙрәф һәм порнофильмдар менән үҙ капиталын тупланы. Иосиф Сталинды фашлау менән бер рәттән власть тигән төшөнсә үҙенең серле, мистик әһәмиәтен юғалтты. Һөҙөмтәлә бөгөнгө Рәсәй кешеһе өсөн “власть үҙенә башлыса төрлө әтрәгәләмдәрҙе генә йыя”. Ә был ысынында дөрөҫкә тап килмәй. Унда ла үҙ эшмәкәрлеген халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткән замандаштарыбыҙ етәрлек. Дөрөҫ, властың элекке абруйы юҡ. Эдуард Россель, Мортаза Рәхимов, Минтимер Шәймиев, Юрий Лужков кеүек шәхестәр һиҙелерлек кәмене. Хәҙерге министрҙарҙы, өлкә, ҡала һәм район башлыҡтарын халыҡ белеп тә бөтмәй. Өсөнсөнән, кешенең эске донъяһы ла тупаҫ рәүештә ҡыҫыла бара. Яулыҡ бәйләү, һаҡал үҫтереү кеүек дин атрибуттарын йөрөтөп, иманлы кеше булдым, тип күкрәк ҡағыусы замандаштарыбыҙ араһында исламға ярамаған фекерҙәр пропагандалаусылар һирәкме ни? Элек илде иҙеп, халыҡты имеп байыған кешене “мирәйет” тип йөрөтһәләр, бөгөн, иһә, “һурпайет”тәр күбәйеп бара түгелме? (Үҙемдең таныш фермерымдың 40-лап баш һарығын ҡорбан өсөн алып та, аҡсаһын һаман да түләмәй ҡасып йөрөгән дин әһелен шәхсән беләм). Баш ҡалабыҙҙы биҙәп торасаҡ “Әр-Рәхим” мәсетенең һаман төҙөлөп бөтмәүендә лә уларҙың ғәйебе юҡ түгел. Ә кем рухлы, ә кем рухһыҙ икәнен билдәләй алған замандаштарыбыҙҙа оят тигән нәмә бармы икән?Кешелек оят тигән төшөнсәһеҙ йәшәй алмай. Баҙар иҡтисады (капитализм) башланғас та тиҙ арала үҙенә хас уңайһыҙланыу системаһын булдырҙы. Ул кешенең эске булмышына бөтөнләй тап килмәһә лә, капитал өсөн бик ҡулай килеп сыҡты. Был яңы система йәмғиәтте тарҡатыуҙы, уны берҙәм социумдан атомизация ярҙамында айырым кешеләр төркөмөн булдырыуҙы маҡсат итә. Хәтерләйһегеҙҙер, совет осоронда һәр коллектив ағзаһы хеҙмәттәштәренең күпме эш хаҡын алғанын белеп йәшәне. Шуныһы ҡыҙыҡ, баҙар иҡтисадына күсеү менән коллегаларының аҡса күләме сергә әйләнде. Бигерәк тә ҡулаҡсаның әһәмиәте төшә башлағас, һәр кем күпме алғанын йәшерергә тырыша. Ҡайһы бер осраҡта беҙ әҙ алһаҡ оялабыҙ, ә ҡайһы бер саҡта саманан тыш күп алһаҡ, уңайһыҙлыҡ кисерәбеҙ. Әммә эш хаҡының күләмен башҡаларға белгертмәү беҙгә түгел, хужаларға отошло. Оят төшөнсәһе ысын коллективта ғына була, ә тарҡау кешеләрҙе башҡаларҙың тәртибе, хәле ҡыҙыҡһындырмай ҙа тиерлек. Һәр кем үҙенең мәнфәғәтен ҡайғыртыу менән генә мәшғүл.Ояттың социаль көсөн яҡшы аңлаған баҙар иҡтисады уны үҙ мәнфәғәтендә файҙалана башланы. Тауар етештереүселәр, уны һатыусылар күҙ ҙә йоммай кешене алдай. Улар ояты барҙың намыҫы бар тигән хәҡиҡәтте танымай. Һатып алыусылар, ҡулланыусылар өсөн уның икенсе системаһы эшләй. Мәҫәлән, бөгөн һинең автомобилең юҡ икән, оят. Эштә үткәргән махсус һорау буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ВАЗ-дың классикаһында йөрөү, ялыңды Төркиәлә йәки Таиландта түгел, ә тыуған ауылыңда үткәреү уңайһыҙ булырға тейеш. Бөгөнгө йәмғиәт өсөн ҡулланыуҙы төп маҡсат, ҡиммәт булараҡ ҡабул итә. Һәр кеше яңы тауарҙы һатып алырға йә тәмләп ҡарарға бурыслы, юғиһә, шул хин йәнә күңелен өйкәйәсәк.Совет осоронда гонаһлы кешене “тәүбәгә килтереү” системаһы бар ине. Кемделер – иптәштәр судында, ә кемделер пионер, комсомол, партия йыйылышында тикшерҙеләр, әммә был системаның ыңғай һөҙөмтәһе булды. Ә хәҙерге “демократик йәмғиәттә” айырым кешенең хоҡуҡтары алғы планда тора. Кешене төрлө сығанаҡтарҙан “үҙеңде нисек бар, шулай ярат” тип кенә торғас, уны элекке һымаҡ бер нисек тә тәүбәгә килтереп булмай тиерлек. “Беҙ” төшөнсәһе “мин” менән алышыныуы, йәмғиәттең кешегә бөтә нәмәне рөхсәт итеүе оят хисен юҡҡа сығара.Ояттың был яңы координаталар системаһының ялған икәне, уның кешенең булмышына тап килмәүе һәр кемгә лә асыҡтыр. Быға нигеҙләнгән йәмғиәттең киләсәге икеле. Оят менән сикләнмәгән кеше ысын шәхес дәрәжәһенә тиклем күтәрелә алмайҙыр. Был айырым индивидтарҙы тотороҡло йәмғиәткә йәбештереүсе, ойоштороусы “социаль елем”де юҡҡа сығарыу – кешелектән баш тартыуға тиң. Бының нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.Илдар ҒӘБИТОВ,БДУ доценты.

Яҡшы исем малдан артыҡ
Хужа Насретдин, өйөндә кемдеңдер йөрөгәнен ишетеп уянғас, тиҙ генә шкафҡа йәшенгән. Төшкән бурҙар уны тапҡас, аптырап һорайҙар икән:
– Бында ниңә йәшендең?
– Һеҙгә урларлыҡ бер нәмәм дә булмағандан оялып, тип яуаплаған Хужа.
Беҙҙең илдә сирек быуаттан ашыу барған демократик үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе, уның төп “ҡаҙаныштарының” береһе булып оятты юғалтыу тора. Бигерәк тә оло быуын кешеләре быны яңы йәмғиәттең иң ҙур минусы тип һанай. Ысынлап та, совет тәрбиәһен алғандар өсөн заман күренештәре, ғәҙәттәре әхлаҡ ҡанундарына бөтөнләй тап килмәй.
Бала саҡта телевизорҙан ир менән ҡатындың үбешкәнен күргән ололар ҙа, кеселәр ҙә, берәй һылтау табып, бүлмәнән сығып китә торғайны. Ул саҡта үбешеү бик интим эш һаналды, ә хәҙер ике енес араһындағы мөнәсәбәттә оят булған бер нәмә лә ҡалманы, шикелле. Ирҙең ҡатыны менән бергә бала табыуы, гүзәл заттарҙың ярым шәрә килеш йөрөүе, юҡ-бар өсөн балалар баҡсаһын, мәктәпте, дауахананы судҡа биреү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Әлбиттә, бындай хәл юғары рейтинг артынан ҡыуған режиссер, продюссерҙар өсөн ҡулай. Ҡулға аҡса төшөрөү өсөн улар әхлаҡһыҙ алымдар ҙа ҡулланырға тартынмай. Быны күргән ябай кеше лә үҙен сикләмәй башлай: бөтә ғәм алдында тулыһынса “сисенеү”, үҙенең наҙанлығы, тәрбиәһенең, мәҙәниәтенең түбән кимәле менән “маҡтаныу” күптәр өсөн тормош маҡсаты, ә бәғзеләре өсөн хатта йәшәү сығанағы булып китте. Телевизорҙа күрһәтелгән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ток һәм реалити-шоуҙар йәш быуынды әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешенә өйрәтә. Фәхишәләр, балаһын талап киткән атай-әсәйҙәр һ.б. Әлеге тапшырыуҙарҙың төп геройҙары. Студенттар бөтә илгә үҙенең наҙанлығын күрһәтергә оялмай. Беҙ совет осоронда был хәл тик Көнбайыш өсөн генә хас тип уйлай торғайныҡ.
Әммә был хәл беҙҙә элек тә булғандыр. Юҡҡа ғына халыҡ: Дан килер ҙә китер, яҡшы исем атанан балаға етер; Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ; Ҡарун кеүек мал йыйғансы, яҡшы исемең ҡалһын; Үҙең үлһәң дә, исемең үлмәһен тигән әйтем-мәҡәлдәр сығармаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дан, исем тигән төшөнсәләр ысын мәғәнәһен юғалта башланы. Үҙенә сираттағы дәрәжә һорап, власть ишектәрен тапап йөрөгән замандаштар күбәйҙе. Улар ошо рәүешле үҙенең бәҫен, репутацияһын юғалтыуын аңламай, шикелле. Дәүләттең алға китеүен күрһәтеү маҡсатында яҡшы уҡығандарҙың тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмауы, ә мәктәптә илке-һалҡы уҡып, уны тик “2” һәм “3” билдәләренә генә тамамлағандарҙың, киреһенсә, артабан ҙур уңыштарға ирешеүе тураһындағы тапшырыуҙар, мәҡәләләр әҙерләнә. Был, һис шикһеҙ, халыҡтың аң кимәлен төшөрөүгә булышлыҡ итә.
Ниндәй генә тармаҡты, өлкәне алма, ундағы реформаларҙың ыңғай һөҙөмтәһе юҡ кимәлендә. Шул уҡ мәғарифты ғына ҡарайыҡ. Ундағы өҙлөкһөҙ үҙгәртеүҙәр, БДИ, оптималләштереү һ.б. арҡаһында ҡасандыр донъяла белем буйынса алдынғылар рәтендә торған Рәсәй халҡы наҙанға әйләнеп бара. Хәҙерге йәштәр араһында үҙенең шәхси фекерен аныҡ ғына белдерә алыусыларҙы ла табыуы ауырлаша. Бының шаһиты булған власть үҙенең хатаһын таныу урынына халыҡтың иғтибарын бер ни ғәйебе булмаған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, табиптар, урмансыларға һ.б. япһарыуҙы хуп күрә. Бәғзе замандаштарыбыҙ өсөн һуңғыларын төрлө һылтау табып, хөкөмгә тартырыу ҙа бер ни тормай. Уларҙың ҡайһы берҙәре бынан ләззәт тә таба, шикелле. Власть уңайһыҙланмағас, ябай кешегә нимә ҡала инде...
Ҡулынан эш килмәгән идара әһелдәрен эштән бушатыу – һирәк күренеш. Власть вертикале өсөн был отошло алым: һәр ғәйепле чиновник үҙенең хужаһы өсөн аманат булып тора. Сөнки ул етәксеһенең кеше күҙенә күренмәгән ғәйептәре өсөн гарантия сифатын үтәй. Коррупцияла ғәйепләнеп тә отставкаға китмәгән йәки эшенән бушатылмаған чиновниктарҙы күргән кеше власть тураһында нимә уйларға тейеш? Улар араһында башҡаларҙың текстарын урлап, диссертация яҡлаған “ғалимдар” бер ни булмағандай эшләүен дауам итә. Сөнки юғарыла ултырғандар “демократик йәмғиәттең” төп принцибын өҫтөн күрә – суд уларҙың ғәйебен иҫбатларға тейеш. Ә бөгөнгө органдар бындай эштәрҙе ҡарарға ашыҡмай тип әйтергә кәрәк.
Халыҡтың: Оятһыҙҙың теле мең ҡолас, тигәне лә хаҡ. Яуапҡа тарттырылмаған чиновниктар тамам аҙҙы. Улар ябай халыҡты туранан-тура мыҫҡылларға ла тартынмай. Был күренеш һуңғы ваҡытта йыш осрай.
Ябай халыҡ юғарыла ултырыусыларҙың оятһыҙ ғәмәлдәренең шаһиты. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡын ғына түгел, хатта донъяны борсоған урман янғындарының 2010 йылдан үткәрелгән оптималләштереү процесы арҡаһында икәнен дә ул күреп тора. Урмансылар, янғын һүндереүселәр һаны ҡыҫҡартылыу сәбәпле янғындарҙы һүндереүе отошһоҙ, тип әйткән губернатор эшенән бушатылмағас, ни әйтәһең инде? Бер ағас ҡырҡҡан ябай кеше күпләп штраф түләргә мәжбүр. Ә дәүләт етәкселәре килтергән миллиард һумлыҡ зыянға күҙ йомола. Уны кем ҡапларға тейеш? Халыҡты тынысландырыу өсөн: “Ҡытайға урман экспортын ҡыҫҡартыу һорауы тикшерелә”, – тигән булдылар ҙа ул...
Власть үҙ ғәйебен танырға “оялғас”, таяҡтың икенсе осо ябай халыҡтың башына төшә. Юрий Андроповтың: “Балыҡ башынан серей, тик уны ҡойроғонан башлап таҙарталар”, – тигәне дөп-дөрөҫ. Дөйә урлағанға теймәйҙәр, ә төймә урлап тотолһаң... Был йәһәттән 2018 йылда башлап булдырылған “ышанысты аҡламаған чиновниктар” реестрында теркәлгән 600-ҙән ашыу коррупционерҙарҙың күпселеге башлыса “пешкалар” ғына. Уларҙың өстән бер өлөшө муниципаль депутаттар. Улары ла декларацияһында булған “хаталары” өсөн генә фаш ителгән.
Ояла белмәгән йәмғиәттә халыҡ тиҙ арала кешелек сифатын юғалтҡан “көтөү”гә әйләнә. Быны беҙҙең реформаторҙар бик яҡшы белгән. Шунлыҡтан иман ҡанундарын ҡабатлаған “коммунизм кодексы” буйынса тәрбиәләнгән совет халҡына Михаил Горбачев үҙгәртеп ҡороуҙарҙа яңы “матур” ҡиммәттәр тәҡдим итә. Уларҙың күҙгә салынып бармаған йәшерен маҡсаты – кешене оялыу хисенән арындырыу була.
Нимә ул оят? Ул ҡайҙан барлыҡҡа килә? Был турала кешелек күптән уйланған. Бөйөк философ Ницше фекеренсә, оят туранан-тура тыйылған нәмәләр менән бәйле. Кеше, йәмғиәт тормошонда ниндәйҙер шарттарҙы үтәмәйенсә, теләһә кемгә үтергә ярамаған өлкәләр була. Улар өсәү – ир менән ҡатын араһындағы енси мөнәсәбәт, власть даирәһе, рухиәт (шәхестең эске донъяһы). Ошо өс “серле донъя” беренсе сиратта Горбачевың ГЛАСНОСТЬ тигән таранына эләкте.
“СССР-ҙа секс булманы” тигән лозунг аҫтында демократтар кешенең түшәгенә видео һәм телекамералар менән килеп инде. Хәтерләйһегеҙҙер, беренсе эшҡыуарҙар түләүле бәҙрәф һәм порнофильмдар менән үҙ капиталын тупланы. Иосиф Сталинды фашлау менән бер рәттән власть тигән төшөнсә үҙенең серле, мистик әһәмиәтен юғалтты. Һөҙөмтәлә бөгөнгө Рәсәй кешеһе өсөн “власть үҙенә башлыса төрлө әтрәгәләмдәрҙе генә йыя”. Ә был ысынында дөрөҫкә тап килмәй. Унда ла үҙ эшмәкәрлеген халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткән замандаштарыбыҙ етәрлек. Дөрөҫ, властың элекке абруйы юҡ. Эдуард Россель, Мортаза Рәхимов, Минтимер Шәймиев, Юрий Лужков кеүек шәхестәр һиҙелерлек кәмене. Хәҙерге министрҙарҙы, өлкә, ҡала һәм район башлыҡтарын халыҡ белеп тә бөтмәй. Өсөнсөнән, кешенең эске донъяһы ла тупаҫ рәүештә ҡыҫыла бара. Яулыҡ бәйләү, һаҡал үҫтереү кеүек дин атрибуттарын йөрөтөп, иманлы кеше булдым, тип күкрәк ҡағыусы замандаштарыбыҙ араһында исламға ярамаған фекерҙәр пропагандалаусылар һирәкме ни? Элек илде иҙеп, халыҡты имеп байыған кешене “мирәйет” тип йөрөтһәләр, бөгөн, иһә, “һурпайет”тәр күбәйеп бара түгелме? (Үҙемдең таныш фермерымдың 40-лап баш һарығын ҡорбан өсөн алып та, аҡсаһын һаман да түләмәй ҡасып йөрөгән дин әһелен шәхсән беләм). Баш ҡалабыҙҙы биҙәп торасаҡ “Әр-Рәхим” мәсетенең һаман төҙөлөп бөтмәүендә лә уларҙың ғәйебе юҡ түгел. Ә кем рухлы, ә кем рухһыҙ икәнен билдәләй алған замандаштарыбыҙҙа оят тигән нәмә бармы икән?
Кешелек оят тигән төшөнсәһеҙ йәшәй алмай. Баҙар иҡтисады (капитализм) башланғас та тиҙ арала үҙенә хас уңайһыҙланыу системаһын булдырҙы. Ул кешенең эске булмышына бөтөнләй тап килмәһә лә, капитал өсөн бик ҡулай килеп сыҡты. Был яңы система йәмғиәтте тарҡатыуҙы, уны берҙәм социумдан атомизация ярҙамында айырым кешеләр төркөмөн булдырыуҙы маҡсат итә. Хәтерләйһегеҙҙер, совет осоронда һәр коллектив ағзаһы хеҙмәттәштәренең күпме эш хаҡын алғанын белеп йәшәне. Шуныһы ҡыҙыҡ, баҙар иҡтисадына күсеү менән коллегаларының аҡса күләме сергә әйләнде. Бигерәк тә ҡулаҡсаның әһәмиәте төшә башлағас, һәр кем күпме алғанын йәшерергә тырыша. Ҡайһы бер осраҡта беҙ әҙ алһаҡ оялабыҙ, ә ҡайһы бер саҡта саманан тыш күп алһаҡ, уңайһыҙлыҡ кисерәбеҙ. Әммә эш хаҡының күләмен башҡаларға белгертмәү беҙгә түгел, хужаларға отошло. Оят төшөнсәһе ысын коллективта ғына була, ә тарҡау кешеләрҙе башҡаларҙың тәртибе, хәле ҡыҙыҡһындырмай ҙа тиерлек. Һәр кем үҙенең мәнфәғәтен ҡайғыртыу менән генә мәшғүл.
Ояттың социаль көсөн яҡшы аңлаған баҙар иҡтисады уны үҙ мәнфәғәтендә файҙалана башланы. Тауар етештереүселәр, уны һатыусылар күҙ ҙә йоммай кешене алдай. Улар ояты барҙың намыҫы бар тигән хәҡиҡәтте танымай. Һатып алыусылар, ҡулланыусылар өсөн уның икенсе системаһы эшләй. Мәҫәлән, бөгөн һинең автомобилең юҡ икән, оят. Эштә үткәргән махсус һорау буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ВАЗ-дың классикаһында йөрөү, ялыңды Төркиәлә йәки Таиландта түгел, ә тыуған ауылыңда үткәреү уңайһыҙ булырға тейеш. Бөгөнгө йәмғиәт өсөн ҡулланыуҙы төп маҡсат, ҡиммәт булараҡ ҡабул итә. Һәр кеше яңы тауарҙы һатып алырға йә тәмләп ҡарарға бурыслы, юғиһә, шул хин йәнә күңелен өйкәйәсәк.
Совет осоронда гонаһлы кешене “тәүбәгә килтереү” системаһы бар ине. Кемделер – иптәштәр судында, ә кемделер пионер, комсомол, партия йыйылышында тикшерҙеләр, әммә был системаның ыңғай һөҙөмтәһе булды. Ә хәҙерге “демократик йәмғиәттә” айырым кешенең хоҡуҡтары алғы планда тора. Кешене төрлө сығанаҡтарҙан “үҙеңде нисек бар, шулай ярат” тип кенә торғас, уны элекке һымаҡ бер нисек тә тәүбәгә килтереп булмай тиерлек. “Беҙ” төшөнсәһе “мин” менән алышыныуы, йәмғиәттең кешегә бөтә нәмәне рөхсәт итеүе оят хисен юҡҡа сығара.
Ояттың был яңы координаталар системаһының ялған икәне, уның кешенең булмышына тап килмәүе һәр кемгә лә асыҡтыр. Быға нигеҙләнгән йәмғиәттең киләсәге икеле. Оят менән сикләнмәгән кеше ысын шәхес дәрәжәһенә тиклем күтәрелә алмайҙыр. Был айырым индивидтарҙы тотороҡло йәмғиәткә йәбештереүсе, ойоштороусы “социаль елем”де юҡҡа сығарыу – кешелектән баш тартыуға тиң. Бының нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Илдар ҒӘБИТОВ,
БДУ доценты.
Читайте нас: