Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
17 Ноябрь 2020, 00:45

Балаҡайғынам...Хикәйә

Килене лә ҡул һелтәне ахры Мәҡсүткә. Үлһен әйҙә, ти микән әллә, тип уйлап та бөтә. Кем белһен инде хәҙерге ҡатындарҙың уйында ни икәнен?..

Миңзәлә Сирғәлина

Йоҡо алмай яфаланы бөгөн Кәримә ҡарсыҡты. Олоғайыу касафаты, һыҙлана инде, тиер инең, шөкөр, бер һыҙлаған ере юҡ, мендәрен ҡырҡ әйләндереп ҡағып һалып, керпек ҡаҡмай ярты төндө ауҙарҙы. Ундай саҡта ниндәй генә уй килмәй башҡа. Башҡаланып ҡырҙа торған балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен уйлап бер булды. Аҙаҡ, үҙенсә илдәге хәлдәргә әсенеп бер булды .
Тәҙрәнән күгелйем яҡтылыҡ юлағы төшөүгә генә ойоп китте әбей. Тик был серем итеү генә булды. Солан ишеген кемдер ҡаты итеп туҡылдатыуы һиҫкәндереп тағы йоҡоһон өркөттө.
Кем икән ул был мәлдә? Өтәләнеп юрғанын ҡайырып асҡандан алып, өҫтөнә ҡалын халатын эләктереп ишеккә йүнәлгәнсе Кәримәнең уйын тик ошо һорау биләне.
Биккә ҡул һалғас ҡына әбей үҙенең яланаяҡ тороуын шәйләп, ҡаты туҡылдауҙың көсәйә төшөүенә ҡуша ҡабаланып ултырғыста ятҡан ойоғон йәһәт кенә балтырына тартты.
- Кем унда?
- Әсәй! Мин!
Тауыш таныш ине.
- Аһ, Мәҡсүт? Һинме?
- Миин...
Мөңрәп сыҡҡан ҡалын тауыш саҡ - саҡ ишетелмәле ине.
Кәримә төнгө һалҡын урамға ишеген шар ҡайырып асты.
Аяғында саҡ баҫып торған Мәҡсүтенең ҡара мыйыҡ һаҡаллы йөҙөнән, унан бигерәк аңҡып торған һаҫыҡ араҡы еҫенән ҡото алынып, әбей артҡа сикте.
Бер ауыҙ һүҙһеҙ, ике яҡтауға тотона - тотона Мәҡсүте саҡырыуҙы ла көтмәй өй ишегенә ынтылды.
- Эй, аллам! Был тиклем итеп тә кеше эсер икән! Ипләп! Ҡолап китмә!
Улы артынан эйәргән әсә һәр сайҡалышта ике ҡулын һоноп гүйә балаһын ҡурсаланы.
- Йә... тотон анауында...ултыр ошонда...ҡайҙа бараң инде тағы...мә, яҫтыҡ...
Йылы өйгә ингән иҫерек ир әллә йылыға, әллә инәһенең иркәләүенән ирене, бөтөнләй майрыҡланып, йүнләп атлай ҙа алмаҫлыҡ булып, ялтанып ап-аҡ япмалы тимер карауат өҫтөнә бысраҡ кәстүме менән йөҙ түбән барып ҡоланы. Аяғындағы арыуыҡ урам ҡойоһон һөйрәгән ботинкаһы ла йөк өҫтөндәге баһрауҙай иҙән өҫтөндә аҫылынып ҡалды.
- Эй әттәһе! Ҡалҡынып ят әле, Мәҡсүт! Башың аҫтына яҫтыҡ һалып, йүнәтелеп ят әле, улым!
Әү тийеүсе лә, ярай әсәй, тип тороп баҫыусы ла булманы.
Халаты түшен усы менән бөрә тотҡан Кәримә солан ишегенең асыҡ ҡалыуын иҫләп бик һалырға тышҡа сыҡты.
Аяҙ октябрь төнө. Еңел кейем менән сыҡһаң елеккә үтмәле һыуыҡ. Шундуҡ дерелдәтеп, ҡалтырауыҡ ала.
Йондоҙло аяҙ күккә бер ҡараш ташлап алған Кәримә, йәһәтләп бисмиллаһын уҡып ишек келәһен эләктерҙе.
Әсәй кеше ингәндә тауышланып хырылдап йоҡлай ине Мәҡсүт. Аяғына йомшаҡ тәпешкәһен эҙләп эләктергән Кәримә-әсәй, бер аҙҙан улының бысраҡ ботинка бауының сырмауын сисә ине...
Урынына барып ятһа ла, йоҡоһо был юлы тамам ҡасты Кәримәнән. Саҡ ҡына ята ла, Мәҡсүте тын аламы, ти ҙә барып ҡарай ине. Аллам һаҡтаһын, ошолай иҫереп ятып, йоҡо аралаш ҡоҫҡолоғона сәсәгәндәр юҡмы ни?! Тәүбә, ыстағафирулла! Аллам һаҡтаһын!
Ауыҙынан шайығы ҡойолоп йоҡлаған әзмәүерҙәй ир үҙенә текләгән, ураған һайын маңлайына ҡулын терәгән әсәһенең өҙгәләнеп өйрөлөүҙәрен һиҙмәй ҙә белмәй ҙә ине.
Иҫерек Мәҡсүте. Тағы иҫерек. Ауыҙ асып, әсәй һаумы, хәлең нисек тип тә һорар хәлдә түгел...
Эх ошо себер... Кемде кем иттең һин эшһеҙлек?
Һыуыҡ яҡтарға айға ғына түгел, йыллап олаға улы Кәримәнең . Эшләүен эшләһен дә бит, ошо ҡайтҡас бер талай эсеп кенә үҙәгенә үткәрә. Эсмә, һаулығыңды, балларыңды уйла, тип тә күпме инәлеп ҡараны. Һыныҡ яҙам, арыуым сыға, ти ҙә ҡуя яуапҡа.
Әгәр ошо көндә Кәримә булмаһа? Урамға ауыр ине микән улы?
Һыуыҡ төн, таң атып берәйһе күргәнсе туңа ла ята инде шунан...
Уйлауы ҡурҡыныс! Тәүбә-тәүбә!
Йоҡламағас арҡа һыҙлатып нишләп ятырға, тип еңел генә урынынан ҡалҡынып әбей кейенә башланы. Бер көн йоҡламағандан бер ни булмаҫ, Мәҡсүте тороуға һурпа әҙерләп, тамаҡ йүнәтер кәрәк, тип уй төйнәне. Бахмилын тамаҡ менән еңергә кәрәк! Әллә эшкәлек тә эҙләп ҡуйырға микән? Ныҡ ауырыһа ҡан йөрөтөрлөк юҡмы берәй нәмәң ти торған, кәрәгер шул...
Плитәһе өҫтөндәге ярты бүҫкәһе ҡором сөгөнөнә һыу ҡойоп, мейес артындағы сәрпеүле ҡоро утынын һалып усаҡ тоҡандырҙы Кәримә.
Сыртлап янған уҫаҡ утын, еңелсә генә өйгә таралған ыҫ - төтөн еҫе өй эсенә ҡот әйҙәне.
- Мәҡсүүт? Мәҡсүт, тим! Эй! Улым?! Тор, сәй эсәйек!
Бер аҙҙан еңелсә һелкетеп улын уятмаҡ булды әсә.
- Э-э-ә-ә-йй! Кит әле бар!
Терһәге менән ҡаты этеп башын стена буйына бороп ятҡан Мәҡсүттең телен яҡшылап аңларлыҡ та түгел ине. Һелтәнеүенән үк аңлаған әсә кеше, улының өҫтөндәге ябыуын йүнәтеп , ҡамасауламауҙан ары сара юҡлығын аңланы.
Иртәрәк, мәлһеҙ эскән сәйе лә тамағынан үтмәй бер булды.Бер кәсә сәйе лә төбөнә төшмәҫтәй тойолдо.
Палитрлыҡ банкыға ҡаты ғына ҡарылай сәй яһап, өҫтөнә кәсә түңкәреп ҡуйҙы Кәримә. Улы һыуһап уянһа сей һыу эскәнсе ошо яҡшыраҡ булыр тип уйланы.
Плитәләге аш тәмле еҫтәр сығарып ҡайнаны. Һөҙлөгөн һөҙөп, тоҙ һалды ла Кәримә, көпәтәйе кеҫәһенә көшөлөгөн тығып, көн яҡтыһы үтә сағыу ятмаҫ борон урамға ашыҡты...

- Нимәгә ул һиңә? Нимә итәң?
Кем эсә?
Самогон һорап арғы урам Рәшиттәргә ингәс, ҡатыны Зәкиә йомошоноң төбөнә төшөп төптәшеп тә төптәште.
Аяғымды ыуам, төнө буйы тәҡәт бирмәй һыҙланы, тип тә хәйләләште, тәким ышанмай, Кәримә әбей ауыҙынан ысынбарлыҡты һөрәп алғас ҡына, йәнгә инер дарыуҙай, эшкәлек шешәне тулыр-тулмаҫ һаҫыҡ шыйыҡлығын ҡойоп бирҙе.
Үҙ ғүмерендә бер ҡасан да араҡы эҙләп йөрөмәгән Кәримә өсөн оят ине ошолай кеҫәһенә шешә тығып ҡайтыу. Берәйһе күреп ҡалмаһын тип баҡса ҡырлап ҡына, май урлаған бесәйҙәй йүгеренләне.
Иркә шул Мәҡсүте Кәримәнең. Биш ҡыҙҙан һуң тыуған кинйә Мәҡсүт май эсендәге бөйөр кеүек үҫте. Апайҙары һаҡлап, ҡарап йөрөттө үҙен. Атаһы мәрхүм дә, нимә һораһа шуны алдына ҡуйҙы. Мәлендә тыйманылар, ыһ... аҙаҡ тыя алмай яфаландылар.
Ҡартлыҡҡа ла инә алманы аталары, йөрәктән үлеп китте. Бар йыйған йыйындыһын Мәҡсүт ҡулына тотторҙо Кәримә. Үлсәп, сама менән тотона белмәгән бала, аҡсаны һыу төбөнә һалғандай тиҙ бөтөрҙө. Ярай уныһы, аҙаҡ кредит, бурысҡа алып тороуҙары, унан себер юлы... эсеүҙәре ...
Килене лә ҡул һелтәне ахры Мәҡсүткә. Үлһен әйҙә, ти микән әллә, тип уйлап та бөтә. Кем белһен инде хәҙерге ҡатындарҙың уйында ни икәнен...? Әле бына Мәҡсүт бында ята, ә килене тыныс күңелдә йылы түшәктә йоҡо һимертәме?
Ирем иҫерек ине бит әле, ҡолап өшөнөп ятмаймы, тигән уй уны борсомайҙыр. Ярай, әлегә мин бар. Әгәр...
Кәримә әбей үҙ уйҙарынан ҡурҡып аҡ япмалы карауат өҫтөндә әсе - сөсө еҫ сығарып ятҡан ир затына яҡынлап тағы ла тыныуын тикшерҙе. Тын ала-а! Ял итһен, йоҡлаһын туйғансы балам!
Арыйҙыр ҙа инде, йәне көйөп тә эсәңлер бәлки...
Иҫенә ҡылт итеп төшкән уйынан тоҡанып, Кәримә урамға атылды. Мунса яғыр кәрәк!
Яурындары ҡатып, тәндәре яҙылалмай ҙа йөрөйҙөр әле Мәҡсүтенең. Оҙайлы юл да ҡатыуына һуғалыр , һыҙланып та йөрөйҙөр...
Себерҙә һиңә мунса бар тиһеңме?!
Ауыҙ эсенән мөңгөрләп ҡара мунсаһына һыу ташыны Кәримә.
Ә иртәнге ун тулыуҙарға уның мунсаһынан төтөн еҫе юғалып ҡыҙыуы ғына бәрә ине.
Кәримә ҡоротлап-борослап һурпа иҙеп ултыртып, улына төртөп уятып ҡараһа ла Мәҡсүте тауыш тын сығармай йоҡлауын ғына белде.
Сәңгелдәгендә ыуыҙ бәпес ятҡандай тирәһендә ҡырҡ өрөлгән әсә кеше урамдың тимер ҡапҡаһы шартылдап асылып инеп килгән түбәнге ос Миңһылыуҙы аңғарманы ла..
- Һауғынам-ы-ы, өйҙәһеңме-е-ү, Кәримә-ә-ә-ү!
Юхалы-мыйылдаулы тауыш сығарып өндәшкән ошо әхирәтен әллә ни үҙ итмәй Кәримә. Ғүмеренә һырпаланып ялағайланып һөйләшеп бер булды, тип эстән көйөп тә алғаны булманы түгел.
Таң тишегенән ни йомош менән инеп килә икән, әллә Мәҡсүттең бындалығын белеп һүҙ өңдөүеме, тип эстән уй йөрөттө лә, йөҙөнә яһалма йылмайыу йүгертеп ҡоро ғына итеп:
- Һаубыҙ-һаубыҙ! Өйҙә булмай ҡайҙа ғына китәйем ти инде?!- тип өндәште.
Ҡуш ҡуллап тороп һаулашып, доға бөркәнгәндән һуң ике әхирәт мейес буйындағы суҡалҡаға терәлде.
Күҙем етә күрмәй тип яйы сыҡҡан һайын зарланған Миңһылыу ошо ултырыуҙа Кәримәнең өй эсен һөҙөп-тетә ине, асыҡ һиҙҙе хужабикә.
Тәүҙә өй тирәһе хәбәрҙәрен теүәлләп тәпсирләгән Миңһылыу
бер аҙҙан тауышланып һөйләнеп ҡырын боролоп ятҡан Мәҡсүтте күреп хәбәренән туҡтаны.
- Кәримә? Мәҡсүтме был?
- Эйе, башҡа кем булһын? Бавай индергән тиһең мәллә аниһә?
- Юҡ, улай тимәйем дә... Нишләп һиндә ята һуң? Әллә киленең...
Миңһылыуҙың тел төбөн ярты һүҙҙән аңлаған Кәримә фекерен өҙҙө.
- Юҡ-юҡ! Үҙем кил тинем кисә. Утынымды өйҙө, мөрйәмде менеп ҡарап төштө. Арыған ул...шуға ята һаман.
- Әй, шулайҙыр... себер бит ул...
- Эйе...
Хәбәрҙәре өҙөлөп, һүҙҙәре ялғанмай ҡалды ошо урында.
- Һуң, кисә Мәҡсүт үрге урамдағы Фәрихәнең утынын яра тиҙәр ине лә һаң? Һинең эшеңә лә өлгөрҙөмө ни?
- ...
- Рәшиттең Зәкиәһе һөйләп торҙо ишеү, Фәрихә "литр" килеп алды, ныу мынау Мәҡсүтте утын яра ҡушҡайным, ҡайҙан тарыған көнгә тыуҙым, эсмәй, ҡоя ғына сәмәйҙе, тип әйткән икән.
Ултырған урынынынан уҡтай атылып торған Кәримәгә текләп, Миңһылыу кәүҙәһе менән ярым боролоп ҡараны.
- Эсһә ни! Һинекен эскән как будты!
Эшләгәс ала инде әжерен, һөйләнер булғас, эсмәгәнде ҡушырға кәрәк ине.
Һин дә ҡыҙыҡһың, шәп булғас, ярһын Фәрихә үҙе утынын! Һүҙ йөрөтөп ишеү...
- Ҡуй, көймә әле. Былай ғына әйттем бит.
- Әхирәт булып хәл белешәм тигән булып, һүҙ ташып йөрөмә һин дә...
- Ай-бууй! Талағың ташҡан икән! Ләяҡыл улыңды күҙ ҙә йоммай арып йоҡлай тип алдашып ултыраң, ә минең хаҡ һүҙгә дөрләп янаң, как будты мин яһап әйтәм.
- Яҡташырмын да! Үҙ балам бит! Ана һин... - башлаған һүҙен йотоп, тамаҡ ҡырып түрбашына боролдо Кәримә.
- Йә-йә, әйтеп бөт башлағаныңды!
Әйтерһең дә талаш эҙләп килгән ине Миңһылыу, Кәримәнең һәр һүҙенә йәбешеп йөй эҙләне.
-Кәримә, хыуатит шул балаңды итәк аҫтыңа йәшереп маташыуыңды! Бинсейәңде теүәл генә алып бер кейенә, кеше һымаҡ нәмә ала алмайың. Нисә ҡарама кредит түләйем тип сабаң.
Эшләй бит, түләһен! Әле бына иҫерек булыуын да йәшерәң, как будты мин белмәй.
- Етәр! Тикшереп, нөғәт уҡырға килдеңме таң тишегенән?
Кәримә асыулы йөҙ алды.
- Бөгөн булмаһа, ҡасан булһа ла әйтергә йыйына инем былай ҙа.Мин әйтмәһәм, башҡа берәү барыбер әйтер ине бер ҡасан.Бисәһе, баллары бар көйө әпсәһенә килеп ҡолаймы йүнле ир?Ҡулыңдан төшөрмәй күтәреп йөрөп мәлендә аяҡҡа ла баҫманы бит шул балаң. Һин түгел, мин иҫләйем хатта, өс йәшендә саҡ атланы был бала, шулайта, анһат та инде, күтәргән әсәй барҙа! Оноттоңмо ни?
Күңеленең иң һыҙлаған ерен аҡтарып ҡутарған Миңһылыуға асыулы булһа ла, самалы дөрөҫлөк барына, ғәйепле төҫтә шым ҡалды Кәримә.
- Өйөн һалыш, машинаһын әпиреш, балаһын ҡараш, түләүҙәрен түлә...
Ә ҡасан һин үҙең өсөн йәшәргә уйлайһың, Кәримә?
Бергә эсебеҙ тип ҡайнатҡан сәйнүген дә кире плитәһе өҫтөнә ҡуйып, Кәримә суҡалҡаға кире ултырҙы.
- Утыныңды Зәбирәнең баллары өйҙө, һин әйтмәһәң дә күрҙем. Мөрйәңде Мөнирәнең малайы менеп һылап төштө. Картуфыңды ла күрше тирәң саҡ...
- Аҫтыртын шымсы икәнһең дә, Миңһылыу...
- Шымсы түгелмен! - ҡапыл йомшарған Миңһылыу йөҙөнә инеп килгәнендәге юхалығын сығарып :- ней, Нурбикә еңгә әвиткә сәйгә инһен тип әйтергә ҡушҡайны, шуны тапшырам тигәйнем дә, һин бараңдыр ул?
Ҡапыл ғына яуап таба, ҡойонған һүҙҙәренән арына алмаған Кәримәнең ауыҙынан сыҡҡан өн көсһөҙ ине
- Яҡ, бармайым.
Урынынынан ҡалҡынған Миңһылыу иҙән таҡталарын шығырлата баҫып ишеккә ыңғайланы.
Бығаса сәй табыны артында сөкөрләшкән ике әхирәт бөгөн ҡоро ғына һөйләште лә, хушлашыуҙары ла шулай булды.
- Йә, ярай, һау бул, Кәримә.
- Хуш!
Артынан да сығып оҙатмай, тупайып ултырып ҡалды Кәримә.
Йоҡо аралаш әллә һүгенде, әллә берәүгә урыҫсалап өндәште Мәҡсүте, мыңғырлап башын ҡалҡыта биреп кире ятты урынына.
- Мәҡсүт? Балам! Уян инде?!
Тауыш биреүсе булманы.
Ауыр көрһөнөп Кәримә ҡарсыҡ һаман плитә өҫтөндә йылыла ултырған ашын һалҡынға төшөрҙө. Ҡалаҡ тығып та тәмләгеһе килмәне, эсе бошто.
Миңһылыуҙың ярып һалып сыҡҡан һүҙҙәрендә ни тиклем хаҡлыҡ барын уйланы. Эйе, Кәримә ҡасан Мәҡсүт өсөн өҙгөләнеүен ҡуйыр?
Ҡайҙа барһа ла өйҙә ҡалдырырға ҡыҙғанып бәлтәһе ҡуйынына тығып йөрөткән малайы әҙ беләген һыҙлатманы. Эй, бала...
Тотоп алып ҡына ҡайыҙлар йәштән үткән, беләккә ултыртып йөрөтөрлөк тә түгел. Уның ҡарауы хәҙер йөрәгенә йөк булып һарылды.
Саңҡартан боролоп ятып, йөҙөнә тәҙрәнән ҡояш нурҙары төшөп уйнағанын да һиҙмәй ғәмһеҙ йоҡлағанға һоҡланған ҡарт әсәй, һаҡаллы - мыйыҡлы, иллене ашаҡлаған ирҙе түгел, саҡ сәңгелдәктә ятҡан ыуыҙ баланы һөйгәндәй :
- Ииий, балаҡайғынамды-ы!- тип ҡытыршы һырлы ҡулдары менән һөйөп үтте.
Читайте нас: