Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
23 Ғинуар 2022, 15:25

Замана ЕНӘЙӘТЕ

“Ғинуар айында ғына биш йәш ҡыҙ һау-сәләмәт тыуған балаһын ҡалдырып китте, уларҙың икәүһе – башҡорт. ҠАЙҘА БАРА БЫЛ ДОНЪЯ? ТУЛЫҺЫНСА БЫСРАҠҠА БАТҠАНБЫҘ ТҮГЕЛМЕ?

Замана ЕНӘЙӘТЕ
Замана ЕНӘЙӘТЕ

ХОҘАЙ ТАРАФЫНАН ПƏЙҒƏМБƏР ЕБƏРЕЛМƏҪ ЭЛЕК ЕРҘƏ АҘҒЫНЛЫҠ ХАКИМЛЫҠ ИТКƏН. АТА – УЛДЫ, ИНƏ ҠЫҘҘЫ БЕЛМƏГƏН. КЕШЕЛƏР ХАЙУАН РƏҮЕШЛЕ ЙƏШƏГƏН. ҒАИЛƏ КЕҮЕК ИЗГЕ ТӨШӨНСƏ БУЛМАҒАН. ИРҘƏР ҘƏ, ҠАТЫНДАР ҘА КЕМ ТУРА КИЛƏ, ШУНЫҢ МЕНƏН ЕНСИ ЯҠЫНЛЫҠ ҠЫЛҒАН, ХАТТА БЕР ЕНЕС ВƏКИЛДƏРЕНЕҢ БƏЙЛƏНЕШЕ ЛƏ КИҢ ТАРАЛҒАН. БАЛАЛАРҘЫҢ ДА КЕМДƏН ТЫУҒАНЫН БЕЛМƏГƏНДƏР. УЙЛАП ҠАРАҺАҢ, БЕҘҘЕҢ БӨГӨНГӨ ЗАМАН ДА АНА ШУЛ БЫУАТТАР ТӨПКӨЛӨНДƏГЕ ВАҠИҒАЛАРҒА ҮТƏ НЫҠ ОҠШАҒАН. ХƏҘЕР ҘƏ НИКАХҺЫҘ КИЛЕШ ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫ БУЛЫУ ТƏБИҒИ КҮРЕНЕШКƏ ƏЙЛƏНДЕ, ХЫЯ- НАТ КҮКРƏП СƏСКƏ АТТЫ, “ЗƏҢГƏР”ҘƏР ТУРАҺЫНДА ƏЙТЕП ТОРАҺЫ ЛА ТҮГЕЛ. Ə БАЛА ТАБЫУ ЙОРТТАРЫ ИҺƏ ТАШЛАНДЫҠ САБЫЙҘАР МЕНƏН ТУЛЫ. ҠАЙҘА БАРА БЫЛ ДОНЪЯ? ТУЛЫҺЫНСА БЫСРАҠҠА БАТҠАНБЫҘ ТҮГЕЛМЕ?

КҮҢЕЛ, ЙӨРƏК ƏШƏКЕЛЕКТƏРЕНƏН ҠАСАН ҺƏМ НИСЕК АРЫНЫРБЫҘ?

Интернетта Магнитогорск ҡалаһы балалар табыу йортоноң акушеры Луиза Кәримова яҙған посты тетрәнеп уҡыным. “Ғинуар айында ғына биш йәш ҡыҙ һау-сәләмәт тыуған балаһын ҡалдырып китте, уларҙың икәүһе – башҡорт. Урамда эсеп йөрөгән ҡыҙҙар ҙа түгел бит әле. Береһе – СиБДУ-ла, икенсеһе МаДУ-ла уҡый”, – тип әсенеп яҙған ул. “Бындай һылыуҙар өсөн оят булып китә. Балаларын ҡалдырҙылар ҙа, кире ҡыҙ булды ла киттеләр. Тап-таҙа, матур, һау балалар төндәрен йән әсетеп илай. Хәтәрерәк ғаиләгә урынлаштырырға тырышып, опека сабып йөрөй. Ә минең башҡорт булып тыуып та, икенсе милләт вәкиленә әйләнәсәк сабыйҙарға ҡарап йәнем әрней”, – тип дауам итә автор.

Минең дә сабыйҙарҙы уйынсыҡ урынына күреүҙәренә иҫаҡылым китә. Ҡурсаҡ кеүек итеп кенә ҡалдырып китәләр… Бәләкәй ҡыҙҙары булғандар беләлер, хатта ҡурсаҡтан да еңел генә айырылыу мөмкин түгел…

Бөтә сабыйҙар ҙа донъяға гонаһһыҙ килеш тыуа. Ана шул саф йән эйәләрен ниндәй генә яҙмыш ҡосағына ташламайҙар. Ата-әсәле булып та, эскән ғаиләләрҙә үҫкән, юҡ, тереклек иткән балаҡайҙарҙы уйлап, күңел өшөй. Уларҙың бер ғаиләлә хатта бишәү-етәү булыуын да иҫкә төшөрһәң, ата-әсәләренә нәфрәт “уяна”, йоҙроҡ төйнәлә.

Үҙҙәре кемдән тыуған улар, йыртҡыстарҙан түгелдер бит? Хәйер, йыртҡыстар ҙа үҙ сабыйы өсөн йәнен бирер. Минеңсә, баланы ташлап китеү йә уны алама, әхлаҡһыҙ шарттарҙа үҫтереү ЕНӘЙӘТКӘ тиңләнергә тейеш. Бөтә йәмғиәт, милләт, киләһе быуындар алдындағы ауыр һәм ҡаты ЕНӘЙӘТ был. Эскән, аҙғын атай-әсәй үҙенең нәфсеһен генә уйлай. Күңеле, йәне юҡ, бары хайуандарса физик теләген генә ҡәнәғәтләндерә. Оят! Ә Хоҙай беҙҙе Ерҙәге бөтә мәхлүктәрҙән дә өҫтөнөрәк итеп – Кеше итеп яралтҡан да баһа! Уйлау һәләтебеҙ көслө, иркебеҙ бар, бүтәндәр хаҡында хәстәрлек күрә алабыҙ.

КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?

Эйе, бөгөн етем балалар һаны Бөйөк Ватан һуғышы осоронан да күберәк. Балалар йорттарын ата- әсәһе тере етемдәр тултырған тиерлек. Факт. Ниңә? Сөнки аҙғынлыҡ күкрәп сәскә атты. Быны берәй ауыл йә ҡалалағы йәштәрҙең төнгө тормошон күҙәтеп кенә йөрөһәң дә, аңларһың. Ҡыҙҙар мәктәп осоронан уҡ аборт яһата башлай. Эйе, бында мәктәп тәрбиәһе, өйҙәге тәрбиә тейешле кимәлдә башҡарылмай, тиерһегеҙ. Атай-әсәй һеңдергән аҡыл булмаһа, мәктәп бер нәмә лә эшләй алмай. Уның бурысы – белем биреү, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү. Киреһенсә, мәктәп кире тәьҫир итә тип, балаһын өйҙә уҡытырға ҡарар иткән ата-әсәне лә беләм. Уҡыу йорттарынан бер нәмә лә өмөт итмәҫкә саҡырам. Ул бары тик белем бирә – шул ғына.

Аҙғын йәштәр   быуыны үҫеп сығыуҙа Совет заманында әсәйҙәрҙең көнө-төнө эш тип сабып йөрөүендә лә күрәм. Күкрәктән айырыр-айырмаҫтан балалар баҡсаһына биреү үҙе үк бала менән әсә араһындағы рухи бәйләнеште өҙгән. Сабый өйҙән генә түгел, әсәйҙән дә ситләшкән. Алты-ете йәштәрҙән һуң иһә бәләкәс ата-әсәһенә бөтөнләй бәйле булмай башлай. Тыңламауы ла ихтимал. Уға тиңдәштәре авторитет. Үҫә килә, ниндәйҙер билдәле шәхестәр тип иҫе китә. Ә улар өлгө булырлыҡмы ни? Экрандарҙа тәмәке көйрәтеп ебәреүҙәр, туҡһанынсы йылдарҙан һуң иһә сит ил киноларындағы түшәк бүлешеү күренештәре… Хатта ҡайһы бер йәнһүрәтте лә балаға күрһәтеүе ҡурҡыныс. Зәңгәр экрандарҙың көсө иҫ киткес. Ана шул “тәрбиәләй” хәҙер йәш быуынды. Ғашиҡтар тәүге көндә үк “йоҡлай” башламаған кинолар бик һирәк. Никахһыҙ килеш секс бик тәбиғи күренешкә әйләнде. Бер йәш ҡыҙ һөйләгән- дәрҙән: “Студент сағымда, оҡшаған егетең булһа, уның менән төн уҙғарырға ла мөмкиндер, тип уйлай инем. Бының һис тә ояты юҡтыр, тип һананым. Ни өсөн тигәндә, киноларҙа күргәнем    бар, һәм курсташтарым барыһы  ла шундай        ине. Киреһенсә, һаҡланып ҡына йөрө- гән ҡыҙҙарҙан көлгәндәре, үҙ араларына алмағандары хәте- ремдә. Хаталана яҙып ҡуйған осраҡтарым да булманы түгел. Әммә әсәйемдең киҫәтеүҙәре арҡаһында мин яҙыҡ юлға төшмәнем. Ул һәр ваҡыт бер генә төнгә баш юғалтыуҙың ниндәй бәләләргә килтереү ихтималлығын һөйләй ине. Бик һуңға ҡалып кейәүгә сыҡһам да, намыҫым саф ҡалды. Хәҙер зинаның ниндәй оло гонаһ икәнлеген дә белгәс, шундай хаталарға тарытмаған өсөн Аллама мең рәхмәтлемен”.   Ошо ҡыҙ һымаҡ белмәй йөрөгән, экрандарҙа күреп торғас (заман әҙәбиәтендә лә йыш сағылыш таба), тәбиғи һанаған йәштәр аҙ түгелдер. Ай-һай, аҙ түгелдер. Енси тәрбиә хаҡында   ла йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатылып килә. Был юҫыҡта иң мөһиме: әсәй менән бала араһындағы әлеге лә баяғы рухи бәйләнеш. Тәрбиә төбө – әсәйҙән, атай күп осраҡта мал табыусы. Һис юғы, ҡыҙ бала менән серләшеү кәрәк әсәйгә. Ә тәртип барыбер ҙә ҡыҙҙарҙан башлана. Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ килмәй – боронғоларҙың әйтеме лә быны дәлилләй.

 

НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

 

Ата-әсәле етемдәр, ташландыҡ сабыйҙар арта ла арта. Улар ҙа үҫеп, эскән ата-әсәһе кеүек тормош рәүеше алып бармаҫ тимә. Хәмер ҡолона әйләнгән ир менән ҡатындың дүрт балаһы ла шун- дай юл һайланы. Иң кесе ҡыҙҙары эшкә шәп, тегенеү- бешеренеүгә лә оҫта, боҙолоп та өлгөрмәгәндер, тип уйлап, туғандары уны Өфөгә саҡырҙы. Матур, таҙа фатир табып бирҙеләр, һәйбәт кенә эшкә   урынлаштырҙылар. Әммә ҡыҙыҡай бындай тормо- шҡа өйрәнмәгән икән! Уға ипле һөйләшеүҙәр, тәрбиәле кешеләр, таҙа урын-ер ят булып сыҡты. Асыҡтан-асыҡ әйтте ул: мин былай йәшәп өйрәнмәгәнмен, ҡыйын, бөтә нәмә яһалма кеүек. Уға өйҙә тәмәке тартыу, эскеле табын- дар, кәрәк саҡта ирешепталашыуҙар, һүгенеүҙәр яҡын, имеш. Кире ҡайтып китте. Был ғаилә хәҙер әкренләп ҡыры- лып бөтөп бара. Ҡыҙ ҙа мәр- хүм булып ҡуйҙы. Ә барыһы ла әсәйҙәренән башланғайны бит. Иң тәүҙә ул йотҡолай ине, тора-бара ире әүәҫләнде, был сирҙәре егет булып еткән улдарына ла күсте, ҡыҙҙары ла көсһөҙ булып сыҡты…

Нимә эшләргә, нисек туҡтатырға һуң бындай енәйәтте? Эскән ата-әсәләргә аңлатыу эштәре алып барырға, бла-бла-бла … Былар ярҙам итмәйәсәк. Йәштәргә эш урындары, мәҙәниәт усаҡтары булдырырға… Юҡ, бының да бер әһәмиәтен күрмәйем. Эшләп йөрөгән әхлаҡһыҙҙар быуа быуырлыҡ, ә мәҙәниәт усаҡтары, киреһенсә, кәйеф-сафа  рухында    ғына йәшәүгә этәргес һымаҡ күренеп китә ҡайһы саҡ. Артистар ауылдарҙа ҡыҙмаса сығыш яһай, йәштәр дискотекаларҙа, спорт ярыштарынан һуң да “түңкәрә”. Минеңсә,   бөгөнгө   йәштәрҙе тамырынан үҙгәртеп тә бул- маясаҡ. Күптәре үҙ хаталары аша өйрәнер, йылдар аға килә аҡылына ултырыр, бәлки. Ҡыҙҙарға, егеттәр менән бәйләнешкә инмә, кейәүгә сыҡҡансы сафлыҡ һаҡла, тип әйтеү ҙә һуң. Бәләкәйҙән аҡыл һеңдерелгәне балаһын таш- лап китеү хәленә еткәнсе, рюмкаға ынтылғансы уҡ ҡырҡ тапҡыр уйлар.

Бөгөн беҙҙең төп бурыс – бәләкәй балаларҙы матур итеп тәрбиәләү, киләһе быуын хаҡында ҡайғыртыу. Йәш әсәйҙәргә иғтибарҙы мул бүлеү. Ул күберәк өйҙә булһын, сабыйҙарына ваҡытын йәлләмәһен. Түңәрәктәргә лә йөрөтһөн, “йәшник”тең, Интернеттың насар тәьҫиренән аралаһын, балаһының кем менән аралашҡанын белһен… Ғәҙәттә, көнө буйы бергә булған саҡта ғына балаңдың ниндәй хәлдә, ниндәй уйҙар кисереп йөрөгәнен тойоу мөмкинлегенә эйәһең. Ул нимә менән ҡыҙыҡһына, нимә ярата һәм ни өсөн борсола икәнлеген карьера, аҡса тип сабып йөрөгән әсәй белә аламы икән? Декрет ялын биш йәшкә ҡәҙәр оҙайтыу, пособиены мөмкин тиклем оҙағыраҡ түләү матур, яҡты киләсәгебеҙгә инвестиция булыр ине.

Ә ИНДЕ БӨГӨН ӘХЛАҠҺЫҘЛЫҠ ЮЛЫНДА ЙӨРӨГӘНДӘР ХАҠЫНДА ҒЫНА ҺҮҘ ҠУҘҒАТЫП, АРТЫҠ АЛҒА КИТЕҮ МӨМКИН ТҮГЕЛДЕР.

ХӘҘЕРГЕ ТАШЛАНДЫҠ БАЛАЛАР – БЕҘҘЕҢ ҺИКҺӘНЕНСЕ, ТУҠҺАНЫНСЫ, Ә, БӘЛКИ, УНАН ДА АЛДАҒЫ ЙЫЛДАРҘАҒЫ ХАТАЛАРЫБЫҘ, ТОРМОШҠА ҠАРАШТАРЫБЫҘ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШТӘРЕБЕҘ ЕМЕШЕ.

 

Айлина КИЛДЕБАЕВА.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: