Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
15 Сентябрь 2021, 13:55

“Кеше эҙләнеүҙән, үҫештән туҡтарға тейеш түгел...”

Аҙым һайын сауҙа нөктәләре булып, кәштәләр тауарҙан һығылып торһа ла, бөгөн күп нәмәгә ҡытлыҡ осоронда йәшәйбеҙ. Барыһы ла матди байлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмағанлығын көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ. Баҡһаң, киң ҡарашлы иҡтисадсыларҙы ла был һорау күптән борсой һәм улар ошо замана проблемаларынан сығыу юлдарын күптән эҙләйҙәр, тәжрибәләр үткәрәләр икән.

Аҙым һайын сауҙа нөктәләре булып, кәштәләр тауарҙан һығылып торһа ла, бөгөн күп нәмәгә ҡытлыҡ осоронда йәшәйбеҙ. Барыһы ла матди байлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмағанлығын көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ. Баҡһаң, киң ҡарашлы иҡтисадсыларҙы ла был һорау күптән борсой һәм улар ошо замана проблемаларынан сығыу юлдарын күптән эҙләйҙәр, тәжрибәләр үткәрәләр икән. Быны беҙ, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры Азат Әдиф улы ФӘТТӘХОВ менән һөйләшкәндә тағы ла нығыраҡ инандыҡ.

–  Һеҙ киң тармаҡлы шәхес. Бала саҡта кем булырға хыялландығыҙ?

– Атайым – инженер, әсәйем – уҡытыусы. Малайҙар, ғәҙәттә атаһына оҡшарға тырыша бит. Мин дә шулай инем. Уның юлынан китергә теләнем. Тик үткән быуаттың туҡһанынсы йылдар башында заманалар ныҡ ҡына үҙгәреп, эшсе халыҡҡа ҡарата ҡараш икенселәнде. Шуға ла, һөнәр һайлау ваҡыты еткәс атайым: “Улым, ике апайың кеүек йә иҡтисадсы, йә юрист булырға тырыш”, – тине. Ул осорҙа ошо ике һөнәргә һорау ҙур ине. Уның әйткәндәренә ҡолаҡ һалдым.

Иҡтисадсы һөнәрен һайлауыма бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән ВУЗ системаһында эшкә ҡалдым. Ун һигеҙ йыл арауығында өлкән уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары, проректор дәрәжәләренә күтәрелдем. 2019 йылдан БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры вазифаһындамын. Унда 2008 йылдан алып йөрөп уҡыттым. Күрәһең, шул ваҡытта унда эшләгән хеҙмәттәштәрем мине ниндәй эшсе, шәхес булараҡ һынап, ҡарап йөрөгәндәрҙер, тип уйлайым. “Беҙҙең уҡыу йортон күтәреү өсөн һинең кеүек етәксе кәрәк”, – тигәс, риза булдым.

Уҡытыусыға уҡып ҡына был һөнәрҙең нескәлектәренә төшөнөп бөтөү мөмкин түгелдер. Бар булмышың менән мөғәллим булғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә, уҡыусылар, студенттар менән уртаҡ тел табырға була. Ул – тәбиғәттән бирелгән һәләттер тип уйлайым. Утыҙ йылға яҡын студенттарға белем бирәм. Әле ваҡытым тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, дәрестәр алып барам. “Ул насар уҡый, тәртипһеҙ”, – тип үҙҙәренең уҡыусыларын яманлаған уҡытыусылар менән бер ваҡытта ла килешә алманым, алмаясаҡмын да. Һәр береһенә айырым иғтибар булһа, иң өмөтһөҙ тип һаналған йәш кешенән дә бынамын тигән белгес, йәмғиәткә файҙалы шәхес тәрбиәләргә мөмкин. Мәғариф системаһында эшләгән һәр кем ошо хаҡта онотмаһын ине.

– Юғары уҡыу йортонда нисә факультет бар?

– Өсәү. Инженер-техник, хоҡуҡ һәм иҡтисад факультеттарында буласаҡ белгестәр әҙерләнә. Киләсәктә филология һәм журналистика факультеты ла асылыр тигән өмөттәбеҙ. Сөнки йәш быуын араһында был йүнәлеш буйынса ла ҡыҙыҡһыныусылар күп. Заманаһы шундай, һәр икенсе йәш кеше блогер булырға хыяллана. Ә социаль селтәрҙәрҙә халыҡты ҡыҙыҡһындырыр, үҙеңдең ауыҙыңа ҡаратыр өсөн, иң тәү сиратта матур итеп һөйләргә, хатаһыҙ итеп яҙырға кәрәк. Шуға ла, был факультеттың бөгөнгө көндә әһәмиәте ҙур тип уйлайым.

– Әйткәндәй, БДУ-ның Нефтекама филиалы менән берлектә колледж да бар. Унда күпселеген туғыҙынсы синыфты тамамлаған уҡыусылар киләме?

 – Күпселек шулай. Ул 2020 йылда асылды һәм бөгөнгө көндә Пермь, Удмуртия, хатта Ханты-Мансиҙан да килгән студенттар бар. Юғары уҡыу йорто менән берлектә булғас, унда белем алыуҙарына һәр береһе ғорурлана. Ғәҙәттә, уларҙың күбеһе колледжды тамамлағас, үҙҙәре уҡыған предмет буйынса белемдәрен артабан камиллаштырыу теләге булһа университеттың өсөнсө курсынан уҡый башлайҙар.

 Ғәҙәттә, бында киләсәктә БДИ тапшырырға үҙенә-үҙе ышанып етмәгән уҡыусылар килә. Был, әлбиттә, урта уҡыу йорттары өсөн яҡшы, сөнки абитуриенттарға ҡытлыҡ булмай. Әммә тап ошо БДИ арҡаһында беҙҙең йәмғиәттә бер нисә проблема ҡалҡып сыҡты.

Беренсенән, йәш быуындың донъяға ҡарашы үҙгәрҙе. Улар тормошто уйын кеүек кенә ҡарайҙар. Бының сәбәбе аңлашылы ла. БДИ һорауҙары шуға ҡоролған бит. Тест һорауҙарына яуап биргәндә йә отаһың, йә отолаһың тигәндәй. Уйлап, башты эшләтеп ултырырға, уҡытыусы янына барып үҙ фекереңде белдереп ултырырға кәрәкмәй.

Икенсенән, уҡыусының психикаһын боҙа. Артабан да ике йыл дауамында беҙ өҫтөндә ултырған һымаҡ йәшәп, әгәр ҙә, ҡулыма өлгөргәнлек аттестаты алмай ҡалһам, тип уйланып, борсолғансы, әлбиттә, ул икенсе юлды һайлай. Был инде ауылдарҙа былай ҙа балаларға әҙ һанлы булған мәктәптәргә кластарҙы ҡыҫҡартыу, хатта ябылыу хәүефе янай.

Иҡтисадсы ла, ауыл һәм ҡала тормошон берҙәй белгән кеше булараҡ шуны әйтер инем: беҙҙе ауыл йәшәтә. Ул бөтә икән, киләсәктә өҫтәлебеҙгә тотош химиянан ғына торған аҙыҡ килеп ултырасаҡ, мәңгелек ҡиммәттәр иртән күтәрелгән томан кеүек күҙ асып йомғансы таралып бөтәсәк. Шуға ла, уҡытыусылар: “БДИ тапшыра алмаясаҡһығыҙ”, – тип йәш быуындың теңкәһенә тейгәнсе, иң тәү сиратта үҙҙәренең белемдәрен камиллаштырһындар ине тип әйтер инем.

БДУ-ның Нефтекама филиалында шулай уҡ “Яндекс. Лицей”ҙа эшләп килә. Ул 2019 йылда асылды. VII – IX класс уҡыусылары төштән һуң килеп уҡыйҙар һәм төрлө заманса проекттар эшләргә өйрәнәләр. Был IT-компетенцияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. Лицейҙа уҡыусылар ҙа ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика, Рәсәй кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөрҙөләр. Уларҙың күптәре ойошмаларҙа стажер йә кесе хеҙмәткәр булараҡ бөгөндән үк эшләй ала тип, ауыҙ тултырып әйтә алам.

Утыҙ йыл элек уҡыған студент менән бөгөнгө студент араһында айырмалыҡтар бармы?

– Һәр быуындың тормошҡа ҡарашы айырыла, әлбиттә. Ҡайһы саҡта йылы менән бер төрлө холоҡҡа эйә булған абитуриенттарҙы күреп йондоҙнамәгә лә ышанып ҡуяһың. Замана йәштәре асыҡтар, ихластар. Үҙ фекерҙәрен күҙгә ҡарап әйтә алалар. Улар ирекле. Шәхес булараҡ үҫешергә теләктәре, ынтылыштары ла ҙур.

Уларға белем алырға ла мөмкинселектәр күберәк. Мәҫәлән, үҙем кандидатлыҡ диссертацияһын яҙған саҡта темама ярашлы материал эҙләп Мәскәүгә барып еттем. Бөгөнгө көндә, хатта уҡыу йортоноң китапханаһына барыусылар ҙа һирәк. Интернеттан ғына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарының барыһына ла яуап табырға мөмкин. Беҙ белем алған саҡта бер-ике авторҙың дәреслеге менән генә сикләнһәк, хәҙер аудитория киңәйҙе. Тағы ла, замана студенттары дистанцион форматта бер юлы бер нисә уҡыу йортонда, бер нисә һөнәрҙе лә үҙләштерә алалар.

– Студенттар уҡыуҙан тыш тағы ла нимәләр менән шөғөлләнәләр?

– Спорт түңәрәктәре даими эшләп килә. Үҙ театрыбыҙ бар. Әлегә ете әҫәрҙе сәхнәгә сығарҙыҡ. Өсәүһен милли телдәрҙә уйнанылар. Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса ла ҡуйылды. Тамашасы ла, автор ҙа беҙҙең студенттарҙың сығышы менән ҡәнәғәт булып таралды.

Иҡтисад, хоҡуҡ, инженер-техник факультеттарында уҡыусыларға театр түңәрәгенең кәрәге бармы икән, тип уйлаусылар ҙа табылыр. Тәжрибәле педагог булараҡ бының нескәлектәре хаҡында аңлатып киткем килә. Кеше алдында сығыш яһарға оялған студентты комплекстарынан арынырға ярҙам итә. Йәғни үҙен икенсе кеше урынына ҡуйып ҡарап эске хәүефтәренән азат була ала.

Һәр әҫәрҙе сәхнәгә сығарыр алдынан йөкмәткеһе менән танышырға кәрәк. Был йәш быуынды әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү,  ихтирам тәрбиәләһә, ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт, татар, сыуаш милләтенән булған йәштәр сәхнәгә сығыр алдынан туған телдәренең нескәлектәре менән ҡыҙыҡһына башлай, артабан дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә теләктәре арта.

Ғөмүмән, әҙәм балаһы нисә йәштә, кем булыуына ҡарамаҫтан эҙләнеүҙән, үҫештән туҡтарға тейеш түгел, үҙе өсөн быға тиклем асылмаған яҡтарҙы барлап алға ынтылғанда ғына тормоштоң тәме, ҡәҙере бар тигән фекерҙәмен. Аҡмай ятһа һыу ҙа тәбиғи сафлығын юғалта бит.

– Һеҙҙе тыуған яғығыҙҙа төҙөкләндереү эштәре менән әүҙем булышҡан, ваҡытлы матбуғат менән дә бәйләнеште өҙмәгән шәхес итеп беләбеҙ...

– Кесе ватаным Салауат районы Нәсипбаш ауылы күңелемдең бер өлөшөн биләп алған ғәзиз ер ул. Юл төшкән һайын тыуған йортома ҡайтып әйләнергә тырышам. Унда баҡса үҫтерәбеҙ. Йән тыныслығы, дәрт-дарман бирә ул миңә. Үкенескә күрә, күңелде әрнеткән ваҡиғалар ҙа юҡ түгел. Эскелек, эшһеҙлек проблемалары ауылдарҙың нигеҙенә сабылған балта ул. Үҙем иһә ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышам. Мәктәп, ауыл мәҙәниәт йортон йүнәтеү эштәренә булышлыҡ иттем.

Ата-әсәйем алдынғы ҡарашлы кешеләр. Гәзит-журналдар беҙ үҫкән ваҡытта аҙна һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ килә ине. Беҙҙең быуын ваҡытлы матбуғат тәрбиәһендә үҫте тиһәң дә һис шаштырыу түгел. Студент саҡта каникулға ауылға ҡайтҡан мәлдәрҙә иртә менән тәҙрәне асып ҡуяла ауылдаштарымдың туған телебеҙҙә, ерле халыҡ диалектында һөйләшкәндәрен рәхәтләнеп тыңлап кинәнә инем. Хәҙер төпкөлдәрҙә лә йәштәр туған телдәрен онотоп баралар. Шуға ла, ошо бушлыҡҡа дауа табыр өсөн гәзит-журналдарҙы даими уҡып барырға тырышам. Бер юлы студенттарыбыҙҙа ла һөйөү тәрбиәләүҙе төп бурыстарыбыҙҙың береһе итеп алғанбыҙ.  

“Кеше эҙләнеүҙән, үҫештән туҡтарға тейеш түгел...”
“Кеше эҙләнеүҙән, үҫештән туҡтарға тейеш түгел...”
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: