Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
14 Август 2021, 19:17

АТАЙ ҒОРУРЛЫҒЫ - ИР БАЛАЛА ЙӘКИ МАЛАЙҘАРҘЫ НИСЕК ТӘРБИӘЛӘРГӘ?

Малайҙар менән ҡыҙҙар араһында психологик айырымлыҡтар бер йәш тирәһендә беленә башлай.

АТАЙ ҒОРУРЛЫҒЫ - ИР БАЛАЛА ЙӘКИ МАЛАЙҘАРҘЫ НИСЕК ТӘРБИӘЛӘРГӘ?
АТАЙ ҒОРУРЛЫҒЫ - ИР БАЛАЛА ЙӘКИ МАЛАЙҘАРҘЫ НИСЕК ТӘРБИӘЛӘРГӘ?

Көтөп алынған сабыйҙың донъяға килеүе һәр бер ғаилә өсөн иң иҫтәлекле һәм дә шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһелер ул. Малаймы, ҡыҙмы - берҙәй ҡыуаныслы. Ә беҙҙең башҡорт ирҙәре малайлы булһа, уғата ҡыуана, шатлығы эсенә һыймай, дуҫ-иштәре алдында маҡтанып та ебәрә. Ул үҫтерәсәк атай булып киткәс, ир-ат үҙен мәртәбәлерәк итеп тоя шул. Малайҙар ысын ир булып үҫһен өсөн уларҙың тәбиғәтенә ярашлы тәрбиә биреү ҙә мотлаҡ. Ошо юҫыҡта, бигерәк тә йәш, тәжрибәһеҙ ғаиләләр ярҙамға можтаж. Һөнәрем буйынса педагог-психолог булғас, ошо хаҡта байтаҡ ҡына ғилми хеҙмәттәр менән танышып, коллегаларым менән фекер алышып, малайҙар тәрбиәләүҙә йыш ҡабатланып торған төрлө ғәмәли ситуацияларға анализ бирергә лә тура килә ине. Ошо нигеҙҙә минең үҙ-үҙемә биргән һорауҙарым тыуҙырған фекер-яуаптар һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр, тип ышанам.

Ир-егетлек сифаттары кешегә тәбиғәттән биреләме, әллә улар тәрбиә һөҙөмтәһеме икән?

Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар үҫешендә күҙгә элерҙәй психологик айырымлыҡтар күҙәтелмәй. Улар, тәбиғи ихтыяждарына ярашлы, бер үк төрлө илай, бер төрлө шатлана, ата-әсәһенә, яҡын туғандарына һис бер айырмаһыҙ эйәләшә. Малайҙар тыуғанда кәүҙәгә ҙурыраҡ булһа ла, ҡыҙҙарҙың физик үҫеш темпы уларҙыҡынан һәр саҡ бер аҙ юғарыраҡ була. Тәбиғәттән һалынған генетик программаға ярашлы, малайҙарҙың балиғ булып, ир-егеткә әйләнеүе - оҙайлыраҡ процесс. Малайҙар менән ҡыҙҙар араһында психологик айырымлыҡтар бер йәш тирәһендә беленә башлай. Күрәһең, тап ошо ваҡыттан башлап бала организмында енес үҙенсәлектәре менән бәйле сифаттарҙы тышҡы, социаль мөхиткә сығарыу мөмкинлеге биргән генетик программа әүҙемләшәлер. Фәһемле күренгән бер миҫал килтерәйек.
Психологтар яңы тәпәй баҫҡан балалар менән бик ҡыҙыҡлы эксперимент уҙғара. Ґур ғына бүлмәнең бер яҡ стенаһы янына сепрәк-сапраҡ, ҡурсаҡтар, уйынсыҡ һауыт-һаба, ҡаршы яҡҡа - тимер-томор, уйынсыҡ машиналар, ҡылыс-мылтыҡ кеүек нәмәләр ҡуйыла. Балаларҙы берәмләп бүлмәгә индергәс, бына нимә күҙәтелә: ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә тиерлек ҡурсаҡтарға табан йүнәлһә, малайҙарҙы башлыса машина-фәлән ҡыҙыҡһындырыуы асыҡлана. Был факт кешенең генетик хәтеренең енес менән бәйле булыуы тураһында фекер йөрөтөргә нигеҙ бирә.
Ә бына башҡорт малайҙары уҡ-башаҡ, йәйә эшләү менән мауыға (әйтерһең дә, улар боронғо ата-бабалары шөғөлөн генетик хәтер аша алған), һунар итеү, һуғыш уйындарына ихлас ҡушыла. Малайҙарҙың атайға, ир-атҡа оҡшарға тырышыуы тәбиғи рәүештә бик иртә уянып, бүтәндәрҙән өлгө алып ҡабатлау, ололар өйрәтеүе һөҙөмтәһендә нығына.

Малайҙар психологияһындағы, уларҙың холоҡ-фиғелендәге ниндәй үҙенсәлектәргә ҡарата үтә иғтибарлы булыу кәрәк?

Бәләкәйҙән үк малайҙарҙың телмәре аҡрыныраҡ үҫешә, шуның өсөн уларҙы ғаиләлә күберәк һөйләндереү юлдарын табырға кәрәк. Ә бына һан, күләм, арауыҡ кеүек математик төшөнсәләрҙе улар тиҙерәк үҙләштерә, тап шуға күрә талантлы физик-математиктар, инженер-конструкторҙар башлыса ир затынан була. Һәләте һиҙемләнгән баланы мөмкин тиклем иртәрәк өйрәтә башлау фарыз, быға мин үҙ тәжрибәмдә лә инандым. Информатика, математика өлкәһендә үҙ һөнәрен тапҡан улым алты йәшендә үк арифметик ғәмәлдәрҙе аңлы рәүештә ыңғай һәм тиҫкәре һандар менән башҡара ала ине.
Малайҙарҙың холоҡ-фиғеленә килгәндә, уларға физик әүҙемлек, тик тора алмаусанлыҡ (быны гиперхәрәкәтсәнлек тип тә атайҙар) хас. Улар, нисек тә булһа күңеле теләгәнде эшләргә ынтылып, ололар ҡуйған сиктәрҙән сығып китеп, "артыҡ" үҙаллы эш итергә әүәҫ. Үҫмерлек осоронда был сифат көсәйә барып, малайҙарҙың үҙһүҙлелеге, тыңлашмаусанлығы улар менән ололар араһында көсөргәнешлек барлыҡҡа килтерә. Өҫтә-үенә, малайҙар үҙҙәрен ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә "һуғышсаныраҡ", агрессивыраҡ тота. Бының сәбәбе - ирҙәрҙең йәмғиәттә меңәр йылдар буйы ҡабатлана килгән социаль роле талап иткән сифаттарҙың уларҙың тәбиғәтенә, генетик хәтеренә һеңеүе булһа, малайҙар мөхитенә хас бер-берең менән ярышыу, өҫтөнлөк алыу, беренсе булыу, лидерлыҡҡа өлгәшеү өсөн көрәш конфликтлы ситуацияларҙы йышыраҡ тыуҙыра. Тап шуның арҡаһында тәүҙә балалар баҡсаһында, ә аҙаҡ мәктәптә ошондай холоҡло малайҙарҙы тәрбиәсе-уҡытыусылар "проблемалы", тип атайҙар ҙа инде.

Ә беҙ бындай малайҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләйбеҙме һуң?

Бар осраҡта ла әүҙемлек күрһәтеп, мин-минлеген алдараҡ йөрөткән, шау-шыу сығыуҙан ҡурҡып бармағандар беҙҙең тәрбиә системаһында кире баһаланып, уларҙың бойондороҡһоҙлоғо мөмкин булған бөтә ысулдар менән ғаиләлә лә, мәктәптә лә аяуһыҙ баҫтырылып, юҡҡа сығарылып барыла. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә егетлекте һүҙ һөйләп кенә тәрбиәләргә тырышыу өҫтөнлөк алған. Шым ғына йөрөп, конфликтлы ситуацияларҙан ситтә ҡала килеп, хәүефле мәлдәрҙә гелән боҫоп ҡалырға өйрәнгән ир-атҡа еңеүсе психологияһын бер нисек тә һеңдереп булмаясаҡ. Исмаһам, халҡыбыҙҙың "Малай булһа - шуҡ булһын, ике күҙе ут булһын", тигәненә ҡолаҡ һалһаҡ ине лә бит. Малайҙарҙың әүҙемлеген бишектән тиерлек сикләй барып, тыйыу һәм яза биреү юлы менән ысын ир-егетлекте тәрбиәләп буламы ни ул! Шунан килеп, эй аптыраған булабыҙ, башҡорт ирҙәре араһында лидерҙар аҙ, әүҙемлек етешмәй, битарафлыҡ көслө, тип. Бала саҡтан башҡалар менән көс һынашмай, аҙмы-күпме яғалашмай, еңеү-еңелеү тойғоһон татымай, ауыртыу-ҡурҡыуын йүгәнләй алырға күнекмәгән малайҙан, үҫеп, буй еткәс, үҙен генә түгел, көсһөҙөрәк заттарҙы ла ҡурсалай алырлыҡ ир-егет сығырмы һуң? Ай-һай, юҡтыр.

Ғаиләлә ысын ир-егетлек тәрбиәһен ҡасаныраҡ башлау ҡулай булыр?

Билдәле педагог А.С. Макаренконың тәрбиә асылы тураһындағы мәҡәләләренең береһендә шундай диалог бирелгән:
- Баланы ҡасан тәрбиәләй башларға кәрәк?
- Балағыҙға нисә йәш һуң?
- Әле өс йәше генә тулды.
- Һеҙ балағыҙҙы тәрбиәләүҙә теүәл 3 йылға һуңға ҡалғанһығыҙ!
Малайҙарҙа буласаҡ ир-егеткә хас сифаттарҙы мөмкин тиклем иртәрәк тәрбиәләй башлау мөһим. Балалар үҙҙәренең малай йәиһә ҡыҙ затынан булыуын өс йәшкә тиклем үк айыра башлап, кешеләр араһында үҙ енесенә тәғәйен ролде ете-һигеҙ йәшкә тиклем аңлы рәүештә үҙләштерә ала. Тап ошо осорҙа "ысын малай", "ысын ҡыҙ" тәрбиәһенә ныҡлы нигеҙ һалына. Малайҙар аңына көслө, етеҙ, үҙаллы, ныҡышмалы һәм ихтыярлы булыу, ауыртыуға түҙеү, сыҙамлылыҡ күрһәтеү, бер ниҙән дә ҡурҡмау, биргән һүҙеңде ныҡ тотоу һымаҡ төшөнсәләрҙе һеңдереп, ошо юҫыҡта уларҙың ғәмәлдә күҙәтелгән ҡылыҡтарын, тойғо-кисерештәрен баһалап, билдәле йүнәлеш биреп тороу фарыз. Иң ярамағаны - малайҙарҙың инициативаһын һәр осраҡта ла һүндерә килеп, рөхсәт итмәү, тыйыу алымдарын йыш ҡулланыуҙыр.
Үҫмерлек осоро еткәс, бигерәк тә малайҙарҙың организмы енси өлгөрөү стадияһына күсеү менән, уларҙың ир-егеттәргә оҡшарға тырышыуы яңы психологик сифатҡа әйләнә. Тап ошо осорҙа физкультура һәм спорт, техник һәм хеҙмәт тәрбиәһе аша үҫмерҙәрҙә ир-егеттәргә хас булған сифаттарҙы үҫтереү өсөн ыңғай шарттар барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәрҙе ялған кумирҙар өлгөһөнән, ялған мәҙәниәт һәм тышҡы яҡтан ылыҡтырғыс стереотиптарҙан (тәмәке тартыу, һүгенеү, тупаҫ булып ҡыланыу һ.б.) ҡурсалау маҡсатында улар менән дуҫтарса, ололарса аңлашыу, уларҙы тиң күреп аралашыу ысулдарын табыу мөһим. Һәр малай ир-егетлек мәктәбе һабаҡтарын ваҡытында алған хәлдә генә башҡорт араһында лидерлыҡҡа ҡытлыҡ булмаҫ.

Ир-егетлек тәрбиәһендә атайҙарҙың роле нисек икән?

Психологтар күҙәтеүенә ярашлы, әгәр атай кеше ғаиләһен улы биш йәш тулғансы ташлап китһә, улы егет ҡорона инеүгә уның үҙ мөмкинлектәренә ышаныу кимәле тулы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән күпкә түбәнерәк булып, йәштәштәренә бәйлелеге, буйһоноусанлығы ныҡ һиҙеләсәк. Ғөмүмән, балаларҙың енескә ярашлы ролдәрҙе үҙләштереүендә атай йоғонтоһо көслөрәк. Психологтар, атай кешенең ҡыҙ балаға ҡарата икенсерәк мөнәсәбәте ҡыҙҙарға ғына хас булған холоҡ-фиғелдең формалашыуына булышлыҡ итә, тип раҫлай. Ә бына малайҙарҙың аңында ир кеше образы башлыса аталарына оҡшаш булып, киләсәктә уның ғаиләһендәге ролен билдәләйәсәк. Халҡыбыҙҙың "Атанан күргән - уҡ юнған", тиеүе лә ошо фекерҙе ҡеүәтләүсе бер дәлилдер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа яңғыҙы ғына бала тәрбиәләүсе әсәләр арта барғанлыҡтан, байтаҡ малайҙар атай тәрбиәһенән мәхрүм. Ошоға өҫтәп, тулы ғаиләләрҙә лә атайҙарҙың бала тәрбиәләүҙе башлыса ҡатындарына йөкмәтеүен, ә мәғарифта шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙың өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алһаҡ, ир тәрбиәһенең юғала барыуын инҡар итеп булмай.

Йәмғиәттә ирҙәр шәхесендә ҡатын-ҡыҙға хас сифаттар арта барыуы, (уларҙың холоҡ йомшаҡлығы, үтә наҙлыға әйләнә башлауы, баҙаулығы, ихтыярһыҙлығы, лидерлыҡтан ваз кисеүе һ.б.) күҙәтелә. Ирҙәргә "ҡатынлашыу" ҡурҡынысы янамаймы һуң?

Ир-егеттең "феминизация" тип аталған заман йоғонтоһона бирелә барыуы бер кемгә лә сер түгел. Тәрбиә өлкәһенең тулыһынса тиерлек ҡатын-ҡыҙ ҡулында булыуын алдараҡ билдәләп киткәйнек. Ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк иткәс, тәрбиә, ғәмәлдә, ҡатын-ҡыҙҙарса башҡарыла. Улар малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла бер үк талап ҡуя, бер төрлө өлгөгә ярашлы тәртип урынлаштыра, тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәрен башлыса ҡатын-ҡыҙ хуп күргәнсә тотоуын теләй, тәьҫир итеү ысулдары ла берҙәй ҡала бирә. Коллективта тыңлаусанлыҡ, баҫалҡылыҡ, буйһоноусанлыҡ өлгөһө булған ҡыҙҙар лидер ролендә йөрөй. Күп йылдар буйына ҡабатлана килгән талаптар малайҙар аңына үҙҙәрен тап ҡыҙҙарса тотоу ҡалыбын һеңдерә. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында малайҙар тәбиғәтенә хас булмаған сифаттар уларҙың формалаша барыусы шәхесендә урын ала ла инде. Бында ҡатын-ҡыҙҙың тәрбиәүи потенциалы һис тә инҡар ителмәй, ләкин, һәр хәлдә лә, ир менталитетында булғанды ҡатын-ҡыҙ ҡабатлай ҙа, махсус рәүештә тәрбиәләй ҙә алмаясаҡ. Һығымтабыҙ шул: малайҙарҙы, һис юғында, ирҙәр күберәк булған техника, хәрби эш, спорт, туризм кеүек өлкәләргә мөмкин тиклем иртәрәк йәлеп итеү отошло. Мәктәптәрҙә сыҙамлылыҡ, ҡыйыулыҡ, физик әҙерлек, ихтыяр көсөн, ойоштороу һәләтен, лидерлыҡ сифаттарын талап иткән тәрбиәүи сараларҙы бермә-бер арттырыу зарур.

Хәҙерге заманда ҡайһы бер ирҙәрҙең енси ориентацияһы үҙгәреүе ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Быны кешенең тәбиғи хоҡуғына тиңләп, ирҙәр ирһөйәрлеген законлаштырған илдәр ҙә байтаҡ хәҙер. Малайҙар тәрбиәһендә ошо күренеште иғтибарға алыу урынлымы икән?

Ирһөйәрлек тәбиғәт ҡанундарына, кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, ғөмүмән, йәшәйеш ҡағиҙәләренә бер нисек тә тура килмәй. Ер йөҙөндәге барса диндәр был күренеште оло гонаһ, тип иҫәпләп, кешелек тарихы дауамында тыйыу әмәлен хуп күргән. Ысынлап та, гомосексуализм фән тарафынан да аномаль, бөтөнләйе менән нормаға һыймаған мөнәсәбәт, тип нарыҡлана. Психология, психопатология күҙлегенән быны үҙенә күрә бер биопсихик ауырыу, тип ҡарау дөрөҫ булыр ине. Ә сир бар икән, ул дауалауҙы, профилактика сараларын табыуҙы талап итә. Әлбиттә, бында мотлаҡ көс ҡулланыу тураһында һүҙ бармай. Ирҙең - ир, ҡатындың ҡатын булып ҡалыуы кешелек өсөн уның тәбиғи ҡанундарын боҙмай, үҙен-үҙе һаҡлау сараһы икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Ирһөйәрлеккә, ҡатын-ҡыҙҙың лесбий мөхәббәтенә ҡаршы сығыу дөйөм кешелектең дә, айырым халыҡтарҙың да социаль экологияһын таҙа тотоуға тиң. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәт менталитетына, Ислам диненә тура килмәгән ошо күренешкә беҙ күҙ йомоп ҡарарға өйрәнеп киттек. Әле һуң булмаҫ борон үҫеп килеүсе йәштәр араһында тейешле аңлатыу сараларын әүҙемләштереп, уларҙың шәхесендә гомосексуализмға ҡаршы иммунитетты ваҡытында булдырыу фарыз.

Б. ӘХМӘТОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: