Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
16 Июнь 2021, 20:45

Аҙансы

Ваҡытында уның күңелен аңламағаныбыҙ, уның хәленә кермәгәнебеҙ өсөн үкенесле... Хәҙер һуң инде...

Әбдекәрим Моратов (1956) – күренекле ҡырғыҙ ғалимы, яҙыусы, публицист, педагогия фәндәре докторы, И. Арабаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт университетының профессоры. Ул фән өлкәһендә лә, журналистика һәм әҙәби ижадта ла байтаҡ уңыштарға өлгәшкән.
Әбдекәрим Жарҡынбай улы төрлө йылдарҙа милли матбуғатта етәксе вазифаларҙы башҡарған, этнопедагогика йүнәлешендә үҙенең ғилми мәктәбен булдырған, әҙәбиәтте уҡытыу буйынса йөҙләгән ғилми-методик әсбаптар әҙерләгән, бихисап проза әҫәрҙәре ижад иткән. Балалар әҙәбиәте өлкәһендәге Ҡырғыҙстан Хөкүмәте премияһы лауреаты. Бешкәк ҡалаһында йәшәй.


Аҙансы
Кисен Истанбулға килеп, биш йондоҙло ҡунаҡханаға урынлашҡандан һуң, йоҡлар алдынан саф һауала йөрөп алайым тип, тышҡа сыҡтым. Төркиәнең байрағын елберләтеп үткән йөҙләгән кәмәләргә ҡарап, ҡармаҡтарын һыуға ташлап, балыҡ сирткәнен көтөп ултырған ҡарт балыҡсыларҙың түҙемлегенә һоҡланып, аҡсарлаҡтарҙың етеҙ генә һыуҙан балыҡты эләктереп алып киткәненә хайран ҡалып, яр буйлап йөрөй бирҙем.
Ҡунаҡханаға ҡайтып ятҡас та, серем итә алмай бер булдым. Йыраҡтан килеп, бындағы ваҡытҡа өйрәнә алмау сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Самолетта килгәндә лә йоҡлай алмай аҙапланғайным.
Тағы торҙом. Былай тик ятып булмаҫ тип, хамамға барып йыуынып алдым. Шунда уҡ асыҡ һауала бассейн да бар икән. Күктә емелдәшкән йондоҙҙар һәм һин. Ошондай тәбиғәт ҡосағында тәбиғәттең бер төйөрсөгө икәнемде аңлап яңғыҙ үҙем генә йөҙөп йөрөнөм.
Ныҡ арыһам да, барыбер йоҡлап булманы. Ятҡан урынымдағы түшәктең ап-аҡ булыуы ла, бүлмәләге ҡиммәтле йыһаз да, елләткестән иҫкән һалҡын һауа ла күңелдәге тынғылыҡ өсөн сәбәпсе булып, ойотоп ебәрмәне. Күңелдә нимәлер етмәгән кеүек. Телевизорҙағы тапшырыуҙарҙы туҡтауһыҙ алыштырып ята торғас, ялҡып йоҡлап киткәнмен...
Йоҡо аралаш бер өн ҡолаҡҡа салынды:
"Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр!
Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр!
Әшһәдү әл-лә иләха иллә Аллаһ... "
Урынымдан һикереп торҙом. Бындай тауышты ишетмәгәнемә бер нисә йыл булды. Бөтөн Истанбул халҡын таңғы намаҙға саҡырған аҙан бер-бер артлы башҡа мәсеттәрҙә әйтелеп, тирә-яҡты солғап алды...
Бала саҡта аҙан тауышын ишетеп ҡалһаҡ, бөтөн эшебеҙҙе ташлай инек. Берәй ҡайҙа китеп барһаң да, футбол уйнап йөрөгәндә бүтәндең ҡапҡаһына туп тибергә әҙерләнгәндә лә – ошо тауышты ишетеү менән тубыҡланаһың да, шым ғына тыңлай бирәһең. Шунан аҙан бөткәс, битебеҙҙе һыйпап, юлыбыҙҙы, эшебеҙҙе, уйыныбыҙҙы дауам итәбеҙ...
Һәр көнөбөҙ аҙан менән башлана ине.
Аҙан тигәндәй...
***
...Беҙҙең ауыл менән күрше ауыл бер тауҙың ике яғында урынлашҡан. Бер ауылдың исеме Көнгәй булһа, икенсенеке – Терискей. Ике ауылға бер зыярат: көнгәйҙәр ҙә, терискейҙәр ҙә ҡыя юлдар аша мәйетте тау башына алып килһә, мәрхүмде ерләүгә ике ауылдың да ирҙәре йыйыла. Шул зыяраттың бер мөйөшөндә мәсет бар. Иҫке мәсет. Әлеге мәсеттең бер яғында төкәтмә лә бар. Ул – имамдың өйө. Беҙ, малай-шалайҙар, уның ысын исеме бармы-юҡмы тип белешкән дә булманы, уны бары тик "Аҙансы" тип атай инек. Исемен һорарға ла баш етмәгән...
Хоҙайҙың һәр көнөндә биш тапҡыр аҙанын әйтә ине. Уның тауышы шундай яғымлы, бигерәк тә ураҙа айында ауыҙ асыр алдындағы аҙаны беҙгә башҡа төрлө тәьҫир итә торғайны. Ҡояш байыр алдынан әсәйебеҙ "инде аҙанды тыңлап алығыҙ" тип, беҙҙе урамға сығара ине. Шунан аҙан яңғырай башлай. Киске аҙаны уның бөтөнләй башҡа: тәүҙә бер өлөшөн әйтә лә, бер сама ваҡытҡа тынып ҡала, шунан бөттөмө икән тип торһаң, ул тағы дауам итә. Уның моңо, тауышы ҡолаҡҡа яғымлы, доға уҡығанда тын алышы ла үҙенсәлекле, ғәрәп һүҙҙәренең нисек әйтеүе лә –барыһы ла килешеп тора. Ураҙа айында аҙанды тыңларға тип тышҡа сығабыҙ ҙа шым ғына ултырабыҙ. Уҡып бөткәс, ус менән битте һыйпайбыҙ ҙа, "аҙан әйтте" тип өйгә йүгереп инәбеҙ. Үҙебеҙ ураҙа тотмаһаҡ та, ололарҙың ауыҙ асырға тип әҙерләгән мул табынына ҡул һуҙабыҙ.
***
Беҙҙең ауылда аҙналар буйына көндөң насар тороуы ихтимал. Күк ҡара болоттар менән ҡаплана, кешене осороп китерҙәй дауыл һис туҡтау белмәй. Бындай ваҡытта көнмө-төнмө икәнен белеп булмай. Әҙәмдәр ҙә ваҡыттың үлсәмендә яңылыша, сәғәт үҙе лә йә алға йүгерә, йә артта ҡала. Эленеп торған кәкүк сәғәт тә ҡай саҡ өнө сыҡмай шымып ҡала. Әҙәмдәр ваҡытта яңылыша, тик аҙансы ғына яңылышмай. Көн менән төн шулай буталғанда, ул ошо ерҙәге үҙ вазифаһын белеп, ваҡытында аҙанын яңғыратып ебәрә. Ауылыбыҙҙың сәғәте лә – аҙансы.
Йәйге эҫелә баҫыуҙарҙа тәмәке бешеп, уны урып алыу ваҡыты еткәндә лә, шул аҙанды көтөп ятабыҙ. Аҙан яңғырағандан һуң тиҙ генә кейенеп, тәмәке йыйыуға китәбеҙ. Мал баҙарына барғанда ла, малды эҙләп тауға сыҡҡанда ла “аҙансының тауышы менән торайыҡ” тип һөйләшәләр ине. “Аҙансының тәүге әйткән ваҡытында килдем” тип әйтә торғайнылар.
Аҙансы ниндәй генә хәлдә булмаһын – йәнен һурып алырҙай сырхап торһонмо, эсәк-ҡарынын аҡтарырҙай йүтәлләһенме – барыбер үҙ эшен онотмай.
– Аҙанды әйтергә ҡайҙан өйрәндегеҙ? – тип һораным уның алсаҡ йөҙөнә ҡарап.
– Эй-й, балам, ете быуын нәҫелем аҙан әйтеп килгән. Улар араһында Ҡоҡан ханлығы үҙәгенә барып аҙан әйткәндәре лә булған, тыуғас та атабыҙ ҡолаҡҡа аҙан әйтеп исем ҡуштырған. Өйөбөҙҙә көнөнә биш тапҡыр аҙан тауышын ишетеп үҫтек. Шулай булғас, беҙ аҙансы булмай кем булһын?! – ти торғайны.
Мулла ауылда берәй кемгә ашҡа йә туйға барһа, аҙан ваҡыты яҡынайғанда, өйгә етер өсөн ваҡытын самалап, алдараҡ табындан тороп китә ине. Уның нисек сығып киткәнен бер кем дә һиҙмәй ҡала. Табындан китһә лә үпкәләмәйҙәр. Сөнки ике ауыл эсен шундай яғымлы тауыш менән яңғыратыуы төйәгебеҙ өсөн үҙе бер матур күренеш булып тора.
“Алты йыл аҙан әйткән бәндәһенән Хоҙай һорау алып тормай, тура йәннәткә ебәрә”, “Аҙаны күпме ергә ишетелһә, шул саҡлы ерҙән йыйылған сауап аҙансыға тейә”, – ти торғайны кешеләр.
Мулланың Көнгәй,Терискей ауылдары халҡы алдында тағы бер яуаплы ғәмәле бар – ул да булһа яңы тыуған балаларға аҙан әйтеп исем ҡушыу. Өлкәнерәк балалар уның өйөнә килеп: “Аҙансы бабай, һеҙ беҙҙең өйгә килеп бәпәйгә исем әйттерһәгеҙ ине, атайым һораны”, – тиҙәр. “Кемдең балаһыһың?” тип барыр ере хаҡында ныҡлап һорап ала ла, “бына, һөйөнсөң өсөн” тип балаға күстәнәс итеп берәй сәтләүек булһа ла тоттора.
Балаҡайҙар аҙансыға мөлдөрәп ҡарай ҙа, “беҙгә бындай исем кәрәк, тегендәй исем ҡушығыҙ” тип һорай бирә. Мулла баланың маңлайынан һыйпап ала ла уны етәкләп өйҙәренә табан юл ала. Донъя ишеген инде яңы ғына асҡан сабыйҙың эргәһенә тороп, ҡиблаға ҡарап аҙанын әйтә лә, уның ҡолағына исемен шыбырлай. Әбделхәмит, Әбделғәни, Әбдекәрим, Абдрахман, Әбдемохтар, Әбдемоталап тигән исемдәрҙе ҡушырға ярата. Ҡай саҡ ата-әсәһе мулланың әйткәненә күнмәй, Нурлан булһын, Бәхет булһын, Космос булһын, тип яңы исемдәрҙе үҙенсә әйтә. Ҡайһы бер кешеләр аҙансы әйткән шул исемдәрҙе үҙенсә үҙгәртеп йөрөһә лә, әхирәткә китер алдынан барыбер тәүге исемде кире иҫенә төшөрә.
Ике ауыл халҡынын исемдәрен шул бер кеше биргән.
Уның ҡушҡан исемдәре күп булһа ла, үҙенең балалары булманы. Ҡатыны менән уңманы. Уныһы иренең дингә бирелеүен өнәмәгән, аҙаны йоҡо бирмәй тип гел зарланған. Көндәрҙең береһендә ул ҡатын бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Киткәненең артынан ни үҙе барманы, ни ҡайтарып алыр өсөн берәйһен ебәрмәне. Ул ҡатыны ауырлы килеш сығып киткән тип тә һөйләйҙәр ине.
Мулла бөтөн ғүмерен шулай яңғыҙ үткәрҙе. Эстән бәлки, борсолғандыр ҙа, ләкин уны һиҙҙереп барманы. “Мин исем ҡушҡан бөтә балалар ҙа минеке булып иҫәпләнә”, – тип ҡотола торғайны.
***
Бер мәл колхозға яңы етәксе килде. Башҡа яҡтан икән. Эшкә килеү менән актив менән танышып ултырһа, аҙан яңғырап китә. Ахырҙа ауыр көрһөнөп ҡуя ла, аҙан бөткәнсе турһайып ултыра. Үле тынлыҡты боҙорға ҡыймаған колхоз хеҙмәткәрҙәре лә ҡаушап ҡала.
– Был кем ул? – ти аптырап яңы етәксе.
– Аҙансы, – тип яуаплайҙар бер тауыштан.
– Иртәгә миңә алып килегеҙ уны!
Иртәгеһе көнөнә аҙансыны алып киләләр.
– Аҙанды нисә тапҡыр әйтәһең? – ти түрә, ҡаушап ҡалған муллаға тексәйеп.
– Биш тапҡыр... – Аҙансының тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыға. Уның ике ауылды яңғыратҡан көслө өнө кабинетҡа ингәс, өшөгән шәмдәй һүнеп ҡала.
– Аҙаныңдың мәғәнәһен беләһеңме?
– Эйе, намаҙға саҡырам!
– Һеҙ беҙҙең колхоз ағзаһы. Дингә түгел, ә колхозға хеҙмәт итеүең кәрәк! – тине етәксе бер аҙ тыныслана биреп.
Аҙансы, ысынлап та, үҙенең колхоз ағзаһы икәнен белмәгән, бындағы эштә лә ҡатышмаған. Атаһын кулак тип иҫәпләп, бөтөн милкен тартып алғандары, үлгәс тейешенсә йыназаһын да уҡытмағандарын ололарҙан ишетеп, ул “колхоз” тигән һүҙҙе ишеткеһе лә килмәгән. Кисәге кисен колхоз рәйесе уны саҡырта тигәнде белгәс, төнө буйына йоҡлай алмаған икән, иртәнге аҙанын да ҡалтырап уҡыған ине.
– Бынан башлап аҙанды әйткәндән һуң колхоз хә­­бәрҙәрен яңғыратып торорһоң, аңлашыл­ды­мы? – тигән тәкәббер генә рәйес.
– Юҡ инде, улай булмай, – ти аҙансы иҫе китеп. – Аҙанға башҡа һүҙҙе ҡушып әйтергә ярамай.
– Була! Бөтәһе лә була! Был донъяла ярамаған нәмә юҡ! Әйтәһең!
– Әйтер! Әйтер! – тип һүҙгә ҡушыла муллаға туған тейешле колхоз бригадиры. – Уҡыласаҡ хәбәрҙе үҙем мәсеткә илтеп торормон.
***
Шулай итеп, колхоз рәйесенең әйткән һүҙе раҫҡа сыҡты. Уны ишетеп, беҙ аптырашта ҡалдыҡ. Көн һайын аҙандан һуң төрлө хәбәрҙәр еткерелеп торҙо:
"Бөгөн сәғәт алтыла йыйылыш була, бөтәһе лә булырға тейеш! Килмәгәндәр партиянан сығарыласаҡ ".
"Егембирҙе, һине баш инженер саҡыра. Тиҙ генә машина менән килеп ет!"
"Аттоҡыр, һине рәйес көтөп ултыра. Һарыҡты ҡасан салып бирәһең?"
"Ҡыҫыҡ Сәте! Һуҡыр Имар менән мығырҙаҡ Мамашты алып, иртәгә баҫыуға сығығыҙ!"
"Хөрмәтле коммунистар! Иртәгә партия йыйылышына эсмәй, тартмай, әҙәмсә итеп кейенеп килегеҙ. Райкомдан өлкән етәкселәр буласаҡ".
Бындай хәбәрҙәргә тора-бара күнеп тә бөттөк. Ә бер көндө колхоз етәксеһе эшенән китте. Бынан башлап аҙандан һуң әйтелгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ иғландар ҙа юғалды, халыҡтың ҡолағы тынып ҡалды.
Яңы етәксе итеп быйыл ғына Ташкентта партия мәктәбен тамамлаған йәп-йәш егетте, егет тә түгел, бала тиерлек кешене ҡуйҙылар. Ул тиҙ арала колхоз активының кемеһен хаҡлы ялға оҙатып, кемеһен эштән ебәреп, партия ойошмаһының сәркәтибе итеп үҙе кеүек бер йәш дуҫын ҡуйҙы. Ике дуҫ – рәйес менән парторг, колхозда бүтән кеше ҡалмағандай, муллаға бәйләнергә тотондолар. Аҙаҡ "иҫкелек ҡалдығын таратыусы", "динде өгөтләүсе" тип мулланы төрмәгә лә ябып ҡуйҙылар.
Ауылыбыҙҙа бынан башлап аҙан тауышы ишетелмәне. Кешеләр намаҙҙы ла яңғыҙ, йәшерен уҡырға кереште. Ураҙа тотҡандарҙы ла рәйес ҡыйнай торғайны. "Аҙан тауышы ишетелмәй башлаһа, ахырызаман етә" тип ололар ҡиәмәт көнөнән ҡурҡып, өйҙә үҙ алдына ғына уҡыналар ине.
Донъяла мөғжизә юҡ тип әйтеп ҡара инде. Беҙҙең аҙансы Себергә төрмәгә барып эләгә. Килеп төшһә, бында татар егете төрмә етәксеһе булып сыға.
Илдәге үҙгәртеп ҡороу шул тайгала башланғандыр күрәһең. Әсирлеккә эләккәндәр төрлө хәлдәргә риза булмай холҡон күрһәтә, берсә аслыҡ иғлан итәләр, берсә ҡалаҡ-табаҡтарын шаҡылдатып тик ултыралар, үлтереш-һуйыш та йыш була. Ахырҙа татар начальнигы бындағы мосолмандарҙы йыйып ала. Дин аша уларҙы тәрбиәләргә тотона. Етәксе ҡасандыр олатаһынан өйрәнгән Ҡөрьән аяттарын, хәҙистәрҙе әйтеп бирә. Әсирҙәрҙе лә биш ваҡыт намаҙ уҡырға өгөтләп, мулла итеп шул беҙҙең аҙансыны тәғәйенләй. Төрмәләгеләр уны бер генә эшкә – аҙан әйтеүгә ҡуша.
Ике йыл да үтмәй, Советтар Союзы тарҡала. Себерҙә ултырған кешеләр, үҙ респуб­лика­быҙ­ҙың төрмәһенә ҡайтҡыбыҙ килә тип хат яҙа. Ҡай­һы республикалар үҙ милләттәштәрен алып китә, тик ҡырғыҙҙарҙы ғына алыусы табылмағас, уларҙы таратып ебәрәләр. Шул йылда беҙҙең мулла ауылыбыҙға ҡайтып төштө.
***
Хикәйә башындағы Истанбулдағы ваҡиғам тап шул йылдарҙа булған ине...
***
Таңдарҙың береһендә ауылыбыҙҙа тағы аҙан тауышы яңғыраны.
"Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр!
Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр!
Әшһәдү әл-лә иләха иллә Аллаһ... "
Быны ишетеп йәше лә, ҡарты ла, тиҙ генә тәһәрәт алып, тау башындағы мәсеткә ағылды. Һәр кем аҙансы менән ҡосаҡлашып күрешеп, аҡ теләктәрен әйтте. Намаҙға кешеләрҙең бик күп килеүе һөйөндөрҙө, хатта уҡый белмәгән балалар ҙа, бер рәткә теҙелеп, сәждәгә килде. Ураҙа намаҙында иҫке мәсеткә халыҡ һыймағас, ауылыбыҙҙан сыҡҡан хәлле егеттәр яңы мәсет һалдырҙы. Аҙансыға яңы тауыш көсәйткес тә алып бирҙеләр, тик ул ныҡ яңғыраған тауыштан ниңәлер ҡурҡа биреп, иҫкеһе менән эш итте.
Шунан күп йәштәр үҙ ҡалаларыбыҙҙағы мәҙрәсәләрҙә, ислам институттарында уҡый башланы. Ауылыбыҙҙан дин юлынан киткән кешеләр ҙә күбәйҙе.
Бер көндө үҙәктән "дәү кешеләр" килде. Араларында өлкәнең судьяһы, имамы ла бар. "Мәсеттәрҙе тикшереп йөрөйбөҙ, аттестация була!" – ти килгәндәр.
– Дипломығыҙҙы алып сығығыҙ! – тине берәүһе. Аҙансы иҫке һандыҡ төбөнән ниндәйҙер ике документ сығарҙы ла тикшереүселәргә һондо. Тегеләр көлкөһөн тыя алмай шарҡылдашырға тотондо. "Бының бер кенәгәһе ете йыллыҡ мәктәпте тамамлауы хаҡында, икенсеһе – трактористар курсын тамамлауы тураһында. Шул ғына!" – тип көлөштөләр мулланың документтарын ҡулдан ҡулға тапшырып. Етмәһә, кенәгәләрендә күптән инде юҡҡа сыҡҡан илдең гербы тора, аҡырайтып тороп "СССР" тип яҙылған.
Ҡыҫҡаһы, беҙҙең аҙансы урынына һаҡалы күкрәгенә еткән йәш мулланы килтереп ҡуйҙылар. Ул никахын да, йыназаһын да, аҙанын да уҡый башланы. Элекке муллабыҙ нимәлер урлағандай үҙен ғәйепле тойоп, тынғылығын юғалтып, кеше алдына сыҡмаҫ булды. Ул бындай ғәҙелһеҙлекте бик ауыр кисерҙе. Өйҙә булғанда йәш аҙансының тауышын ишетеп ҡала ла, уға ҡушылып әйтә башлағанын һиҙмәй ҙә ҡала. Тик бүтәндәр уның тауышын ишетмәй...
Ошондай көндәрҙең берендә элекке аҙансыбыҙ юғалды. Ғүмерендә ауылдан сыҡмаған аҙансының кинәт юғалыуын күптәр һиҙмәгәндер ҙә, сөнки хәҙер башҡа кеше уның эшен башҡара ине. Берәй ҡайҙа төҙөлөш йә сауҙа эшенә китте тиер инек, ул хәҙер йәш түгел.
Аҙаҡ беҙҙең аҙансы Ҡоҡандамы, Ташкенттамы ҙур мәсеттә эшләп йөрөй тигән хәбәр таралды. Имеш, уның аҙаның ишетер өсөн кешеләр донъяның төрлө яғынан килеп етә икән. Ураҙа ғәйетендә әйткән аҙанын хатта хөкүмәт кешеләре лә маҡтаған. Ысынмы-бушмы, белмәйем, имеш, турист булып килгән бер ғәрәп, уны үҙ иленә алып китәм тигәс, аҙансыны ебәрмәҫ өсөн уға бик яҡшы йорт та биргәндәр, ти.
Йыл да үтмәне тағы ҡыҙыҡ булды – аҙансыбыҙ ауылға ҡайтып төштө. Уның йөҙөн күреп аптырашта ҡалдыҡ. Хәле бөткән, ябыҡҡан, аяғында көскә генә тора, тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыға. Ауыл кешеләре төрлө фаразын әйтә бирҙе. "Көнсөл кешеләр ризығына ағыу һалған", "күҙ тейгән", "байып киткәс, аҡсаһын талап алғандар ҙа, ошондай көнгә ҡалдырғандар" тигән булдылар.
***
Шуныһы ҡыҙыҡ, аҙансыбыҙҙың тауышы бер заман интернетта килеп сыҡты. Уны кемдер заманса студияла яҙҙырып, бөтөн ғаләмгә таратҡан икән... Күрәһең, ҙур мәсеттә эшләй тигәндәре дөрөҫ булған.
***
Күп тә үтмәй аҙансыны ике ауыл халҡы һуңғы юлға оҙатты. Йыназаға йәше лә, ҡарты ла килде, һәр кеме услап тупрағын һалды. Мәрхүмде ерләгән саҡта зыяратҡа табан бер машина елдереп килгәнен күреп ҡалдыҡ. Машинанан төшә һалып беҙгә ҡарай йүгергән кешене шундуҡ таныным. Аҙандан һуң төрлө иғлан әйттергән элекке колхоз етәксеһе булып сыҡты! Хәҙер өлкә үҙәгендәге бер мәсеттә имам булып йөрөй икән. Мәйеттең ҡәберенә тупраҡ ташлағанында "мине зинһар кисер", "аҙандан һуң әйттергән хәбәрҙәрем өсөн ярлыҡа" тип уның шыбырлағанын ишеттем.
Әҙәм балаһы бер көн килеп, һуңғы һулышында ла, барыбер таҙарынырға тейеш. Кешенең эсәк-ҡарыны ла бит насар эшләй башлағас, артыҡ ризыҡтан ҡотола. Кемдер ғәйбәт һөйләп көн итһә, бер көн килеп үҙ ғәйебен танып, насар һүҙҙән ҡотолорға тырыша. Аҙаҡ күңелен сафландырырға тырышып, насар уй-теләктәрҙән ҡотолорға ынтыла... Әҙәм ғүмере ошондай ғәмәлдәрҙән тора күрәһең. Элекке рәйестең һуңлап булһа ла үкенеүен күреп, аҙансы алдында үҙемә оят булып китте. Ваҡытында уның күңелен аңламағаныбыҙ, уның хәленә кермәгәнебеҙ өсөн үкенесле... Хәҙер һуң инде...
***
Йәйҙең ҡыҙған сағында ата-бабам нигеҙенә ҡайтып төштөм. Ауылда шундай матурлыҡ... Бешкән ҡауын еҫе аңҡып тора, тулышҡан ҡарбуз шарт итеп ярыла, төнөн баҡалар баҡылдай... Ҡолаҡҡа ятышлы шул тауышҡа, танауҙы ҡытыҡлаған еҫтәргә бирелеп нисек йоҡлап киткәнемде лә һиҙмәгәнмен. Таң нурҙары һибелә башлағанда, аҙан тауышына һиҫкәнеп уянып киттем.
"Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр!
Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр!
Әшһәдү әл-лә иләха иллә Аллаһ... "
Урынымдан һикереп торҙом. Таныш тауыш, таныш аҙан. Бала саҡтағы аҙан бит...
– Был кем?! – тип һораным янымда ятҡан ҡустымдың улынан.
– Ә-ә... йоҡоғоҙ килмәйме? Намаҙға тораһығыҙмы? Элгәре мәсеттә бер яңғыҙ мулла йәшәгән тиҙәр, шуның ейәне табылды. Шул ауылыбыҙға килгән. Аҙанды хәҙер гел ул әйтә. – тине йоҡо аралаш. Шунан һүҙен дауам итте. –Инде беҙҙең ауылға ахырызаман килмәй, эйе бит! Беҙҙең аҙансыбыҙ бар...
Ҡырғыҙсанан Айгиз Баймөхәмәтов тәржемәһе.

Читайте нас: