Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
6 Октябрь 2020, 22:45

ӘСӘЙЕМДЕ ҺАҒЫНАМ

Иремә күҙ йәштәремде күрһәтергә теләмәй, машина тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап барам. «Йәй йәннәт, ҡыш михнәт» – әсәйем һәр ваҡыт шулай ти торғайны, бына бит, юл буйы сәскәләр, ниндәйе генә юҡ.

Көҙ айы булғанғамы, көндәр монһоу. Япраҡтарын ҡойған шыҡһыҙ ағастарға ҡарайым. Ҡайһыныһы ҡороп ергә ауған, йәшерәктәре генә һындарын төҙ тотоп, сәс толомдарын туҙратып, ҡаршы иҫкән әсе елгә тарай төҫлө. Үҙем юлдамын, күңелем машина тәгәрмәсенә эләгеп осҡан һары япраҡтар менән бергә йыраҡҡа тәгәрләгән кеүек. Бынан бер йыл элек, күптәнге әхирәтемдең әсәһен һағынып һөйләгәндәре уйымдан китмәй, иҫләһәм, күҙҙәремә йәштәр тығыла.
Ауыл ерендә мал тотҡас, ағын эшкәртәһең, үҙенә лә, һатып аҡса эшләргә лә була. Иптәшем менән ял көнө тейәнеп күрше Ырымбур әлкәһенә юл тоттоҡ. Барып, үҙәк баҙарға инеп, алып барған әйберҙәремде һатыуға ҡуйҙым да торам. Ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, әхирәтем Рәмилә мине әллә ҡайҙан танып, ҡосаҡлап алды. Ваҡыт тигәнен тиҙ үтә, олоғайып, сәс толомдарына сал төшөргә лә өлгөргән. Төптө әсәһе булып киткән, һөйләшеп хәл-әхүәлде һорашҡас, әсәһенең хәлен белештем. Мәктәп интернатында ятҡан ваҡытымда, бүлмәләш ҡыҙҙар менән шәл сите өйрәнергә тип инәйҙәргә төшә инек, ул инде беҙҙе ихлас ҡаршылап, бирелеп китеп, элекке күнелле ваҡиғаларын һөйләп, тәм-томлап сәй эсерә, унан һун ғына шәлгә тотона инек. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ бурандарҙа ауылға ҡайта алмай ҡалһаҡ та, шунда инек. Әхирәтем мине тынлап бөткәс, ҡапыл һыҡтап илап ебәрҙе. Бала-саҡты иҫенә төшөргәс, шуға күнеле нескәреп киткәндер, тип уйланым.
– Гәүһәр, әсәйемден гүр эйәһе булғанына бер йыл инде, шунан бирле ҡулыма бер эш тә бармай, йөрәгем урынында түгел һымаҡ, унын үлемендә һаман үҙемде ғәйепләйем, – тип тағы ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Яныбыҙҙан үткән урыҫ мәрйәләре беҙгә аптырап ҡарай башлағас, әхирәтемә:
– Әйҙә берәй аулаҡ ергә барып ултырып һөйләшәйек, – тип, әйберҙәремде йыйнаным да, автобус туҡталышындағы эскәмйәгә барып ултырҙыҡ. Артабан һүҙҙе дауам итеп, Рәмилә минә ғибрәтле хәлдәр һөйләне.
«Июнь айы ине, кискә торо, түтәлдәргә һыу һибеп йөрөйөм. Урам яҡта бер машина ҡысҡыртҡанға сыҡһам, аҡ төҫтә «девятка» ултыра. Руль артындағы урыҫ мәрйәһе башын сығарып, «говядину берем», – тип ҡысҡырҙы. Унғансы янында ултырған күршеһе машинан төшөп: «О привет, Рая, мине танымайһыңмы ни, Фәниә апанды, бер йылы һеҙҙән быҙауҙар алып киткәйнек», – тигәс кенә иҫкә төштө. Ихатаға ингәс һүҙен дауам итеп, «Мин бит хәҙер янғыҙаҡ, сирле ҡарттарға приют астым, дүрт койкам бар, үҙем повар, табип, вот шуларға хәҙер ҡышҡылыҡҡа берәй үгеҙ алып һимертә торорға кәрәк. Туҡта, һинен ҡолаҡҡа ҡатыраҡ әсәйен бар ине, иҫәнме әле ул?» – тип ит һорашып торған ҡаҙаҡ бисәһе ҡапылда әсәйем менән ҡыҙыҡһынып китте, һүҙемде башлап та өлгөрмәнем, аласыҡтан төртәләнеп әсәйем килеп сыҡты ла:
– Рәмилә, ҡайҙаһын, баянан бирле ҡысҡырам һиңә, тәки ишетмәйһең, ауыҙым кипте, сәй генә яһап бирсе, – тип, ҡулындағы таяғы менән ишек янағын туҡылдатты. Өндәшмәй торған теге мәрйә ҡатыны:
– Мамкан вообще күрмәй ҙәме әллә? – тип һорай ҡуйҙы. Сәй янына тегеләрҙе лә саҡырһам, инеп торманылар, ҡабаланған кеше булдылар. Китер саҡта ҡаҙаҡ Фәниәһе былай тип һалды:
– Ҡара әле, Рәмилә, һин бының менән ныҡ ыҙаланаһың, тағы мамкаң һымаҡ бер- ике әбей тап та, ярты йылға булһа ла алып килеп һал минең приютҡа, ҡурҡма, беҙ матур ҡарайбыҙ, табип янында тигән һымаҡ. Уйла, тик оҙаҡ түгел, – тине.
– Ярай инде, шулай ҡайғыртҡас, мин, бер уйлаһан, уға кем, ете-ят кеше, – тигән булам эстән генә.
Йәйҙең иң мәшәҡәтле бесән осоро етте. Бар ауыл халҡы бесәнгә төштө. Быға тиклем ин яҡын кешемдең бер ниндәй ҙә ауырлығын уйлап та бирмәй торғайным. Хәжәтен үтәргә булһа ла, етәкләп мунса индереүҙе, унын алдында ҙур бурысым һымаҡ үтәй инем. Күпме ҡайғы кисергән, атайым менән бергә дүрт балаһын ер ҡуйынына һалған кеше бит ул, күп илауҙан, күнел тетрәнеүенән тома һуҡыр булып, ҡолаҡтары ишетмәй ҡалды. Шулай булһа ла тәһәрәтләнеп, ҡулынан тәсбихен төшөрмәне, һәммә кеше хәйер биреп, мәрхүмдәренә доға ҡылдыра торғайнылар әсәйемдән.
Шулай бер көн иптәшем менән оҙаҡ ҡына уйлашҡандан һуң, теге ҡаҙаҡ бисәһенең кәнәшен тоторға булдыҡ. Кис мунса яғып, әсәйемде йыуындырып өҫтөн алмаштырып, баланы алдаштырған кеүек, бер айға дауаханаға, уколдар алырға кәрәк, шунһыҙ ҡолағын сәпсим ишетмәй ҡаласаҡ, тип алмашҡа кәрәк-яраҡ, ашамлыҡтарын төйнәп, алып киттек теге приютҡа. Үҙемде эстән генә, минә лә ял кәрәк, уттай эш ваҡытында былай ҙа өлгөрөп булмай, унда ла барыбер ҡараулы, бер юлы дауалау курсын да үтер, тип йыуатам.
– Әсәй, һин нинә өндәшмәйһең иртәнән бирле, ятырға риза түгелһенме, әллә берәй нәмәгә үпкәләттемме? – тинем.
– Ә, юҡ, балам, апайың, ағайыңдарҙы уйлайым, әгәр ошо көндә улар тере булһа, мин былайтып, бер һине генә ыҙаламаҫ та инем, бер көн береһендә, икенсе көн икенсеһендә, шулай алмашлап йөрөп тик ятыр инем, нишләйһең, күрәсәгеңде күрмәй, гүргә инмәйһең тигән шикелле, алла ҡушҡанды үтәйбеҙ инде, – тине.
Иремә күҙ йәштәремде күрһәтергә теләмәй, машина тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап барам. «Йәй йәннәт, ҡыш михнәт» – әсәйем һәр ваҡыт шулай ти торғайны, бына бит, юл буйы сәскәләр, ниндәйе генә юҡ. Тиҙҙән килеп тә еттек, Фәниә беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды, бер алдыбыҙға, бер артыбыҙға сығып:
– Бик дөрөҫ эшләгәнһең, иптәшкә ике әбейем бар, уға сөкөрҙәшергә, – тине. Бер вагон һымаҡ йортҡа алып инеп китте. Эйе, ысынлап та, дүрт карауат, дауаханалағы шикелле яндарында иҫкереп бөткән тумбочкалар. Үҙем ауылдан, өйрәк мамығынан яһалған яҫтыҡ, юрған алып барған инем, шуларҙы түшәнем. Әсйемде ҡулынан етәкләп карауат янына алып барҙым да: – Бошонма, беҙ, алла бирһә, аҙна һайын килеп торабыҙ, нимә кәрәк Фәниәнән һора, хәҙер телефон бар, ана бүлмәләштәрен менән сөкөрҙәшкән бул, һиңә улар иптәш, өйҙә булғанда беҙ һәр ваҡыт һинен янында була алмайбыҙ бит, – тип йыуатҡан булдым сығыр ваҡытта.
– Балам, ун көндән һуң килеп алырһығыҙ, мин бында ерҙәй алмам, ярар барығыҙ, эшегеҙ уң булып торһон, – тип фатихаһын биреп ҡалды. Ҡаҙаҡ бисәһенең кеҫә телефонын алып ҡайтырға сыҡтыҡ. Әсәйемде ҡалдырып киткәс, күңелемдә лә, өйҙә лә бушлыҡ. Ун көн дә үтмәне, теге ҡатын килеп, пенсияны үҙенә күсерттерҙе.
– Үҙем түләйем, ҡараған өсөн, – тиһәм дә.
– Мин уларға нимә ашатырға, дарыуҙар алырға тейеш, һин ҡалай анһат уйлайһың, за свет, за газ, кто платить будет? – тип ҡара күҙлеге аша минә баҡайып ҡараны.
– Уныһы шулай инде, – тип, килешә һалдым. Әҙәм балаһы һәр нәмәгә лә өйрәнеп китә бит, мин дә баштан-аяҡ эшкә сумдым. Аҙна һайын барабыҙ тигән кешеләр, ваҡыт еткереп тә булмай, кис булһа, үкерешеп мал ҡайта, эшселәргә тамаҡ әҙерләйһең, шулай өс ай үтеп, бишенсе айға етте, аҙбар баштарына бесән дә ҡайтып ятты, көндәр бер аҙ ҡыҫҡара төштө. Фәниәнән белешһәк, һәр саҡ:
– Все нормально, лучше килмәй тороғоҙ, һеҙ килһәгеҙ ҡайтам, ти башлай ул, – тигәс, шуға бармай торҙоҡ инде.
Көҙ еткәс киттек әсәйемде алырға. Ошо осорҙа төшөмдә әйҙә әсәйемде күрҙем. Бына бит ҡыуанысҡа булған, осрашыуға күренгән, тип үҙ-үҙемде йыуаттым. Был юлы килеүебеҙҙе белгертмәгәйнем. Хужабикә өйҙә булмай сыҡты. Бер һимеҙ ҡорһаҡлы ир генә тимер ҡапҡаны асып индерҙе лә, шундуҡ кеҫәһенән телефонын сығарып, ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшә башланы. Беҙ шунда уҡ әсәйем янына ашыҡтыҡ. Барып инһәк, әсәйемдән ҡоро танау ғына ҡалған, күҙҙәре тағы ла өңрәйеп эскә батып киткән кеүек, биш ай эсендә ҡул-аяҡтары сабый балаларҙыҡы шикелле генә. Янына сүгәләп, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Хәлһеҙ ҡулдарын минен башым өҫтөнә һалып, нимәлер ауыҙ эсенән генә мөңгөрләне, быға тиклем асыҡ итеп һөйләшеп, көйҙәр көйләп йөрөгән кешенән өн дә сыҡманы.
– Әсәй, әйҙә ипләп кенә ултыр, кейендерәм, өйгә ҡайтабыҙ, – тинем. Ауыҙын асып: – Ыу-ыу, – тигән он сығарҙы, баҡһан, һыуһаған икән. Тора алманы, ятҡан килеш йылы кейемдәрен кейҙерә башланым, шул арала шатырлап тотоп теге бисә ҡайтып инде.
– Эй-эй, нимә эшләйһегеҙ рөхсәтһеҙ, ҡарсыҡты алырға кто разрешил вам? – тимәһенме.
– Нисек инде, мин үҙ әсәмде алып ҡайтырға тейеш түгелме ни, аҡсаһын алдын, хәлен һорашҡан һайын һәйбәт тинен, ошо көндә әсәйемдән һин тере мәйет яһағанһың, – тип асыуымдан ҡысҡырып ебәрҙем.
– Осторожно, кем ғәйепле, минме, әллә һин үҙен, наҙан ауыл бисәһеме, берәү ҙә көсләшмәне, икенсенән, мамкаң бөгөн өсөнсө көн түшәгемде буяй, фу, даже бында инерлек түгел, чтобы артынса йыуып, таҙалап китәһегеҙ, – тип ишеген шартлата ябып сығып китте. Әсәйемде бала күтәргән кеүек ипләп кенә машина эсенә һалдыҡ. Кәүҙәһе ҡомалаҡ кеүек еп-еңел. Эскәйҙәрендә бер нәмә лә юҡтыр инде ошо көндә, өйҙәге кеүек уға һурпа, йомшаҡ икмәк булған тиһенме, тим үҙ алдыма.
Ҡайтҡас, тиҙ генә, һыу йылытып йыуындырырға булдым, эске кейемдәрен сисһәм, арҡаһы ҡып- ҡыҙыл, сейләнеп киткән. И-и генәмде, шуға ла тәнен тартып, һыҙланыуға түҙмәй ыңғырашҡан инде. Теймә, тигәнде аңлатып башын болғай. Май һөртөп, йомшартып, ҡырын һалдым. Ауыҙына ҡалаҡлап һурпа эсерһәм, кире сығара. Янында ултырып күңелен күтәрәйем, тип, элекке, барыбыҙ ҙа бергә булған сағыбыҙҙы иҫләп һөйләгән булам. Ҡулын тотам – һыуыҡ боҙ кеүек. Йылытырға тырышып ыуам, ташып ҡалҡып торған ҡан тамырҙары күптән ятҡан, тыны ла һирәкләнә башланы. Таң алдынан әсәйем йән бирҙе. Ерләшергә бар ауыл халҡы килде. Оят миңә, кешеләр алдында. Ана, үҙ ҡулдары менән әсәһен үлергә алып барҙы, тип әйтәләр кеүек. Күрәләтә тороп, шул шарлатанға ышанып, һап-һау яҡын кешемде тапшыр ҙа яуап итеп шытырҙап торған ҡоро һөйәк менән тирене алып ҡайт. Ул бит бер ҙә ҡарамаған, аҡса ғына тип йөрөгән, ә мин иҫәр. Баҡһаң, ҡала ситендә кирбестән ике ҡатлы өй һалып яталар икән».
Хушлашҡанда әхирәтем әҙерәк тынысланғандай булып:
– Гәүһәр, бер үк әсәйенде ҡәҙерлә, ниндәй генә хәлдә булһа ла. Үҙебеҙ бала үҫтермәйсә тороп, һуңлап аңлайбыҙ икән әсәйҙәрҙен әйткән һүҙҙәрен, шунын өсөн дә боронғолар белмәй әйтмәгән, «Йәннәт – әсәйҙәрҙен аяҡ аҫтында», тип, ошо йәшкә еткәнсе һаман да уны һағынам, – тине.
ЗифаИШМЫРҘИНА.

Читайте нас: