Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
20 Июнь 2021, 13:55

ҠЫШ БАБАЙҒА ХАТ ХИКӘЙӘ

Ҡыш бабай, мин атайымды шул тиклем яратам! Тик ул һуңғы ваҡытта гел иҫереп ҡайта ла әрләшергә, талашырға, әсәйемде туҡмарға тотона, шуға күрә мин уны күрә ал­май башланым. Атилла ҡустым, атайым­ды иҫерек килеш күрһә, ҡысҡырып иларға то­тона. Күрәһең, ул да ныҡ ҡурҡа. Ә бына ул айыҡ сағында шул тиклем һәйбәт атай! Тик саҡ ҡына эсеүе була, йоҙроҡтары менән һелтәнә башлай. Әсәйемде шул тиклем йәлләйем. Бер тапҡыр ул ауырлы әсәйемдең эсенә ныҡ итеп типте, шул арҡала балаһы тыумайынса ҡалды. “Тиҙерәк үлһәң ярар ине”, – тип атайымды ҡәһәрләй-ҡәһәрләй илап, Аллаға ялбарғаны хәтерем­дә.

Ғәҙәттәгесә, Касен бөгөн дә өйөнә иҫереп ҡайтты. Тупһанан үткәс тә, зыҡҡубып талашырға теләгәйне лә, тик нимәгә бәйләнергә сәбәп тапманы. Ҡатыны, бер ни булмағандай, телевизор ҡарай ине. Ул иренең яғына боролоп күҙ ҙә һалманы. Был ҡылығы иһә өй хужаһын ярһытты:
– Эй, ниңә телевизорға тексәйгәнһең?
Ҡатыны бер һүҙ ҙә өндәшмәне. “Шым ултырыуым хәйерлерәк. Үҙ башыма бәлә алмайым әле...” – тип уйланы ул эстән генә. Элек Мәҙинә уның һәр һүҙенә яуап ҡайтара торғайны. Шундай мәлдә ире, күп уйлап тормай, йоҙроҡтары менән һелтәнергә тотона.
– Һин ниңә ҡаршылашаһың? Ах, суҡынсыҡ, хәҙер телеңде ҡыҫҡартам, – тип Касен һуғыша башлай.
“Һин ниңә ҡатыныңды гел генә туҡмайһың? Был бит ир кешене бер ҙә биҙәмәй”, – тип аҡыл өйрәтеп тә ҡараны дуҫтары, әммә уның яуабы бер:
– Кеше эшенә ҡыҫылмағыҙ!
Шулай бер саҡ, ҡатынын туҡмауға әүрәп китеп, дуҫының килеп ингәнен аңғармай ҙа ҡалды. Һуғышҡаҡ хужаны тышҡа сығарып, ҡунаҡ уны тынысландырырға тотондо.
– Касен, тыңла мине, һиңә күптән аҡылға ултырырға ваҡыт. Мәҙинәне туҡмауҙан аҡылың да артмай, арыҫландыҡы һымаҡ ялың да үҫеп сыҡмай. Исмаһам, балаларыңды йәллә...
– Һин әйткән һүҙҙәр хаҡ та бит, ләкин бисә лә ғәйепле – бер ҙә телен тыя белмәй! Минең менән телләшә, шуға миңә уның өнөн тығырға тура килә. “Ҡатыныңды йүгәнләп тот” тип юҡҡа әйтмәгәндәр...
Ә бөгөн ҡатынына бәйләнергә бер сәбәп тә юҡ һымаҡ. Ул телен йотҡандай, шым ғына ултыра. Сайҡала биреп, Касен Мәҙинәнең янына килде, әммә ҡатыны уға тура ҡарарға тырышмай. Ярһыған ир уның терһәгенән тотоп алды ла үҙенә борҙо:

– Һин ниңә балыҡ һымаҡ шымып ултыраһың?

– Теймә миңә, телевизор ҡарап ултырғанды күрәһең бит.
– Инәңде... Хәҙер телевизорың менән һине теге донъяға оҙатам.
Ҡулдар үҙенән-үҙе ҡысый, һуғышҡы килеп кенә тора. Әммә Мәҙинә һаман ләм-мим, яуап ҡайтармай. Тештәрен ҡыҫып, ул бер аҙ тора бирҙе лә, ҡатынының бер һүҙен дә ишетмәгәс, йоҡо бүлмәһенә үтте. Ҡыҙы менән улы, бер-береһенә терәлеп, карауатта йоҡлай ине. Атай кеше яҡыныраҡ килде лә балаларына һоҡланып ҡарап алды. Шул саҡ ҡарашы өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ битенә төштө. Ундағы яҙыуға тексәйгәс, ҡыҙының почергын таныны. Бала ҡулы менән яҙылған тип-тигеҙ һөй­ләмдәр уға ынйы теҙмәләй тойолдо. Касен ҡағыҙҙы ҡулына алды ла уҡырға тотондо.

“Хөрмәтле Ҡыш бабай! Күп сәләмдәр һиңә! – тип башлана ине ҡыҙҙың Ҡыш бабайға яҙған хаты. – Мин көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Кокпекты районында йәшәйем. Өсөнсө класта уҡыйым, гел “бишле”ләр генә алам. “Ҡыш бабайға хат яҙһағыҙ, ул мотлаҡ бар теләктәрегеҙҙе лә тормошҡа ашырасаҡ”, – тине бөгөн дәрестә уҡы­тыусыбыҙ. Шуға мин һеҙгә хат яҙырға булдым. Зинһар өсөн, теләгемде ҡабул итегеҙ.
Ҡыш бабай, мин атайымды шул тиклем яратам! Тик ул һуңғы ваҡытта гел иҫереп ҡайта ла әрләшергә, талашырға, әсәйемде туҡмарға тотона, шуға күрә мин уны күрә ал­май башланым. Атилла ҡустым, атайым­ды иҫерек килеш күрһә, ҡысҡырып иларға то­тона. Күрәһең, ул да ныҡ ҡурҡа. Ә бына ул айыҡ сағында шул тиклем һәйбәт атай! Тик саҡ ҡына эсеүе була, йоҙроҡтары менән һелтәнә башлай. Әсәйемде шул тиклем йәлләйем. Бер тапҡыр ул ауырлы әсәйемдең эсенә ныҡ итеп типте, шул арҡала балаһы тыумайынса ҡалды. “Тиҙерәк үлһәң ярар ине”, – тип атайымды ҡәһәрләй-ҡәһәрләй илап, Аллаға ялбарғаны хәтерем­дә. Әммә мин атайымдың да, әсәйемдең дә үлеүен телә­мәйем. Улар икеһе лә минең өсөн ҡәҙерле.
Уҡытыусыбыҙ әйтеүенсә, һеҙ һыуыҡ яҡ­тар­ҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бик изге күңелле. Һеҙ йомарт, етемдәргә, мохтаждарға ярҙам ит­кәнегеҙҙе лә беләм. Ҡыш Бабай, әгәр быйыл беҙҙең яҡҡа килһәгеҙ, зинһар өсөн, беҙҙең өйгә лә инеп сығырға тырышығыҙ. Шул саҡта мин һеҙгә ошо хатымды тапшырырмын. Миңә һеҙҙән бер ниндәй бүләк тә кәрәкмәй, үҫкәнмен инде.
Ҡыш бабай, үтенеп һорайым, атайым башҡа эсмәһен өсөн берәй мөғжизә эшлә­геҙ­се! Ул аҡыллы кеше. Уға әйтһәгеҙ, мо­ғайын, ул һеҙҙе тыңлар. Яңы йылда әсә­йемдең күҙ йәшенә батып ултырыуын теләмәйем. Хуш бул, хөрмәтле Ҡыш Бабай!”
Касен күҙенән йәш бәреп сығыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙының был хаты уны шул тиклем тетрәтте. Шул саҡ уның күҙ алдына элекке ҡот осҡос күренештәр килеп баҫты: эскелек, талаш, ҡатынын туҡмау, балаларының илашыуы, уларҙың ҡурҡҡан ҡарашы... Касен тиҙ айныҡты, фекерләүе яҡтырып китте. Ҡатыны шул тиклем йәл булып китте, уны яратып ҡо­саҡлағыһы, иркәләтәһе, ҡолағына наҙлы һүҙҙәр әйткеһе килде.
Башын күтәреп, балаларына ҡарап алды. Улар, нимәнәндер ҡурҡҡандай, бер-береһенә һыйынып йоҡлай ине. Касен тәүҙә ҡыҙының сәсенән һыйпаны, шунан улын маңлайынан үпте. Был һүҙҙәр үҙенән-үҙе атылып сыҡты:
– Ҡыҙым, алтыным минең, мин эсеүҙе ташлайым. Һинең һәм Атилла хаҡына, һеҙҙең бәхетегеҙ хаҡына! Мине, шундай йүнһеҙ атайҙы, ғәфү итегеҙ, һеҙ минең арҡала нимә генә күрмәнегеҙ. Хәҙер инде яңы тормош башлайым. Һеҙ йылмайһын өсөн, ҡолон­саҡтарым!
Касен күҙ йәшенә ирек бирҙе. Эстән ниндәйҙер еңеллек тойҙо, әйтерһең дә, күңеленән ауыр ҡара таш төштө. Күҙ йәштәре уның күңел һыҙлауын йыуып төшөрҙө.
* * *
“Һаумы, Ҡыш Бабай! Һаулығығыҙ нисек? Һеҙ һыуыҡ үткәргәнһегеҙ, шуға килә алмайһығыҙ, тине әсәйем. Улай буламы ни? Һеҙ һыуыҡ яҡта йәшәйһегеҙ бит! Ә буран һәм сатлама һауыҡтар, ҡар һәм боландар тоғро дуҫтарығыҙ икәнен яҡшы беләм. Бөгөн уҡытыусыма һәм класташтарыма һеҙҙең хаҡта әкиәт һөйләнем. Уларға бик оҡшаны!
Ҡыш Бабай, һеҙгә ҙур рәхмәтемде әйт­кем килә! Былтыр булған теләгемде үтәне­геҙ. Атайым эсеүҙән туҡтаны, хәҙер әсәйем менән әрләшмәй ҙә, Атилла ҡустым да ҡурҡышынан иламай. Беҙҙең өйөбөҙҙә тыныс һәм рәхәт.
Ҡыш Бабай, тағы шуны һорарға теләйем, һеҙҙең Ҡарһылыуҙан башҡа балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ бармы? Ә һеҙ Ҡыдыр-ата менән танышмы? Ул беҙгә йыл да яҙ көнөндә Наурыҙ байрамын билдәләгәндә килә. Беҙҙең ауылда Яппар тигән йүнһеҙ ағай бар, ул инде өсөнсө йыл һеҙҙең кейемде кейеп, Ҡыш Бабаймын тип кешеләрҙе алдап йөрөй. Әйтегеҙ уға, башҡаса балаларҙы ал­дамаһын. Мин һеҙгә шул тиклем ышанам һәм ысын Ҡыш Бабайҙы түҙемһеҙләнеп көтәм!
Һеҙҙән күстәнәстәр көтөп ҡалам. Үҙем өсөн түгел, атайым менән әсәйемә. Әйҙә улар ҙа ҡыуанһын! Күрешкәнгә тиклем, Ҡыш Бабай!”
Тумар нисек йоҡоға талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Өҫтәлгә терәлеп ултырған килеш йоҡлап китте.
Бөтә ауылды ап-аҡ, йомшаҡ ҡар ҡапланы. Балалар, ҡышҡы матурлыҡҡа ҡыуанып, тышта ҡар бәрешеп уйнай. Тумар ҙа улар менән бергәләп уйнарға теләгәйне. Тик иң башта Ҡыш Бабайға хат яҙырға булды. Әле ул мыш-мыш килеп, тәмле итеп йоҡлай...
Ҡаҙаҡсанан Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ тәржемәһе

Автор: Дархан БЕЙСЕНБЕК

Читайте нас: