Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
13 Август 2021, 10:35

Анһат ҡына байырға уйлаған

Һөҙөмтәлә ул 2019 йылдың ғинуарынан 2020 йылдың авгусына тиклем учреждение хеҙмәткәрҙәренә тигән аҡсаны  үҙенең һәм туғандарының иҫәбенә күсерә.

Анһат ҡына байырға уйлаған
Анһат ҡына байырға уйлаған

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуратураһы 39 йәшлек ханымға енәйәт эше буйынса ғәйепләү һөҙөмтәһен раҫланы.

Йомро башлы ханым “Саторис” Психолог-педагогик медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенең баш бухгалтеры булараҡ махсус программаға инергә хоҡуғы була. Һөҙөмтәлә ул 2019 йылдың ғинуарынан 2020 йылдың авгусына тиклем учреждение хеҙмәткәрҙәренә тигән аҡсаны  үҙенең һәм туғандарының иҫәбенә күсерә. Шулай итеп,  5 миллион 660 мең һум аҡса ситкә оса. 

Енәйәт эше Орджоникдзе районы судына ебәрелгән. Бында, моғайын, еңел генә байырға теләгән ханымға аҡсаны урлап түгел, ә эшләп табырға кәрәклеген аңлатырҙар, моғайын.

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: