Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
11 Февраль 2021, 17:59

ШАҒАРАҠ БУШЛЫҒЫ

Был хатымда еңел холоҡло, егеттәре күп булған, матур фигураларына «фирма» кейеп, битенә-керпектәренә ҡатлам-ҡатлам буяу яҡҡан, сибәрмен, ир-атҡа оҡшайым, улар мине хөрмәт итә, тип уйлаған ҡыҙҙарға бағышлайым. Ундайҙар менән проблема бар, һәм был турала һөйләшергә кәрәк. Ысын һәм уйҙырма ҡиммәттәр хаҡында әйткем килә.

Иң ғәжәпләндергәне шул: бындай «тәтәйҙәр» ысынлап та егеттәр уларҙы ихтирам итә тип уйлай. Ә нимә өсөн лайыҡ һуң улар бындай «ихтирамға»? Ни тиклем ҙур хаталаныу! Эйе, ундайҙар менән егеттәр күңел аса, ваҡыт үткәрә, ә бына хөрмәт итергә… юҡ! Ә ни өсөн һуң улар аҙаҡ тормоштарын бүтән, «тәртипле» ҡыҙҙар менән ҡора? Уйлап ҡаранығыҙмы шул турала? Егеттәр бит яҙмыштарын үҙҙәрен юғарыраҡ баһалағандар менән бәйләй. Ҡатыраҡ, тупаҫыраҡ итеп әйткәндә, елбәҙәк ҡыҙҙар егеттәргә үҙҙәренең түбән аңдағы хайуани теләктәрен ҡандырыу өсөн генә кәрәк. Улар һеҙҙә кешене күрмәй, ә үҙ эргәләрендә һеҙҙе теләһә ҡайһы урында файҙаланырға мөмкин булған предмет урынына йөрөтә. Ә һеҙ, иҫәрҙәр, сексты мөхәббәт тип ҡабул итәһегеҙ. Шағараҡ ҡороп, мәжлес ойоштороу, унда тәмәке тартыу, хәмер эсеү, түшәк шатлыҡтары - ошомо инде һеҙҙең мөхәббәт? Унан да яманы - һеҙ ҡойма буйында, подвал бысрағында аунай алаһығыҙ. Ошомо һеҙҙе хөрмәтләү? Ошомо һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе хөрмәтләүегеҙ? Хаҡығыҙ үтә арзан түгелме? Ә һеҙ тыңлаған музыка? Иң ғәҙәти примитив һеҙҙе осондора ала. Телегеҙ һуң? Үҫешмәгән ҡәбилә кимәле. Бер нисә тиҫтә урам һүҙе. Әҙәмсә тел һеҙгә сит ил телеләй күренһә лә ғәжәп түгел, Тфү, төн үткәргән егеттәрегәҙҙең һаны ни тиклем күп булһа, ғорурлығығыҙ ҙа шунса арта. Үҙегеҙҙең көтөүҙә һеҙ оятһыҙ һәм тәкәббер. Кеше талауға ла, туҡмауға ла һәләтлеһегеҙ. Алдаҡсылығығыҙ тураһында әйтеп тә тормайым. Мәғәнәһен үҙегеҙ ҙә аңламаған һүҙҙәр менән һүгенеүҙән туҡтағыҙ, исмаһам, ниндәйҙер «козел» өсөн һеҙҙән үтә ҡиммәт түләтеүҙәре ихтимал. Иҙмәгеҙҙе иҙеп, үлтереп тә китерҙәр, тәүбә… Ә һеҙ, хөрмәт, тиһегеҙ. Егеттәр беҙҙе ярата, тип уйлайһығыҙ. Ярата?… Һәр гонаһтың түләү сәғәте була. Аҡылығыҙға килеп, донъяны таный башлағас, иҫегеҙгә төшөр ҙә бит бындай «мөхәббәт», һуң булыр. Күбегеҙҙең инде бала табыр, йөккә уҙа алыр йәше лә уҙып барыр, төрлө сирҙәрҙән гөлләмә йыйған булырһығыҙ. Үҙегеҙҙе баһалау, үткәндәрегеҙ өсөн кәмһенеү тойғоһо үтә һуңлап килер. Маңҡа малайҙарҙан үҙегеҙҙе мәсхәрәләткән өсөн үҙегеҙҙән-үҙегеҙ ерәнерһегеҙ микән бер?! Бушҡа әрәм иткән ғүмерегеҙҙе мәғәнә менән тултырыр өсөн кире ҡайтарып ҡына ала алмаҫһығыҙ. Фажиғәгеҙҙе аңлар хәлгә етһәгеҙ, әлбиттә.
Һеҙҙән көнләшмәүсе, ә йәлләүсе
Шәфҡәт.
Стәрлетамаҡ.
Читайте нас: