Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
21 Ғинуар 2021, 00:40

Икеһе лә ғәйепле булғас...

Мин ҡабаланып күрмәй ҡалдым. Ғәфү ит мине...

Бәләкәй генә ҡалалағы йортта ике күрше йәшәгән. Берәүҙәре көн дә ирешә лә талаша, ти. Икенселәрендә - тып-тыныс. Талашып йәшәгән ғаиләләге ирҙең ҡатыны күршеләренең бәхетенә аптырап та, көнләшеп тә ҡарай икән. Бер көндө ул үҙ иренә:
-Бар, ипләп кенә күҙәт әле. Нисек итеп улар тыныс йәшәй икән?- тигән.
Ире күршеләре йәшәгән йорттоң тәҙрә янына килгән дә күҙәтә башлай.
Был ваҡытта күрше ҡатын өй йыйыштырып йөрөй, ти. Бына ул вазаның саңын һөртөп торған арала икенсе бүлмәлә телефон шылтырай. Ул өҫтәлдең ситенә генә һауытты ултырта ла сығып китә. Бүлмәгә ире килеп инә һәм аңғармаҫтан вазаға тейеп, иҙәнгә төшөрөп вата.
-Әһә, хәҙер нимә булыр икән!- тип уйлай күҙәтеп тороусы ир. Үҙе башланасаҡ ыҙғышты күҙ алдына килтерә башлай.
Бүлмәгә яңынан ҡатын килеп инеп, иҙәндә ятҡан ярсыҡтарҙы күргәс:
-Ғәфү ит инде, ҡәҙерлем. Мин ғәйепле. Ситкә генә ҡуйып сыҡҡайным шул.
-Юҡ, һөйөклөм! Бында мин ғәйепле.
-Юҡ, үҙем генә ғәйепле. Һин бит уны күрмәгәнһең.
-Ғәйепләмә үҙеңде, һөйөклөм! Мин ҡабаланып күрмәй ҡалдым. Ғәфү ит мине. Ярай инде, кил, үҙеңде бер ҡосаҡлайым.
Бындай хәлде көтмәгән күрше ирҙең йөрәге сәнсеп ҡуя. Бик күңелһеҙ генә өйөнә ҡайтып инә. Ҡатыны унан:
-Һин ниңәлер бик тиҙ...Шунан, белдеңме уларҙың серен?
-Эйе!
-Шунан, нисек?
-Уларҙа икеһе лә ғәйепле. Шуға күрә лә талашмайҙар. Ә бына беҙҙең ғаиләлә һәр ваҡыт икебеҙ ҙә хаҡлы!
Читайте нас в