Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
22 Май 2021, 11:55

"Яңғыҙлыҡты ауыр кисерәм..."

– Йәшермәйем, уға малайҙарса ғашиҡ булдым. Саф хистәр, аҡ хыялдар менән, барлыҡ донъямды онотоп. 40-ты уҙғас ундай хистәр була икән, тип уйламағайным.

Уның исеме йыр сәнғәтенә лә, театр донъяһына ла ныҡлы бәйләнгән. Кемдер уйнаған йырлы ролдәре өсөн яратһа, икенселәр моңло тауышына ғашиҡ. Яҙмыш юлы ла ҡатмарлы һәм ҡатлаулы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры Альберт САЛАУАТОВТЫҢ. Уның тормошона, ижадына һәм күңел донъяһына байҡау яһай-яһай әңгәмә ҡорҙоҡ.
Алыҫ та, яҡын да үткәндәр
Кешенең бөгөнгөһөнә үткәндәре нигеҙ һала. Альберттың да артист булыры бала саҡта уҡ билдәле була. Семеновский ауылында тыуып үҫкән малай Сибай интернатына уҡырға килә.
– Сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡҡанда тулҡынландыңмы?
– Әлбиттә! Баҙнатһыҙ ғына ауыл малайы инем бит. Етмәһә, интернатҡа килеп, ҡыҙҙар менән танышып, тәүге һөйөү уттарында янған мәл. Гел генә үҙ алдыма моңланып, йырлап йөрөй инем. Моғайын, берәйһе ишетеп, уҡытыусыларға әйткәндер. Тәрбиәсем Нәйлә апай яныма килеп, 23 февраль айҡанлы ойошторолған кисәлә сығыш яһарға тәҡдим итте. Ныҡ тулҡынланып көтөм ул көндө. Салбар-күлдәктәремде йыуып, ентекләп үтекләнем. Ауыл мәктәбендә русса уҡығайныҡ. Шуғалырмы икән, башҡортса һөйләшеп йөрөһәк тә, русса йырланым. Ҡаушағанғамы икән, тауышым нәҙек кенә булып сыҡҡандай тойолдо, шулай ҙа аҙаҡ батырайып киттем, оялыу хистәре онотолдо. Тамашасылар ныҡ оҡшатты, ҡабат йырлауымды һорап, алҡышланылар. Шул көндән һуң һәр байрамда тиерлек йырлай башланым. “Крейсер Аврора”, “Катюша”, “Пропала собака” йырҙары репертуарыма инде. Юлай ағай Моратов беҙҙең интернатта эшләй ине, ул үҙе ижад иткән йырҙарҙы өйрәтте. Шулай яйлап башҡортса йырҙарға күстем.
– Ә театр донъяһына нисек барып эләктең?
– Бала саҡта йырсы булырға хыялланып йөрөһәм дә, өлкән кластарҙа уҡығанда яйлап театр менән ҡыҙыҡһына башланым. Тәүге ҡараған спектаклде иҫләмәйем, әммә Сибай театрының репертуарын яттан тиерлек белә инем. Интернатты тамамлағас, ағайым 50 һум аҡса биреп: “Теләгән ереңә уҡырға инергә тырыш”, – тине. Поезға ултырып, беренсе тапҡыр Өфө ҡалаһына юлландым. Сәнғәт институтының театр факультетына имтихан тапшырып ҡарарға булдым. Даланым булғандыр: студент булып, 1 сентябрь уҡырға килдем. Барыһы ла шатлана, ә мин ысынтылап илайым. Сөнки быға хәтлем интернатта, тәрбиәселәр ҡурсыуы аҫтында, әҙерҙе ашап, һәр эште кәңәш менән башҡарып өйрәнгән инем. Үҙ аллы тормошҡа бөтөнләй әҙер түгел икәнемде аңлап, артабан нисек йәшәп китергә белмәй иланым. Өфөгә, курсташтарыма өйрәнеп киткәнсе байтаҡ ваҡыт үтте. Аллаға шөкөр, Ғабдулла Ғиләзевтә, бөйөк шәхестә белем алыу бәхете татыны. Риза Мәһәҙиев, Нәғим Нурғәлиндар менән бергә уҡыныҡ, Фәдис Ғәниев, Венер Абдуллин, Райман Ишбаевтар менән дуҫ булып, ҡайнап йәшәнек. Вокалистар менән ярышып йырлай торғайныҡ. Һаман да аралашып торабыҙ, айырыуса Риза менән йыш осрашабыҙ. Алла бирһә, киләһе йыл 50 йәшлек юбилейымда уларҙы саҡырып, театрлаштырылған тамаша эшләргә иҫәп тотам.
– Тик һиңә уҡыуҙы тамамларға тура килмәгән...
– Эйе... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3-сө курста уҡып йөрөгәндә әсәйем вафат булды. Шул ваҡытта мин бер аҙ юғалып ҡалдым. Аңҡы-тиңке бер аҙ йөрөп алдым да, уҡыуымды ташлап ҡайттым да киттем. Тик артабан эшләргә, йәшәргә кәрәк. Эш һорап, Сибай театрына килдем. Теләһә ниндәй вазифаға риза булыр инем, моғайын. Шулай ҙа талантымды күреп, актер итеп алдылар. Дипломһыҙ булыуым бер ваҡытта ла ҡамасауламаны. Эшкә килгәндә “тамамланмаған юғары белем” тип яҙам. Бер кем дә һин насар уйнайһың йәки йырлайһың, тип әйткәне юҡ. Тамамлап ҡуйырға булыр ине лә, хәҙер ғаилә ҙурайҙы, хужалыҡ бар, мәшәҡәттәр артты. Йәшерәк саҡта уйларға булған.
– Ә вокал буйынса белем алырға тура килдеме?
– Юҡ, махсус рәүештә уҡырға тура килмәне. Мәктәптә – йыр, институтта вокал дәрестәре була торғайны. Оят булһа ла әйтәйем, институтта уларға бөтөнләй йөрөмәнем. Имтиханда барып йырлайым да, ”5”-ле алып сығып китәм. Комиссия ағзалары илап ултырып ҡала ине. Ә театрға эшкә килгәс, бер аҙ Джон Мусинға йөрөнөм. Аҙаҡ бер-бер артлы конкурстарҙа еңә башланым. Йырсы тигән даным таралды.
– Театрҙа эш башлауы ауыр булдымы?
– Эш башлау менән төп роль бирҙеләр. Был бит оло бәхет! Театр донъяһына “Ҡоҙаса” комедияһындағы Басир роле менән инеп киттем. Уны ышанып тапшырған Дамир Ғәлимовҡа рәхмәт! Ул күңелемә шул тиклем яҡын ине: музыкаль спектакль, Назаны Гөлшат Ғайсина уйнай. Марс Итбаев, Риф Сәйфуллин, Рәмилә Сәлимгәрәева, Зифа Баязитова, Мулланур Ниғмәтуллин һәм башҡалар менән бер сәхнәлә йөрөйөм! Тәүге гастролдәр... Онотолмаҫлыҡ хәтирәләр һаҡлана.
Артабан, Олег Ханов Александр Вампиловтың “Провинциальные анекдоты” әҫәрен сәхнәләш­тергәйне. Шунда ла бер аҙ уйнап өл­гөр­ҙөм. Тап ошо спектакль менән Ғафури районына гастрол­дәр­гә юлланғайныҡ, миңә әрме хеҙмәтенә саҡырыу тотторҙолар. Красноусол ҡасабаһында труппа менән илай-илай хушлашып, Сибайға ҡайтып киттем. Ә Өфөгә юлланыр алдынан Баймаҡ хәрби комиссариаты алдында “Ҡаһым түрә” йырын башҡарҙым.
– Әрмелә тормошҡа ҡараш үҙгәрә, тиҙәр. Ә һинең сәнғәткә мөнәсәбәтең үҙгәрмәнеме?
– Сәхнәгә мөхәббәтемде арттырҙы ул. Ижадҡа һыуһап ҡайттым. Әрме хеҙмәте ысын тормош мәктәбе, сынығыу осоро булды. Ир-егеттәр өсөн кәрәк нәмә, барғаныма үкенмәйем. Башҡортостандан егеттәр күп инек, йыйылышып, йырлашып ала инек. Талбазынан Илшат Фәтихов, яҡташым, Сәйғәфәр ауылынан – Рөстәм, Әлшәйҙән Фәнил Вәлиев менән дуҫ булдым. Күптәр менән һаман да аралашам. Улдарымды мотлаҡ әрме хеҙмәтенә өгөтләйәсәкмен.
Эҙләнеүҙәр,
табыштар, юғалтыуҙар
Артабан ул ижад тигән оҙон да, мажаралы ла, бер аҙ ҡатмарлы ла донъяға сума. Ә юлдар урау-урау, хатта өҙөлгән саҡтар ҙа була. Бындай саҡта үҙ-үҙеңде юғалтырға ла мөмкин. Талант күңеле ҡылдай нескә бит...
– Әрменән ҡайтып ҡабат театрҙа эш башланың да, ҡапыл ғына...
– Сибай филармонияһына эшкә саҡырғайнылар, шунда күстем. Ныҡлап йырға тартылған мәл ине, үҙемде йырсы булараҡ һынап ҡарар өсөн был тәҡдимгә риза булдым. Йәш күңел һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡына, нимәлер эҙләй. Татып ҡаралмаған тойғоларҙы кисерге килә. Артабанғы тормошомда эш һәм йәшәү урындарын йыш алмаштырыу шунан килгәндер ул. Әле былай, әле тегеләй ташлаһа ла, яҙмышыма ныҡ рәхмәтлемен. Минең осраҡта йөрөгән таш шымара, тигән әйтем тап килә. Ауыр булды тип әйтмәйем, әммә төрлө урындарҙа эшләп характерым нығынды, талантым камиллашты.
– Артабан һин йыр донъяһына сумдың. Күңел талабы инеме ул?
– Сибай филармонияһы минең тормошомда ла, ижадымда ла ҙур роль уйнаны. Йырсы булыуым нәҡ ошонда башланды. Әгәр тормошомда Әлмира Ҡыуатова осрамаһа, бөгөнгө яҙмышым моғайын икенсе төрлө булыр ине. Филармонияның иҫ киткес көслө сағы, береһенән-береһе рухлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ концерт программалары әҙерләнә. Тәүгеләрҙән булып беҙҙә театрлаштырылған тамашалар ҡуйылды. Төндәр буйы репетиция эшләп сыға инек. Йәштәр үҙ-ара сәмләнешеп эшләйбеҙ, дуҫ йәшәйбеҙ. Әлмира апай әрләп тә, маҡтап та, үҙенең идеяларына беҙҙе лә ышандырып, үҙенең осҡондарынан беҙҙе лә ҡабындырып эшләткән, эшләргә өйрәткән шәхес булды. Эш башлауым менән ул Татарстандан махсус рәүештә Ғәфүр Ҡәйүмов тигән режиссерҙы саҡырып, театрлаштырылған концерт программаһы ҡуйҙырҙы. Уның өсөн махсус кейемдәр тектерелде, йырҙар яҙылды. Ҡатмарлы, ауыр, әммә ҡыҙыҡ тамаша булды ул, Өфөгә лә алып килеп ҡуйҙыҡ. Тағы ла ул ваҡытта Сибайҙы күтәргән ижадсылар күп ине. Композиторҙар Зөһрә Фәйзуллина, Юлай Моратов, Хисмәтулла Дәүләтовтар иҫән, Юлай Үҙәнбаев, Әлфиә Зиннуровалар бында йәшәне. Яңы йырҙар күп, рәхәтләнеп йырла ла йырла ғына.
– Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама филармониялары ниндәй тәжрибә бирҙе?
– Стәрлетамаҡта данлыҡлы бейеү театры менән эшләү оҡшаны. Улар менән берлектә концерттар ҡуябыҙ. Репетиция яһай торғас ярайһы ғына бейергә лә өйрәнеп алдым. Өс йыл ғына эшләһәм дә, ижадыма йоғонтоһо булды. Нефтекамала иһә мари, татар, башҡорт бригадалары менән дуҫ, татыу эшләнек. Башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнергә тура килде. Бында Баш­ҡор­т­ос­тандың атҡаҙанған артисы, тигән маҡтаулы исем алдым. Беләһегеҙме, иң мөһиме нимә? Си­бай­ҙа мин танылыу яулаған, тамашасыларымды тап­ҡан инем. Ә Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамаға ба­рып, ижад юлымды өр-яңынан башлаған ке­үек, үҙемдең талантымды иҫбатларға тура килде. Ижад кешеһенә ялҡауланмаҫ өсөн бындай “һел­ке­неүҙәр” һирәкләп булһа ла кәрәк ул. Аллаға шөкөр, һәр ерҙә үҙемдең талантлы йырсы икәнемде таныттым.
– Ҡабаттан Сибайға ҡайтыуға нимә сәбәпсе булды?
– Шулай йөрөй торғас, үҙемдең урыным барыбер ҙә тыуған яғымда икәнен аңланым. Башҡорт ир-егеттәрендә илһөйәрлек тойғоһо көслө бит. Мин дә үҙ еремә ҡайтырға булдым. Йәшермәйем, ҡарар ҡабул итеүе ауыр булды. Бер яҡта ғаиләм, фатирым, эшем, ә икенсе яҡта һағындырған тыуған ерем. Ҡайһыһын һайлаһаң да ауыр... Мин Сибайға ҡайтып, филармонияға эшкә урынлаштым да, һағыштарҙы баҫыр өсөн баштан-аяҡ эшкә сумдым. Бер-бер артлы хеҙмәттәштәрем менән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Операция Ы”, “Мин ҡайттым, туғандар” исемле концерт программаларын әҙерләнек. Улар Сибайҙа ғына тиҫтәнән ашыу ҡуйылып, шығырм тулы залдар йыйҙы. Райондар буйлап гастролдәргә йөрөнөк.
Сибай театры – тәүге һөйөү кеүек...
Тик Альберттың тынғыһыҙ күңеле тағы ла бер көтөлмәгән аҙымға бара. Йәғни, тәүге эш урынына әйләнеп ҡайта.
– Был аҙымға нимә этәргес булды?
– Ниндәйҙер конфликттар ҙа, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа булманы. Бары тик күңелгә нимәлер етмәй, тынғылыҡ тапмай башланым. Филармония артистары менән Өфөнән, “Башҡорт йыры” фестиваленән ҡайтып килә инек. “Егеттәр, мин эштән китәм”, – тип әйтеп һалдым. Улар ышанманы, шикелле, көлөп кенә ҡуйҙылар. Ә мин ныҡлы ҡарар иткәйнем инде, ғариза яҙҙым. Өс көн тирәһе эшһеҙ йөрөнөм дә, эш һорап театрға килдем. Бәхетемә, тип әйтәм, ҡабул иттеләр. Әгәр шунда баш тартһалар, урамда ҡалыр инем, моғайын. Әлбиттә, эшһеҙ ултырмаҫ инем, ғаиләне аҫрарға кәрәк бит. Шулай ҙа, тыуған театрыма ҡайтыуыма шатмын. Иң тәүге эш урыным театр булды. Һәм шул саҡта уҡ күңелемә оло һөйөү инеп ултырғандыр ҙа, яҙмышым урау юлдар менән ҡабат уға алып ҡайтҡандыр, тимен.
– Тимәк, булмышыңа театр сәхнәһе яҡыныраҡ?
– Әлеге ваҡытта ниңәлер күңелем тик театрға тартыла. Яратып, онотолоп китеп эшләйем. Кәмһетеп әйтмәйем, әммә филармонияла эшләүе еңел. Сәхнәгә йырларға ғына сығаһың. Ә театр – бөтөнләй икенсе донъя. Төрлө образдар, ҡыҙыҡлы геройҙар. “Китмәгеҙ торалар”ҙа – Ислам, “Тере тупраҡ” та Төхвәт ролдәрен яратып башҡарам. “Шайморатов генерал”да Шакир ролендә Марс Итбаев менән дублер инек. Уның үлемен бик ауыр кисерҙем. Элекке образдарҙы ла һағынам. Режиссерҙар менән эшләүе оҡшай. Һуңғыларын ғына әйтеп үткәндә лә – Азат Нәҙерғолов менән Илнур Муллабаев. Ә үҙебеҙҙең Дамир Мәжит улы Ғәлимов ни тора?!
– Тик һин эш башлаған саҡтағы театр менән бөгөнгөһө араһында бик ҙур айырма. Ололарҙың күбеһе юҡ, йәштәр ҙә байтаҡ ҡына. Сибай театрының үҙенә генә хас атмосфераһы һаҡланып ҡалғанмы?
– Һаҡланған. Үҙ традициялары, колориты бар. Әлбиттә, Марат, Мулланур, Хисмәт ағайҙар юҡ... Шулай ҙа өлгө алырлыҡ метрҙар, тиңләшерлек, сәмләнерлек йәштәштәр бар. Риф Сәйфуллин, Рәмилә Хоҙайғоловалар менән бер театрҙа эшләү, бер сәхнәлә уйнау – оло ғорурлыҡ. Талантлы йәштәр килә, шуныһы ҡыуаныслы. Райондарҙа йәшәүсе тамашасыларыбыҙ беҙҙе көтөп ала.
– Ә артистың яратмаған роле буламы?
– Башҡалар өсөн яуап бирә алмайым, ә минең – юҡ. Барлыҡ ролдәрем дә үҙемә оҡшай. Хатта кире образдар ҙа күңелгә яҡын, сөнки уларҙы ла бар йөрәктән сығарып эшләйһең, көнө-төнө уйланаһың. Мәҫәлән, “Китмәгеҙ, торналар”ҙағы Ислам роле. Ауыр бирелде, образды таба алмай ыҙаландым. Ә хәҙер уйнаған саҡта тамашасылар: “Дөмөккөрө! Ҡәһәр һуҡҡыр! Һуҡ башына, ана бит тороп килә!” – тип ҡысҡырып әрләп ҡарай. Уларға асыуланмайым, тимәк, мин уларҙа шул тойғоларҙы уятып, маҡсатыма ирешкәнмен, ышандыра алғанмын.
– Йырҙан ситләшмәнеңме?
– Юҡ, һәр ваҡыт йырлап йөрөйөм. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа театрға бирелеп, яңы йырҙар һирәк сығарам. Театрҙа минең айырым концерт бригадам бар. Унда Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин, Нәфисә Мәжитова, Венер Сөнәғәтов, Нәфис Сәйетов, Юлиә Мөхәмәтйәнова – талантлы егет-ҡыҙҙар йыйылған. Театрлаштырылған тамашалар менән гастролдәргә йөрөнөк. Пандемия тамамланғас, ул бригаданың да эшен тергеҙәсәкбеҙ. Тағы ла мин, саҡырһалар, туй, байрам табындарында ла сығыш яһайым. Тамада булып йөрөмәйем, тик йырсы булараҡ ҡына барам.
Ғаилә йылыһы
Альберт Салауатовтың һуңғы йылдарҙағы уңыштарына уның ныҡлы терәге булған ҡатыны Гөлшаттың да өлөшө бар. Быны йырсы йәшермәй. Ғаилә тормошо тураһында әңгәмәләшеү өсөн уның үҙен дә саҡырҙыҡ.
– Һеҙҙең танышыу, ҡауышыу тарихы нисек булды?
Альберт:
– Филармонияла йыр конкурсы бара ине, тамашасылар залына инеп, бәйгеселәрҙең сығышын ҡарай башланым. Тәү тапҡыр күргәс тә, күңелемә ятты. Йырлап бөтөү менән гөлләмә тотоп, сәхнә артына, уның менән танышырға ашыҡтым. Тәүҙә дуҫтарса аралаштыҡ. Ярты йыл тирәһе осрашып йөрөнөк тә, сәстәрҙе сәскә бәйләргә тәүәккәлләнек.
– Айырылыу менән тамамланған тәүге никахтарҙан һуң, ғаилә тормошона күңелең ҡалмағайнымы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, башҡаса бөтөнләй өйләнмәҫмен, тип ғаилә тормошонан ваз кискән инем. Дөйөм ятаҡ бүлмәһендә көн итәм, йәш тә бара. Өс йылға яҡын шулай йәшәнем. Бер көндө урамда класташым Баймөхәмәт хәҙрәтте осратып, һөйләшеп киттек. Ул миңә бер аҙ дин тәғлимәттәре хаҡында һөйләп алды ла, ҡапыл ғына: “Альберт, ғаилә ҡорорға кәрәк. Яңғыҙ йөрөргә ярамай”, – тип кәңәш бирҙе. Күңелем бер аҙ күтәрелеп ҡалды, дин менән ҡыҙыҡһына башланым. Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй Гөлшат, менән таныштыҡ. Баймөхәмәт хәҙрәт беҙҙең ғаилә дуҫы, һәр ваҡыт кәңәштәре менән ярҙам итә. Алтын ҡасабаһынан йорт алғас, Баймөхәмәт хәҙрәттән Ҡөрьән уҡыттыҡ. Балаларға ла исемде ул ҡушты.
– Ә Гөлшаттың ниндәй һыҙаттары күңелеңә ятты?
– Йәшермәйем, уға малайҙарса ғашиҡ булдым. Саф хистәр, аҡ хыялдар менән, барлыҡ донъямды онотоп. 40-ты уҙғас ундай хистәр була икән, тип уйламағайным. Уға тик яҡшы яҡтан ғына күренергә тырыштым, хатта тәмәке тартыуымды ла йәшереп йөрөнөм. Иғтибарын, ихтирамын, һөйөүен яуларға тырыштым. Тәү сиратта матурлығы һәм баҫалҡылығы менән күңелемде яулап алғайны. Уны күберәк белгән һайын нығыраҡ ғашиҡ була барҙым. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, мөләйем ҡарашы күңел боҙҙарын иретте.
– Гөлшат, һине Альберт менән ҡауышыу ҡурҡытманымы?
Гөлшат:
– Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы булдымы икән, ул саҡта ҡурҡыу, икеләнеү булманы. Йәш айырмаһы ҙур булыуы ғына бер аҙ ситен ине. Мин йырсы булараҡ Альберттың бер ҡасан да фанаты булманым. Быны уның үҙенән дә йәшермәйем. Тәү сиратта, ир-егет булараҡ, тормош юлдашым итеп яратам. Йырҙарын тыңлайым, спектакль премье­раларына йөрөйөм, әлбиттә, эшен хөрмәт итәм. Әгәр ул минең кумирым булһа, кейәүгә сыҡмаған булыр инем. Күңелемә сәхнәләге Альбертҡа ҡарағанда тормоштағыһы күпкә яҡын.
– Ғаилә ҡороуығыҙға туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ нисек ҡараны? Кеше һүҙе, ғәйбәт булдымы?
Гөлшат:
– Беҙ бит кем нимә әйтер, тип ҡурҡыр, кемдеңдер фекерен тыңлар йәштә түгел инек. Хәл иткес ҡарарҙы үҙебеҙ ҡабул иттек. Икебеҙҙең дә тормошта айырылыу менән тамамланған никах бар ине, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплағанбыҙ. Тәүге никахтан улым Ринат бар, шуға күрә Альберт тәҡдим яһағас, икәү араһының мөнәсәбәтен күҙәттем. Бик тиҙ уртаҡ тел тапты улар, дуҫлаштылар. Баштан уҡ эштә лә, уйында ла бергә булдылар. Альберт тәҡдим яһағас, ыңғай яуабыма шул йоғонто яһаны. Хатта атай-әсәйем дә ҡапыл ғына, бергәләп ауылға ҡайтып төшкәс кенә, танышты. Аллаға шөкөр, улар ҙа, башҡа туғандар ҙа иремде ҡабул итте, һәйбәт аралашалар. Альберт бит бик ихлас, ябай, һәр кем менән уртаҡ тел таба.
Ә кеше һүҙенә килгәндә, улар һәр ваҡыт була. Икебеҙ ҙә уларға иғтибар итмәйбеҙ. Социаль селтәрҙәрҙән хат яҙлар, тәүге осор шылтыратыусылар ҙа булды. Шулай ҙа, беҙҙең өсөн шатланыусылар күберәк. Айырыуса бала тыуғас, күптәрҙең мөнәсәбәте үҙгәрҙе.
– Ә Альбертҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан мөхәббәт хаттары киләме?
– Ул хаттарҙа күберәк талантына һоҡланыу белдерәләр. Альберт йәшермәй, бергәләп уҡыйбыҙ, матур итеп рәхмәт һүҙҙәре менән яуап яҙабыҙ. Һәр хәлдә, уны ижадын яратыусыларҙан көнләшеп, әрләшеп ултырғаныбыҙ юҡ. Артист ҡатыны булараҡ, халыҡ һөйөүен, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, аңлап ҡабул итәм.
– Гөлшат, “Бәйләнештә” селтәрендә йырҙарыңдың яҙмалары менән танышып була, бик матур йырлайһың. Киләсәктә Альберт менән концерттар ҡуйырға, гастролдәргә йөрөргә тигән теләгең юҡмы?
– Юҡ. Мин тәү сиратта, балалар әсәһе, ир ҡатыны. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Ә йыр бары тик хобби ғына. Әлбиттә, яҙмалар эшләүҙән, һирәкләп кенә сәхнәгә сығыуҙан баш тартмаҫ инем. Артист тормошо мәшәҡәтле, ғаиләбеҙгә берәү еткән.
– Альберт, ә һин Гөлшаттың ижады менән танышмы? Шиғырҙары оҡшаймы?
Альберт:
– Әлбиттә. Танышҡан саҡта белмәй инем, ә белгәс, ихтирамым, хөрмәтем тағы ла артты. Тик бала һәм йорт мәшәҡәттәре менән ул һуңғы арала ижадтан бер аҙ ситләште. Шиғырҙары миңә генә түгел, күп уҡыусыларға оҡшай. Киләсәктә уларға ижад ителгән йырҙарҙы башҡарырға ниәтләйем. Айгөл Әсәҙуллина менән “Вәғәҙә” тигән дуэт сығарғайныҡ, уны тамашасы йылы ҡабул итте.
– Күп балалы ғаиләнең йөгө лә ауырыраҡ, сығымдары ла күберәк. Нисек быға батырсылыҡ иттегеҙ?
– Ғаилә йәме шул балаларҙа бит. Өй эсе шау-гөр килеп тора. Йоҡларға ятһалар, шып-шым булып ҡала, ҡолаҡтар бер аҙ ял итә. Иртәнсәк мәктәпкә, баҡсаға әҙерләнеү – үҙе бер тамаша. Тормош ҡайнай, ҡыҫҡаһы. Ә сығымдарға килгәндә, зарланмайбыҙ. Булдырырға тырышабыҙ.
Гөлшат:
– Альберт – бала йәнле кеше. Күберәген ул иркәләтә, ә миңә ҡатыраҡ, талапсаныраҡ булырға тура килә. Батырхан атаһына оҡшаған, бәләкәй артист. Йырларға ярата, юхалана лә белә. Әрләгәнде лә шаяртыуға бора белгән таланты бар. Сәнғәт юлынан китергә теләге булһа һис ҡаршылығыбыҙ юҡ. Бәләкәсебеҙ Азамат та үҙ һүҙле булырға оҡшай. Ә оло малай Ринат – беҙҙең ярҙамсы. Ҡулынан килмәгән эше юҡ.
– Эш тигәндәй, һеҙ бик бөтмөр ғаилә. Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса сәсеп мәж киләһегеҙ...
Альберт:
– Йыл һайын көҙ етһә, икенсе йыл ҡош-ҡорт алмайыҡ, мәшәҡәте күп, тип һөйләшеп ҡуябыҙ. Ысынлап та, башҡалар отпуск ваҡытында сәйәхәткә сыға, ял итә. Ә беҙ тауыҡ, ҡаҙ-өйрәк ҡарап, баҡса тәрбиәләп мәж киләбеҙ. Ялҡытҡан кеүек тойола башлай. Тик ҡыш ял итеп, яҙға сыҡһаҡ, күңел тағы йорт эшен һорай башлай. “Унды ғына ҡаҙ алайыҡмы әллә?”, “Эйе шул... Йәй үткәрергә эш булыр”. “Унды ҡараның ни, утыҙҙы ни... Әллә алғас, күберәк алайыҡмы?” – тигән һөйләшеүҙәр башлана. Һәм хәл йылдағыса ҡабатлана. Икебеҙ ҙә бала саҡтан эш менән тәрбиәләнгән, хеҙмәт һөйгән кешебеҙ. Шуға торлаҡ алыу тураһында һүҙ сыҡҡас, шәхси йортҡа өҫтөнлөк бирҙек. Төҙөлөп бөтмәгән өй алғайныҡ, шуны үҙебеҙсә тамамлап ҡуйҙыҡ. Бынан тыш, емеш-еләккә, көҙ бәшмәккә йөрөргә тырышабыҙ. Хатта миндекте лә мәтрүшкәләп үҙебеҙ әҙерләп ҡуябыҙ.
– Ә Нефтекамалағы улың Юлай менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Эйе. Аллаға шөкөр, бәйләнеш өҙөлмәне, яҡшы мөнәсәбәт һаҡлап ҡала алдыҡ. Аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Килгәнендә ихласлап ҡаршы алған Гөлшатҡа ла рәхмәт. Ҡустылары менән таныштырҙыҡ. Бергәләшеп бер аҙ Урал аръяғы матурлыҡтары менән таныша-таныша сәйәхәт иттек. Тамырҙарын белһен тип тырышам. Киләсәктә лә шулай булыр тип уйлайым. Элек йырларға ярата ине, сәхнәгә лә сыҡҡаны булды. Хәҙер баш-көллө спортҡа сумған, икенсе йыл, 9-сы класты тамамлағас, Ҡазанға, физкультура колледжына уҡырға барырға ниәтләй.
– Хәҙер артистар үҙ аллы эшләргә тырыша. Һин дә үҙ төркөмөңдө ойоштороп, үҙеңә эшләргә теләгең юҡмы?
– Был уйҙар элегерәк башҡа килә ине, ләкин батырсылыҡ итмәнем. Икенсенән, әйтеп үтеүемсә, театрҙы һағынғанмын. Коллективта эшләү, кеше араһында йөрөү оҡшай. Аҙ ғына коллегаларымды күрмәй, тамашасы алдына сыҡмай торһам, күңелһеҙләнә башлайым. Пандемия үҙҡурсаулығы бик ауыр бирелде.
– Ә ижад иткән саҡта ғаилә мәшәҡәттәре ҡамасауламаймы?
– Киреһенсә, икенсе һулыш асылды. Рәхәтләнеп эшләр өсөн бөтә мөмкинлегем бар – тылым ныҡлы. Гөлшат – һәйбәт әсәй, уңған хужабикә. Тыныс күңел менән эшләйем, гастролдәргә сығам. Һуңға ҡалып эшләргә тура килһә лә, зарланмай. Юлға сыҡҡанда ашарға әҙерләп, таҙа кейемдәрҙе һалып ҡуя. Һәйбәт ҡатын – ир өсөн ярты бәхет. Ғаиләм өйҙә булмаһа, сәй ҙә эсә алмайым. Игеҙәктәр йондоҙлоғонда тыуғанмын бит, яңғыҙлыҡты ауыр кисерәм. Янымда һәр ваҡыт кеше булырға тейеш. Күңелем һәр ваҡыт ауылға тартыла, ҡайны-ҡәйнәм менән аралашырға яратам. Иртә етем ҡалғанғамы, уларға тиҙ генә өйрәндем дә киттем. Үҙҙәре лә улдарындай күреп ҡабул итте, шуға рәхмәтлемен. Ваҡыт булғанда 2 – 3 көнгә ҡайтып, бер аҙ бесән, баҡса эштәрендә ярҙам итергә тырышам. 90-ды үткән ҡарт ҡайным бар. Уны ҡатыным ыңғайына үҙ итеп, яҡын күреп, олатай тип йөрөтәм.
– Һүҙгә килешкән саҡтарҙы нисек үткәреп ебәрәһегеҙ?
Гөлшат:
– Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ауыр ҡағылмаҫҡа тырышам. Ә Алберт – нескә күңелле кеше: телевизор ҡарағанда ла илай. Асыу һаҡлап оҙаҡ йөрөмәйбеҙ. Был мөмкин дә түгел: арала балалар йүгереп йөрөй, йорт эштәре көтөп тора. Асыуланышып ултырһаң, уларҙы кем эшләй? Бергә булырға ҡарар иткәнбеҙ икән, тимәк ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар кәртә булырға тейеш түгел.
Альберт:
– Икәү араһында ихтирам менән һөйөү булһа, ул ауырлыҡтар ҙа еңел үтелә. Нимә генә эшләр булһм да, Гөлшат менән кәңәшләшәм, уның ризалығын алам. Бар күңелем менән ижадҡа интылһам да, ғаиләм, балаларым алдындағы яуаплылыҡты онотмаҫҡа тырышам.
Ир-егеттең ғүмерен башҡарған эше һанай, тиҙәр. Альберт Салауатов та үҙенең аһәңле, үҙенсәлекле моңло тауышы менән дә, актерлыҡ һәләте менән дә Башҡортостан тамашасыһының һөйөүен яуланы. Ярты йылдан ул алтын юбилейын билдәләй. Ә таланты иһә алтын-көмөштәрҙән ҡиммәтерәк.
Ошо хазинаң менән халҡың рухын, күңелен күтәреп, тағы ла оҙаҡ йылдар ижад итергә яҙһын!
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: