

БАЛА САҠТА БЕҘҘЕҢ АУЫЛДА БУЙҘАҠ БЕР ГЕНӘ ИР БУЛДЫ. БУЙҘАҠ ТИГӘН ТӨШӨНСӘ УРЫНЫНА ХАЛЫҠ ТЕГЕ ИРҘЕҢ ИСЕМЕН АТАНЫ – ӨЙЛӘНЕРГӘ УЙЛАМАҒАН ЕГЕТТӘРГӘ: “ҺИН НИМӘ, МУЛЛАЙӘН БУЛДЫҢМЫ ӘЛЛӘ?” – ТИП ТӨРТТӨРӘЛӘР ИНЕ. ХӘҘЕР ЕГЕТТӘРҘЕҢ, БИГЕРӘК ТӘ АУЫЛ ЕРЛЕГЕНДӘ ӨЙЛӘНМӘЙ ЙӨРӨГӘНДӘРЕ БИХИСАП. МӘҪӘЛӘН, БЕҘҘЕҢ АУЫЛЫБЫҘҘА ҺУҢҒЫ ЙЫЛДАРҘА 773 КЕШЕ ИҪӘПЛӘНДЕ. ИР-АТТАР ШУНЫҢ 44,8% ТӘШКИЛ ИТҺӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР – 51,2%. АРАЛАРЫНДА 24 БУЙҘАҠ ИР БАР, УЛАРҘЫҢ КҮПСЕЛЕГЕ БЕР ТАПҠЫР ҘА ҒАИЛӘ ҠОРОП ҠАРАМАҒАН. ШУЛ УҠ ВАҠЫТТА ТӨРЛӨ СӘБӘП МЕНӘН – ИРЕ ҮЛГӘН, АЙЫРЫЛҒАН, КЕЙӘҮГӘ СЫҠМАҒАН – ЯҢҒЫҘ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ҺАНЫ ЛА ТИҪТӘГӘ ЯҠЫН.
Ауылдар буйҙаҡ егетттәр, ә ҡалалар кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар менән тулған. Бер ҡарашҡа, был ҡыҙҙар ҙың ауылға ҡайтыуы етә – ҡала шарттарындағы комфортты хәҙер һәр ауылда булдырырға мөмкин. Үҙемдең буйҙаҡ таныштарымдың байтағының бынамын тигән өйө бар, йорт эсендә “һә” тигәнсе бәҙрәфен, ванна бүлмәһен, кухняһын эшләп ҡуйыр ға әҙер булған типһә тимер өҙөрлөк егеттәр бихисап, тик кәләш кенә юҡ. Ғаиләһе булһа, тырышып, эшен дә табырҙар ине… Ҡыҙҙарҙың ни өсөндөр ҡаланан ҡайт ҡыһы килмәй.
Әлеге ғәжәп хәл хаҡында баш ватҡанда, билдәле Лили Брик тураһындағы мәғлүмәткә юлыҡ- тым. Был матур йәһүд ҡыҙына ике туған ағаһы ғашиҡ була, былар осраша ла башлай. Билдәле, яҡын туғандар араһында никах тыйылған. Шуға ла ауырға ҡалғас, ҡыҙға абортҡа барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ахыр сиктә
Лили ғүмерлеккә бала табыу шатлығынан мәхрүм була. Әм- мә был уны бәйһеҙ эткә әйлән- дерә. “Түшәктәге танышлыҡ иң һәйбәте” тигән принцип уның тормош ҡанунына әйләнә. 1915 йылда ул Владимир Маяковский менән таныша. Һеңлеһе Эльзанан биҙҙереп, бөйөк шағирҙы үҙенә ҡаратып ала.
Шунан ире Осип менән өсәүләп бергә йәшәй башлайҙар. Ишектәренә “Бриктар. Маяков- ский” тигән табличка ла элеп ҡуйырға тартынмайҙар. Мая- ковский үлгәс, Лили Брик НКВД етәксеһе булған Виталий Примковҡа кейәүгә сыға. Ире Осипты ла үҙҙәре менән бергә йәшәтәләр.
Был берҙән-бер миҫал түгел. 8 март байрамын уйлап тапҡан Клара Цеткин менән Роза Люк- сембург та әлеге йәһәттән үҙҙәрен бик ирекле тота. Ире үлгәс, 42 йәшлек Клара 24 йәшлек бер рәссамды арбай. Әллә ни матур бул- маған 36 йәшлек әхирәте Роза ла юғалып ҡалмай: уның 22 йәшлек улы Константин менән бергә йәшәй башлай.
Ғөмүмән, ошондайыраҡ тарих- тар йыш осрай һәм күптәргә мәғлүм. Улар бигерәк тә йәмғиәттәге һынылыш осорона хас күренеш, тиһәң дә хата булмаҫ. Беҙҙең ата- бабалар юҡҡа ғына: “Ҡыҙҙы ҡырҡ ерҙән тыйыу кәрәк”, – тип әйтеп ҡалдырмағандыр. Ошо тыйыу төрлө сәбәп менән бушай ҡалһа, аҙғынлыҡ ҡырҡа арта.
Йәмғиәттә ғаилә төҙөү талабын башлыса ирҙәр ҡуйғандыр. Уларға балаларына мираҫ ҡалдырыу өсөн тик үҙенекен белеү өсөн ғаиләнән дә ышаныслы социаль институт юҡтыр. Әйткәндәй, күп ҡатынлылыҡ исламдан тыш, башҡа культураларҙа ла бар, әммә күп ирлелек һирәк-һаяҡ осрай торған ваҡытлы ғына күренеш. Бының сәбәбе булып
баланың атаһы кем икәнен аныҡ ҡына билдәләп булмау тора.
Йәмғиәтебеҙҙә күҙәтелгән юғарыла күрһәтеп үтелгән парадокстың төп сәбәбе ошолор. Гүзәл заттың күпләп ҡалаға китеүе баяғы “ҡырҡ ерҙән булған тыйыуҙан“
ҡасыу сараһылыр. Ҡыҙының ҡалаға киткәнен башлыса уларҙың әсәһе нығыраҡ теләй. “Ул тапҡан – губернатор, ҡыҙ тапҡан – боҫоп ятыр” тигән әйтем юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Ауыл ерендә бөтә нәмә күренеп тора, ә ҡалала бер подъ- езда йәшәгән кешеләрҙең үҙ-ара таныш булмауы ла мөмкин. Ҡыҙҙар ҡалаға кеше күҙенән һәм һүҙенән ҡаса. Егеттәр улар арты- нан китер ине лә, ҡала ерендә ышашыслы тормош иптәшен табыуҙарына шикләнә. Тәбиғи енси теләктәрен ҡәнәғәтләндереү саралары ауыл ерендә лә етерлек.
10 йыл һайын даими үткәрелеп барған National Survey of Sexual Attitudes and Lifestyles тигән социо логик тикшереүҙәр буйынса, хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйәр- ҙәренең иҫәбе арта бара. 1990–1991 йылдарҙа һәр ҡатын- ҡыҙ уртаса 4 партнер менән енси мөнәсәбәткә ингән булһа, 1999– 2001 йылдарҙа уларҙың һаны 6- ға, 2010–2011 йылдарҙа 8-гә барып еткән.
Һуңғы 20 йыл эсендә беренсе тапҡыр енси мөнәсәбәткә ингән ҡыҙҙарҙың йәше лә ҡырҡа төшкән. 16 йәшкә тиклем 29 процент ҡыҙ бала был “шөғөл” менән яҡшы таныш. Шуларҙың һәр бишенсеһе секстың бар төрөн “тәмләп” ҡараған. Башҡорттоң “Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын“, “Урау булһа ла, юл яҡшы, һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы“ тигәндәре иҫкерҙе
бөгөн.
Бик ҡыҙыҡ күҙә- теү: рухи эшмә- кәрлек менән мауыҡмаған ир- егеттәр инстинктив рәүештә әсә ҡатын-ҡыҙға тарылып тора (ауылдағы буйҙаҡ егет- тәрҙең күпселеге ошо ҡатын-ҡыҙҙы көтөп йөрөй ҙә инде). Ә ижади шәхестәр өсөн бала табырға теләмәгән фәхишә- ләр ҡыҙығыраҡ. Шунлыҡтан күптә- ренең нәҫел ағасы ҡороп ҡала. Әсә кешегә иренең ихтыярына буйһоноу ауыр түгел – уның өсөн балаларын, нәҫелен һаҡлап ҡалыу мөһимерәк. Фәхишә бөтә нәмәне үҙенең шәһүәтенә буйһондорорға тырыша. Уның өсөн оят төшөнсәһе юҡ, башҡалар өҫтөнән власть мөһимерәк. Енси акт әсә өсөн башлыса ауырға ҡалыу күҙлегенән генә ҡабул ителһә, фәхишә өсөн ул үҙмаҡсат булып тора. Ир-егет менән шаярғанда ла улар тик ошоно ғына күҙ уңында тота – бөтә уйы уны ошоға сәмләндереү- гә йүнәлтелә. Улар ошо маҡсатта өйләнмәй йөрөгән егеттәрҙе “үҙ ҡурайына бейетеү”ҙән ләззәт таба. Секс улар ҡулында көслө ҡоралға әйләнә. Уны ҡыйбатҡа һатыу өсөн ул хатта, миңә был нәмә кәрәкмәй, тип килештереп, ҡылан- ған була. Ошо холоҡ, үҙ-ара киле- шеүҙәре булмаһа ла, уларҙың уртаҡ корпоратив стратегияһы нигеҙендә ята. Сексты буш бүләк иткән әхирәттәрен яратмайҙар, сөнки улар хаҡты төшөрә, һәм ундайҙарҙы бер тауыштан “кән- тәй” тип атайҙар.
Мәсьәләнең был аспекты матбуғатта төрлө кимәлдә тикшере- леп килде. Шул уҡ ваҡытта уның түбәндәге бик мөһим яғына нишләптер хатта тейешле проблемаларҙы өйрәнгән ғалимдар тарафынан да иғтибар бирелмәй. Ул да булһа фән ҡаҙаныштары арҡаһында киң таралыш алған контра- цепция саралары үҫеше тәьҫире. Ысынлап та, буйҙаҡлыҡтың киң таралыуы шуның менән туранантура бәйле. Уларҙың үҫеше параллель бара – үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып улар бергә атлай. Лили Брикты яһатҡан аборты ауырға ҡалыуҙан азат итһә, хәҙерге гүзәл затты замана контрацепция ысулдары холоҡта- рында быуаттар буйы йәшеренеп ятҡан тәбиғи инстинкттарын ҡалҡы- тып сығарҙы. Бындай һаҡланыу мөмкинлектәре булмағанда ҡатын-ҡыҙға тәбиғи шәһүәтен даими ҡәнәғәтләндереүҙең төп сараһы булып кейәүгә сығыу тора ине. Унда тәбиғи фәхишәләргә лә бала табыу ғаиләгә ҡушылған өҫтәмә тағылма (йөк) ғына булды. Хәҙер инде кейәүгә сығыу мотлаҡ түгел, теләк тыуһа, оҡшаған һәр ир-атты ваҡытлыса файҙаланыу улар өсөн бер ни тормай. Ҡала ерендә был бик тә еңел нәмә. Ғүмер буйы бер иргә тоғро булып ҡалыуға ҡарағанда төрлөләрен “тәмләп“ йәшәүҙе оҡшаталар. Кейәүгә сығыу-сыҡмау мәсьәләһен хәл иткәндә ҡыҙҙың башындағы “калькуляторы” тиҙ генә иҫәпләп сығара: нимә отошлораҡ? Төрлө ир-егеттәрҙән алған енси яҡынлыҡ- тарҙың “дөйөм файҙа”һын буласаҡ ғаиләлә көтөлгән хәстәрҙәр (кер йыуыу, ашарға әҙерләү, һыйыр һауыу һ. б.) менән сағышты- рып ҡарай ҙа үҙен матурыраҡ тип һанағаны башлыса яңғыҙ йәшәүҙе хуп күрә. Үҙенең буй-һынын ҡай- тыш тип иҫәпләгәне иһә иренән был “файҙа”ның күберәк булыуын иҫәпкә алып, донъя мәшәҡәттәрен үҙ иңенә һалырға ризалаша. Кейәүгә сыҡмаһа, уныһы ла тәте- мәҫ. Беҙҙең буйҙаҡ егеттәр ҙә быны бик яҡшы аңлай, шикелле.
Шунлыҡтан улар үҙҙәренең тормошон был “сибәрҙәр“ менән ғүмергә бәйләгеһе килмәй. (Иғтибар иткәнһегеҙҙер: башлыса матурыраҡ ҡыҙҙар кейәүгә сыҡ- май йөрөй, үҙҙәрен аҡлар өсөн, лайыҡлы тормош иптәше юҡ, тигән булалар). Кемдең улар ҡулында
уйынсыҡ булып хеҙмәт иткеһе килһен, ти? Улар һинең менән фай ҙа лан ғас, нишләп һиңә лә ошо тактиканы һай ламаҫҡа? Ана бит, был ихтыяж тыуғас, яңы тех нологиялар сексуаль партнер урынына тейешле роботтар уйлап сығарыу өҫтөндә эшләй. Футурологтар билдәләүенсә, киләһе тиҫтә йыл эсендә баҙарҙа осһоҙға ғына яһалма Моника Беллуччи, Брюс Уиллисты һатып алып буласаҡ. Уларҙың береһендә лә тәбиғи сексуаль проблемалары булмаҫҡа тейеш. Яңыраҡ АҠШ-та ҡурсаҡ-робот Roxxxy һатыла башлаған, ти. Ул оргазмды ла килештереп эшләй белә икән. Уларҙың програмаһы- на бөтә “Камасутра”ны һалып була. Был шарттарҙа ғаиләнең кәрәге лә ҡалмайҙыр, баланы про- биркала ғына “етештерә” башларҙар.
ҒАИЛӘ БӘХЕТЕН ТАТЫ- МАҒАНДАРҘЫ ҒЫНА ЙӘЛЛӘП ҠУЯМ…
Илдар ҒӘБИТОВ.