Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
20 Июнь 2021, 10:45

Ир менән йәшәргә лә аҡыл кәрәк

"Йөрәккәйем, ҡайттыңмы? Әллә әҙерәк һалғанһың инде... Шулай шул! Ярай, ярай, зарар юҡ. Ир кеше шулай ғына йотмағас, ул ир буламы ни! Мә, өҫ-башыңды алмаштыр. Хәҙер йыуынып, сәй эсеп алырһың да ял итерһең. Арығанһыңдыр".Фәниә ишектән ингән ирен шулай һөйләнә-һөйләнә ҡаршыланы. Унан ҡосаҡлап, супылдатып үбеп алды: "Йөрәккәйемде! Яратам бит үҙеңде!"Әхирәтенең был ҡыланышын Зилә ғәжәпләнеп күҙәтте. Фәниәнең холҡон яҡшы белгәнгә хатта былай ҡыланыуына аптыраны. Кит! Был Фәниәне алмаштырғандар тиерһең! Бөтөнләй икенсегә әйләнгән. Ана, ниндәйен һүҙҙәр менән йыуа ирен. Ҡайҙан өйрәнгән тиерһең! Кеше был тиклем дә үҙгәрер икән. Бер уйлаһаң, бик дөрөҫ. Шулай булмаһаң, йәшәрһең ирҙәр менән! Үкенескә ҡаршы, беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бигерәк дорфа шул. Имеш, шәпбеҙ, инәлеп тормайбыҙ. Бер ҙә генә ирҙәрҙе һылап-һыйпап, матур һүҙҙәр менән иркәләп тора белмәйбеҙ бит. Егеттәребеҙҙең сит милләт ҡыҙҙары өйләнеүенең ғилләһе лә шуға ҡайтып ҡала түгелме ни!Күпме башҡорт ҡыҙҙары кейәүгә сыға алмай ҡартая. Егеттәр алдында ла ҡылана ла, матур хәбәр һөйләй ҙә белмәйбеҙ шул.Фәниә - Зиләнең йәшлек әхирәте. Йәшлек йылдарында бер заводта эшләнеләр, дөйөм ятаҡтағы бүлмәләре лә күрше генә ине. Фәниәнең туйында шаһиҙә лә булды.Күрше генә булғас, уларҙың бөтә тормошо күҙ алдында булды. Тик, ни эшләптер, матур ғына дуҫлашып өйләнешкән ғаилә татыу ғына йәшәп китә алманы. Әле сабыйҙары тыумаҫ элек үк тауыш, ғауға йыш ҡупты ғаиләлә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бигерәк ҡырыҫ ине әхирәте. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Ирҙәр эштән һуң дуҫтарын тыуған көнөн байрам итә. Әлбиттә, аҙыраҡ күңел асырға лә кәрәк. Ундайҙы аңларға ла теләмәне ул.Нәзиф һәйбәт кенә егет ине. Оҫта, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уның һә тигәнсе шкаф, өҫтәл кеүек йыһаздарҙы ҡойоп ҡуйған эшләп ҡуйыуына иҫе китә ине. Ә уның ире өйҙә кран боҙолһа ла, йүнәтә белмәй. Ниндәй генә йомош төшмәһен, уға йүгереп килә торғайны.– Шифоньерҙың сығанағы аҡтарылған.– Ишектең йоҙағы эшләмәй...Баш тарта белмәҫ Нәзиф килер ҙә йәһәт кенә эшләп тә бирер ине. Шул аҙыраҡ йотоуы бар. Шул бергә эшләгән иптәштәре менән байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә, хеҙмәт хаҡы алғанда аҙ-маҙ күңел асып алалар инде. Эсә тигәс тә, лаяҡыл иҫереп йөрөмәйҙәр инде. Эштән саҡ ҡына тотҡарланыу, аҙыраҡ байрам итеүҙе бөтөнләй аңларға телмәне Фәниә. Шулай бер көн уның юҡтан оло тауыш сығарыуына үҙе шаһит булды.Заводта мул ғына премия яҙғандар. Билдәле, йәштәр уны бер аҙ билдәләмәксе була. Эргәләге кафела инеп ултыралар. Мул ғына эш хаҡы алыуҙан да, байрам шауҡымын да кәйефе күтәрелеп, дәртләнеп ҡайтҡан ирҙе Фәниәнең ҡырыҫ тауышы ҡаршы алды.– Ҡайҙа йөрөнөң, алкаш! Смена бөтөүгә ҡан заман. Бер тамағыңды туйҙыра алмай ҡайҙа хәйерселәп йөрөйһөң!– Фәниә, Фәниә, аҙ ғына булды!– Кит, йүнһеҙ! Берәү аҡса алған, имеш. Шәп булған икән. Аҡсаңды муйыныңа баулап йөрөт.–Фәниә, Фәниә! - Назиф кеҫәһенән мул ғына аҡсаһын алып ҡатынына һондо. - Премия бирҙеләр. Һәйбәт булды әле. Яңы телевизор алырбыҙ.Күҙе аларған, йөҙө йәмрәйгән ҡатыны был һүҙҙе ишетергә лә теләмәне.–Берәү аҡса алған икән, шайлы кеше ней. Кәрәкмәй миңә аҡсаң! - тип ире биргән хеҙмәт хаҡын Нәзифтың кире өҫтөнә олаҡтырҙы. - Бар, ана, вис эсеп ҡайт! Бөтөнләй ҡайтмаһаң да була. Араҡың менән бергә дөмөкмәйһеңме икән!– Фәниә, Фәниә! - Нәзифтың нимәлер әйтергә, аңлашырға теләүен ҡатыны ишетергә лә, аңларға ла теләмәне. Уның һайын ярһыны, уның һайын сәсрәне.–Өндәшмә миңә, алкаш! Бөтә нәҫелегеҙҙең ауыҙы шул араҡы тип шапылдап тора. - Унан диванға йәтешләп барып диванға ултырған иренә барып уҡ йәбеште. – Ҡара әле, бысраҡ өҫтөң менән барып ултыраһың. Һин алған дивандыр шул. Үҙең алғас, ултырырһың! Бар сығып кит, йөрөмә, тағы байрам ит. Аҙ булғандыр. - Ҡатын иҙәнгә барып төшкән баяғы аҡсаларҙы килтереп иренең кеҫәһенә үк тыҡты. - Бар, бар, күҙемә күренмә!Ирҙең кәйефе төштө.– Ярай әтеү, - тине лә сығып китте.Ул көн Нәзиф эсен бушатырға дөйөм ятаҡтағы буйҙаҡ дуҫына барып инә. Тәүҙә йәштәр бер ярты ала, унан икенсеһен. Йөрәге яныуын баҫырға сама белмәй эскәс, шунда уҡ йоҡлап китә. Араҡының ҡасан яҡшыға алып барғаны бар инде. Шуғыраҡ егеттәр уның аҡсаһын үҙенә йомдора. Шулай итеп, мул ғына алған хеҙмәт хаҡынан бер тинһеҙ ҡала ир. Шул саҡта ҡатыны ул тиклем дорфа ҡыланмаһа, бындай хәл булмаҫ та ине.Йәшәй алманы улар. Ҡыҙҙарының матур ғына булып үҫеп килеүе лә ғаиләне бәйләй алманы. Берҙән-бер көн Нәзиф барлы-юҡлы кейемдәрен алды ла сығып китте. Фәниә эстән генә, ҡайҙа барыр тиң, йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр әле, тип уйлаһа ла, ире кире ҡайтманы. Һуңынан ҡалала бер балалы ҡатынға барып инеүе хаҡында ишетте. Бер аҙҙан уртаҡ балалары тыуыуы хаҡында ла хәбәр еткерҙеләр. Ауылдаш ҡыҙы ире менән бер дөйөм ятаҡта йәшәй икән. Уның аша бер нисә йылдан фатир һатып алыуҙары хаҡында ла белде. Был һүҙҙәрҙе ишетеүе Фәниәгә шул тиклем ауыр ине. Ҡатын үҙенең яңылышҡанын аңланы. Ул алкаш, эскесе, тип көн күрһәтмәгән ире ана кемдең бәхетле иткән! Унан ауыр йылдар башланды, йүнләп эш хаҡы түләмәйҙәр, магазинда аҙыҡ-түлек, кейем юҡ. Үҙенең эш хаҡы ла күп тип булмай. Ике урында һеперелергә тура килде.–Йәнем, әйҙә сәй эсеп ал да ятып тор. Арығанһыңдыр инде. - Зиләнең уйҙарын йәнә әхирәтенең тауышы бүлде. Ул йылмайып ҡуйҙы.Бынан Азат (ирҙең исеме шулай) өҫтәл янына килеп ултырҙы. Фәниә үҙе һөйләнә-һөйләнә ирен тәрбиәләне.– Бына һин асығып ҡайтыр тип кенә манты бешерҙем. Һин бит манты тиһәң, үләһең, ибет, йәнем. Әйҙә, эҫе килеш кенә ашап ебәр әле. Һарыҡ итенән бешерҙем. Кисә баҙарҙа биш кило һарыҡ ите алғайным. - Фәниә йәнә ире дөпөлдәтеп арҡаһынан яратып алды. - Аша, йәнем, аша! Асыҡҡанһыңдыр.Был күренеште күҙәтеп ултырған Зилә пырх итеп көлөп ебәрҙе лә, уңайһыҙланып, күҙен ҡулындағы телефонына төшөргән булды Унан:– Бынауында бигерәк ҡыҙыҡ көләмәс яҙғандар, - тине.Әхирәтенең бөтөнләй икенсе кешегә әүерелеүенә иҫе киткән Зилә артабан өҫтәлдә улар менән бергә ултыра алмай ине. Тағы ла шарҡылдап көлөп ебәреүҙән ҡурҡып:– Ярай, мин залда ултырып торайым, - тигән булып, аш бүлмәһенән сығып китте. Ҡулы менән үҙенән-үҙе йырылған ауыҙын ҡапланы. Шулай ҙа әхирәтенең тауышы залға ишетелеп торҙо.– Бәғеркәйем, шуны аша.– Йөрәккәйем, өҫтәйемме?Бына улар өҫтәл эргәһенә ҡуҙғалды. Тағы әхирәтенең яғымлы тауышы ишетелде.– Йөрәккәйем, ял итеп ал.Азат йоҡларға ятҡас, улар икәүләп сәй эстеләр ҙә, Зилә ҡайтырға сыҡты. Әхирәтенә ул бая ниңә көлөүен һөйләне.– Эй, әхирәт... Инде иллегә еткәс кенә ирҙәр менән йәшәргә аҡыл кәрәклеген аңланым. Элек ошо аҡылым булһа, тәүге ирем минән сығып китер ине тиһеңме! Бигерәк бер ҡатлы, яһил булғанмын. Йәш саҡта әсәйҙәр шул хаҡта һөйләмәгән дә. Бер үҙемә бала үҫтереүе еңел булған тиһеңме! Инде берәйһен тапһам, мәңге улай ҡыланмам, тип анттар иттем. Ирҙәр бала кеүек бит ул, уларҙы һылап-һыйпап, юхалап ҡына торорға кәрәк. - Фәниә ихлас йылмайҙы.

"Йөрәккәйем, ҡайттыңмы? Әллә әҙерәк һалғанһың инде... Шулай шул! Ярай, ярай, зарар юҡ. Ир кеше шулай ғына йотмағас, ул ир буламы ни! Мә, өҫ-башыңды алмаштыр. Хәҙер йыуынып, сәй эсеп алырһың да ял итерһең. Арығанһыңдыр".
Фәниә ишектән ингән ирен шулай һөйләнә-һөйләнә ҡаршыланы. Унан ҡосаҡлап, супылдатып үбеп алды: "Йөрәккәйемде! Яратам бит үҙеңде!"
Әхирәтенең был ҡыланышын Зилә ғәжәпләнеп күҙәтте. Фәниәнең холҡон яҡшы белгәнгә хатта былай ҡыланыуына аптыраны. Кит! Был Фәниәне алмаштырғандар тиерһең! Бөтөнләй икенсегә әйләнгән. Ана, ниндәйен һүҙҙәр менән йыуа ирен. Ҡайҙан өйрәнгән тиерһең! Кеше был тиклем дә үҙгәрер икән. Бер уйлаһаң, бик дөрөҫ. Шулай булмаһаң, йәшәрһең ирҙәр менән! Үкенескә ҡаршы, беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бигерәк дорфа шул. Имеш, шәпбеҙ, инәлеп тормайбыҙ. Бер ҙә генә ирҙәрҙе һылап-һыйпап, матур һүҙҙәр менән иркәләп тора белмәйбеҙ бит. Егеттәребеҙҙең сит милләт ҡыҙҙары өйләнеүенең ғилләһе лә шуға ҡайтып ҡала түгелме ни!Күпме башҡорт ҡыҙҙары кейәүгә сыға алмай ҡартая. Егеттәр алдында ла ҡылана ла, матур хәбәр һөйләй ҙә белмәйбеҙ шул.
Фәниә - Зиләнең йәшлек әхирәте. Йәшлек йылдарында бер заводта эшләнеләр, дөйөм ятаҡтағы бүлмәләре лә күрше генә ине. Фәниәнең туйында шаһиҙә лә булды.
Күрше генә булғас, уларҙың бөтә тормошо күҙ алдында булды. Тик, ни эшләптер, матур ғына дуҫлашып өйләнешкән ғаилә татыу ғына йәшәп китә алманы. Әле сабыйҙары тыумаҫ элек үк тауыш, ғауға йыш ҡупты ғаиләлә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бигерәк ҡырыҫ ине әхирәте. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Ирҙәр эштән һуң дуҫтарын тыуған көнөн байрам итә. Әлбиттә, аҙыраҡ күңел асырға лә кәрәк. Ундайҙы аңларға ла теләмәне ул.
Нәзиф һәйбәт кенә егет ине. Оҫта, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уның һә тигәнсе шкаф, өҫтәл кеүек йыһаздарҙы ҡойоп ҡуйған эшләп ҡуйыуына иҫе китә ине. Ә уның ире өйҙә кран боҙолһа ла, йүнәтә белмәй. Ниндәй генә йомош төшмәһен, уға йүгереп килә торғайны.
– Шифоньерҙың сығанағы аҡтарылған.
– Ишектең йоҙағы эшләмәй...
Баш тарта белмәҫ Нәзиф килер ҙә йәһәт кенә эшләп тә бирер ине. Шул аҙыраҡ йотоуы бар. Шул бергә эшләгән иптәштәре менән байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә, хеҙмәт хаҡы алғанда аҙ-маҙ күңел асып алалар инде. Эсә тигәс тә, лаяҡыл иҫереп йөрөмәйҙәр инде. Эштән саҡ ҡына тотҡарланыу, аҙыраҡ байрам итеүҙе бөтөнләй аңларға телмәне Фәниә. Шулай бер көн уның юҡтан оло тауыш сығарыуына үҙе шаһит булды.
Заводта мул ғына премия яҙғандар. Билдәле, йәштәр уны бер аҙ билдәләмәксе була. Эргәләге кафела инеп ултыралар. Мул ғына эш хаҡы алыуҙан да, байрам шауҡымын да кәйефе күтәрелеп, дәртләнеп ҡайтҡан ирҙе Фәниәнең ҡырыҫ тауышы ҡаршы алды.
– Ҡайҙа йөрөнөң, алкаш! Смена бөтөүгә ҡан заман. Бер тамағыңды туйҙыра алмай ҡайҙа хәйерселәп йөрөйһөң!
– Фәниә, Фәниә, аҙ ғына булды!
– Кит, йүнһеҙ! Берәү аҡса алған, имеш. Шәп булған икән. Аҡсаңды муйыныңа баулап йөрөт.
–Фәниә, Фәниә! - Назиф кеҫәһенән мул ғына аҡсаһын алып ҡатынына һондо. - Премия бирҙеләр. Һәйбәт булды әле. Яңы телевизор алырбыҙ.
Күҙе аларған, йөҙө йәмрәйгән ҡатыны был һүҙҙе ишетергә лә теләмәне.
–Берәү аҡса алған икән, шайлы кеше ней. Кәрәкмәй миңә аҡсаң! - тип ире биргән хеҙмәт хаҡын Нәзифтың кире өҫтөнә олаҡтырҙы. - Бар, ана, вис эсеп ҡайт! Бөтөнләй ҡайтмаһаң да була. Араҡың менән бергә дөмөкмәйһеңме икән!
– Фәниә, Фәниә! - Нәзифтың нимәлер әйтергә, аңлашырға теләүен ҡатыны ишетергә лә, аңларға ла теләмәне. Уның һайын ярһыны, уның һайын сәсрәне.
–Өндәшмә миңә, алкаш! Бөтә нәҫелегеҙҙең ауыҙы шул араҡы тип шапылдап тора. - Унан диванға йәтешләп барып диванға ултырған иренә барып уҡ йәбеште. – Ҡара әле, бысраҡ өҫтөң менән барып ултыраһың. Һин алған дивандыр шул. Үҙең алғас, ултырырһың! Бар сығып кит, йөрөмә, тағы байрам ит. Аҙ булғандыр. - Ҡатын иҙәнгә барып төшкән баяғы аҡсаларҙы килтереп иренең кеҫәһенә үк тыҡты. - Бар, бар, күҙемә күренмә!
Ирҙең кәйефе төштө.
– Ярай әтеү, - тине лә сығып китте.
Ул көн Нәзиф эсен бушатырға дөйөм ятаҡтағы буйҙаҡ дуҫына барып инә. Тәүҙә йәштәр бер ярты ала, унан икенсеһен. Йөрәге яныуын баҫырға сама белмәй эскәс, шунда уҡ йоҡлап китә. Араҡының ҡасан яҡшыға алып барғаны бар инде. Шуғыраҡ егеттәр уның аҡсаһын үҙенә йомдора. Шулай итеп, мул ғына алған хеҙмәт хаҡынан бер тинһеҙ ҡала ир. Шул саҡта ҡатыны ул тиклем дорфа ҡыланмаһа, бындай хәл булмаҫ та ине.
Йәшәй алманы улар. Ҡыҙҙарының матур ғына булып үҫеп килеүе лә ғаиләне бәйләй алманы. Берҙән-бер көн Нәзиф барлы-юҡлы кейемдәрен алды ла сығып китте. Фәниә эстән генә, ҡайҙа барыр тиң, йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр әле, тип уйлаһа ла, ире кире ҡайтманы. Һуңынан ҡалала бер балалы ҡатынға барып инеүе хаҡында ишетте. Бер аҙҙан уртаҡ балалары тыуыуы хаҡында ла хәбәр еткерҙеләр. Ауылдаш ҡыҙы ире менән бер дөйөм ятаҡта йәшәй икән. Уның аша бер нисә йылдан фатир һатып алыуҙары хаҡында ла белде. Был һүҙҙәрҙе ишетеүе Фәниәгә шул тиклем ауыр ине. Ҡатын үҙенең яңылышҡанын аңланы. Ул алкаш, эскесе, тип көн күрһәтмәгән ире ана кемдең бәхетле иткән! Унан ауыр йылдар башланды, йүнләп эш хаҡы түләмәйҙәр, магазинда аҙыҡ-түлек, кейем юҡ. Үҙенең эш хаҡы ла күп тип булмай. Ике урында һеперелергә тура килде.
–Йәнем, әйҙә сәй эсеп ал да ятып тор. Арығанһыңдыр инде. - Зиләнең уйҙарын йәнә әхирәтенең тауышы бүлде. Ул йылмайып ҡуйҙы.
Бынан Азат (ирҙең исеме шулай) өҫтәл янына килеп ултырҙы. Фәниә үҙе һөйләнә-һөйләнә ирен тәрбиәләне.
– Бына һин асығып ҡайтыр тип кенә манты бешерҙем. Һин бит манты тиһәң, үләһең, ибет, йәнем. Әйҙә, эҫе килеш кенә ашап ебәр әле. Һарыҡ итенән бешерҙем. Кисә баҙарҙа биш кило һарыҡ ите алғайным. - Фәниә йәнә ире дөпөлдәтеп арҡаһынан яратып алды. - Аша, йәнем, аша! Асыҡҡанһыңдыр.
Был күренеште күҙәтеп ултырған Зилә пырх итеп көлөп ебәрҙе лә, уңайһыҙланып, күҙен ҡулындағы телефонына төшөргән булды Унан:
– Бынауында бигерәк ҡыҙыҡ көләмәс яҙғандар, - тине.
Әхирәтенең бөтөнләй икенсе кешегә әүерелеүенә иҫе киткән Зилә артабан өҫтәлдә улар менән бергә ултыра алмай ине. Тағы ла шарҡылдап көлөп ебәреүҙән ҡурҡып:
– Ярай, мин залда ултырып торайым, - тигән булып, аш бүлмәһенән сығып китте. Ҡулы менән үҙенән-үҙе йырылған ауыҙын ҡапланы. Шулай ҙа әхирәтенең тауышы залға ишетелеп торҙо.
– Бәғеркәйем, шуны аша.
– Йөрәккәйем, өҫтәйемме?
Бына улар өҫтәл эргәһенә ҡуҙғалды. Тағы әхирәтенең яғымлы тауышы ишетелде.
– Йөрәккәйем, ял итеп ал.
Азат йоҡларға ятҡас, улар икәүләп сәй эстеләр ҙә, Зилә ҡайтырға сыҡты. Әхирәтенә ул бая ниңә көлөүен һөйләне.
– Эй, әхирәт... Инде иллегә еткәс кенә ирҙәр менән йәшәргә аҡыл кәрәклеген аңланым. Элек ошо аҡылым булһа, тәүге ирем минән сығып китер ине тиһеңме! Бигерәк бер ҡатлы, яһил булғанмын. Йәш саҡта әсәйҙәр шул хаҡта һөйләмәгән дә. Бер үҙемә бала үҫтереүе еңел булған тиһеңме! Инде берәйһен тапһам, мәңге улай ҡыланмам, тип анттар иттем. Ирҙәр бала кеүек бит ул, уларҙы һылап-һыйпап, юхалап ҡына торорға кәрәк. - Фәниә ихлас йылмайҙы.
Читайте нас: