Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
3 Сентябрь 2021, 20:25

Шулай туңып үләсәген көттө ул

Тик бына кинйәбикәһе Зөһрә генә яңылышты. Техникумды тамамлар йылда ауырға ҡалды. Был хаҡта белгәс, Сәлимә ҡыҙын үсе ҡанғансы туҡмап, дауаханаға алып китте. Табиптар баланы төшөрөргә һуң булыуын әйткәс, әйтерһең, уның иңенә бөтә донъя ишелеп төштө. Ҡайтҡансы ҡыҙын әрләне, ҡулындағы сумкаһы менән һуғып-һуғып алды.

Шулай туңып үләсәген көттө ул
Шулай туңып үләсәген көттө ул

Сәлимә апай бына өсөнсө аҙна дауаханала ята. Тәүҙә хәле бигерәк мөшкөл булһа, хәҙер әкренләп йөрөй башланы. Ашхананан килгәс, уҡып ултырған китабын ҡулына алғайны ғына, телефоны шылтыраны. Ейәнсәре икән.

– Өләсәй, ни хәл? Һөт алып киләйемме?

– Арыу ғына әле, балаҡайым. Һөт бар әле, ярай йонсома. Уҡыуыңды ҡара.

Өләсәй кеше тәү тапҡыр ейәнсәренә “балаҡайым” тине. Был һүҙгә үҙенең күңеле нескәреүҙән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. Ҡасандыр ул ошо баланың донъяға килеүен бөтөнләй теләмәгәйне бит. Бығаса ейәнсәренә булған йәмһеҙ мөнәсәбәте иҫенә төшөп, үҙенең ҡылығынан үҙе уңайһыҙланды. Бигерәк насар ҡыланған бит. "Ярай дүрт һыны ла теүәл булып тыуған" тип шөкөрана ҡылды.

Алты бала үҫтерҙе ул ире Сабит менән. Үҙҙәре ябай колхозсылар булһа ла, балалары яҡшы уҡыны, һәр береһе йә институт, йә техникум тамамланы. Һәр береһен мәктәптә бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйҙылар. Тик бына кинйәбикәһе Зөһрә генә яңылышты. Техникумды тамамлар йылда ауырға ҡалды. Был хаҡта белгәс, Сәлимә ҡыҙын үсе ҡанғансы туҡмап, дауаханаға алып китте. Табиптар баланы төшөрөргә һуң булыуын әйткәс, әйтерһең, уның иңенә бөтә донъя ишелеп төштө. Ҡайтҡансы ҡыҙын әрләне, ҡулындағы сумкаһы менән һуғып-һуғып алды.

"Бар ғаләм алдында мәсхәрәгә ҡалдырҙың, хәҙер нисек әҙәм күҙенә күренәйем, бөтәһе бармаҡ төртөп көләсәк бит", - тип үкһене.

Ҡыҙына өйҙә көн күрһәтмәне ул, Хоҙайҙан сабыйҙың үлеүен, ауыры төшөүен теләне. Әммә Аллаһ Тәғәлә бер гонаһһыҙ сабыйҙың ғүмерен һаҡланы. Теүәл туғыҙ айҙан сәләмәт, матур ҡыҙ бала тыуҙы. Ул көндән-көн үҫеп, теремекләнһә лә, өләсәй кеше үҙен ярата алманы. Хатта эсенән генә үлемен теләне. Ә иренең шул сабый менән рәхәтләнеп уйнауына йәне көйә ине. Ҡыҙына өс йәш тулғас, Зөһрә кире өҙөлөп ҡалған уҡыуын дауам итергә китте лә тиҙҙән кейәүгә сыҡты. Ә бала ауылда ҡалды.

Ейәнсәре мәктәп йәшенә лә етте. Йәй булһа, ауылға күмәкләшеп бүтән ейән-ейәнсәрҙәре килеп төшә. Уларға йылы һүҙен йәлләмәгән өләсәй һаман да быныһына асыҡ йөҙ күрһәтмәне. Гел кәмләне, эшкинмәгән, йыбытҡы тип битәрләне. Ауырып-фәлән киткәндә лә әллә ни борсолманы, дауахана тип сапманы. Үҙе белгән дарыуҙарҙы бирер ине лә шуның менән вәссәләм.

Ейәнсәренә 13 йәш тулғанда, бабайы үлеп китте, бөтә донъя мәшәҡәте бер үҙенә ҡалды. Эштән бушмаған өләсәй асыуы килгәндә: "Тыума, олатайың киткәнсе, һин үлһәң..." - тигән һүҙ ҙә ысҡындырғыланы.

Ул көн Сәлимә малдарға бесән һалырға сыҡты. Кәбәнде гел аҫтан һурып алғанлыҡтан, бер мәл өҫтәгеһе дөбөр-шатыр уның өҫтөнә уйылып килеп төшмәһенме! Ҡатын бесән аҫтынан күпме сығырға маташмаһын, хәленән килмәне. Еңелсә генә кейенеп сыҡҡанлыҡтан, өшөй башланы. Ҡысҡырам тиһә, тауышы сыҡмай. Шаҡтай ваҡыт ятты. Өшөнө, хәле бөттө. Инде кемдеңдер ярҙамынан төңөлөп, шулай туңып үләсәген көттө ул. Шул ваҡыт ейәнсәре уны эҙләп килеп сыҡмаһа, билләһи, яҡты донъя менән бәхилләшә ине. Йәһәт кенә күрше-тирәләрен саҡырып, соҡоп сығарғанда, ул бөтөнләй хәлдән тайғайны...

Бынан шунан бирле дауаханала ята. Ейәнсәре бер үҙе донъя көтә. Ярай әле сос бала, һыйырҙы һауып, һөтөн дә килтереп китә. Ә теге яратып-һөйөп туймаған аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәренең береһенең дә әлегә уның хәлен белешкәне юҡ.

Сәлимә апай үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, бер туҡтауһыҙ сөбөрләгән күҙ йәштәрен һөртөп алды. Хоҙайҙан гонаһын ярлыҡауын һораны:

– Эй Раббым, ошо балама бәхет, тәүфиҡ, оҙон ғүмер бирһәңсе!..

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: