Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
26 Июнь 2021, 09:28

Әсә йәне

Көсһөҙлөктән түгел, ошо ғәҙелһеҙлектән уның быуындары ҡалтыраған. Әсәһенең үлеменән һуң, күҙгә күренеп һурылып киткән һеңлеһенең кәүҙәһен ҡалтыранған ҡулдары менән көс хәлгә бесәнлеккә алып барып һалған ул.

Рәшиҙә Мансурова, Түбәнге Варта ҡалаһы

Борон-борон заманда, Ирәндек һәм Урал тауҙары ҡушылған төбәктә йәшәгән, ти, Йыһанша тигән бабай менән Гөлйыһан тигән әбей. Улар башҡа халыҡ менән бергә, ауылда йәшәмәгәндәр, хозур тәбиғәтле урман төпкөлөндә, йәмле Ҡыҙыл буйында, матур йорт һалып, айырым донъя көткәндәр, ти. Бабай урман-ҡырҙар гиҙеп һунар итеп, Ҡыҙыл йылғаһының балығын тотоп, ғаиләһен аҫраһа, әбейе өй тирәһендә мал, ҡош-ҡорт көтөп, иш янына ҡуш яһаған.
Уларҙың баш балалары – улдары Солтан, кеселәре – ҡыҙҙары Сулпан булған, ти. Улы атаһынан күреп уҡ юнһа, ҡыҙҙары әсәһенән күреп тун бесергә өйрәнеп үҫкәндәр. Һунарҙан алып ҡайтҡан кейек тиреһен баҙарға алып барып һатып, көнкүреш әйберҙәренә алыштырып кәсеп иткән улар.
Шулай бик матур, татыу ғына йәшәп ятҡанда Гөлйыһан әбей ауырып китә, түшәккә ята. Өй эсендәге бар эш улы Солтан менән ҡыҙы Сулпанға төшә. Сулпан һыйыр һауып, аҡты эшкәртергә өйрәнһә, Солтан бесән, утын эштәрен кинәндереп башҡарып ҡуя.
Уларҙың Ҡарабуға тигән сөм-ҡара һыйырҙары булған. Ул шундай аҡыллы, шундай иркә, ти. Гөлйыһан әбей һыйырын йәнендәй күреп яратҡан.
Көндәрҙән бер көндө түшәктә ятҡан Гөлйыһан әбей донъя ҡуйған. Ауыр ҡайғынан шиңеп ҡалған аталары менән өсәүләп, Солтан менән Сулпан күңелһеҙ генә донъя көтөүҙәрен дауам иткән. Сулпан әсәһенең башҡорт халыҡ йырҙарын көйләй-көйләй йөрөп икмәк һалыуын, тәмле-тәмле аштар бешереүен, әленән-әле яғымлы ҡараш менән өндәшеүен һағынһа, Солтанға әсәһенең аҡыллы, сабыр кәңәштәре етмәгән.
Һағыныуҙарының сиге булмаған, ти. Йыһанша бабайҙың бөтөнләй ҡулына эш бармаған.
Бер көндө Йыһанша бабайҙың ауылда йәшәгән дуҫы ҡунаҡҡа килеп төшә. Сәй эсеп, хәл-әхүәл һорашып оҙаҡ ултырғандар, һуң ғына йоҡларға ятҡандар. Ике дуҫ иртән иртүк тороп ауылға юл тотҡандар. Солтан менән Сулпанды уятып та тормағандар. Балалар, уянып торғас, аталарының юҡлығын күреп, теге ағай менән ауылға киткәненлеген төшөнгәндәр инде. Ҡарабуғаны иркәләп наҙлап һөтөн һауғандар ҙа, ҡырға утларға сығарып ебәргәндәр. Йыһанша бабайҙың бер нәмә лә өндәшмәй сығып китеүенә аптырап, шикләнеп бөтә алмағандар, ти. Дүрт күҙ менән көткәндәр. Ике балаһын тамам аптыратып, ике тәүлек юғалып торғандан һуң, бер ҡатынды эйәртеп ҡайтып ингән, ти, Йыһанша бабай.
– Һау торҙоғоҙмо, балалар? Ниңә өндәшмәйһегеҙ?—Балаларының ят кешегә ауыҙ асып, аптырап торғандарын шәйләп, – Ә-ә-ә-ә, бына таныш булығыҙ, һеҙгә әсәйегеҙ урынына апай алып ҡайттым, исеме Шәрғиә була, – тип таныштыра ул үҙе менән бергә килгән йәмһеҙ генә ҡатынды.
– Эйе шул, әйҙә танышып алайыҡ һеҙҙең менән дә. Исемдәрегеҙ нисек?—тип, бик оҫта ғына һүҙгә ҡыҫылып та китте, ти, аталарынан күпкә йәш ҡатын.
– Мин – Солтан, ә һеңлем Сулпан була, – тип ырыя ғына таныштырған Солтан, һеңлеһен етәкләп тышҡа сығып киткән. Ят кеше менән нисек йәшәрҙәр икән, тип аптырауға ҡала меҫкен балалар. Нигеҙ буйына ултырып, өй эсенән атаһы менән йәш ҡатындың күңелле генә һөйләшеүен ишетһәләр ҙә, ҡыуаныс әҫәре булмай был икәүҙә. Әсәләрен тағы ла нығыраҡ һағынып юҡһыналар. Шулай ҙа яҙмыштарына риза булып йәшәүҙән башҡа сара ҡалмаған бисара балаларға.
Бабай әүәлгесә һунарға, балыҡҡа йөрөүен дауам иткән. Иртән сығып китә лә, кис кенә ҡайтып инә, ти. Үгәй әсәй менән балалар көнө буйы үҙҙәре генә ҡалалар икән. Йорт-ҡура тирәһендәге эштәрҙең көллөһөн Солтан менән Сулпан башҡарған. Ә үгәй әсә быларҙың һәр эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп кенә торған, ҡай саҡ бер эште ҡат-ҡат эшләтә, ти. Сулпандың ҡат-ҡат кер йыуыуҙан ҡулдары тишелгән. Шәрғиәнең уҫаллығының сиге булмай: яңы ғына һап-һары итеп ҡырып йыуылған иҙәндең кипкәнен дә көтмәй, батҡаҡлы, бысраҡ калуштары менән иҙә тапап үтә лә:
– Нисәнсе көн иҙән дә йыуғаның юҡ бит, – тип, Сулпанды битәрләй. Әсәй урынына килгәндән алып һыйыр һауырға уйлап та бирмәй, киреһенсә, Сулпандың иркәләй-иркәләй Ҡарабуғаны һауғанын күрә алмаған.
Бер көндө иртән Ҡарабуғаны нескә генә ҡулдары менән һауып ултырған Сулпанды асыуы килеп ҡарап торған Шәрғиә, алдан әҙерләп ҡуйған оҙон, шыйыҡ ҡына тал сыбығын алып, Ҡарабуғаның һырты буйлатып тартып ебәрмәһенме? Биленләгән һыйыр, Сулпанды биҙрә-ние менән тибеп осора. Бер ни аңламай ҡалған Сулпандың башына ла, түшенә эләккән шул һыйырҙың ҡаты тояғы. Ҡыҙ иҫен юғалтҡан. Шәрғиә ҡаты һүгенеп, һәүкәште тағы бер-ике һуҡҡылап, кәртәнән баҫтырып сығарып ебәргән. Иҫһеҙ ятҡан Сулпанды күреп үсәгән:
– Бына, шул кәрәк һиңә, әрәмтамаҡҡа, дөмөккөрҙәр! – тип, Сулпанды тибеп ҡараған. Уның бөтөнләй иҫһеҙ ятҡанын күргәс эштең олғая барыуын һеҙептер, сыҙамай ҡысҡырып ебәргән.
– Ә-ә-әй, Солтан, шайтан алғыры, ҡайҙа эштән ҡасып йөрөйһөң, эт талағыры нәмә? Кил, тиҙерәк, бынауы йолҡошоңдо ал. Ана, ята йоҡлап. Һыйыр һауып ултыра торғас, йоҡлап киткән ялҡау. Э-эй, был тиклем дә йәнһеҙ бәндәләр менән йәшәргә дусар булды бит бәхетһеҙ башҡайҙарым, – тип, шарылдап илап та ебәргән кеше булған. Үҙе яулығының осо менән ауыҙын ҡаплап һыны ҡатып көлөп тора, ти.
Иртә менән утын ташып йөрөгән Солтан йүгереп килеп еткән дә, һеңлеһенең иҫһеҙ ятыуын күреп, һаҡ ҡына янына сүгәләгән. Сулпандың һөткә мансылған кейемен, тәгәрәп ятҡан биҙрәһен күреп һораулы шикле ҡараштарын Шәрғиәгә төбәгән.
– Нимә күҙең аҡшайып ултыраң? Бына, Сулпаның йоҡлап ултырып, һыйыр аҫтына ҡолаған. Уныһын да әйтер инем инде, ҡара шайтан – ни ите, ни һөтө юҡ, салып ҡына ырғыта торған хайуан, ҡороғоро! Тапап сыҡты ла ҡасты бынау йоҡосоно. Быныһына шул кәрәк тә ине, тамам булды!
Солтан Сулпандың иҫһеҙ кәүҙәһен күтәреп өй яғына ынтылыуы була, Шәрғиә сабып барып болдорға менә лә, йоҙроҡтарын һауала болғай-болғай былай тип ярһыған, ти:
– Э-эй-йе, хәҙер, мин һеҙҙе көпә-көндөҙ өйҙә һуҙылтып һалып ҡуйырмын. Ана, бесәнлеккә индереп һал. Ялҡауҙар бесәнлектә йоҡо һимертергә ярата ул, – тип, өй ишеген шартылдата ябып инеп киткән, ти.
Иртәнге сәй ҙә эсеп өлгөрмәгән Солтандың күҙҙәренә йәш тығыла, тамағының төбөн һыҙлатып ҡаты төйөр ултыра. Көсһөҙлөктән түгел, ошо ғәҙелһеҙлектән уның быуындары ҡалтыраған. Әсәһенең үлеменән һуң, күҙгә күренеп һурылып киткән һеңлеһенең кәүҙәһен ҡалтыранған ҡулдары менән көс хәлгә бесәнлеккә алып барып һалған ул. Йүгереп барып йылғанан һыу алып килеп Сулпандың битен, ҡулдарын еүешләгән. Сулпан яйлап ҡына иҫенә килә, күҙҙәрен аса. Башының, түшенең һыҙлауына түҙмәй ыңғыраша. Мыш-мыш илап ултырған Солтан, һеңлеһенә иҫ инеүгә ҡыуанып, Сулпандың күҙҙәренә ҡарап яғымлы ғына итеп йылмайған.
– Ағай, нимә булды, мин ҡайҙа? – тигән һеңлеһенең һорауына бер ни ҙә яуап бирә алмай, ни иларға, ни көлөргә белмәгән Солтан.
– Мин Ҡарабуғаны һауып бөтөп килә инем, шикелле. . . Һөтөм? Ә, һөт ҡайҙа, ҡайҙа биҙрәм?—тип, ян-яғын ҡапшап торорға итә икән Сулпан. Ләкин башы әйләнеп, тәне һыҙлыуға сыҙамай кире ауған.
– Тик кенә ят, Супан, һеңлекәйем минең. Ҡәҙерлем, тик кенә ятып тор инде. Хәлең юҡтыр шул тороп йөрөргә. Ҡарабуға нишләптер һине тибеп сығып ҡасҡан бит, – тип йыуатҡан, ти, уны Солтан ағаһы.
– Юҡ-юҡ, ағай, Ҡарабуға бер ҡасан әсәйҙе лә, мине лә типкәне булманы. Шундай аҡыллы мал бит ул. Нимәнәндер тертләне, буғай. Нимәнеңдер шарт итеп ҡалғанын ишеттем мин. Ана шул тауышҡа тулап киткәнен дә аңлайым аңлауын, тик нимә булғанын һаман да төшөнә алмайым. Әле ҡайҙа Ҡарабуға үҙе, бисараҡайым?
– Ниндәй бисара булһын, ти, ул? Минең берҙән-бер бөртөк һеңлемде үлтерә яҙғансы типкән һыйыр. Уны Шәрғиә апай һыҙырып сығарып ебәрҙе, кәрәген алды ул, тыныслан, – тип, Сулпан өсөн һыйырға булған үсен күрһәткән Солтан.
– Юҡ, улай тимә, ағай. Ҡарабуғаның ғәйебе юҡ бында, йөрәгем менән һиҙәм. Яҡшы беләм мин уны. Ул бит кеше һымаҡ, бөтә нәмәне аңлай. Иҫләйһеңме, әсәй үлгәс, ерләгәнсе ҡырға үлән ашарға ла китмәй, өй тирәләп ызылдап йөрөнө. Аптырағас кәртәгә яптыҡ. Аҙаҡ, әсәйҙе һуңғы юлға оҙатырға алып сыҡҡас, кәртә ҡапҡаһын төкөп-төкөп ҡараны ла, сыға алмағас, кәртәнең ярығы аша күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап, илап ҡалды хатта. Йәштәре ике сикәһенән юлаҡланып, тамсылап торҙо бит. Ул барыһын да аңлай, шуға беҙҙең менән бергә иланы.
Сулпан хәтер һандығының төбөнә үк төшөп, һуңғы ваҡытта Ҡарабуға менән ҡайғылаш та, серҙәш тә булып өлгөргән ҡыҙ, бер аҙ һыҙланыуҙарын онотоп тора.
– Ә, иҫләйһеңме, яңыраҡ мин әсәйҙең бишмәтен кейеп, Ҡарабуғаны һауырға сыҡҡанды? Нисек ҡыуанды ул, әсәйҙең бишмәтен шундуҡ танып, мине лә, бишмәтте лә яларға кереште. Мин һауып бөткәнсе туҡтаманы. Миңә шундай ҡыҙыҡ та, рәхәт тә булды.
– Эйе шул, шулай шул, – тип, Сулпандың һәр һүҙен йөпләп ултырған Солтан, – һин хас әсәй кеүек Ҡарабуғаға эҫенгәнһең икән, – тигән.
– Эйе. Ә, мин уны һауып бөттөм дә, арҡаһынан һөйҙөм, хас та әсәй эшләгәнсә. Үҙем түҙмәнем, илап та ебәрҙем. Ул мине йыуатҡандай, ҡулдарымды, сикәләремде ялап ҡайғыларымды таратты.
Шулай итеп ағалы-һеңлеле был икәү, бер-береһен йыуата-йыуата, Йыһанша бабай һунарҙан ҡайтыр ваҡыт еткәнсе, өйгә лә инә алмай, бер тәғәм ризыҡ та ҡаба аламай, бесәнлектә кис еткергәндәр.
– Ә-ә-әй, Солтан, Сулпан тим мин һеҙгә! Ҡайҙа боҫоп йоҡо туйҙыраһығыҙ, йоҡо сүлмәктәре? Солтан, тим, тиҙ генә һыу алып кил, атайың ҡайтыуға сәй ҡайнатыр кәрәк, әрәмтамаҡтар! Теге йолҡошоңдоң йоҡоһо туйҙымы? Уяндымы, ә? Әй, ниңә өндәшмәйһең, уяндымы, тим? – тип, яр һалған Шәрғиә. Эйе тигәнде аңлатып баш ҡына һелккән Солтан.
– Ә ниңә һаман һуҙылып ята тормайынса? – тип екергән Шәрғиә.
– Уның хәле юҡ, апай, зинһар, тағы ла әҙерәк ятып торһон инде, – тип ялбарған Солтан.
Шәрғиәнең бер нәмә лә өндәшмәй уйланып ҡалғанын күреп, Солтан тиҙ генә биҙрәләр алып, һыуға йүгергән. Солтан һыуҙан килеүгә, Шәрғиә бесәнлектә, боттарын кирә баҫып, ҡулдарын ҡаушырып Сулпанға тишә яҙып ҡарап тора, ти. Шунан ул ерәнгес кенә тауышын теш араһынан ҡыҫып сығарған:
– Атайығыҙ ҡайтҡансы, һеңлеңде өйгә, ишек төбөндәге урындыҡҡа индереп һал. Ҡарағыҙ уны, атайығыҙ алдында артыҡ-бортоҡ хәбәр лығырлап ултыраһы булмағыҙ. Һунарҙан арып ҡайтҡан кешегә һеҙҙе тыңлап ултырғандай ваҡыты ла, хәле лә булмаҫ. Беҙ һөйләшкәндә лә ҡыҫылаһы булмағыҙ, – тип бармаҡ янап инеп киткән өйгә Шәрғиә.
Солтан Сулпанды һаҡ ҡына өйгә индереп һалған.
Был юлы уҫал ҡатындың үҙенә самауыр ҡуйып, сәй ҡайнатырға тура килгән. Сәйе ҡайнар-ҡайнамаҫтан балаларға берәр сынаяҡ сәй яһап биреп, яртышар телем икмәк һынығы ырғытҡан.
– Мәгеҙ, әрәмтамаҡтар, һеҙҙән ярты тинлек тә файҙа юҡ, ә ауыҙығыҙҙы асып көтөп ултыраһығыҙ. Асыҡтыҡ, тип атайығыҙға әйтә ҡалһағыҙ, иртәгә быныһы ла тәтемәҫ, – тип, бик мөһим эш башҡарғандай, түрбашта бабайы килеүгә сәй урыны әҙерләп маташа икән. Үҙе аҙым һайын балаларҙы ла, һыйырҙы ла, бөтөн тормошто ҡарғап, енен сәсеп-сәсә, ти.
Йыһанша ҡарт ҡайтып табын артына ултырған да балаларын саҡыра икән.
– Эй, ул балалар түҙәме һуң инде һинең ҡайтҡаныңды көтөп? Мин генә һине дүрт күҙ менән көтөп ултырам, һинһеҙ тамағыма ла бармай. Килеп күҙемә күренгәнсе, һау ғына ҡайтһын тип, ут йотоп ултырам. Аша, әйҙә, аша үҙең. Солтан менән Сулпан туҡ ул, әле генә ашап-эсеп торҙолар, – тип таҫма телләнеп, өлтөрәп тора, ти, Шәрғиә.
Йыһанша бабайҙың башынан аша иҫке тун бөркәнеп ишек төбөндәге тар урындыҡта ятҡан ҡыҙы яғына бер аҙ шикләнеңкерәп ҡарап ултырғанын күреп, Шәрғиә юхаланып ҡына:
– Көнө буйы икәүләп бесәнлектә уйнап арынылар инде, бая сығып сәйгә саҡырғанда, бер ни белмәй йоҡлап яталар ине, бахырҡайҙар. Эш күрмәй генә үҫеп киләләр инде, – тип үҙенең ағыулы һүҙҙәре менән бабайҙың мейеһен сайған.
– Уйнап арыһа ни, әйҙә ял итһен, – тип, башҡаса иғтибар бирмәгән бабай Сулпанға. Тәҙрә янында тышты күҙәтеп ултырған Солтанға:
– Әйҙә, булмаһа, һин беҙҙең менән берәй сынаяҡ түңкәр, улым, – тип саҡыра икән бабай.
– Юҡ, рәхмәт, атай! Беҙ туҡбыҙ, – тип, атаһы яғына әйләнеп тә ҡарамай яуап биргән дә: – Мин Ҡарабуғаны ҡарап алып ҡайтайым әле, – тип, йомош тапҡан булып, сығып киткән Солтан. Уның сығыуы була, Шәрғиә Сулпандың тунын йүнәтеп япҡан кеше булып, ҡыҙҙың йоҡлағанын тикшерә. Сулпан уҫал ҡатын яҡынлашҡанын һиҙгәс тә, күҙҙәрен йома.
– Йоҡлай әле был ҡыҙ. Ярай, әйҙә йоҡлаһын. Үҙе тормош көтә башлаһа, был йоҡо ла эләкмәҫ, шулай бит, атаһы, – тип, Шәрғиә төп һүҙгә күсер алдынан, ҡойроҡ болғап алды, ти. Унан ағыулы һөжүменә күскән:
– Һис кенә лә тыңлашмай бит был балалар, ни генә эшләп ҡарарға инде. Сулпаның ошоға тиклем һауып йөрөгән һыйырын, миңә ҡарышыптыр инде, бөгөн һаумай сығарып ебәрҙе лә, көнө буйы ҡыл да ҡыбырлатмай, бесәнлектә йоҡо һимертте. Солтан көн оҙоно бер көйәнтә һыу алып килергә генә эшкинде. Минең әйткәнде береһе тыңламай. Анау ҡара шайтаның бигерәк яман мал инде. Боҙоп бөткәнһегеҙ икән, тибешә яман итеп. Ул малдан һөт тә, ит тә булмаҫ…
Шулай итеп, Шәрғиә Йыһанша бабайға сәй эсергән арала Ҡарабуғаны һуйырға, Сулпанды, «холҡо боҙолмаҫ элек», кейәүгә оҙатырға, Солтанды ауылда торған бер байға ялсылыҡҡа бирергә күндерә башлай. Бабайҙың, уйлап ҡарарға кәрәк, тигән һүҙенән һуң сеңләп илап та ебәргән, ти:
– Әллә ниңә генә ошонда килергә риза булдым бит. Апайымдарҙы тыңламай, әрәм генә булдым. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарар, тиҙәр ине. Шул дөрөҫ икән. Балаларыңа ла, үҙеңә лә күпме генә изгелек ҡылһам да, ҡәҙерем булмаҫ, ахыры. Бөгөн үк ҡайтып китәм, —тип ҡырҡа үҙгәреп тә китте, ти.
– Йә-йә, ярһыма әле ҡапыл ғына. Ярай, барыһы ла һин әйткәнсә булыр, әләйһәң, – тип, тәрән уйҙарға сумып, Йыһанша ҡарт сәйгә доға ҡыла.
Быларҙың барыһын да ишетеп ятҡан Сулпан, ҡуҙғалыу түгел, тын алырға ла ҡурҡып ятҡан. Йөрәгенең дарҫлап тибеүе бар донъяға яңғырап ишетелгән төҫлө тойолған уға. Йоҡо тигән нәмә бөтөнләй юғалған. Ул тиҙҙән бер ҡасан төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлдәр буласағын асыҡ аңлап, унан нисек ҡотолоу юлын эҙләп баш ватҡан. Түҙемһеҙләнеп төндө көткән.
Ололарҙың яҡшы йоҡлап киткәнен көтөп кенә ятҡан да Сулпан, төн уртаһында һаҡ ҡына барып ағаһын уятҡан. Тауыш-тынһыҙ ғына ымлап тышҡа әйҙәгән. Солтан уның артынан эйәргән. Тышҡа сыҡҡас, Сулпан ағаһына кис нимәләр ишеткәнен бәйнә-бәйнә һөйләп биргән. Солтан ағай булараҡ тәүәккәллек ҡылып, Ҡарабуғаны эйәртергә лә сығып китергә, тигән ҡарарға килгән.
Шулай итеп, Солтан, Сулпан һәм Ҡарабуға ай яҡтыһында юлһыҙ-ниһеҙ, баш һуҡҡан яҡҡа сыҡҡан да киткәндәр. Һәр ҡайһыһы эстән генә үҙҙәренсә аталары, тыуған йорттары менән хушлашҡандар, ти.
Төнө буйы, унан көнө буйы бер туҡтамай атлағандар ҙа атлағандар. Көн кисләүгә иң тәүҙә аслы-туҡлы йөрөгән, бигерәк тә Ҡарабуғанан тибелеп, имгәнеүе лә төҙәлеп бөтмәгән Сулпандың хәле бөтөп йығылған. Солтан уны һыйырҙың өҫтөнә һалып алып барған. Күп тә үтмәй, үҙенең дә хәле бөтөп, бер оло ҡарағай төбөнә барып ауған. Ҡарабуға ҡарағай төбөнә урынлашҡан балаларға һыйынып, йылыһын биреп, уларҙы елдән һаҡлап ятҡан, ти. Төнө буйы күҙен дә йоммай, балаларҙы һаҡларға тырышһа ла, ниндәйҙер бер тылсымлы көс иркәләтеп йоҡлата икән. Һәм бик сәйер төш күрә: имеш, хужабикәһе Гөлйыһандың шундай матур, шәп сағы, ә Ҡарабуғаның тана ғына сағы икән. Салт аяҙ көн, йәшел хәтфә болон. Гөлйыһан Ҡарабуғаны ҡосаҡлап иркәләй ҙә иркәләй икән, ти. Иркәләй торғас, Ҡарабуға бәләкәс кенә бер бәрәс дәүмәлле булып ҡала ла, хужабикәһе уны бала кеүек өҫкә һикертә башлай, имеш. Һикертә-һикертә лә ҡосаҡлап ярата икән. Ергә лә аунап китәләр, унан Гөлйыһан Ҡарабуғаның муйынынан иркәләп, тырнап ҡолаҡтарына былай тип бышылдаған:
– Беҙ бергә булырға тейеш, мин балаларымды ташлап китә алмайым. Минең йәнем, һинең йәнең менән бергә булырға тейеш. Күҙҙәрен күҙҙәренә, танауын танауына терәп ята торғас, Гөлйыһан томан кеүек иреп, Ҡарабуғаның ауыҙынан, танауынан, ҡолаҡтарынан үтеп, эсенә ингән дә юҡ булған да ҡуйған, ти.
– Ҡайҙа, саҡ ҡына шыл әле, миңә лә урын кәрәк, – тигән Гөлйыһандың көр тауышына уянып киткән Ҡарабуға.
Башын ҡалҡытып балаларға, унан тирә-яғына күҙ һала. Һыҙылып ҡына таң атҡан мәл. Аңлайышһыҙ сәйер тойғолар баҫып, Солтан менән Сулпандың баштарынан һыйпағыһы килеп киткән, үҙе лә һиҙмәҫтән балаларға ҡарай муйынын һоноп:
– Собханалла, машалла, – тип һоҡланған, һәм шунда уҡ үҙенең тауышынан үҙе тертләп киткән. Гөлйыһандың тауышы, тип уйлап ала ла Ҡарабуға тороп тирә-яҡты ҡарап сыға. Бер кем дә юҡ икән, ти. Ул үҙен шундай сәйер тойған, ниңәлер уға бөтөн донъя икенсе төрлө ҡараған кеүек, ләкин ни булғанын аңлай алмай, ти. Бер сауҡаға барып муйынын ышҡыған арала Хужабикәһенең төшөндәге иркәләүен иҫенә төшөрә. Гөлйыһанды күрҙе бит әле ул яңы ғына төшөндә. Гөлйыһан тип үҙ алдына уйланыуы була:
– Әү-ү! Эйе-эйе, мин был, Ҡарабуға, ҡурҡма. Тын ғына тыңла мине. Мин үлгәс тә, һеҙҙе ташлап китә алманым, балаларымдың яҙмышы үҙәгемде өҙә. Һиңә ҙур үтенесем – үҙеңдең тәнеңә минең дә йәнемде ҡабул ит инде. Мин ни эшләргә теләгәнемде һинең кәүҙәң үтәр, мин ни әйтергә теләгәнде телең һөйләр. Шулай көслөрәк булырбыҙ, – тигән, ти. Ике йән шулай итеп серләшеп килешкәндәр. Бер ҡараһаң, эс бошорлоҡ моңһоу ҙа, аңлатып булмаҫлыҡ бәхет тә кисерергә тура килә Ҡарабуғаға. Әле илаған, әле ҡыуанған, ти.
Матур итеп таң атыуға Солтан менән Сулпанды Ҡарабуға биттәренән, ҡулдарынан ялап уятҡан. Үҙенең күҙҙәренән сөбөрләп йәш ҡойола икән. Балалар аптырауға ҡалғандар. Сулпан түҙә алмай:
– Ҡарабуға, һиңә нимә булды, бисараҡайым? Ниңә илайһың? –тип, һыйырҙың муйынынан ҡосаҡлаған. Шул саҡ Ҡарабуға телгә килгән. Ул нәҡ Гөлйыһандың тауышы менән:
– Балаҡайҙарым, һеҙҙе йәлләп илайым. Бер хәл дә ҡыла алмайым бит, үҙем яҡты донъяларҙан киткәс. Был мин – әсәйегеҙ, дөрөҫөрәге, минең йәнем. Һеҙҙе бер нисек тә ташлап китә алмай шул. Донъя ҡуйғандан һуң фәрештәләр Хоҙай алдына алып килделәр мине.
– Был әҙәмдең ерҙә эше бөтмәгән. Балалары алдында бурыстарын атҡарып бөтмәгән әле. Киләсәк быуын өсөн балаларын аяп алып ҡалыр эше бар, – тине. Үҙемә төбәп шуны өҫтәне: – Һинең балаларың ябай түгел, йәнең менән һаҡлап алып ҡал, уларға ҡурҡыныс янай, – тине. Фәрештәләр:
– Уның мәйетен ерләп, өсөн уҡыттылар. Терелтерлек хәл юҡ, – тигәс:
– Кәүҙәһендә былай ҙа көс ҡалмаған ине бит инде, йәнен кире ҡайтарығыҙ, шул да етер. Ерҙә ике балаһы тороп ҡалған әсә йәне бит ул, яйын табыр. Көсөн дә, тәнен дә табыр, ҡайтарығыҙ, – тип ҡаты бойорҙо. Һәм ҡайһы аралалыр мин өй тирәләп өйөрөлөп йөрөй башланым. Һеҙҙе күҙәттем. Һеҙ һиҙмәһәгеҙ ҙә, мин һәр ваҡыт янығыҙҙа булдым. Һеҙҙең менән яттым, һеҙҙең менән торҙом, һеҙ уйнаһағыҙ—уйнаным, көлһәгеҙ – көлдөм, илаһағыҙ – иланым. Ҡарабуға Сулпанды типкәс, өҙгөләнеп ни эшләремде белмәнем. Шәрғиәне сәсенән һөйрәтеп туҡмағым килде лә бит, тик бер нәмә лә эшләр әмәл юҡ. Ул бит Шәрғиәнең эше. Сулпан һыйыр һауырға ултырғас та берҙе ынтылғайны, Солтан кәртәгә килеп инеп ҡамасауланы. Шунан Солтандың сығып киткәнен аҙыраҡ көтөп торҙо ла, тал сыбығы менән Ҡарабуғаның һыртына һыҙыра тартып ебәрҙе. . .
Көнө буйы һеҙҙең янығыҙҙа ни эшләремде белмәй йөрөнөм. Шунан Ҡарабуғамдың йәне менән ҡушылырға ҡарар иттем. Шәрғиәне тибеп үҙен имгәткем килде. Оҙаҡ ни эшләргә белмәй аҙапландым. Кисә кис Солтан Ҡарабуғаны ҡырҙан алып ҡайтҡас та шул аҡыл килде миңә. Аллаға шөкөр, йәнемдәй күреп яратҡан һыйырымдың йәне йәнемде ҡабул итте. Бына шулай, балаларым, Ҡарабуға хәҙер ике йәнле, беҙ һеҙҙе хәлебеҙҙән килгәнсә һаҡларбыҙ, – тип, Солтан менән Сулпандың битенән ялаған. Былары иһә Ҡарабуғаның муйынынан ҡосаҡлап әле көләләр, әле илайҙар, ти. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйҙәр икән.
Уның ҡарауы, Ҡарабуға тиҙ генә етдиләнеп киткән дә балаларға былай тигән:
– Беҙ бик алыҫ китеп өлгөрмәнек әле. Был тирәлә ҡалһаҡ, беҙҙе тиҙҙән табып алырҙар. Әйҙәгеҙ, һөт һауып эсеп, тамаҡ ялғап алығыҙ ҙа, юлды дауам итәйек. Хәлегеҙҙең юҡлығын аңлайым, шуның өсөн алмаш-тилмәш миңә ултырып барығыҙ.
Солтан менән Сулпан һаман ҡолаҡтарына ышанмай аптырап торалар, ти. Унан, шундай яғымлы, тыныс ҡына итеп, тик Гөлйыһан һөйләшкәнсә генә:
– Беҙгә ашығырға кәрәк, Солтаным, Сулпаным, – тигәс кенә йәнләнеп киткән балалар. Йәһәтләп тамаҡ ялғап алғас, Ҡарабуға быларҙы алмаш-тилмәш арҡаһына ултыртып, үҙе генә белгән яҡҡа алып киткән, ти. Юлдарында тап булған ашарға яраҡлы бар үҫемлек менән дә туҡланғандар. Ҡарабуға (ысынында Гөлйыһандың йәне) хәленән килгәнсе белгән нәмәләрен балаларға өйрәтергә тырышҡан.
Бара торғас, эңер беленер ваҡытта бер аҡланға барып сыҡҡандар. Аҡландың эсе тулы күҙҙең яуын алырлыҡ ҡып-ҡыҙыл ғына һабын сәскәһе менән тулы икән, ә уртаһында ҡосаҡлаһаң ҡосаҡ етмәҫ йыуан, оло ғына ҡайын үҫеп ултыра, ти. Яҡын килеп ҡараһалар, ҡайындың япраҡтары ябай түгел, баҡыр тәңкәләрҙән тора икән. Һуштары китеп ҡарап торғандар ҙа, Солтан менән Сулпан тәңкәләрҙе алып ҡарамаҡ булғандар. Шул ваҡыт Ҡарабуға:
– Теймәгеҙ! Бер тәңкәгә лә, зинһар, теймәгеҙ! Шайтан ҡотортоуына оҡшаған был. Ҡайында япраҡ үҫергә тейеш, баҡыр тәңкәләр түгел, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ғәләмәт был, – тигән.
– Ниңә-ә? Бында улар кү-үп бит, уның һанын кем белһен, ти. —тип ныҡышҡан Сулпан.
– Ярамай, балалар, ул бит беҙҙеке түгел. Хужаһы белеп ҡалһа, тәңкәһен эҙләп килер ҙә һәләк итер үҙегеҙҙе, – тип, Ҡарабуға ары киткән.
Шулай ҙа Сулпан ҡулын тыя алмаған, юлдаштары күрмәгән арала, меңәрләгән тәңкә араһында берәүһе генә юҡлығын кем белһен инде, тип береһен тиҙ генә бишмәтенең кеҫәһенә йәшергән дә, тегеләрҙе ҡыуып еткән. Бер ни ҙә булмағандай ҡыланған, ти, үҙе.
Төнгөлөккә генә ялға туҡтарға рөхсәт иткән Ҡарабуға. Ятыр алдынан Сулпан, кеҫәһендәге тәңкәне урынлашҡан ерҙәренән ситкәрәк йәшереп, йоҡлап киткән. Төн ҡәҙимгесә тыныс үткән, бер кем дә ҡамасауламаған, ти.
Иртәгәһе көндө таңдан тороп тағы ла юлдарын дауам иткәндәр. Сулпан теге йәшерелгән тәңкәне кеҫәһенә һалып алған.
Көн оҙоно атлағандар былар. Көн кискә ауышҡас, әллә ҡайҙан ҡараһыу йәшел төҫө менән айырылып торған ҡуйы ҡарағай урманы янында ғәжәйеп һомғол, һылыу яңғыҙ ҡайын үҫеп ултыра, ти. Яҡыныраҡ килеп ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: был ҡайындың япраҡтары саф көмөштән икән. Көмөш япраҡтары шундай ҡуйы, ел иҫкәндә сыңлап ҡына торалар, ти. Солтан менән Сулпандың күҙҙәре дүрт булған. Ҡарабуға был тәңкәләргә лә ҡағылмаҫҡа ҡушҡан.
– Тейәһе булмағыҙ, барыбыҙ ҙа харап булырбыҙ. Был тәңкәләрҙең дә хужаһы барҙыр, белеп ҡалһа, арттан да ҡалмаҫ, – тигән. Ләкин бер ҡатлы Сулпан, кисәге кеүек, бер генә көмөш тәңкәне кеҫәһенә һалып алған да үҙ юлында булған. Юлдаштарына тағы ла бер ни ҙә өндәшмәгән, ти. Төнгөлөккә ялға туҡтағас, тәңкәләрҙе ситкә алып барып йәшергән. Был төн дә тыныс үткән. Минең бәхетемә яҙған, тимәк, тип эстән генә ҡыуанған Сулпан.
Ҡарабуға юлға сығыр алдынан:
– Бөгөн дә бынан алдағы көндәрҙәге кеүек һынауҙар була ҡалһа, һынатмағыҙ. Был һынауҙар тиккә генә түгелдер, ниндәйҙер бер хикмәт бар бында, һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙеке булмаған ят әйберҙәргә ҡағылаһы булмағыҙ, – тигән, ти. Солтан тыныс булһа ла, Сулпан бер аҙ уйға ҡалған. Ныҡ икеләнһә лә, тәңкәләрен кеҫәһенә һалып юлын дауам иткән.
Шулай итеп, һәр ваҡыттағыса, Ҡарабуға юл башлаусы булып, өс юлдаш юлдарын дауам иткән. Баралар, ти, былар, баралар, ти. Бара торғас, өҫтө шау таш менән ҡапланған бәләкәй генә түбәнең уртаһында таш ярып үҫеп ултырған сауҡаға килеп сыҡҡандар. Сауҡаның япраҡтары ҡояшҡа ялтырап торған алтындан икән. Был юлы Солтан менән Сулпандың ғына түгел, Ҡарабуғаның да күҙҙәрендә осҡондар уйнап киткән. Ләкин Ҡарабуға тиҙ генә үҙен ҡулға алып, балаларҙы тыйып өлгөрөргә онотмаған:
– Әйттем бит, тағы бер һынау был беҙгә. Зинһар, бер тәңкәһенә лә теймәгеҙ, киттек тиҙерәк, – тип йәһәтләп алып китеү яғын ҡараған.
Сулпан, үҙенең һуңғы ваҡыт эйәләшеп киткән ғәҙәте буйынса, бер генә алтын тәңкәне бишмәтенең кеҫәһенә һалып алғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалған. Һәм бер ҡурҡыу белмәй, бер ни булмағандай, Солтандың артынан атлаған. Уларға бик алыҫ китергә насип булмаған төш ауыуға, тау итәгендә, оло ҡайынлыҡ ситендә генә һалынған ташландыҡ өйгә килеп еткәндәр. Өйҙөң янында ғына сылтырап тау шишмәһе ағып ята, ти.
– Бына ошонда туҡтарбыҙ инде, йәшәр өсөн, – тигән Ҡарабуға.
Шул көндән башлап, ташландыҡ ҡына өйҙө ипкә килтереп, йәшәй башлағандар. Тәүге төндә Сулпан өс тәңкәне лә өйҙән ситкәрәк йәшереп ҡуйған, ти. Икенсе көндә лә теймәй. Хатта тәңкәләр хаҡында онота ла башлаған була, сөнки яңы урында ни, эштән күп нәмә юҡ икән. Өсөнсө көн Сулпан бер үҙе генә шишмәнән һыу алып ҡайтып килә торғас, теге йәшергән ерҙән тәңкәләрен тартып сығара ла, оҙаҡ ҡына шулар менән уйнап ултыра. Уны уйынынан Солтан айыра.
– Сулпан! Ҡайҙа юҡ булдың? Һине һыуға ебәргәйнек түгелме, ҡайҙа һыуың? – тип Сулпан яғына яҡынлаша. Ҡыҙ, тиҙ арала ғына тәңкәләрҙе кеҫәһенә һалып ырғып тора ла, һыуын тотоп ағаһына ҡаршы атлай. Солтан бер ни һиҙмәй ҡала.
Шулай итеп кис еткәнен дә аңғармай ҡалған Сулпан, тәңкәләр тураһында бөтөнләй онотҡан. Арып-талып йоҡларға ятҡандар. Бер ни белмәй генә йоҡлап ятҡанда, ете төн уртаһында, ер һелкенә башлай, ти. Әле айыу булып, әле эт һымаҡ йә болан тауышы менән яман үкереп, саңдар борҡотоп, ерҙе урталай ярып, тәңкәләрҙең хужаһы – ен-пәрей килеп сыҡҡан, ти. Ҡарабуға лапаҫ аҫтында көйөш алып, йоҡомһорап ҡына ятҡан еренән һикереп торған, тегене өйгә яҡын ебәрмәгән, ҡаршы торған. Һыйырҙы күргәс, пәрей ҡапыл ғына тауышын да, һынын да кеше ҡиәфәтенә әйләндергән. Икәүһенең араһында бик сәйер генә һөйләшеү башланған:
– Әйттем-әйтке!? – тигән шарҡылдата көлөп, тамам кешегә әүерелеп бөткән, ти. Йәшел сапанлы, селт аҡ сәлләле, оҙо-он аҡ һаҡалын биленә ике уратып бәйләгән, балта һабындай ғына кәүҙәле, күрер күҙгә бик һылыу бер ҡарт тора икән.
– Сәләм-әйтке! – тип яуаплаған Ҡарабуға аптырап, үҙе лә һиҙмәҫтән. Аптырамаҫһың дамы? Уйын уйнағанда сәләмләшә торған һүҙҙән башланып киткән был һөйләшеү.
– Ерме, күкме? Һыумы, утмы?
Ҡылысмы, ҡамсымы?
Уйлағыҙ, һайлағыҙ,
Уйындан ҡалмағыҙ, –
тип һамаҡлап ебәргән булған теге ҡарт. – Уйын башланды, тимәк, – тигән устарын ыуып, торған ерендә орсоҡ кеүек әйләнеп китеп көлә, ти.
– Ниндәй уйын? – тип һораған Ҡарабуға аптырап, бер ҡатлы ғына.
– Минең тәңкәләрем, алтын, көмөш, баҡыр тәңкәләрем бына ошо өй эсендә кемдеңдер йылы кеҫәһендә ята. Минең рөхсәтемдән тыш уларҙы кем алды? Әллә белмәйем, тимәксеһеңме? Алған һәр нәмәнең хаҡын түләргә кәрәк, бына шул, – тип, ҡапыл көлөүенән туҡтап, ҙуу-ур, дә-әү ҡап-ҡара шайтанға әүерелеп киткән, ти. Ҡарабуға хатта уның бер ботондай ғына булып ҡалған. Шайтан шундай асыулы күҙҙәрен ялтыратып, емтек еҫе сығып торған һаҫыҡ ауыҙын Ҡарабуғаның ҡолағына уҡ яҡын килтереп, хәтәр итеп ыҫылдаған:
– Минең бер баҡыр, бер көмөш, бер алтын тәңкәләрем һеҙҙең өйҙә ята, кемегеҙ урлап алып китте, шул минең менән иртәгә алышҡа сыҡһын. Алыш һәр тәңкә өсөн берәр көн барасаҡ. Баҡыр тәңкә өсөн баҡыр тәңкәле ҡайын төбөндә, көмөш тәңкә өсөн—көмөш, алтын тәңкә өсөн алтын тәңкәле ҡайын янында буласаҡ. Иртәгә ҡояш ер өҫтөн тәүге нурҙары менән яҡтыртыуға баҡыр тәңкәле ҡайын төбөндә көтәм бурҙы. Ха-ха-ха-а, хи-хи-хи, – тип, шарҡылдап, нисек ер аҫтынан көтмәгәндә пәйҙә булһа, шундай тиҙлектә, бөтөн урманды һелкетеп, ерҙе тетрәтеп, күккә күтәрелеп юҡ булған, ти.
– Әгәр шул уйынға килешмәһәгеҙ, килмәһәгеҙ, алышһыҙ ғына барығыҙҙы ла ҡырып сығасаҡмын, – тигән тауышы оҙаҡ яңғырап торған.
Тышта булған ғауғаға уянған Солтан менән Сулпан да тәҙрәнән күҙәтеп тороп ҡалғандар.
Тәңкәләрҙең хужаһы китеп, тирә-яҡ тынысланмайынса бер кем дә урынынан ҡуҙғала алмай торған, ти. Тәү башлап Сулпан сәбәләнеп киткән. Ул ни эшләрен белмәгән. Шундай ҙур ғәйеп эшләрен күҙ алдына ла килтерә алмаған шул. Уйнар өсөн генә алынған тәңкәләр, үҙенең дә, яҡындарының да ғүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырыуына ышана алмаған.
Ҡарабуға Солтан менән Сулпанды саҡырып сығарған да:
– Йә, кем эше был? Мин һеҙҙе күпме тыя килдем, һөҙөмтәһе ошомо инде? – тип һораған, шундай үкенесле ҡараш менән был икәүгә.
– Был мин ул, мин. Мин берәр генә тәңкәне һиҙеүсе булмаҫ әле, тип уйланым, – тип үкһеп ебәргән Сулпан. Ғәйебе өсөн ергә тубыҡланып ғәфү үтенгән.
– Һин беҙҙең алда ғәфү үтенеү менән эш бөтмәй шул, балам, тәңкәләрҙең хужаһы бурлыҡтың хаҡын ҡайтарырға алышҡа саҡыра. Бала саҡта өләсәйемдән ишеткәнем бар ине был хаҡта, бик мәкерле, хәйләкәр, ҡанһыҙ нәмә ул. Имен ҡотолоуы икеле унан, – тип тәрән уйға ҡалған Ҡарабуға.
– Мин барам алышҡа. Арағыҙҙа мин ир затынанмы? Ир затынан. Үҙем барам, һеҙҙе һаҡларға мин бурыслы.
– Юҡ-юҡ барыһына ла мин ғәйепле. Мин генә һеҙҙе шундай ауырлыҡтар алдына ҡуйҙым. Үҙем күтәрәм барыһын да, минең өсөн һеҙ ғазапланырға тейеш түгел, – тип Сулпан өҙгөләнгән.
– Туҡтағыҙ, балалар! Туҡтатығыҙ был уйҙарығыҙҙы. Бурыс үтәү, ғәйеп таныу – былар барыһы ла яҡшы. Әлеге ваҡытта аҡыллыраҡ эш итергә кәрәк. Ғаилә булғас, ғаиләлә шундай ҡанун бар икәнен онотмағыҙ: шатлыҡ та, ҡайғы ла уртаҡ ул, берәү – барыһы өсөн, барыһы – берәү өсөн. Берәүебеҙ ҡылған ғәйеп өсөн барыбыҙ ҙа көрәшәсәкбеҙ, шунда ғына еңеп сығырбыҙ. Берҙәм булһағыҙ, еңелмәҫһегеҙ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр. Ә беҙҙең дошман бик хәйләкәр ҙә, мәкерле лә, ҡомһоҙ ҙа, ҡанһыҙ ҙа, – тип, Ҡарабуға тәжрибәлерәк икәнен Солтан менән Сулпанға ҡат-ҡат аңлата. Гөлйыһан әбейҙең йәне Хоҙай тәғәлә тарафынан ергә кире ҡайтарылыуы, балаларына янаған ҡазанан аралау шулай тиҙ генә килеп етер тип уйламай ине әле, ти. Бына уның үҙенә тәғәйенләнгән бурысын үтәү килеп тә еткән. Хоҙайҙың биргән әмерен иҫкә алыу ҙа уға хәтһеҙ көс өҫтәгән. Иң көсһөҙ әсәй ҙә балаларына үлем көҫәгән йыртҡысҡа тәүҙә үҙе ташланыр ине, бәпкәләренең ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн үҙен ҡорбан итер ине, тип тыныс ҡына ҡарар ҡабул иткән.
– Әйҙәгеҙ, буш һүҙҙәр менән ваҡытты үткәрмәйек. Миңә алышҡа әҙерләнергә ярҙам итегеҙ әле. Солтан, бар ике бысаҡ эшләп, ике мөгөҙөмдөң осона беркет, ныҡ итеп үткерлә, осло ғына булһындар. Ә һин Сулпан, ҡойроғомдоң осона ҡуша ҡамсы үр ҙә, иң осона өсмөйөшлө, үткер генә таш табып бәйлә. Тояҡтарымды ла ҡайраҡ менән үткерләгеҙ, – тип Ҡарабуға ҡыйыу ғына алышҡа әҙерләнә башлаған. – Тимәк, Хоҙай аңғартҡан бәлә ошолор инде. Ҡурҡмағыҙ, балаларым, беҙ еңергә тейеш икәнлекте һис кенә лә онотмағыҙ. Миңә ышанығыҙ, үҙегеҙгә, берҙәмлеккә ышанығыҙ. Һеҙ – ҡолонсаҡтарым һау-сәләмәт булһағыҙ, минән талап ителгәндең барыһын да үтәрмен, теләһә ниндәй алышта ла еңеп сығырға һәр саҡ әҙер. Һеҙҙең өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙермен, – тигән, ти.
Таң һыҙылыуға Ҡарабуғаны хәлдәренән килгәнсе көрәшкә әҙерләп, шау сәскәле аҡлан уртаһындағы баҡыр тәңкәле ҡайын төбөнә килеп еткәндәр.
– Ә-ә, килдегеҙме ни? Бик хуш, – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһалар, ҡайындың олоно буйлап бармаҡ башындай үрмәксе төшөп килә, ти, – ә-ә-ә, ниңә өсөгөҙ ҙә килдегеҙ? Мин бит тәңкәләрҙе кем урлаған, шуның менән генә алышам.
Солтан менән Сулпан юғалып ҡалғандар. Сулпан нимәлер әйтер өсөн ауыҙ асып ынтылған ваҡытта Ҡарабуға алға сығып уны бүлдерә:
– Беҙ – бер тамыр. Бер ғаилә,
Ғаиләмә мин – ҡәлғә.
Бала хаҡы тәңкә түгел,
Йәнем дә йәлкә түгел, –
тип һамаҡлаған, ти.
– Һыйырҙан да әҙәм балалары тыуа икән, – тип, хихылдап көлөп ебәрә үрмәксе, үҙе көлгән һайын ҙурая бара икән. Тауышы ла, күҙҙәре лә уҫалайғандан-уҫалая, ти. Кәүҙәһе ҙурайғандан ҙурайып дөйәләй булған да ҡуйған, ти. Шул арала үҫеп ултырған ҡайындың баҡыр тәңкәләре лә үрмәкселәргә әүерелә башлаған. Әллә нисә мең үрмәксе күҙ асып йомғансы ғына хәтһеҙ ау үреп өлгөргән. Теге дөйәләйе һанһыҙ аяҡ-ҡулдары менән Ҡарабуғаны йомарлап, ауға төрөп, ҡайын башына мендереп аҫып та ҡуйған, ти. Ҡарабуға ҡаршылашмаған да. Солтан менән Сулпан бер-береһенә ҡарап аптырашып ҡалғандар. Әллә Ҡарабуғаға бер-бер хәл булдымы, тип хәүефләнгәндәр.
– Ах! Нишләнем мин? Өс тәңкәнең хаҡы өсөбөҙҙөң ғүмер хаҡына төшөр микән ни? Харап ҡына иттем бит барыһын да, – тип устары менән йөҙөн ҡаплаған ҡурҡышынан Сулпан.
– Эх, бая үҙем генә сыҡманым, – тип әсенгән Солтан. Билендәге ҡылысын ҡынынан һурып ҡайын яғына бер-ике аҙым яһауы була, ҡайындағы меңәрләгән үрмәксе Солтан яғына боролоп уҫал ажғырып, әсе, һаҫыҡ ел сығарғандар. Ел Солтанды хатта аяҡтан йыҡҡан, ти. Шулай итеп Солтан менән Сулпан бер ни ҙә ҡыла алмағандар.
– Хәүефләнмәгеҙ, балалар, барыһы ла яҡшы булыр – тип, тауыш биреп өлгөргән, ти, Ҡарабуға, теге меңәрләгән ваҡ үрмәксе тағы ла һаҫыҡ ел сығара икән. Баяғы дөйәләйе һеләүһен дәүмәлле булып, һеләүһен тиҙлеге менән ҡайынға йәлп итеп менеп тә киткән. Ауға уралып хәрәкәтһеҙ ҡалған Ҡарабуғаға йүнәлгән, уға ағыуын сәсеп үлтерергә ашыға, ти. Ҡарабуға бер ҙә сәбәләнеп туламаған, шуны ғына көтөп торғанмы ни, бар көсөн туплап, үҙенә яҡынлашҡан дошманын ҡаршы алырға әҙерләнгән. Үрмәксе яҡынлашҡан яҡтан тояҡтары менән саҡ ҡына ауҙы йыртҡан да, һиҙҙермәй генә бысаҡлы мөгөҙҙәрен шул яҡҡа йүнәлткән, ти. Дошманы тамам яҡынлашып, мыйыҡтары менән Ҡарабуғаның хәлһеҙ, хәүефһеҙ икәнлеген ентекләп тикшереп алған. Ҡарабуға тын да сығармаҫҡа тырышып, һаҡ торған. Бер нисек тә үрмәксенең ағыулы ҡаҙауын үҙенә ҡаҙалтырға ярамай, ул ваҡытта эш харап буласаҡ. Оло үрмәксе инде сағам тигәндә генә, Ҡарабуға үткер тояҡтары менән үрмәксенең ҡаҙауын өҙә типкән, бысаҡлы мөгөҙҙәре менән башын өҙөп ташлаған.
Көтөлмәгән хәлдән барыһы ла албырғап ҡалған, меңәрләгән ваҡ үрмәкселәр урындарында ҡатып ҡалһа, Солтан менән Сулпандың йөҙҙәре яҡтырып киткән. Алыш барышында Ҡарабуға сырмалып торған ау ҙа бүһерелеп төшкән. Ҡарабуға ергә тәкмәсләгән, ә теге тәңкәләр хужаһының йәне кире бармаҡ башындай үрмәксегә әйләнгән дә ҡайындың олонона кереп юғалған. Туҡмалған көсөк тауышы менән шыңшып-шыңшып илай икән. Ваҡ үрмәкселәр иһә, ҡурҡыштарынан ҡалтыраша-ҡалтыраша, кире баҡыр тәңкәләргә әүерелгән, сылтыр-сылтыр зыңлап ҡайындың ботаҡтарына эленеп бөткәндәр, ти. Ҡарабуға тәкмәскән еренән һикереп торған да, ҡаты ғына һелкенеп тиреһенә йәбешеп бөткән үрмәксе ауҙарын төшөргән һәм балалар яғына әйләнеп ҡараған. Солтан менән Сулпан йүгереп килеп уның муйынынан ҡосаҡлап алғандар. Үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмайҙар, ти. Ҡарабуғаны тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡарайҙар, һөйәләр, яраталар.
– Көндәр ҙә ҡайһылай матурайып китте һуң әле! – тип балаларҙың иғтибарын икенсегә йүнәлтергә ашыҡҡан Ҡарабуға. Баҡтиһәң, ысынлап та баяғы уҫал елдәр ҙә тынған, болоттар ҙа таралған, бар тирә-яҡ һиллеккә күмелгән, әле генә бына ошо ерҙә үлемесле алыш та булмаған, тиерһең. Ҡып-ҡыҙыл шау сәскәле аҡлан уртаһында баҡыр тәңкәле оло ғына ҡайын, Солтан менән Сулпан тәү күргәндәге кеүек, сың-сың тәңкәләрен ҡояшҡа ялтыратып ултырыуын белгән.
Шулай итеп, беренсе алыш Солтандар өсөн уңышлы үткән, улар ҡыуанышып ҡайтырға ҡуҙғалғандар, ә ҡайын, тәңкәләрен сыңлатып, киләһе ҡорбанын көтөп ултырып ҡалған.
Өйҙәренә ҡайтып, рәхәтләнеп тамаҡ ялғап, ял итеп ятҡанда Ҡарабуғаның ҡолағы төбөндә генә шыбырлаған тауыш ишетелә:
– Һин иртә ҡыуанаһың түгелме? Ике көндән ҡайҙа килереңде онотма. Ана шунда мин һинең йәнеңде алырмын да ҡуйырмын, хи-хи-хи. Миңә ҡыҙың кәрәк. Үҙемә шундай шәп алмаш итеп үҫтерермен, хи-хи, – тип сабый тауышы менән сырҡылдап көлә икән теге ен-пәрей. Ҡарабуға тороп тирә-яғын ҡарай, бер кем дә юҡ, ти. Уның эҙләнгәнен күреп, Солтан:
– Ни эҙләйһең ул? Нимә булды? – тип һораған.
– Һеҙ бер нәмә лә ишетмәнегеҙме ни? – тигән Ҡарабуға.
– Юҡ ишетмәнек. Ә нимә ишетелә Һуң? – тип, улар ҙа тынып ҡалған.
– Ә-әй, юҡ та. Миңә бесәй балаһы мыйылдаған һымаҡ тойолдосо, – тигән булып, балаларҙың байрамын боҙғоһо килмәгән Ҡарабуғаның. Ваҡыты еткәс белерҙәр әле, тип уйлаған ул. Ә пәрей шундай һармаҡ булып сыҡҡан, һис тыныслыҡ бирмәгән, ти, Ҡарабуғаға. Ике көн буйы ҡолаҡ итен ашаған, мейеһен сәйнәгән.
Өсөнсө көн иртәнсәк иртә менән Ҡарабуға, Солтан менән Сулпанды уятып, юлға сыҡҡандар.
– Бөгөн алыш булырын ҡайҙан беләһең һуң һин? Уны теге көн дөмөктөрҙөң дә инде – тип тәтелдәгән, ти, Сулпан.
– Ә ниңә беҙ был юлы теге мәлдәге кеүек әҙерләнмәнек һуң? Бәлки, хәҙер ул беҙҙе көтмәйҙер ҙә, – тип икеләнеүен белгерткән Солтан.
– Ул миңә килеп әйтеп китте. Алыш булыр көндө пәрей үҙе тәғәйенләне. Барыһы ла яҡшы булыр, һәр хәлдә шуға ышанырға кәрәк. Бергә булһаҡ, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сығырбыҙ, тик һеҙ генә янымда булығыҙ. Аптырамағыҙ, мин хәлемсә әҙерләндем, бына тимер септә табып алдым, һыртыма, түшемә шуны ябып алырмын, – тип Ҡарабуға балаларҙы тынысландырырға тырышҡан, ти. Был юлы ул мөртәт мәкерлерәк ҡыланыр инде, тип эстән генә уйлап алған үҙе.
Шулай, хәбәргә әүрәп, көмөш тәңкәле ҡайын төбөнә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Ҡуйы ҡарағай урманы янындағы яңғыҙ һылыу ҡайындың көмөш тәңкәләре әллә ҡайҙан моңло сың сығарып тирә-йүнде үҙенә йәлеп итеп тора, ти.
Күп тә көттөрмәй, ҡайын артынан сырҡ-сырҡ көлөп өс-дүрт йәштәр самаһындағы туп-тумалаҡ ҡына бер бала килеп сыҡҡан да:
– Һағындым һине, ал мине, – тип, ҡулын һуҙып, Сулпанға етеп килә, ти.
Ах, бына кем икән, ике көн буйы минең ҡолаҡ итен ашаған нәмә, тип уйлап алған да Ҡарабуға:
– И-и-и, бәпәйем, һағындың дамы ни? Хәлдәрең нисек, арыу ғына торҙоңмо? – тигән булып, Сулпандың юлын быуып өлгөрә Ҡарабуға. Сабыйҙы хәбәргә әүрәткән арала тиҙ генә септәһен яптырып алған Солтандан. Был баланың күҙҙәренән осҡондар балҡып тора икән. Ҡарабуға Солтан менән Сулпанға сабыйҙың күҙенә ҡарамаҫҡа ҡушҡан. Баҡтиһәң, күҙҙәренә ҡараһаң, арбап-сихырлап донъяңды оноттороп, үҙе ни теләй, шуны эшләтә икән кешенән. Ҡарабуға үҙе лә уның күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышҡан. Тик һөйләшеүен дауам иткән, эстән ярһыуы ҡайнаһа ла, тыныслығын юғалтмаған. Ҡарабуға килеп еткәс, бала уның муйынын һыйпаған булып септәне сисергә маташа икән. Ул баланы яҡын килтертмәгән, мороно менән этеп кенә ебәргән, шул уҡ ваҡытта, форсатты файҙаланып, тибеп тә осормаған. Дошманының йәлләткес сағын файҙаланып, еңел еңеүгә ашыҡмауы пәрейҙең асыуын ҡабартҡан, сығырынан сығарған.
– Маңҡа, еңел еңеүҙе кәрәк һпнамайһыңмы? – бала уҫалланып аҡырып ебәргән, ҡулдарын юғарыға һоноп, торған урынында бәүелә башлаған.
– Улайһа, ал өлөшөңдө, – тип ыҫылдап, ҡолас етмәҫ йыуан, хәтәр оҙон йыланға әйләнгән, ти.
Көслө алыш башланған: йылан ҡойроғо менән Ҡарабуғаны йыға һуғып һыртынан сағырға итә икән. Ҡарабуға ла бирешмәгән, ҡойроғоноң осондағы осло ташы менән йыландың имәнес һыуыҡ, шыуғалаҡ кәүҙәһен ярайһы ғына һыҙырып яралап өлгөргән. Йыланға сағырға ирек бирмәй икән. Әле үткер тояҡтары менән, әле бысаҡлы мөгөҙҙәре менән йыланға ҡаршылыҡ күрһәткән. Ҡарабуғаның да, йыландың да арығаны һиҙелгән, ләкин береһенең дә бирешкеһе килмәгән. Ҡарабуға, нисек тә тура килтереп, йыландың башын өҙөргә тырышҡан. Тырыша торғас, йыландың башына ҡойроғоноң осондағы ташы менән ҡундырып ебәргән. Йылан саҡ ҡына иҫәңгерәп киткән арала мөгөҙөндәге бысағы менән башын өҙөп ырғытҡан. Йылан йомарланып, тулап-тулап барып ятҡан, ти. Бер аҙға тыныслыҡ урынлашҡан.
Йөрәктәрен устарына ҡыҫып, ни булырын күҙәтеп торған Солтан менән Сулпан йәнләнеп киткәндәр. Балалар ҙа, Ҡарабуға ла, алыштың тамаланыуына ышанып, бер-береһенә ҡаршы атлаған. Ләкин бер нисә аҙым яһауҙары була, ҡайын яғынан көслө ыңғырашыу ишетелә. Әйләнеп ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, ти, теге йыландың кәүҙәһе һыҙғырған тауыш сығара икән. Ул һыҙғырған ыңғайға ҡайындың көмөш тәңкәләре ваҡ ҡына меңәрләгән ялтыр-йолтор йыландарға әйләнгәндәр ҙә, ҡайындан тиҙ генә шыуып төшкәндәр. Ҙур йыландың өҙөлгән башын кәүҙәһе яғына һөйрәтеп алып баралар, ти. Ҡарабуға эштең ниҙә икәнлеген аңлап алған да, кире барып йыландың башын иҙгеләп ташларға уйлаған, ләкин өлгөрмәгән шул. Ҙур йыландың башы кәүҙәһенә барып етеүе була, шул арала кире урынына ялғанып, уңалып та ҡуйған. Был юлы ҙур йыландың асыуы хәтәр. Кәүҙәһенең ярты өлөшөнә тиклем турайып, башын тәпке башы һымаҡ кәксәйтеп, Ҡарабуғаға ҡарап тора, ти. Уның тирә-яғы тулы мыжғып торған ваҡ йыландар. Ҡарабуғаның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып киткән. Тағы ла шуны аңғарып ҡала ул: был ытырғаныс ваҡ йыландар бер тирәлә өйөлөшә, ти, таралышып китә алмайҙар. Ҙур йылан бик уҫал ыҫылдап, башын сайҡай-сайҡай Ҡарабуғаға ташланырға ынтыла, ләкин бер сикте сыға алмай. Шулай, тағы ла артҡа сигенеңкерәп килеп бер ынтылғанда ваҡ йыландарҙың бер-нисәһен үҙе менән эләктереп алып китә. Улары өйөлөшөп торған ерҙәренән саҡ ҡына айырылып китһәләр, һуҙылышып ята ла үләләр, ти. Ята торғас төрлө төҫтәге ептәргә әйләнә лә ҡуялар икән. Ҡарабуға теге яҡтан, был яҡтан яҡынлап ҡарай, күҙәтә торғас аңлап ала: баҡтиһәң, был ыбыр-сыбырҙар ҡайындың күләгәһе аҫтынды ғына йәшәй ала, ҙур йылан һымаҡ бөтә ерҙә лә йөрөй алмай икән. Шуның өсөн дә Ҡарабуғаны ҡайындың күләгәһенә индерергә тырыша, ти, былар. Ҙур йылан да уны төрлөсә алымдар менән күләгәгә яҡынлатмаҡсы итә. Ул ваҡытта билдәле инде, Ҡарабуғанан бер ни ҙә тороп ҡалмаясаҡ. Ҡарабуға хәйлә менән алдырмаҡ була. Ул үҙенең бөтөнләй хәлһеҙләнгәнен күрһәтергә тырышып, сайҡала-сайҡала яйлап ҡына йыландарға яҡынлашҡан. Шуны көтөп кенә торған ҙур йылан өйкөмөнән айырылып сығып Ҡарабуғаға ташлана. Ҡарабуға уйланған хәйләһе менән тимер септәле һыртын йыландан саҡтырырға форсат биргән булған. Ул тештәрен Ҡарабуғаның һыртына ҡаҙарға итә, ләкин тештәре тимер септәгә эләгә. Шуны ғына көткән Ҡарабуға, йәһәт кенә септәне үҙенән сисеп йыландың башына ураған. Йылан бар асыуына тулай, башын сайҡатып, септәнән ҡотолор әмәл тапмай, ти. Ҡарабуғаны ҡойроғо менән дә, тоҙаҡлы башы менән дә ҡаты ғына туҡмарға керешкән. Улар һуғышҡан ер ҡара тупраҡҡа әйләнгән. Ул арала теге ыбыр-сыбыр йыландар Ҡарабуғаны бер-нисә ерҙән сағып өлгөрә, ләкин Ҡарабуғаға улар менән булышырға форсат булмаған шул. Ҙур йыландың башын септә менән уралған еренән генә өҙөп ырғытҡан. Был юлы ул йыландың башын ҡайындың күләгәһенән алыҫҡараҡ типкеләп алып киткән дә, шунда үткер тояҡтары менән иҙгеләй башлаған. Йылан йәш кенә сабый тауышы сығарып, үкһеп-үкһеп илай, ти:
– Әләй-әләй!!! Үлтермә-ә-ә! – тип сыйылдап ҡысҡырған. Башһыҙ кәүҙәһе нисектер ҡайындың күләгәһе аҫтына шыуып барып ятҡан да, томанға әүерелеп, ҡайындың олонона инеп юҡ булған.
Ҡарабуға иҙгеләп ташлаған йыландың башы ла юҡҡа сыҡҡан, ҡоро септә генә ятып ҡалған, ти. Теге ваҡ-ваҡ ҡына йыландар ҙа ҡалтыраша-ҡалтыраша көмөш тәңкәләргә әйләнеп, ҡайындың ботаҡтарына эленеп бөткәндәр. Ҡара тупрағы әйләнеп ятҡан ерҙе лә үлән баҫҡан, әйтерһең, бына әле генә ошо ерҙә бер ниндәй ҙә үлемесле алыш булмаған. Шундай матур һиллек урынлашҡан, ти.
Ҡарабуға Солтан менән Сулпан яғына атлауы була, хәле бөтөп ергә ауа. Ваҡ йыландарҙың ағыуы эҙһеҙ ҡалмай.
– Мине нисек тә эңер төшмәҫ элек алып ҡайтып өлгөрөгөҙ, юғиһә, ҡараңғыла теге йыландар... – тип кенә әйтеп өлгөрә лә иҫен юғалта. Ауыҙынан, танауынан ап-аҡ булып күперектәр аға, ти. Беленер-беленмәҫ кенә тын алған. Солтан менән Сулпан илаша-илаша йәш ағастарҙан һөйрәтке эшләп, Ҡарабуғаны шунда һалып һөйрәткәндәр. Көстәре етмәй ыҙалағандар, ти, бисаралар. Шулай ҙа эңер төшмәҫ борон ҡайтып еткәндәр. Баҫып торорлоҡ та хәлдәре ҡалмаған. Ҡарабуғаны икеһе ике яҡтан ҡосаҡлап, лапаҫ аҫтында таң аттырғандар.
Өс көн иҫенә килмәгән Ҡарабуға. Солтан менән Сулпан бер минутҡа ла уның янынан китмәгәндәр. Алмаш-тилмәш ауыҙына һыу тамыҙып, яраларына май һөртөп торғандар. Ҡарабуға күҙгә күренеп һурыҡҡан, йыландарҙан сағылған елене таш һымаҡ шешкән, унан һуң тишелеп аҡҡан, ти. Һөйләшеү һәләтен юғалтҡан. Солтан андыҙ тамыры табып алып ҡайтып, төнәтмәләр эшләп эсергән. Андыҙ яҡшы ярҙам иткән, ҡутырлаған яралары ҡубып төшкән, тиреһе сереп ҡойолған елене бөтөнләй ҡороған. Яйлап ҡына хәрәкәт итә башлаған. Ниңәлер үҙен бөтмәҫ бушлыҡ эсендә кеүек хис иткән, нимәлер етешмәй икән. Кәүҙәһенеңме, йөрәгенеңме, күңеленеңме яртыһы әллә ҡайҙа ятып ҡалған һымаҡ, ти. Ал-ял белмәй илаған бала тауышы бер баҫылып китә, бер үҙәкте өҙә яҙып яңынан ярһыған. Был теге пәрейҙең йәне икәнде аныҡ ҡына иҫләй, әммә бик күп нәмәләргә төшөнөп етмәй аҙапланған.
Етенсе көн генә аяғына баҫҡан Ҡарабуға. Солтан менән Сулпан төрлө дауалары менән уны йөрөр хәлгә килтергәндәр. Унынсы көн тигәндә Сулпан уны туғайға үлән утларға төшөрә. Ҡарабуға туғайға төшә, тик үлән ашамай икән, ян-яғына ҡаранып, тәбиғәтте күҙәтеп тик тора икән. Сулпан уны иркәләп:
– Аша, Ҡарабуға, аша. Иртәнге ысыҡлы үлән шифалы ул. Ысыҡ кипмәҫ элек ашап ҡал, – тип муйынынан һыйпаған.
“Мин ниңә үлән ашарға тейеш икән? Ә ниңә Ҡарабуға? Ҡарабуға, Ҡарабуға… Ах! Ысынлап та, минең Ҡарабуға тигән ҡап-ҡара ғына һыйырым бар ине ләһә. Һуңғы ваҡыт улар икәү гел бергә инеләр түгелме һуң? Бергә булдылар шул. Нисек әле ул? Эйе, ҡайын… йылан… Ә Ҡарабуға ҡайҙа?” Ул буталсыҡ уйҙарынан йәһәтерәк ҡотолмаҡ булып, ҡапыл Сулпанға әйләнеп ҡараған да:
– Ҡарабуға ҡайҙа? – тип ҡысҡырып ебәргән, ти. Был уның йыландан сағылып, иҫен юйғандан һуң әйтелгән беренсе һүҙе икән. Сулпан терт итеп ҡалһа ла, асыуланмаған, киреһенсә, шатлығы эсенә һыймай ҡысҡырып көлөп ебәргән.
– Бына тора Ҡарабуға. Бына ул, – тип, Сулпан Ҡарабуғаның ике мөгөҙөнән тотоп, маңлайын маңлайына терәп уның күҙҙәренә ҡараған, – бына тора, миңә ҡарап, – тип, һыйырҙың башын һелкетә, ти.
– Сулпаным! Балаҡайым! – Гөлйыһан әбейҙең танһыҡ тауышы яңғырыған. Ҡыҙын кешеләрсә күкрәгенә ҡыҫып һөйгөһө килгән уның. Ошо ерҙә ул барыһын да иҫенә төшөрә һәм аңлай: йылан ағыуынан күп тә үтмәй Ҡарабуғанын йәне һурылып сығып китте бит.
– Бына нимәм юҡ икән? Ҡасандан бирле аҡылымды йыя алмайым, балам. Мин кем дә, нимәмде юғалттым, тип баш ватам. Иҫемә төштө барыһы ла. Хәҙер Ҡарабуғаның тәнендә тик минең генә йәнем ҡалды. Йыландарҙың зәһәрле ағыуы Ҡарабуғаның йәнен ҡыйҙы бит.
– Солтан ағай, кил әле бында, – Сулпан ағаһын саҡырып алған. Солтандың ашыҡ-бошоҡ йүгерә һалып килеп еткәнен Ҡарабуға тәү күргәндәй һоҡланып ҡаршы алған.
– Солтаным! Солтаным минең, үҫкәнем! – тип, Ҡарабуға Солтандың иңенә башын һалған.
Әсәһенең яғымлы тауышы балаларҙы бигерәк ныҡ тулҡынландырған. Улар өсәүләп бер ғауым ҡосаҡлашып торғандар, ти.
– Балалар, беҙ хәҙер өсәү генә ҡалдыҡ, – тип, Гөлйыһан Ҡарабуғаның йәне уларҙы ташлап китеүе, алда тағы бер алыш барлығы хаҡында тыныс ҡына һәм шул уҡ ваҡытта бик етди генә һөйләп алған, ти, – рәхмәт, Солтаным, Сулпаным! Аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Бына шулай берҙәмлектә – көс, шуны онотмағыҙ. Был минән һеҙгә васыят булыр, – тип тә өҫтәгән, һүҙен йомғаҡлағандай.
– Әсәй! – Сулпан үҙе лә һиҙмәҫтән шулай тип ысҡындырған да тынып ҡалған.
– Шулай тигеҙ. Ә ниңә әсәй тимәҫкә? Аллаға шөкөр, минең күкрәк һөтөмдө имеп үҫтегеҙ, имсәк ташлағас, Ҡарабуғаның һөтө ғүмерегеҙгә бәрәкәт, тәнегеҙгә шифа бирҙе. Һеҙҙең өсөн ул үҙенең тәнендә минең йәнемә лә урын тапты. Әле бына йәне һәләк булһа ла, тәне беҙҙең менән бергә, – тип балаларҙы иркәләгән, ти.
– Әсәй! – Сулпан өҙөлгән һүҙен дауам иткән, – бәлки, теге тәңкәләрҙең эйәһе башҡа көрәшкә килмәҫ, дөмөкмәнеме икән ни йәне?
– Юҡ, балам. Мин иҫ ала башлағандан, ҡолаҡ төбөндә шыңшып илап йөҙәтә. Башта аңламай аптыраным. Ул да ныҡ ҡына йәрәхәтләнде бит, илай. Әле көнөн әйтеп һөйләшерлек, алышҡа сығырлыҡ түгелдер. Мин дә үҙемде әллә ни яҡшы тоймайым. Ҡарабуғаның йәне булмағас, ни эшләргә белмәй аптырандым бит. Ул әле үҙе ни эшләргә теләй, шуны эшләй ҙә йөрөй торғайны, – тип аптыранған, өҙгөләнгән Гөлйыһандың йәне, – һеҙҙе ҡосаҡлап һөйгөм килә, ике аяҡта йөрөгөм, тәмле итеп һеҙгә сәйҙәр яһап эсергем килә. Ҡарабуғаның йәне һау саҡта бер ҙә улай түгел ине һымаҡ. Уның эшләгәндәрен күҙәтеп йөрөй инем дә , шуға риза инем.
– Аңлайбыҙ, әсәй, хафаланма, зинһар! Әйҙә тәмле итеп сәйҙәр ҡайнатабыҙ, икмәген дә, бутҡаһын да табырбыҙ. Һиңә лә, беҙгә лә тәмле булһын, ана, ҡуҙғалаҡтар, ҡымыҙлыҡтар табып ашайыҡ. Һиңә һауығырға кәрәк бит, – тип Солтан, бөтөнләй оло кешеләр һымаҡ, хәстәрлекле генә һөйләшеп алып киткән, ти. Хас та атаһы, тип һоҡланып торған Гөлйыһандың йәне. Улар шулай Солтан әйткәнсә эшләгәндәр ҙә, ти. Бигерәк күңелле итеп ял иткәндәр: болондар буйлап сабышып шаярғандар, бәләкәй саҡтарын, үҙҙәренең өйөндә бер ҡайғыһыҙ, бәхетле йәшәгән саҡтарын иҫләп рәхәтләнгәндәр. Көндөң матурлығы, ҡоштар һайрауы, күбәләктәр осоуы, тауҙар ҡуйынынан сыҡҡан шишмә һыуының тәмлелеге, сылтрап аҡҡан тауышының ҡолаҡтарҙы иркәләүе уларҙың бәләкәй байрамына йәм генә өҫтәгән. Гөлйыһан үҙен шундай бәхетле тойған. Тик көс кенә самалы булған, тиҙ арыған. Бер яҡтан теге илаҡ бала тауышы мейеһен сатнатһа, икенсе яҡтан яңғыҙ ҡалған йәне һыйыр тәненә өйрәнә алмай аҙаплана, ти.
Кис улар өйҙәренә ҡайтып ял итергә ятҡандар. Солтан менән Сулпан бер ни белмәй йоҡлап киткән. Бер ни тиклем ваҡытҡа бала тауышы тынып ҡалғас, Гөлйыһан да тәмле йоҡоға талған. Матур итеп төштәр күреп кенә йоҡлап ятҡанда, сысҡан ҡыштырлаған тауышҡа уянып китә. Тәүҙә ул өй мөйөшөн ҡыштырлатып тырнаған, унан лапаҫ башы ябылған йоҡа трансаларҙы дығырлата башлаған. Тауыш көсәйгәндән-көсәйә икән, Гөлйыһан бының сысҡан түгеллегенә шундуҡ төшөнгән һәм күпме генә йөрәге дарҫлап типһә лә, дошманының балаларын уятмауын теләп (бер юлы тегенең ниндәй ҡиәфәттә икәнен күрер өсөн), ҡаршы сыҡҡан. Ҡарабуғаның шәүләһе күренеүе була, лапаҫ башында йөрөгән шайтан, оҙон ҡойроғон һөйрәлтеп, йәлп итеп килеп тә төшә. Бынан алда ҡыланғанса шарҡылдап та, хихылдап та көлмәй, ти, бер ғауым Ҡарабуғаның күҙҙәренә тексәйеп торған. Әллә сихырларға, әллә арбарға теләгәндер инде, ләкин бер нәмә лә эшләй алмаған. Сөнки Ҡарабуға үҙенең көсөнә шундай ышанған була, унда бер остоҡ та ҡурҡыу әҫәре ҡалмаған. Зәһәр ҡараштары менән шайтандың үҙен тереләй йоторҙай итеп ҡараған, хатта теге мөртәт ни эшләрен белмәй юғалып ҡалған. Тора-торғас, ниһайәт, һүҙгә килгән. Ҡәҙимге әҙәмдәрсә һөйләшә, ти был:
– Хәлдәр нисек, тиеп һорап тороу кәрәкмәҫ, күреп тороуымса, хәлең әллә ни шәптән түгел. Минең тәҡдимем бар, шуға риза булһаң, алышһыҙ ҡотолорһоң. Йә, ризамы?
– Ниндәй тәҡдим бит әле, тыңлап ҡарайыҡ, булмаһа, – тип яуап биргән Ҡарабуға.
– Тәңкәләрҙе бит һин алманың, кем алған, шуны миңә бирһәң, барығыҙ ҙа һау ҡалыр. Ҡыҙыңды бир, байлыҡта йөҙөп кенә йәшәр. Бик ҡартайҙым хәҙер, үҙемә алмаш та кәрәк.
– Юҡ!!! Һәм юҡ!!! Һиңә лә минең кем икәнлегемде белеү фарыздыр хәҙер. Һинең алдыңда ошо өйҙә йоҡлап ятҡан балаларҙың үлгән әсәләренең йәне тора. Хоҙай Тәғәлә ҡушыуы менән минең йәнем ергә кире ҡайтарылды. Ул тиккә генә түгел, бына һинең кеүек хәйләле, ҡанһыҙ, мәкерле ҡара көстәрҙән гонаһһыҙ бер ҡатлы балаларымды һаҡлап ҡалыр өсөн. Уларҙы аҡыллы, ғәҙел, көслө итеп үҫтереп өлгөрә алмаһам да, кескәй генә күңелдәренә изгелек орлоғо сәсеп китеү миңә йөкмәтелгән. Минең балаларымдың зирәклеге, халҡымдың ер-һыуын, тәбиғәтен һаҡлауға, ярҙамға мохтаж булған әҙәмдәрҙең тормошон еңеләйтеүгә, изгелек ҡылыуға сарыф ителһен өсөн, батыр йөрәкле ышаныслы кешеләр итеп тәрбиәләү – минең бурыс. Уларҙың да киләһе быуын алдында бурысы шул. Һинең менән минең уртаҡ малым да, уйым да юҡ. Минең хәлде һорашҡан булаһың, үҙеңдең дә хәлең шәптән түгел. Әллә ҡурҡа ла башланың инде? Мин һине дөмөктөрмәй тороп был ерҙәрҙән китәһем юҡ!
– Ярай-ярай, әйҙә, һин әйткәнсә булһын, әләйһәң. Иртәгә иртүк алтын тәңкәле ҡайын төбөндә көтәм. Алтын хаҡы баҡыр менән көмөштөкө кеүек кенә булмаҫ, – тип шайтан, уйламаған-көтмәгәнсә, һин дә мин риза булып, бик ҡәнәғәт кенә һикерә-төшә китеп юғалған.
Юха йылан, тағы нимәләр уйлап табырһың икән, тип баш ватып, Гөлйыһан пәрейҙе оҙатып ҡалған. Ысынлап та бик мәкерле хәйлә ҡормаҡсы, ти, был хәсис. Шайтан башында ни барын шайтан үҙе генә белә инде.
– Ярай-ярай, һин әйткәнсә булһын, әләйһәң, – тип, Гөлйыһан шайтанды үсекләп, уның һуңғы һүҙҙәрен ҡабатлаған да, – туҡта-туҡта, тауышы ла таныш һымаҡ, һүҙҙәре лә. Нимәгә ишара яһаны әле был ләғнәт һуҡҡыры. Тағы нимәләр ҡыланыр икән? – тип, үҙ алдына һөйләнеп алған. Шайтандың кинәйәле һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнә алмай, ҡайтып ятһа ла, йоҡлай алмаған, ти.
Иртән таң беленер-беленмәҫ элек тороп балаларҙы уятҡан. Хәлде һөйләп биргән дә, тиҙ-тиҙ генә алышҡа әҙерләнә башлағандар. Әҙер булғас, юлға сыҡҡандар, нимәһендер онотоп ҡалдырған һымаҡ хис иткән Гөлйыһан. Ҡарабуғаны юҡһыныуым шул тиклемдер, тағы теге “әләйһәң” тигән һүҙ ҙә бер ҙә баштан сыҡмай, тип уйланып барған.
Алтын тәңкәле ҡайын Солтандарҙың өйөнән алыҫ түгел. Килеп етһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр: шул ҡайындың төбөндә ашъяулыҡтар йәйеп, тирләп-бешеп аталары – Йыһанша ҡарт сәй эсеп ултыра, ти. Алдында ниндәй генә ризыҡтар юҡ. Үҙе шундай шат, әйтерһең дә, әбейе, балалары менән бер ҡасан да айырылмаған да, сәйҙәр ҡайнатып уларҙы көтөп ултырмаһынмы. Гөлйыһан ҡапыл шайтандың кисәге һүҙҙәрен иҫенә төшөргән: “ярай-ярай, һин әйткәнсә булһын, әләйһәң” Был бит Йыһанша ҡарттың һәр саҡ әбейенә яратып ҡына әйтә торған һүҙҙәре була торғайны бит. Тимәк, был унда, өйҙә лә булып өлгөргән, тигән уй мейеһен телеп үткән. Ҡарабуға балаларҙы иҫкәртеп тә өлгөрмәй ҡала, Йыһанша ҡарт ултырған еренән тороп, ҡулдарын йәйеп:
– О-оһо-һой! Бына барыбыҙ ҙа теүәлләндек, әйҙәгеҙ, балалар, әйҙә, ҡарсыҡ, рәхәтләнеп сәй эсеп алайыҡ, – тип, ҡулдарын һуҙып быларға килә башлаған.
– Юҡ! Юҡ! – тип, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән Гөлйыһан, үҙен үҙе аямай. Ул арала бер ни ҙә аңламаған балалар, аталарын күреүгә шундай ҡыуанып, Йыһанша ҡартҡа табан йүгергәндәр, ти.
– Атай! Атай!? Ана, атай беҙҙе эҙләп килгән, – тип, Сулпан иң алдан саба, ти. Бер нәмә лә аңлатып өлгөрә алмаған Гөлйыһан, быларҙы ҡыуып етеп, Сулпан менән Йыһанша ҡарт ҡосаҡлашабыҙ тигәндә генә, ҡартты әйләндерә һөҙөп ырғытҡан. Теге тәкмәсеп барып төшкән дә:
– А-ай-ай, билемде! О-ой, түшем, ҡабырғаларым!!! Балам, Сулпан, ярҙам ит! – тип, йәлләткес тауыш менән ҡысҡырып бәлә һала, ти. Ике ҡулын һуҙып, Сулпандан ярҙам һорап ялбарған.
Сулпан атаһын шундай йәлләгән.
– Теймә атайыма, үлтерәһең бит. Ул бит беҙҙең атай, танымайһыңмы әллә? Шәрғиә әбей уны ла өйҙән ҡыуып сығарып ебәргәндер инде, – тип, һаман да теге ҡартҡа ынтыла, ти. Башҡа сара ҡалмағас, Ҡарабуға албырғап ни эшләргә белмәй аптырап ҡалған Солтанға ҡарай, мороно менән төртөп ебәргән. Балалар икәүләшеп ҡосаҡлашып тәгәрәп барып төшкәндәр.
– Ул атайығыҙ түгел! – тип, кенә әйтеп өлгөрә Ҡарабуға, тәкмәсеп ятҡан еренән һикереп килеп торған Йыһанша балаларға ярҙамға ташлана. Ул Сулпанға ҡулын һуҙа, йәнәһе, тартып торғоҙорға итә. Билдәле, Сулпандың ҡулын тотоу менән, ҡарт булып ҡыланған пәрей, бөтмәҫ зәхмәтен ебәреп, ҡыҙҙы үҙе кеүек мәңгелеккә пәрейгә әйләндерәсәк. Ҡарабуғаның асыуы ҡабара. Ул шундай көслө тиҙлек менән ҡойроғондағы осло ташты ҡарттың маңлайына сәпәй. Ҡарттың һуҙылған ҡулы Сулпанға барып етмәй, осоп барып ята. Был юлы тәңкәләрҙең хужаһы, Йыһанша ҡарт булып ышандырыр хәле ҡалмағас, шундай ғәрләнә, асыулана. Һикереп тора ла, Ҡарабуғаға ҡарап, үңәсен һоноп, ҡурҡыныс итеп ҡысҡырып ебәрә. Тегеләй-былай туйтанлап ҙурайғандан-ҙурая бара, ғарх-ғорх килеп нимәгәлер әүерелә башлай.
Йығылған ерҙәренән торорлоҡ та хәлдәре ҡалмаған балалар ҡурҡышып артҡа шыуыша башлайҙар, ти. Ҡарабуға Солтандың күҙҙәренә ныҡ итеп төбәлеп ҡараған да:
– Әгәр мин был алышта еңелә ҡалһам, һуштан яҙып йығылһам, һүҙ бир, йәлләп тормай, тиҙ генә килеп минең ҡорһағымды ярырһың! – тигән, ти. Солтан ҡурҡышынан тағы ла артҡараҡ шыуышҡан.
– Юҡ-юҡ!!! Юҡ! Улай итә алмайым!
– Һүҙ бир, тиҙ генә, ваҡыт юҡ!
– Нисек? Ниңә кәрәк ул?
– Шулай кәрәк булыр! Шунһыҙ һин Сулпанды ла, үҙеңде лә һаҡлай алмайһың. Мин дә булыша алмам. Беҙҙе үлтерһә, һеңлеңде үҙе кеүек пәрейгә әйләндерә. Шуны теләйһеңме?
– Юҡ-юҡ! Уны ла теләмәйем, ләкин… Ҡарабуға (Гөлйыһан) Солтандың һүҙен ҡырҡа бүлә:
– Башҡа аңлатып торорға ваҡыт ҡалманы, – тигән, ҡараштарын пәрейҙән алмай ғына, – мин хәлдән тайғансы һуғышасаҡмын. Тик йәнемде генә дошман алмаһын. Был Ҡарабуғаның тәнендә лә йәнем тора алмаҫлыҡ булып йығылһам, бына атайыңдың ошо ҡылысы менән ҡорһаҡты ярып йәнемде тышҡа сығар. Бишкә ярылыр, бишкә төрләнер, әммә йәнем артабан көрәшер. Дошманды дөмөктөрмәй тороп, тыныслыҡ урынлаштырмайынса, был ерҙәрҙән китәһем юҡ. Шулай итеп кенә мин һеҙҙе һаҡлай алырмын. Йә! Һүҙ бир! – тип ҡысҡырған Гөлйыһан сабырлығын юйып.
– Һүҙ бирәм! – тип саҡҡа әйтә алған Солтан. Улар һөйләшкәнсе, теге ҡарт ауыҙынан уттар бөркөп торған аждаһаға әүерелгән. Ҡойроғоноң оҙонлоғо ғына өс метр самаһы икән. Ағастар араһынан үткәндә уның дәү кәүҙәһе ағастарҙы йығып китә, аяғының аҫтында таштар иҙелеп ятып ҡала, ти.
Көсөргәнешле алыш башланған: ер һелкенгән, ағастар ауған, үләндәр ҡара тупраҡҡа әйләнгән. Аждаһаның үтә ҙурлығы, ҡойроғоноң оҙонлоғо бер яҡтан Ҡарабуға өсөн отошло ла булған. Ағастар ҡуйы ерҙә тегегә хәрәкәт итеүе ҡыйын икән. Шунлыҡтан Ҡарабуға асыҡҡа сығырға тырышмаған. Был юлы бик оҫта һуғышҡан, кәүҙәһе лә еңел, хәрәкәттәре лә сос килеп сыға, ти. Хатта ике тапҡыр аждаһаның ҡойроғо буйлап менеп, дошманын хәтһеҙ генә йәрәхәтләп төшә. Аждаһаның башына барып етерлек түгел, муйыны оторо оҙон булған. Ҡойроғоноң осондағы суҡмары ла ныҡ ҡына ҡамасау яһаған. Ауыҙынан бөркөп сығарған утына тура килеүҙән һәм суҡмарҙан бик сос һаҡланырға кәрәк булған Ҡарабуғаға. Бөрккән утынан үләндәр ҡара көйә, ағастар янып ауа. Шулай итеп, ҡаты алыша Ҡарабуға аждаһа менән. Мөгөҙөндәге бысаҡтары, үткер тояҡтары ярҙамында дошманының хәлен ала. Күпме генә тырышмаһын, көстәрҙең тигеҙһеҙлеге үҙенекен эшләгән инде. Суҡмар эләгеп ҡабырғаларының һынғанын яҡшы һиҙһә лә, бирешмәй. Нисек тә шул суҡмарҙы юҡ итеү, унан аждаһаның башына етеү була уның маҡсаты. Ул ныҡ ҡына дәү ҡарағас табып шул тирәлә әйләнә һәм тура килтереп шул ағасҡа аждаһаның ҡойроғон уралтып өлгөрә Йәшен тиҙлегендә уны өҙгөләп ташлай. Был аждаһаны сығырынан сығара. Уның күҙенә инде Ҡарабуғанан башҡа бер ни күренмәгән. Ағастар араһында ла асыҡтағы кеүек елеп йөрөй башлаған. Ҡарабуғаның ҡаршы алышырға әмәле ҡалмаған. Ул бар көсөнә ҡаса башлай. Ҡаса торғас, ҙур бер соҡорға тура килеп, тәгәрәп төшөп киткән. Әллә кеше ҡулынан, әллә ҡар һыуынан шулай тәрән өңөлгән был соҡор тауҙың итәгенә тиклем һуҙылған. Үр яҡтан ҡая һымаҡ текә булһа, түбәнгә табан һөҙәкләнә икән. Соҡор барлыҡҡа килгәндә тамырҙары зыян күргән ҡарағастар, ергә ҡаҙап ҡуйылған һөңгөләрҙе хәтерләткән. Ҡарабуға ныҡ имгәнеп, соҡор төбөндә бер хәрәкәтһеҙ ҡалған. Уны ҡыуып килгән аждаһа соҡор төбөндәге ҡорбанын йыртыслап ташламаҡ булып, соҡор эсенә муйынын һуҙған, ләкин буйы етмәгән. Асыуынан сигенеп килеп тағы йән көсөнә ынтылыуы була, һөңгө кеүек торған ҡарағастарға түшенән, муйынынан сәнселгән дә ҡуйған, ти. Яман тауыштар сығарып тулаған-тулаған, ти, әммә тамырҙары ергә һеңгән һөңгөләр аждаһа өсөн әҙер тоҙаҡ булып ҡалған. Ул тоҙаҡтан ысҡына алмағас, бөтә зәһәрен йыйып Ҡарабуғаның өҫтөнә ут бөрккән. Иҫенә килә алмай ятҡан Ҡарбуға тәнендәге Гөлйыһанға ут тоҡанған. Ул тәненең әсетеүенә һиҫкәнеп күҙҙәрен асһа ла, ҡуҙғалырлыҡ булмай. Аҡтыҡ көсөн йыйып ул соҡорҙоң аҫ яғына, һөҙәккә ҡарай тәгәрәрҙәй ерҙә тәгәрәп, шыуышырҙай ерҙә шыуышып түбән төшкән.
Ул арала быларҙың юлынан ҡыуып сыҡҡан Солтан менән Сулпан да килеп еткән. Тауҙың итәгенән һарҡып сыҡҡан шишмә һыуын ташып Ҡарабуғаның утын һүндергәндәр. Ә аждаһа тулап эш сығара алмағас, бар ғына һәләте менән тағы әллә ниндәй ҡиәфәткә әүерелә башлай. Был юлы бик яғымлы ғына мөләйем әбейгә әйләнгән.
Солтан менән Сулпан Гөлйыһанды ни эшләтергә белмәй өҙгөләнәләр, ти. Әсә йәне иһә, бар көсөн йыйып:
– Алыш бөтмәне әле, бик һаҡ булығыҙ. Ә хәҙер, Солтаным, ҡыйыулығыңды йый ҙа, баяғы мин әйткәнде эшлә. Был минең һуңғы үтенесем. Үтә! – тигән, ти. Солтан менән Сулпан тубыҡланып ултырып илағандар. Бер нисек тә Солтандың ҡулы күтәрелмәй, ти, Ҡарабуғаның ҡорһағын ярып ебәрергә. Балалар ни эшләргә белмәй торған арала, теге әбей орсоҡ кеүек өйөрөлөп, таҡмаҡ әйтеп бейей-бейей быларҙың янына килә ята, ти. Ҡулында тырыз, тырызы тулы еләк. Еләктәре турғай башындай эре, һутлы, әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп торған хуш еҫле икән. Еләктән ҡайтып килә, йәнәһе, быларҙы күреп ҡалған булып һүҙ ҡуша:
– Э-эй, балаҡайҙар, ни эшләп тораһығыҙ бында? Ҡалай ғына йонсоп бөткәнһегеҙ үҙегеҙ. Әллә берәй бәләгә тарынығыҙмы? – балаларға ҡулын һоноп етеп килә икән. Солтан бар ҡыйыулығын йыйып, ҡылысын ҡынынан һурып Ҡарабуғаға яҡынлаша. Ә әбей:
– И-и-и, бынауы ҡыҙ баланың аслыҡтан йонсоп, тилмереп кенә ултырыуҙары, кемдәр генә һеҙҙе шул көндәргә ҡалдырҙы икән? Мә, булмаһа, еләктән ауыҙ ит. Мә-мә, ҡыҙым, – тип Сулпанға еләк һона, ти. Ҡарабуға һуңғы көсөн йыйып ызылдаған. Солтан хәлде аңлап, тиҙ генә Ҡарабуғаның ҡорһағын ярып ебәргән. Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ, ләкин ҡылыс барып тейеүе була, Ҡарабуғаның ҡорһағы үҙенән-үҙе ярылып китә лә, унан ҡап-ҡара ғына биш эт көсөгө килеп сыға. Улар шундай етеҙ, шундай состар, ти. Тырнаҡтары ҡояшҡа ялтырап торған еҙ икән. Ҡарабуғаның ҡорһағынан килеп сығыу менән, теге әбейгә ташланғандар. Мәж килеп, бишеһе биш яҡтан абалап өрәләр, ти. Әбей:
– Э-эй, суҡынғырҙар! Эште харап иттеләр бит былары. Ҡыҙым, мә, ошо еләктәрҙе ашарһың йәме. Хәҙер генә аша, хәл инеп китер үҙеңә, – тип юхалай, ти. Көсөктәрҙең береһе еләкле тырызды төртөп йыҡҡан, ҡалғандары әбейҙең итәгенә йәбешкән. Әбей таяҡ алып һелтәнеп ҡотолмаҡ булған да ул, көсөктәрҙең тырнаҡтарының еҙ икәнлеген күреп, уттан ҡурҡҡандай, үрле-түбәнле һикереп ҡасыу яғын ҡараған. Артына ла ҡарамай саба ғына, ти.
Түгелеп ятҡан еләктәргә ҡарап Сулпан ауыҙының һыуын ҡойолтоп, ымһынып тора икән. Түҙемлеге бөтөп еләктәргә ҡулын һуҙыуы була,
– Туҡта, теймә, Сулпан! – тип, ҡысҡырып ебәргән Солтан, – күпме шул убырҙың тоҙағына эләгергә була инде һиңә? Ҡара һуң, әгәр шул ысын әбей булған булһа, шул тиклем һикереп йүгерә аламы?
Сулпан, ниндәйҙер яман көстән айнығандай була, ағаһына юҡ тигәнде аңлатып баш ҡына ҡаға.
– Шулай булғас, еләктәре ысындыр тиһеңме? Ә көсөктәр шәп! – тип, әбейҙе ҡыуып алып киткән көсөктәргә һоҡланған ул. Сулпандың һаман еләктәрҙән күҙен ала алмай торғанлығын күреп, уны етәкләп Ҡарабуғаның мәйете янына алып килгән. Мәйетте соҡор ҡаҙып күмергә булалар. Сулпан бер ҙә генә ағаһына ярҙамлаша алмай ти, әйләнә лә теге еләктәгә ҡарай. Аптырағас, Солтан тырызы менән еләктәрҙе ситкә алып барып түгергә уйлай. Барып күтәрәйем тиһә, тырызды урынынан ҡуҙғатырлыҡ түгел, ауыр икән. Солтандың асыуы ҡабарған, тағы маташып ҡараған, ләкин тырыз ергә һеңеп үҫкән таш һымаҡ ултырыуын белгән. Быны күреп торған Сулпан, ниһайәт, эштең ниҙә икәнлеген аңлап, ағаһын йәлләп киткән:
– Йә, ярай, ағай, тыныслан! Аңланым инде, ташла шуны! Кил, әйҙә, үҙебеҙҙең эште дауам итәйек, – тигән, ти. Солтан үҙенең шаҡтай ғына хәлһеҙләнеп китеүен тойған. Быуындары ҡалтырап, аяҡтары үҙенән-үҙе бөгөлөп, ултыра төшкән.
– Ҡара уны! Ҡайһылай хәлде алды. Теге мәскәйҙең эше был, – тип Солтан ергә ултырып бер-аҙ хәл йыйғас, әкрен генә үҙ эштәренә тотоноп киткәндәр. Башҡаса еләктәр яғына боролоп та ҡарамағандар.
Ҡәҙерләп кенә Ҡарабуғаның мәйетен күмгәндәр. Унан икеһе ҡәберҙең ике яғына ултырып, һәр ҡайһыһы үҙенең уйына талған. Күп тә үтмәй улар йылы ғына ел иҫкәнен, шул елгә рәхәтләнеп кенә ойоп киткәндәрен һиҙгәндәр. Сулпан ҡапыл кәүҙәһенең еңеләйеп китеүен, иңенән ниндәйҙер бер ауыр йөк төшөп, тындары киңәйеп китеүен тойған. Күңеле менән баяғы юха әбейҙең мәңгелеккә дөмөккәнен, уның йәне оҙон ҡойон бағанаһы һымаҡ өйөрөлөп-өйөрөлөп, ерҙән айырылып, йыһанға осоп киткәнен һиҙгән. Шатлығынан ырғып торған да:
– Ағай, ҡотолдоҡ! Унан! Уларҙан! Шайтан-пәрейҙәрҙән, сихырсы-мәскәйҙәрҙән, аждаһаларҙан ҡотолдоҡ, буғай! Бына әле генә ҡойон кеүек күккә күтәрелеп, беҙҙең Ерҙе ташлап киттеләр! – тигән.
– Ә һин ҡайҙан беләһең уны? – тип һораған Солтан.
– Беләм. Һиҙәм. Бына хәҙер генә беҙгә ике хәбәр киләсәк. Береһе һөйөнөслө, береһе көйөнөслө.
Солтан да үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш тойған, ләкин аңлап етмәгән әле, ти.
Улар, бер-береһенә өндәшмәһәләр ҙә, тағы ниҙәр булыр, артабан нисек йәшәргә, тигән ауыр уйҙар менән ҡайҙа барырға ла белмәй аптырап ҡалалар. Көтмәгәндә, еләкле тырыз яғынан аңлайышһыҙ тауыштар ишетелә, барып ҡараһалар ни күҙҙәре менән күрһендәр, ти, эре-эре еләктәр урынына муйындарынан өҙөлгән төрлө йыландарҙың баштары ята икән. Баштар әле генә өҙөп ташланған кеүек, тулай-тулай сыйылдашып йән биргәндәр. Солтан менән Сулпан ҡулға-ҡул тотоношоп, был хайранды күҙәтеп торғандар, ти.
Күп тә үтмәй убырҙы баҫтырып алып киткән биш көсөктөң өсәүһе әйләнеп ҡайта. Улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, кем-уҙарҙан убыр менән ни булғанын, көсөктәрҙең ҡалған икәүһенең ҡайҙалығы тураһында бәйнә-бәйнә һөйләй башлағандар. Эт телендә һөйләһәләр ҙә, Солтан барыһын да аңлай икән. Ағаһының көсөктәр менән ихлас һөйләшкәнен күргән Сулпан түҙмәгән:
– Ағай, ни эшләүең был? Әллә һөйләшәһең инде шулар менән? – тип һораған.
– Үҙем дә аңламайым, нисектер шулай килеп сыға ла баһа, – тип ҡыуанған Солтан, – бына һин бая ғына вәғәҙә иткән һөйөнөслө хәбәрҙе алып килделәр ҙә инде. Һүҙең хаҡҡа сыҡты, – тигән. Шунан ул көсөктәрҙең хәбәрен һеңлеһенә һөйләп биргән. Тәүҙә был көсөктәр теге убырҙы хәлдән яҙҙырғансы алмаш-тилмәш баҫтырғандар. Баҫтырып йөрөй торғас, мөлкөлдәп кенә ятҡан һаҙлыҡҡа барып сыҡҡандар, ти. Убырҙы шул һаҙлыҡҡа бишәүһе биш яҡтан ҡамап баҫтырып йөрөгәндә ике көсөк тегенең аяғын тешләп йырталар, ти. Убырҙың аяғынан ҡап-ҡара ҡаны урғылып, көсөктәрҙе ағыулап өлгөрә. Шулай ҙа һаҙлыҡҡа алып барып төшөргәндәр. Һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән кәҫтәрҙән-кәҫтәргә һикереп бара торғас, убыр, яҙа һикереп, һыу төбөнә китә башлай. Уның ҡаны ҡойолған ерҙә һыу ҡайнай, ти. Шул һыу ҡайнаған ерҙә ҡойон уйнай башлаған. Ерҙең аҫты менән күк бергә тоташып, ҡойон бағанаһы барлыҡҡа килгән. Ул шул тирәләге бөтә нәмәне лә бергә ҡуша өйөрөлтөп, үҙе менән алып киткән, ти. Һыу ҡайнап өйөрөлә башлағас та көсөктәр ҡасырға тотона, ләкин теге икәүҙең хәлдәре мөшкөл була шул. Ярты юлда ҡайтып етә алмай һәләк булалар, ти.
Шулай итеп, Солтан шул көндән башлап урманда, ҡырҙа, һауала, һыуҙа йәшәгән бар тереклектең дә телен аңлау һәләтенә эйә булған. Сулпан иһә йыһан менән аралашыу, үҫемлектәрҙең телен аңлау, им-том итеү көсөнә эйә булған, ти. Әсәләре Гөлйыһандың йәне бишкә бүленһә бүленеп, йырып үткеһеҙ һәләкәттәрҙе, михнәттәрҙе үтеп, балаларын, ер-һыуын, тыныслыҡты һаҡлап ҡалған.
Әлеге көндәрҙә лә еҙ тырнаҡлы, ҡап-ҡара ғына һаҡсыл, тоғро эттәр йәшәй әле, Гөлйыһандың йәненең бер остоғо булып. Йорт һаҡсыһы ла, ил һаҡсыһы ла улар.
Солтан менән Сулпан һау ҡалған өс көсөктө эйәртеп ҡайтып киткәндәр. Көсөктәрҙе шундай яратып үҫтергәндәр улар. Ә тегеләре хужаларынан бер тотам да ҡалмаҫ тоғро һәм иркә булғандар, ти.
Тыныс, матур көндәр башланған. Ғаиләнең яңы ағзалары хужаларына тоғро хеҙмәт иткәндәр. Һаҡҡолаҡ тигәне Солтан менән һунарға йөрөгән, Еҙтырнаҡ Сулпандан ҡалмаған, емеш-еләккә бергә барыр булған, Көтмөр һәр саҡ өйҙө һаҡлаған. Еҙ тырнаҡлы эттәрҙән шайтан-фәлән ҡурҡа икән, шуға ла башҡорттар эттәренә ошондай исемдәр бирергә тырыша икәнлеге лә күптән билдәле.
Солтан һомғол егет булып үҫеп еткән, ти. Өр-яңынан матур итеп ҙур йорт һалып сыҡҡандар. Ауыл ҡыҙҙары еләккә килгән арала Солтан, иң һылыу ҡыҙҙы осратып, ғашиҡ булған. Күп тә көттөрмәй уны кәләш итеп алған, гөрләтеп туй үткәргәндәр, ти. Туп-тумалаҡ ҡына малайҙары ла бар хәҙер. Яңыраҡ ҡына барып ҡайттым әле. Татыу, матур итеп йәшәп яталар.
Сулпандың һылыулығын күрһәң – ҡарап туйғыһыҙ, уңғанлығы – һөйләп бөткөһөҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ғашиҡ булмаған егет юҡтыр үҙенә. Яусыларҙың һаны юҡ, шуға ла ағаһы менән еңгәһе яусы егеттәр өсөн бәйге, көрәш, тағы әллә ниндәй һынауҙар үткәрмәкселәр, ти. Бәйгеләренең көнөн билдәләп хәбәр итһәләр, тамаша ҡылырға барып сығам әле.
Читайте нас: