Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
5 Октябрь 2020, 16:40

Уҡытыусы абруйы

Уҡытыусы-тәрбиәсегә башҡа ауыл интеллигенцияһы вәкилдәренә ҡарағанда ла иғтибар көслө, талап ҡаты, яуаплылыҡ ҙур.Мәҫәлән, агроном менән зоотехниктың ҡунаҡ-төшөм ваҡытында бер аҙ ҡыҙмаса булып алыуҙарына бик иҫтәре китмәүе лә мөмкин, ә инде уҡытыусы өсөн бындай күренеш ғәфү итмәҫлек хәл иҫәпләнә.Башҡаларҙың картуф һәм йәшелсә баҡсаһы уталмай ятһа ла, артыҡ ғәжәпләнмәҫтәр, ә инде уҡытыусының йорт алдын сүп баҫһа, ғәйепләү һүҙҙәре бер нисә йылға һуҙылыуы мөмкин. “Уҡытыусы башы менән… Сәскә үҫтерегеҙ, йәшелсә ултыртығыҙ, тиҙәр бит әле…”Ә инде уҡытыусы балаларының насар билдә алыуы, дәрескә һуңлап килеүе, иптәштәре менән килешмәүе башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғаларға әйләнә.Уҡытыусыға ҡарата бындай талапсанлыҡ һис тә йомортҡанан йөй эҙләү түгел, ә халыҡтың уны һәр саҡ өлгө алырлыҡ остаз итеп күрергә теләүе, ололап хөрмәт итеүе ул.

Уҡытыусы-тәрбиәсегә башҡа ауыл интеллигенцияһы вәкилдәренә ҡарағанда ла иғтибар көслө, талап ҡаты, яуаплылыҡ ҙур.
Мәҫәлән, агроном менән зоотехниктың ҡунаҡ-төшөм ваҡытында бер аҙ ҡыҙмаса булып алыуҙарына бик иҫтәре китмәүе лә мөмкин, ә инде уҡытыусы өсөн бындай күренеш ғәфү итмәҫлек хәл иҫәпләнә.
Башҡаларҙың картуф һәм йәшелсә баҡсаһы уталмай ятһа ла, артыҡ ғәжәпләнмәҫтәр, ә инде уҡытыусының йорт алдын сүп баҫһа, ғәйепләү һүҙҙәре бер нисә йылға һуҙылыуы мөмкин. “Уҡытыусы башы менән… Сәскә үҫтерегеҙ, йәшелсә ултыртығыҙ, тиҙәр бит әле…”
Ә инде уҡытыусы балаларының насар билдә алыуы, дәрескә һуңлап килеүе, иптәштәре менән килешмәүе башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғаларға әйләнә.
Уҡытыусыға ҡарата бындай талапсанлыҡ һис тә йомортҡанан йөй эҙләү түгел, ә халыҡтың уны һәр саҡ өлгө алырлыҡ остаз итеп күрергә теләүе, ололап хөрмәт итеүе ул.
Ә бит белеүебеҙсә, уҡытыусыға бындай мөнәсәбәт борондан уҡ килә.
Үҙе көткәндән түбәнерәк хәлдәр менән осрашһа, кешенең хәтере ҡала, өмөтө һүнә.
Журналист булараҡ, эш буйынса төрлө төбәктәргә юл төшөп торҙо. Ҡайҙа барһам да, мотлаҡ мәктәп балалары, уҡытыусылар менән осраштым. Әле һөйләйәсәк миҫалдарҙы тормошобоҙҙоң типик күренештәре тип тә әйтеп булалыр. Исемдәр үҙгәртелде, әлбиттә.
Сәлим ағай менән Сәримә апай – икеһе лә уҡытыусылар. Ауылға өс-дүрт йыл элек кенә килгән Сәлим Яхъя улы уҡырға күңел һалып бармаған малай-ҡыҙҙарҙы ла ауыҙына ҡарата ала торған ҡөҙрәткә эйә әҙәбиәт уҡытыусыһы; Сәримә Харис ҡыҙы башланғыс синыфтарҙа белем бирә. Намыҫ, ғәҙеллек, изгелек, татыулыҡ төшөнсәләрен башлап уларҙан өйрәнгән уҡыусылар етерлек.
Үҙ балалары, малай менән ҡыҙыҡай, уртаса ғына уҡыһалар ҙа, үҙҙәрен тәртипле тота. Бик һөйләшеп бармайҙар, дәрестә лә, тәнәфестә лә шаярмайҙар, хатта ҡысҡырып көлмәйҙәр ҙә.
Тағы ла шуныһы ғәжәп: тиҫтерҙәре менән дә аралашмай улар.
Өйҙәренә яҡынлашҡас та бейек ҡойма менән уратылған ихатала уҫал эт өрә. Әммә уның эсендә уңған кешеләр йәшәгәне күренеп тора. Таҡта ҡойма менән йорт ҡыйығы йәй һайын ҡуйы ҡыҙыл төҫкә буяла.
Был педагогтар ата-әсәләр менән осрашып һөйләшергә, кәңәштәр бирергә ярата. Тик, уҡытыусыға ҡунаҡҡа йөрөргә ярамай, тигән һылтау менән саҡырған ергә бармайҙар, үҙҙәренә лә кеше саҡырмайҙар.
Шуға ла серле һымаҡ уларҙың йорттары. Бында, моғайын, бөтәһе лә үҙҙәре өйрәткәнсә матурҙыр, өй эстәре ҡотлолор…
Бер көн аҙна буйына ауырып, дәрескә йөрөй алмаған кескәй Лилиә әсәһе менән Сәримә апайҙарына, өйгә эштәрҙе белешергә, тип килә. “Эт бәйле, беҙгә теймәҫ әле”, - тип ҡапҡаны аса улар. Эт, ысынлап та, өрмәй, уларҙы күрә лә, ояһына инеп китә. Өргән генә булһасы, бәлки, әсә менән ҡыҙыҡай ҡурҡып, бер ҡаршылыҡһыҙ өйгә инеп китә алмаҫ, шаҡ ҡатырлыҡ, күңел өшөтөрлөк хәлде күреп, шаңҡып ҡалмаҫтар ине.
Ишекте асыуҙары була, был икәү, иҫәнләшергә лә онотоп, тупһа төбөндә ҡатып ҡала.
Атай кеше, хөрмәтле уҡытыусы, 10 йәшлек улын салбар ҡайышы менән туҡмай. Малай үҙәк өҙгөс тауыш менән ыңғыраша, әммә ҡысҡырмай. Үҙенең күҙенән сөбөрләп йәштәре аға. Әсәһе менән һеңлеһе ҡурҡыштарынан мөйөшкә һырлыҡҡан. Сәримә апайҙың асырғанып: “Атаһы, тим, етер инде, туҡта инде, имгәтәһең бит баланы!” – тигән инәлеүле һүҙҙәренә ире иғтибар ҙа итмәй малайҙы язалауын белә.
Саҡырылмаған ҡунаҡтарға ла эләгә.
- Нишләп йөрөйһөгөҙ бында, кем ҡушты һеҙгә рөхсәтһеҙ уҡытыусы йортона килергә? – тип аҡырыуына, бер аҙға шаңҡып ҡалһа ла, әсә кеше кескәй Лилиәһен ҡосағына алып, тиҙерәк сығып китергә үҙендә көс таба. Арттарынан: “Әгәр ҙә бында күргәндәрегеҙҙе берәйһенә һөйләһәгеҙ, минән яҡшылыҡ көтмәгеҙ!” – тигән һүҙҙәр ҡыуып етә.
Ошондай хәбәр таралмай буламы һуң инде?! Күптән түгел генә маҡтаулы, хөрмәтле булған уҡытыусыға ауылда ла, мәктәптә лә бойкот ойошторола. Бер кем һөйләшмәй, иҫәнләшмәй уның менән. Оҙаҡламай ғаилә икенсе районға күсеп китергә мәжбүр була.
Ә теге фажиғәле күренештең шаһиты кескәй Лилиә тотлоғоп ҡала. Үҫеп буйға еткәс кенә, махсус белгестәр алып барып дауалатҡандан һуң ғына, тәбиғи хәленә ҡайта ала ул. “Сәлим Яхъя улының ҡурҡыныс аларған күҙҙәре, ҡатыны менән балаларының әрнеүле сараһыҙлығы ғүмер буйы иҫемдән сыҡмай”, - ти хәҙер инде ошо мәктәптең директоры Лилиә Ахун ҡыҙы.
Тағы ла бер миҫал
Ғәлмәнур институтҡа барып та, конкурстан үтмәгәс, фермаға мал ҡараусы булып эшкә инде. Икенсе йылына яңынан барып ҡарарға тигән теләге ҙур булһа ла, тағы ла ул теләгәнсә килеп сыҡманы. Һөйгән ҡыҙының ауырға ҡалғанын белгәс, ун һигеҙ йәшендә генә өйләнергә мәжбүр булды. Хыялының селпәрәмә килеүе егетте араҡынан йыуаныс табып йәшәргә өйрәтте. Ата-әсәһе әйтеп-әйтеп, өгөтләп ҡаранылар ҙа, улдарының был яман ҡылығына күнә лә башланылар: “Нишләтәһең инде, кем эсмәй хәҙер?! Үҙ ғаиләһе, үҙ тормошо. Кем белә, бәлки, бала-сағаһы ишәйә башлаһа, аҡылға ултырыр әле…”
Колхоз әлегә таҡалмаған саҡ. Малға бесән-силос етерлек әҙерләнә.
Үҙҙәре бесән әҙерләй алмаған әбей-һәбей, тормош көтөү өсөн еңелерәк юл һайлаған ағай-эне ярты тотоп Ғәлмәнурға килә. Һуңғы ваҡытта яртыға ғына алданмай башланы эшенең тәмен белеп йәшәүгә ынтылған малсы: ике литрҙан да кәмгә йомош атҡарырға риза түгел ул хәҙер. Мал аҙығы тигәс тә, ул да иҫәпһеҙ-хисапһыҙ түгел дә.
Бер көн Хафиза ҡарсыҡҡа ярты сана бесән илтеп ауҙарҙы. Бер литр биреп, ҡарап торған була рәхмәт әйтеп. Рәхмәт тамаҡ туйҙыралыр шул?! Уның ишек алдына бесән тейәп барып инергә баҙнат итеү өсөн генә лә күпме нервы сарыф итергә кәрәк?! Күршеһендә генә Ғәлмәнурҙың яратҡан уҡытыусыһы Фәнүс Филосович йәшәй. Колхоз бесәнен араҡыға алмаштырып йөрөгәнен күреп ҡалһа, ояты ни тора?!
Ул әле лә осраған һайын: “Юғары белем алыуҙы тиҙләтергә ине, Ғәлмәнур, ситтән тороп уҡып булһа ла вуз бөтөрөргә кәрәк һиңә! – тип дәртләндереп тора. - Документтарыңды тапшырғанда үҙем дә барырмын, таныштар етерлек ул минең”, - ти. Булдыҡлылығына ышана, тимәк. Ғәҙел, талапсан уҡытыусы ул Фәнүс Филосович, ҡайғыртыусан.
Бына һуң тип тормай, тағы ла ҡапҡа шаҡыйҙар. Кемдеңдер мал аҙығы бөткән, ахырыһы. Алып ҡайтҡан бесән бөттө, силосҡа риза булһалар ғына инде…
- Һаумы, ҡустым! – ишек алдында атын эсереп торған Ғәлмәнур Фәнүс Филосовичты күреп, һыулы биҙрәһен төшөрөп ебәрә яҙҙы. Телепатия юҡ, тип әйтеп ҡара ошонан һуң.
- Һаумыһығыҙ, ағай. Көтмәгәйнем.
- Бына Хафиза әбейгә бесән килтереүеңде ишетеп, мин дә килдем әле.
- Ғәфү итегеҙ… Оло кеше бит. Ғүмер буйы колхоз эшендә бил бөккән, араҡыһын алып ҡына торҙом. Үтескә..
- Ярай, ярай, бик һәйбәт булған. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул. Миңә лә кәрәк ине бит әле, берәй сана булһа ла… һатып алыуға китһә, ҡыйын хәл. Беҙҙең эш хаҡын беләһең. Уҡыусым бит, буш сығармаҫ әле, тим…
Ғәлмәнур иҫе китеп уҡытыусыһының күҙҙәренә ҡараны: яңылыш ишетәме әллә? Әллә педагог уның намыҫ кимәлен һынап ҡараймы? Колхоз мөлкәте менән шаярыуын ишетеп, ошондай тәрбиә алымын ҡулланамы икән?
Уҡыусыһы шомланып, икеләнеп торған арала, уҡытыусы-тәрбиәсеһе һүҙен дауам итә.
- Ғүмер үтеп бара инде, туған, ҡырҡ ата балаһына белем, тәрбиә бирәм, тип. Үҙебеҙҙекеләр ҡалаға олаҡты. Йәйен бесән әҙерләү ҙә ауырлашты, олоғайта бит. Ә ауылда малһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Нишләргә һуң хәҙер беҙгә?! – ағайҙың тауышы йәлләүес тембрға күсеп, ҡалтыранып ҡуйҙы. - Апайың: “Әгәр бесәнһеҙ ҡайтһаң, һыйырҙы тотонорға кәрәк булыр”, - ти.
Ғәлмәнур уның һүҙҙәренә һаман ышана алмай, өндәшмәй генә тәмәке көйрәтә. Уҡытыусы аргументтарҙың көслөрәгенә күсә:
- Бына ике литр алып килдем. Башҡаларҙыҡы кеүек сәмәй, йә осһоҙорағы түгел, ә бик һәйбәте – ике тапҡыр таҙартылғаны…
Ғәлмәнурҙың алыҫта булһа ла емелдәп, саҡырып торған матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ышаныс шәмдәре күҙ алдында безләп янып торҙо ла, ҡапыл һүнеп ҡуйҙы. Күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
- Ярай, төндә, уҡыусыларығыҙ күрмәгәндә килтереп, ишек алдығыҙға ауҙарырмын, - тине ул үҙ тауышын үҙе танымай. - Ә араҡығыҙ кәрәкмәй.
Таң алдынан алғы бүлмәлә үкһеп-үкһеп илаған иренме, әллә төпкөһөндә имергә һорап сырылдаған балаһынмы – ҡайһыһын тәүҙәрәк тынысландырырға белмәй өҙгөләнде йәш ҡатын.
Эйе, ҡайһы бер уҡыусылары үҙенән яҡшыраҡ кейенгән, иномаркалар менән генә мәктәпкә килтерелгән заманда уҡытыусының ҙур булмаған эш хаҡына йәшәүе еңел түгелдер. Ә ҡасан еңел булған һуң ул?!
Ә инде һәр йәһәттән үҙенән юғарыраҡ, сафыраҡ, һәйбәтерәк, әхлаҡлыраҡ, тип һаналған уҡытыусының абруйы төшә, йә таплана икән (ниндәй сәбәп менән булыуына ҡарамай), бынан һуң үҙеңде педагог тип иҫәпләмәҫкә лә мөмкин.
Бөйөн Ватан һуғышы осоронда һәм унан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында белем алған уҡыусыларҙың хәтерләүенсә, һуңғы картуфы, икмәк киҫәге менән бүлешкән мөғәллимдәр тәрбиәләнеүселәре менән, дәрестәрҙән һуң иген, йәшелсә баҫыуҙарында бергәләп тир түккәндәр. Өҫтөндә кейергә булмаған балаға үҙ кейемен йүнәтеп биргән, үҙ аҡсаһына дәфтәр-китаптар һатып алған, ғүмере буйы тәрбиәсе-кәңәшсе ролен үтәгән уҡытыусы.
Хәҙерге заманда бигерәк тә көсө ҙур уҡытыусы абруйының. Элекке юғары идеалдар кәмһетелә, радио-телевидение, Интернет, кинофильмдар аша бала психологияһына көсөргәнешле атака бара. Үҙ мәнфәғәте өсөн башҡаларҙы тапап үтеүсе, юҡ итеүсе образдар герой бейеклегенә күтәрелә. Ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе намыҫлы кеше ҡара ҡарғалар төркөмөндәге аҡ ҡарға кеүек ҡабул ителгән заманда “нимә ул насар, нимә ул яҡшы” төшөнсәһен бала аңына барып етерлек итеп аңлатыусы уҡытыусының роле баһалап бөткөһөҙ.
Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эшен ғүмер юлы итеп һайлаған кешеләрҙә, беренсе сиратта, шикле, ымһындырғыс нәмәләргә ҡаршы иммунитет тәрбиәләнергә тейеш. Был сифаттарға эйә булғандар ил алдында хөрмәткә лайыҡ була.
Тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләһендә мине генә түгел, бик күптәрҙе аптыратҡан да, нәфрәтләндергән дә миҫалдар күп инде ул.
Бына инша яҙыуҙы ғына алайыҡ. Беҙ уҡыған осорҙа уҡыусының үҙаллы фекер йөрөтөүе, фантазияһы юғары баһалана торғайны. Хәҙер уҡыусыға әҫәр хаҡында уйланып торорға лә кәрәкмәй. Әҙер иншалар китап, брошюра итеп сығарылып, магазиндарҙа һатыла. Интернетҡа тултырыла. Ә уларҙы рәхәтләнеп ҡулланыусы “ҡошсоҡтарын”а иҫкәрмә яһау урынына уҡытыусы күрмәмешкә һалыша. Әлбиттә, осһоҙ иншаларҙың һәйбәт баһалар алыуы ла мөмкин. Бындай күренештәр имтихандар осоронда айырыуса ныҡ күҙгә ташлана. Ошолай итеп үҫмерҙе ике йөҙлөлөккә өйрәтеүебеҙ хаҡында уйлаусы уҡытыусылар ҙа юҡ түгел инде ул, ләкин бөтә Рәсәй буйынса киң ҡулланыу тапҡан күренеш уларҙы ла битарафлыҡҡа этәрә. Мәктәпте артҡа һөйрәмәҫкә, үҙеңдең шәплегеңде күрһәтергә, баланы, ата-әсәләрҙе хәүефләндермәҫкә, ҡыҫҡаһы, абруй һаҡларға кәрәк, тип уйлайҙыр инде улар ҙа. “Ниндәй намыҫ? Ниндәй ғәҙеллек? Бөтәһе лә шулай итә лә баһа”, - тиҙәрҙер. Ата-әсәләр ҙә күреп тора. Әммә улар ҙа өндәшмәй, ризаһыҙлыҡ белдермәй. Шунан һуң илдә үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусы етәкселәр, ғариза ла яҙа белмәгән белгестәр, алдаҡсы депутаттар, кешелекһеҙ хоҡуҡ һаҡлаусылар күбәйә бара тип аптырарға кәрәкме?!
Ришүәт биреп уҡырға алынған уҡыусыларҙы йәлләп бер булына. Ғаиләләренең һуңғы һыйырын һатып йәки көнө-төнө эшләп ғүмер буйы йыйған аҡсаһын алған профессор-доценттары изгелек, матурлыҡ тураһында лекция уҡығанда ни хаҡында уйлап ултыра икән улар?! Ниндәй педагог абруйы хаҡында һүҙ булыуы мөмкин бындай осраҡта?! Үҙҙәре юрист, педагог, врач, етәксе булып алғас, ҡонон ҡайтарасаҡ әле улар. Киләсәктә лә ошолай дауам итһә, ҡайҙа барып сығырбыҙ?!
Бала күңелендә шәхес бөрөләнә. Ҡыл ҡыбырлатмай алынған “бишле”гә ҡарағанда ҙур тырышлыҡ менән ирешелгән “дүртле” ҡәҙерлерәк уға. Белем алыуҙы юҡҡа ғына энә менән ҡойо ҡаҙыу, тимәгәндәр бит. Ул, беренсе сиратта, үҙ-үҙеңде эшкә ҡушып, ялҡаулығыңды еңеү, ихтыяр көсөңдө сыныҡтырыу. Үҙенә күрә ярыш та әле ул. Ә әлегә тиклем белмәгәнеңде белеү, тормошта ҡыҙыҡлы, фәһемле яңылыҡтар асыу бәхете тағы ла күберәкте аңларға ынтылырға саҡыра. Өйгә эште үтәмәһәң дә, иғтибар итмәгән, дәрестә шаярып ултырһаң да, иҫкәрмә яһамаған уҡытыусы уҡыусы өсөн абруй түгел. Һанға ла һуҡмай ул үҙ фәненә лә, уҡыусыға ла битараф кешене. Ғәҙел, талапсан уҡытыусы янында бала ла йыйнаҡлана, тыйнаҡлана төшә, дәрескә иғтибары арта.
Үҙ фәнен яратып, уны “һыу кеүек эскән” уҡытыусы хатта булмышы менән, мәҫәлән, математиканан йәки химиянан алыҫ торғандарҙы ла, үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уятып, ылыҡтыра ала. Ә инде әҙәбиәт, география, биология, тарих кеүек фәндәрҙе яраттырыу бары тик уҡытыусының маһирлығынан тора, тип ышанам мин. Был дәрестәрҙе шул тиклем дә илһамланып, ҡыҙыҡтырып, тормош менән бәйләп үткәргән уҡытыусылар бар, шундайҙар арҡаһында уйлана, күҙәтә белеүсе, хис-тойғоларға бай, тәбиғәткә, кешеләргә ҡарата миһырбанлы шәхестәр тәрбиәләнә. Ҡағиҙә ятлап, нотоҡ уҡып, сәбәп юҡтан сәбәп табып, уҡыусыларын әрләп үткәрелә торған күңелһеҙ дәрестәр мәктәптән биҙҙерә бит ул. Уҡытыусының эшен баһалағанда, тәүге сиратта, уның эш стажына, тәжрибәһенә генә түгел, ә дәрестәренең нисек үтеүенә лә иғтибар итергә кәрәктер, моғайын.
Белемле булыу баланың төп маҡсатына әйләнергә тейеш. Үҙ аллы белем алырға һәм алған белемеңде тормошта ҡулланырға өйрәтеү – уҡытыусының төп бурысы.
Уҡытыусы абруйы уның балаларҙы аңлауына, уларға ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә булыуына ла ныҡ бәйләнгән.
…Командировкаға барғас, яҙыласаҡ мәҡәләмдең геройы һөйләй: “Уҡытыусылар ғаиләһендә йәшәгәс, эшенең ауырлығын аңлап үҫтек. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе лә уҡытты. Уларҙың, ниндәй генә хәл килеп тыуғанда ла уҡыусыларға ҡысҡырғанын, кәмһетеүле һүҙҙәр менән битәрләүен хәтерләмәйем. Үҙебеҙҙә һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, артабан интернат-мәктәптә уҡырға тура килде. Әллә нишләп рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы мине тәүҙән үк яратманы. Дәрестәргә лә тырышып әҙерләнәм, башҡаларҙан кәм дә белмәйем һымаҡ. Баһаларҙы кәметеп ҡуйыуына ла түҙер инем, әммә дәрес ваҡытында баҫтырып ҡуйып, әллә нәмәләр әйтеп түбәнһетә лә бит әле ул. Синыфташтарым да йәлләй. Мине яҡлап, уҡытыусы менән һөйләшеп тә ҡаранылар хатта. Иғтибар ҙа итмәне. Әлбиттә, матур ҙа, аҡыллы ла, белемле лә ҡыҙ булырға тырышҡан үҫмергә уҡытыусыһының: “Нимә ҡарап ҡаттың, ташҡан күҙ?” Йәки: “Малайҙар менән шаярған була бит әле, торна муйын”, - тигән һүҙҙәре йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаған һымаҡ тәьҫир итә. Ғәҙәттә, яратмаған уҡытыусының дәресенән биҙәләр, ә мин, киреһенсә, БДУ-ның рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға индем. Бер кемдән дә кәм түгеллегемде үҙемә лә, уға ла, башҡаларға ла иҫбат иткем килде. Бына 35 йыл инде ошо фәндән уҡытам, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтәм. Ун йыл элек синыфташтар менән осрашыу ойошторҙоҡ. Һағынышҡанбыҙ. Оҙаҡ күрешмәгәс, ҡайһыларыбыҙҙы танырлыҡ та түгел. Әлеге уҡытыусыбыҙ ҙа килгән. Күптән инде хаҡлы ялда икән. Мине күргәс, уңайһыҙланып китте. Беҙҙең өсөн әҙерләнгән концерттан һуң табынға йыйылдыҡ. Кем, ҡайҙа, нисек эшләүен, ғаилә хәлдәрен һорашабыҙ, иҫтәлектәр һөйләп көлөшәбеҙ. Бына һүҙ миңә бирелде.
- Һин бит синыфтың шәп математигы була торғайның, нишләп филфак юлын һайланың? – тип ҡыҙыҡһынды класташтар.
- Уҡытыусыбыҙ арҡаһында, - тим, ҡаршымда ултырған әлеге апайыбыҙға йылмайып ҡарап. Ә ул ҡапыл иланы ла ебәрҙе:
- Һөйләмә инде берүк, мин һинән ул саҡтағы кәмһетеүҙәрем өсөн ғәфү үтенәм, - ти. - Төҫ-ҡиәфәтең менән бигерәк тә ҡәйнәмә оҡшағайның шул. Уның миңә күрһәткән этлектәренең ҡонон һинән ҡайтарғанмындыр инде…
Бөтәбеҙ ҙә шымып ҡалдыҡ. Тиҙ генә үҙемде ҡулға алып:
- Уларын мин онотҡанмын инде, хөрмәтлебеҙ, ә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китеүемдә, ысынлап та, ярҙамығыҙ ҙур булды, - тип ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙем. Айырылышҡан саҡта ул арҡамдан һөйөп: “Рәнйемә инде берүк!” – тип ҡалды”.
Ярай әле, ҡарт педагог үҙ ғәйебен һуңлап булһа ла аңлап, кәмһетелгән уҡыусыһынан ғәфү үтенә белгән. Ә бит уҡытыусы һәм өлкәнлек өҫтөнлөгөн файҙаланып, бала күңелен яралауҙан тәм табып, йәшәп ятыусылар ҙа юҡ түгел.
Баланы көйөндөрөргә түгел, ә күңелен ҡанатландырырға кәрәк. Ике араның һәм уҡыусыларының үҙ-ара мөнәсәбәтен бары тик уҡытыусы-тәрбиәсе генә тейешенсә ҡора һәм үҫтерә ала. Һүҙемде ҡеүәтләп, тағы ла бер миҫал килтерәйем әле. Алтынсыла уҡығанда синыфыбыҙға бер яңы ҡыҙ килде. Йәшкә лә, төҫ-башҡа ла беҙҙән әллә ни айырылмай. Тик бер сәйер яғы бар: дәрестәрҙә бөтөнләй ҡатнашмай ул. Уҡытыусы ниндәй генә һорау бирһә лә, баҫа ла, ауыҙына һыу ҡапҡан кеүек, аңшайып ҡарап тик тора. Башта тәнәфес ваҡытында ла партаһынан тормай, беҙҙең шаярғанды, һин дә мин үҙ-ара аралашҡанды ятһынып ҡарай торғайны. Аҙаҡ һирәк-мирәк һөйләшкеләй, өндәшһәң, яуап бирә башланы. Ә дәрестә - ләм-мим. Алтынсыға тиклем нисек уҡығандыр инде ул?! Дәрестә һөйләргә уны баҫтырһалар, көлә башланыҡ. Был тағы ла нығыраҡ үҙ-үҙенә бикләнергә бер сәбәп кенә булды.
Бер көн уҡытыусыбыҙ Мәрйәм Закир ҡыҙы дәрестән һуң беҙҙең синыф бүлмәһенә инде лә:
- Нәзифә беҙҙең мәктәпкә икенсе ауылдан, оло ҡайғы кисергәндән һуң, килде. Әйҙәгеҙ уға ярҙам итәйек. Яңы синыфташығыҙ үҙен коллективтың бер ағзаһы итеп тойһон. Беҙгә, уҡытыусыларға, һеҙҙең ярҙам кәрәк, - тине.
Яратҡан уҡытыусыбыҙ үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, беҙ ҙә уйға ҡалдыҡ: нисек был яңы ҡыҙыҡайҙы үҙебеҙгә ылыҡтырырға?
Ә инде рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ғына түгел, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Мәрйәм Закир ҡыҙы Нәзифәгә иң еңел һорауҙар ғына бирә. “Эйе”, “юҡ” кеүегерәк яуап алһа ла, маҡтап ҡуя. Беҙҙең дә уның яуаптарынан көлөү башыбыҙға инеп тә сыҡмай хәҙер. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Нәзифә, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә булһа ла, көндән-көн әүҙемерәк ҡатнаша башланы.
Мәрйәм Закир ҡыҙы дәрестәрҙән һуң да мәктәп баҡсаһына һыу һибергә, түтәлдәрҙе сүп-үләндәрҙән таҙартырға алып сыға уны. Һыу буйҙарында ла йөрөп киләләр. Ҡыҙыҡайҙың башҡа уҡыусылар менән аралашҡаны ла күренә башланы.
Уға яңы йылға тиклем сиреккә баһалар сығарылманы. Шулай ҙа “икеле” алыусылар араһында:
- Ниңә миңә насар билдә ҡуяһығыҙ, ә уға юҡ?.. - тип ризаһыҙлыҡ белдереүсе булманы. Холҡһоҙлоҡтан, йәки белмәгәнлектән түгел, ә ауыр эске кисерештәренән өндәшмәгән икән яңы әхирәтебеҙ. Уҡыу йылын һәйбәт тамамланы ул. Аҙаҡ кейәүгә сығып, бына тигән һәйбәт балалар тәрбиәләне. Ә шул саҡта баланың күңел торошон аңламайынса, әрләп мәктәптән ҡыуып ҡайтарһалар, донъянан биҙеп, әллә ниндәй хәлдәргә тарып бөтөүе лә бар ине бит.
Уҡытыусы бала тәртип боҙғанда, мәктәп, синыф йыйылыштарында ғына түгел, даими бәйләнештә булырға тейеш тип уйлайым мин. Был эштә, әлбиттә, ата-әсәнең әүҙемлеге ҙур роль уйнай. Ғәҙәттә проблемалы балаларҙың түгел, ә киреһенсә, белем алыу һәм тәртип мәсьәләһендә әллә ни тайпылыштары булмаған уҡыусыларҙың яҡындары мәктәп менән бәйләнештә торорға тырыша. Тәүҙә башланғыс синыф уҡытыусыһы, аҙаҡ синыф етәксеһе барыбер баланың йәшәү шарттары, үҫеш мөмкинлектәре, ынтылыштары менән яҡындан таныш булырға тейеш. Уның өсөн уҡыусының өйҙәренә барыуҙы ла кәрәкле һанайым. Уҡытыусыһының уҡыусыһы яҙмышына битараф булмауын күреп, баланың уға ҡарата ихтирамы, ышанысы арта. Бигерәк тә үҙ өйҙәрендә аңлау тапмаусыларҙың иң яҡын серҙәшенә, рухи терәгенә әйләнергә мөмкин педагог.
Маҡсаттар уртаҡ бит: балаһының яҙмышына битараф булмаған уҡытыусы ата-әсәгә лә яҡын кәңәшсе. Һәр мәктәптә, синыфта ата-әсәләр комитеты эшләй, директор, уның урынбаҫарҙары, башҡа уҡытыусылар бар. Бик итәғәтле генә итеп был эшкә уларҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Олатай-өләсәйҙәрҙең дә ярҙамы тейеп ҡуйыуы бар. Уҡытыусы ғына түгел, балаһының холҡон һәйбәтерәк белгән ата-әсә лә хаҡлы булырға мөмкин. Бала хаҡына, себендән фил яһамай ғына, ике яҡтың да бер фекергә килеүе мөһим.
Әлбиттә, баланы өйҙә бикләп тотоп булмай. Теләйбеҙме, теләмәйбеҙме ул урамда иптәштәре менән аралаша, донъя менән таныша. Балалар, әлбиттә, үҙҙәренең бер-береһе менән мөнәсәбәтенә өлкәндәрҙең ҡыҫылыуын өнәп еткермәй. Шулай ҙа, ул һәм ҡыҙыңдың дуҫтары кем булыуын, ҡайҙа, ниҙәр эшләп йөрөүҙәрен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ғаиләлә, мәктәптә нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнен һәйбәт үҙләштергән бала тиҙ генә кире йоғонтоларға бирелеп бармаясаҡ. Ә инде бала үҙ юлында осраған ауырлыҡтары, икеләнеүҙәре менән бүлешһен өсөн, ул яҡын кешеләренә ышанырға, уларҙың ниндәй генә хәлдә лә үҙенә терәк буласаҡтарын белергә тейеш. Бала үҙенә оҡшаған спорт төрҙәре менән ныҡлап шөғөлләнһә, әҙәби-ижад, музыка, бейеү йәки ИЗО-сәнғәт кеүек мәҙәни түңәрәктәргә, йәиһә техник студияларға йөрөһә, ҡыҙыҡһыныусан һәйбәт дуҫтары күп булыр, урамда эшһеҙлектән, күңелһеҙлектән өймәкләшеп һыра эскән төркөмдәргә ҡушылып китергә лә ваҡыты ҡалмаҫ, рухи һәм физик ятҡан һау-сәләмәт булып үҫешер. Иң мөһиме: ваҡытында уның нимәгә ылыҡҡанын күреп, дөрөҫ йүнәлеш биреү. Бына ошо осорҙа айырыуса кәрәк инде уҡытыусы менән ата-әсә берҙәмлеге.
Уҡытыусы – бөйөк исем. Тормош бурандарында күңеле өшөп, ҡайһы яҡҡа юл алырға белмәй аптырап ҡалған саҡтарында яратҡан уҡытыусыһына һыйына кеше күңеле менән. Уның кәңәштәренә таяна, ғүмере буйына уның йәшәү рәүешенән, ҡылыҡтарынан өлгө ала. Хатта тыуған йортонда яҡтылыҡ тапмаған бала ла уҡытыусы-тәрбиәсеһен күңелендә маяҡ итеп йөрөтә.
“Элекке уҡытыусы” булмай ул. Уҡытыусыларҙың хатта хаҡлы ялға сыҡҡандары ла итәғәтлеге, белем кимәле, һөйкөмлөлөгө, намыҫсанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Уҡытыусы абруйы - мәктәптең генә түгел, йәмғиәтебеҙҙең дә рухи байлығы ул.
Гөлфиә ИҘЕЛБАЕВА-ЮНЫСОВА.
Читайте нас: