Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
15 Июнь 2021, 15:45

Мулла аҡса урлаған...

Ул да һөйләп бирә:— Хәҙрәт миңә әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа һин киткәс, аҡсабыҙ юғалды бит.

Бер ғаилә мулланы ашҡа саҡыра. Үкенескә күрә, мулла киткәс, уларҙың аҡсалары юғала. Ҡатыны аҡсаны мулла урлауын әйтә:
– Унан һуң юғалды аҡса. Муллаға барып әйтәйек.
Әммә ире уңайһыҙлана:
–Уға аҡсаны урлағанһың, тип нисек әйтәһең, йәпһеҙ бит.
Бер йыл буйы шулай муллаға күҙ сите менән ҡарап йәшәйҙәр.
Бер йыл уҙа, тағы мулланы саҡырырға кәрәк. Уфтанып булһа ла, уға ҡабаттан өндәшәләр.
Мулла килә, ир менән ҡатын ҡыйынһынып ҡарап торалар. Шуның һөйләшеп китәләр.
— Хәҙрәт, минең һиңә мөнәсәбәтем үҙгәргәнде белдеңме?, — тип һорай.
Мулла:
— Эйе шул, мин һиҙәм, һин ситләштең, ни булды? — тип һорай.
Ул да һөйләп бирә:
— Хәҙрәт миңә әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа һин киткәс, аҡсабыҙ юғалды бит.
Мулла йылмайып ебәрә.
— Мин килгәс, тәҙрәнән иҫкән ел менән өҫтәлегеҙҙән аҡса иҙәнгә төште. Мин уны алдым да Ҡөрьән эсенә тығып ҡуйҙым. Ҡөрьәнде асыуға, аҡса табылыр тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйына Ҡөрьәнде асып та ҡарамағанһығыҙ. Әммә күңелем һеҙҙең мине ғәйепле тип уйлағанығыҙға түгел, ә йыл буйына Аллаһы Китабын асып ҡарағанығыҙ булмағанға төштө. Әгәр һеҙ Ҡорьәнде асҡан булһағыҙ, ул аҡсаларығыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ, – тип әйтә.
Читайте нас: