Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
16 Февраль 2021, 18:09

ХЫЯНАТТЫ ҮТЕГЕҘ ҠЫЯЛАП

Ҡатыным менән беҙ ҙә кешенән кәм йәшәмәнек. Хәл-көс менән йыйған донъябыҙ бар ине. Тик ҡатыным менән арабыҙ боҙолдо. Уның бергә эшләгән әхирәте директор менән бикләнеп ятҡас, ә ул уларҙы тыштан бикләп-асып йөрөгәс, ниндәй уйҙар тыуһын инде унда үҙ ире тураһында.

«Ана бит, кешеләрҙе ире лә, һөйәркәһе лә кейендерә», -- тип кенә ысҡындыра башланы хәләл ефетем. Бер тапҡыр шул әхирәтен өйҙән ҡыуып сығарҙым. Ул минең ҡатын янына коньяк ҡыҫтырып килгәйне. Fәжәп, ошондай аҙғындар эргәләге кешеләрҙә ерәнеү генә түгел, ә минең ҡатын һымаҡ ҡайһы берәүҙәрҙә көнләшеү тойғоһо ла уятыуға һәләтле икән! Мин үҙ ҡатынымды миңә тәне менән хыянат итеп йөрөгәндер тип уйламайым.
Ул үҙе бик көнсөл булды, һәр бер осраған бағанаға ла көнләште. Бер ваҡытта ла биҙәнеп-һыланып йөрөмәне, алтын-мехҡа төрөнмәне. Шулай ҙа тәбиғи матурлығы һәм баҫалҡы кейеме менән ул башҡаларҙың сибәр ҡатындарынан бер ҙә кәм түгел ине. Шулай ҙа мин уны иренә күңеле менән хыянат итте тип иҫәпләйем. Ул минең тормошҡа булған яҡты ҡараштарыма, идеалдарыма, киләсәккә ныҡлы ышанысыма хыянат итте. Нисәмә йыл бергә серҙәрҙе, өмөттәрҙе уртаҡ иттек, минең ауыр эштә ул һәр ваҡыт терәк булды, түҙемле, ғорур булды, зарланманы, башҡа бисәләр унан хатта бер аҙ көнләшеп ҡарайҙар ине. Хәҙер килеп ошо йәмәғәтем минең һөнәремде күрә алмай башланы - бер түшәктә яткан ҡатынымдың кире яҡҡа үҙгәреүен аңғармай ҙа ҡалдым буғай. Fəйеп, моғайын, миндә лә барҙыр инде. Эштән ҡайтыуға холодильникта һаҡланған ҡаҙ, ит, затлы эсемлек, тәмле балыҡтар, ҡиммәтле ризыҡтар һ.б. Башта туғандар бирҙе, тип алдаша ине. Ышанмағас, дөрөҫөн әйтергә булды. Ҡабул итеү имтихандары мәлендә комиссияға ата-әсәләр килтерә, имеш. Имеш, электән үк улар минең ҡатынымдан башҡа ла таныштарының балаларын уҡырға шулай кереткәндәр. Кейемдәрен өҙгөләп,ашамлыҡ-эсемлектәрен сығарып атып бәрҙем. Ул бик ныҡ ҡурҡты. Әхирәтенә һөйләгән. Уныһы, үҙ сиратында, һөйәркәһенә, директорға була инде…
Ошолай ҡыялып йәшәй торғас, бер көндә ҡатыным иҫереп ҡайтты. Әхирәтендә тыуған көндә булған. Минһеҙ. Ә мин уны өйҙә көтөп ултырҙым… Оҙаҡламай ҡатыным бөтөнләйгә өйҙән күсенеп сығып китте. Артабан минең кеүек «дөрөҫ» кеше менән йәшәргә ғәрләнгәндер инде, күрәһең…
Ғаиләм тарҡалыуҙа кем ғәйепле? Минме? Ҡатыныммы? Уның йүнһеҙ әхирәте менән һөйәркәһеме? Ә бит уйланаһы урын бар.
Fәли.
Читайте нас: